Конспект урока по башкирскому языку и литературе. Тема: Мифтахетдин Аҡмулла «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», 5 класс.
Оценка 4.9

Конспект урока по башкирскому языку и литературе. Тема: Мифтахетдин Аҡмулла «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», 5 класс.

Оценка 4.9
Разработки уроков
docx
чтение
5 кл
19.02.2017
Конспект урока по башкирскому языку и литературе. Тема: Мифтахетдин Аҡмулла «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», 5 класс.
Творчество Мифтахетдина Акмуллы, пронизанное гуманистическими идеями своего времени, впитавшее в себя передовые и прогрессивные влияния общественной жизни России, оказало благотворное влияние на развитие литературы многих тюркоязычных народов. Поэтому его неслучайно прозвали Акмуллой (светлым, праведным учителем) за честность и правдивость. Поэт в своем творчестве проповедовал просветительские идеи, утверждал извечное стремление человека к свету, прогрессу.
урок.docx
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе. Класс: 5 Дәрестең темаһы: Мифтахетдин Аҡмулла «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» Маҡсаттар:  шағирҙың   тормош   юлы   менән   танышыу;  шиғырҙың   йөкмәткеһе  менән   таныштырыу,   төп   фекерҙе   асыҡлау,   телмәр   үҫтереү,   һүҙ   байлығын арттырыу,  . Йыһазлау. Слайдтар, һүрәттәр, Мифтахетдин Аҡмулла портреты,  китаптарынан күргәҙмә. Дәрес барышы. l.   Ойоштороу   мәле.   Психологик   кәйеф   шарттары   булдырыу.   Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. 1. Валеологик күнегеү.  ­ Һаумыһығыҙ, балалар!  ­ Һаумы, ҡояш! ­Һаумы, дуҫым! ­Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Хәйерле иртә! Бөгөн һеҙ бигерәк матур күренәһегеҙ.  Әйҙәгеҙ, бөтә донъяны ла сәләмләйек әле. ­ Хәйерле иртә, ағастар! ­ Хәйерле, иртә ҡоштар! ­ Хәйерле иртә, тәбиғәт! ­ Афарин! Ә хәҙер яратҡан шиғырыбыҙҙы ҡабатлайыҡ!  Башланып китте дәрес, Беҙ матур  ултырабыҙ. «4»ле, «5»ле билдәләрен Көн һайын арттырабыҙ. Әйе, һәр дәрестә тырышып уҡып, 4­5 билдәләре генә алырһығыҙ, тип уйлайым.  II. Телмәргә фонетик күнегеү. Ға­ға­ға­әйҙә, киттек урманға, Шә­шә­шә­урманда еләк бешә. Ле­ле­ле­ауыҙ итәйек әле, Ге­ге­ге­ҡалай тәмле еләге. ­Күнегеү өҫтөндә бергәләп эшләп алайыҡ әле. (Хор менән, берәмләп уҡыу). ­Ни өсөн беҙ һеҙҙең менән ошондай күнегеүҙәр башҡарабыҙ?  Әйе, телмәребеҙҙе шымарттыҡ, өндәрҙе дөрөҫ итеп уҡырһығыҙ тигән фекерҙә ҡалам. III. 1. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән танышыу. Слайдтағы  шиғырҙы уҡыу.  ­ Ә хәҙер слайдҡа ҡарайыҡ! Бик йәштән үк ата йортон Мәжбүр булдың ташларға, Халыҡтар араһына сығып,  Яңы тормош башларға. Эй, Аҡмулла, Аҡмулла, Сәсән телле бер мулла. Яһилға һин дау мулла, Халҡыңа һин аҡ мулла.                Ф. Рәхимғолова. - Был шиғыр кемгә арналған? - Ә кем һуң ул Аҡмулла? - Дөрөҫ,   ул   халҡыбыҙҙың   ғорурлығы,   аң­белемгә,   дөрөҫлөккә,   иманға әйҙәүсе шағир ул. Бөгөн беҙ Аҡмулла тураһында белем алырға йыйылдыҡ. А мулла һеҙҙең дә күңелдәрегеҙгә инеп  алыр, тип уйлайым! ҡ ҡ 2. Яңы тема өҫтөндә эш.  Башҡорт   халыҡ   шағиры  Мифтахетдин   Аҡмулла  1831   йылдың   14   декабрь айында Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12­се Башҡорт кантоны Күл иле­ Мең волосы (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Шағирҙың бала­сағы бик үк шатлыҡлы, бәхетле булмай, йәшләй генә әсәһенән ҡалып, ҡағылып­һуғылып үҫә. Төрлө мәҙрәсәләрҙә белем алып, тыуған яғына ҡайта. Өйләнә, әммә, бәхетһеҙлеккә, йәмәғәте йәшләй генә вафат булып ҡала. Мифтахетдин, шул сәбәпле булһа кәрәк, ауылында төпләнеп ҡала алмай, өйөнән сығып китергә мәжбүр була. Аҡмулланың илғиҙәр тормошо башлана. - Нисек   уйлайһығыҙ,   уны   ни   өсөн   Аҡмулла   тип   йөрөткәндәр? (Уҡымышлылығы,   тура   һүҙле,   сәсән   телле   булғаны   өсөн   халыҡ   уны Аҡмулла тип атай. Аҡмулла­ ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел кеше тигән һүҙ). - Профессор Әхнәф Харисов Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына,   башҡорттарым,   тип   ихлас   күңелдән   өндәшә,   уны   айырыуса мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра.  Бөгөн   дәрестә   Мифтахетдин   Аҡмулланың  «Башҡорттарым,   уҡыу кәрәк!» шиғыры менән танышасаҡбыҙ.  3. Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш. Һүҙлек эше. Наҙан,   илтифат,   әүлиә,   кәр,   ырыҫ,   әрәм,   әмәл,   афәт   һүҙҙәренең мәғәнәләрен асыҡлау.  (Шиғырҙың тексын һәр уҡыусыға алдан әҙерләп килеп таратып биреү). Эштә ҡыйынлыҡ урынын табыу.  ­Шиғырҙы уҡығанда ниндәй ҡыйынлыҡтар осраны? (Һүҙҙәрҙең   мәғәнәләре   аңлашылмай.)   Ике   төрлө   һүҙлек   менән   эш   алып барыу: һәр партаға 2 төрлө һүҙлек биреү, береһе тәржемә, икенсеһе һүҙҙең мәғәнәһен таба. Шиғырҙы үҙаллы уҡыу һәм «Шағир беҙҙе нимәгә өндәй?» тигән һорауға яуап алыу. Сылбырлы уҡыу. Өлөштәргә бүлеп тасуири уҡыу. (Был шиғырҙың урыҫса тәржемәһе лә бар, уның менән дә таныштырыу). - Был   шиғырҙы   уҡып   нимә   аңланығыҙ?   Шағир   беҙҙе   нимәгә   өндәй?   Был шиғырға ҡараған ниндәй мәҡәл бар? Һығымта:   Әйе,   уҡыусылар,  «Күп   уҡыған­күп   белә»,   тигән   мәҡәл   дә   бар. Белемһеҙ   кеше   һыуҙа   ла   йөҙә,   күктә   лә   оса   алмай.  Шуға   беҙҙең  төп бурысыбыҙ ­ уҡыу, белем алыу. Я минуты. 4.  Төркөмдәрҙә эш башҡарыу. I рәт: “Уҡыу­белем”   һүҙҙәрен   ҡулланып   мәҡәл­әйтемдәр   төҙөү.(Күп   уҡыған­ күп белә. Белемле­меңде йығыр һ.б.) II рәт: Текстан алынған наҙан   ғилем һөнәр белем      һүҙҙәрен файҙаланып хикәйә төҙөү.  III рәт: «Икенсе   өлөшөн     тап»   биреме.   (Мәҡәл­әйтемдәрҙең   икенсе   өлөшөн табыу). Күп уҡыған........................................................күп белә. Белемле­.............................................................меңде йығыр. Белем­................ҡош, аҡыл­.............................ҡанат. Иле барҙың­........................................................теле бар. Һүҙ дауалай, һүҙ.................................................яралай. Уҡыусылар бер­береһенең эштәрен тикшереп, баһалайҙар.  5.     Таҡтаға эленгән   “Аҡмулла – беҙҙең күңелдә” тип аталған плакатҡа иғтибар итеү.   (Аҡмулланың   тормош   юлы   һәм   ижадына   арналған   газетала   уҡытыусының шиғыры ла урын алған).  - Ә хәҙер мин дә һеҙгә Мифтахетдин Аҡмулла ижатына бағышлап яҙылған шиғырымды уҡып ишеттерәм. Күңелем түрендә Аҡмулла! Аҡмулла ижады һис ҡасан Онотолмаҫ халҡым телендә: Хурлыҡты фашлаған, дуҫлыҡты аңлатҡан, Яҡты нур халҡына таратҡан. Ҡәрҙәшлек һәм дуҫлыҡ тарихи хәтерҙе Кешелек намуҫын ҡуҙғатҡан. Бәхетле киләсәк һәр кемгә теләгән Шуға ла халыҡты уҡырға өндәгән. Аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа әйҙәгән аҡ мулла. Хаҡлыҡҡа өйрәткән хаҡ мулла. Халыҡтың рухын үҫтергән Аҡмулла Мәңгегә күңелдә һаҡланыр Аҡмулла! Ҡәҙриә Ниғәмәйева. IV. Дәресте йомғаҡлау.  ­Дәрес башында әйтеп үтеүемсә, Аҡмулла минең генә түгел, һеҙҙең  күңелдәрегеҙгә лә ингәндер. Ул беҙҙе белемгә өндәй, тәүфиҡлы, әҙәпле булырға  саҡыра.  ­ Республикала уның исемен мәңгеләштереү буйынса нимәләр эшләнгән?  (Яуаптар). Өй эше. Шиғырҙы тасуири уҡыу, сағыштырыу һүҙҙәренә текстан миҫалдар  табырға.  - Кемдәр дәрестә бик һәйбәт эшләнеләр? - Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар? - Кем иптәшен маҡтарға теләй? Баһаларҙы көндәлеккә ҡуйыу.

Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
19.02.2017