Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)
Оценка 4.7

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Оценка 4.7
Презентации учебные
docx
воспитательная работа
5 кл
07.04.2017
Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)
Экология йылына арналған класс сәғәте.docx
Экология йылына арналған класс сәғәте Маҡсат: 1) тыуған ереңдең тәбиғәтенә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; 2) тәбиғәттә уҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатлау;  Иғтибарҙы, телмәрҙе, күҙәтеүсәнлекте үҫтереү; 3)яуаплылыҡ, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү Йыһазлау: проектор, экран, ноутбук, презентация, ҡыҙыл, һары, йәшел түңәрәктәр,  синквейн өсөн карточкалар, ҡағыҙ биттәре. 1. Ойоштороу. Класс сәғәте “Йәйге урманда” видеоролигы менән башлана. Роликтан  һуң экологик проблемалар тураһында картиналар күрһәтелә.(1­3­сө слайдтар) Артабан яҡташ шағир Мәхмүт Уразаевтың шиғырҙары менән башлана. (Гөлнәзирә, Фәнзилә, Вәлит уҡый) Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙгә класташтарығыҙ яҡташыбыҙ Мәхмүт Уразаевтың  шиғырҙарын уҡынылар. Шиғырҙарҙа һүҙ нимә тураһында бара? Тимәк, бөгөнгө класс сәғәтендә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?(4­се слайд) Ә нимә өсөн тап ошондай тема һайланды икән?(5 –се слайд) Ә нимә өсөн быйылғы йылды тап экология йылы итеп иғлан иттеләр икән? Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан башлығы указдарына ярашлы, 2017 йыл Рәсәйҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Тирә-яҡ мөхит проблемалары йылдан-йыл киҫкенләшә барған мәлдә махсус йыл үткәреү көнүҙәк сараларҙың береһе, әлбиттә. Эсәр һыуыбыҙ бысрана, тупраҡ составы ярлылана, йәшеллек аҙайғандан-аҙая бара, уртаса һауа температураһының кимәле күтәрелә, ә был үҙ сиратында боҙлоҡтарҙың күпләп иреүенә килтерә. Атмосферала һаҡлағыс озон ҡатламының кәмеүе лә ҡотолғоһоҙ кире үҙгәрештәргә сәбәпсе булып тора... Тупраҡ сифатын һаҡлау, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, башҡа экологик проблемаларҙы хәл итеү буйынса йыл ағымында эксперт эштәре башҡарыласаҡ. Шундай юлдар менән Рәсәй Хөкүмәте 2017 йылда илдәге дөйөм экологик хәлде бер аҙ яҡшыртырға һәм экологтарҙың хәүефле күҙаллауҙарын йомшартырға тырыша. Ә нимә һуң ул экология? (6­сы слайд) 2. Тема буйынса әңгәмә. Ниндәй экологик проблемалар күҙәтелә тип уйлайһығыҙ? Уҡыусылар яуаптары (Һыуҙың, һауаның бысраныуы, тупраҡ ағыуланыуы, ағастар ҡырҡыла, хайуандар  һәм үҫемлектәрҙең ҡайһы бер төрҙәре юҡҡа сыға, ҡыйлыҡтар күбәйә...) Был проблемаларҙы булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һирәк осрай торған хайуандарҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлау,  тирә яҡ мөхитте бысратмау...) Ә беҙ нимә эшләй алабыҙ? Урмандарҙы һаҡлау өсөн ҡағыҙҙы һаҡсыл тотоноу, урманда усаҡ яҡмау, ағас  ботаҡтарын һындырмаҫҡа, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе өҙмәҫкә, ҡош ояларын  туҙҙырмаҫҡа, ҡыйламаҫҡа...) Ысынлап та, сүплектәр бик ҙур проблем аларға килтерергә мөмкин. (7­се слайд) 3. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн уны яҡшы белергә, өйрәнергә кәрәк. Ә һеҙ яҡшы  беләһегеҙме? Һорауҙарға яуаптар(8 – 18 –се слайдтар), уҡытыусы өҫтәмә мәғлүмәт бирә. 4. Ә хәҙер һеҙҙе класташтарығыҙ ер йөҙөндәге ҡыҙыҡлы ағастар менән таныштырып  китер. А) Һөт ағасы (19­сы  слайд) Б) Кәнфит ағасы (20­се слайд) В) Тимер ағас  (21­се слайд) Г) Икмәк ағасы  (22­се слайд) Д) Һабын ағасы  Колбаса ағасы (23­24­се слайдтар) Е), ҡағыҙ ағасы, шоколад ағасы(25­26­сы слайдтар) 5. Ә хәҙер әҙ генә уйнап алайыҡ. Ә мин әйткән һүҙ һыуға бәйле булһа – баҫабыҙ,  һыуға ниндәйҙер ҡағылышы булһа – ҡулдарҙы күтәрәбеҙ, бөтөнләй ҡағылышы  булмаһа – сәпәкәй итәбеҙ. Йылға, ел, таш, күләүек, төҫ, болот, китап, шарлауыҡ, күнәк, аҡбур, сәй, күпер, тәҙрә, күпер, балыҡ. 6. Кешенең эшмәкәрлегенә баһа бирегеҙ. Һеҙҙә ҡыҙыл, һары, йәшел түңәрәктәр. Әгәр  улай эшләргә ярамаһа – ҡыҙыл, бик һаҡ  эш итергә кәрәк булһа  ­ һары, яраһа –  йәшел түңәрәк күтәрәбеҙ. 1) Һүндерелмәгән усаҡ күреп ҡалдыҡ һәм уны һүндерҙек. 2) Урманда ҡырмыҫҡа ояһын күреп ҡалдыҡ һәм уның төҙөлөшөн  өйрәнеү өсөн  7. таяҡ менән болғатып ҡарайбыҙ. 3) Ҡош ояһын күреп ҡалдыҡ һәм йомортҡаларын алып ҡараныҡ. 4) Урмандан беҙ үҙебеҙҙең йәшел мөйөш өсөн мүк алып ҡайттыҡ. 5) Класс бүлмәһендә гөлдәр үҫтерәбеҙ. 6) Урмандан күп итеп сәскәләр алып ҡайттыҡ 7) Ҡыш һайын уҡыусылар ҡоштарға тағараҡтар элә. 8) Урманда беҙ ҡуян балаһын күреп ҡалдыҡ һәм уны өйгә  ҡайттыҡ.  Группала эш. Урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен яҙығыҙ.(3 минут ваҡыт бирелә) Аҙаҡтан бер нисә уҡыусы уҡый, ҡалғандар өҫтәй. Ҡағиҙәләр: 1) Сәскәләрҙе күпләп өҙмәҫкә; 2) ҡырмыҫҡа иләүҙәрен боҙмаҫҡа; 3) усаҡ яҡмаҫҡа; 4) шауламаҫҡа; 5) сүп ҡалдырмаҫҡа; 6) ағас ботаҡтарын һындырмаҫҡа; 7) йылғаны бысратмаҫҡа... 8. Йомғаҡлау. Синквейн(27­се слайд) 9. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур  рәхмәт. (28­се слайд) Ҡушымта. Ә һеҙ беләһегеҙме? 1. Бразияла һөт ағасы үҫә. Уны “ағас һыйыр” тип тә йөрөтәләр. Һөт ағасын һауыр  өсөн ҡабығын саҡ ҡына ҡырҡыр кәрәк. Шунда уҡ ап­аҡ “һөт” аға башлар. Тәме буйынса ла был ағастың һуты һөткә оҡшаған.  Ә Һиндостанда, Японияла һәм Ҡытайҙа кәнфит ағастары үҫә. Уларҙы хәҙер  Кавказда, Ҡырымда ла үҫтерә башлағандар.  Ҡояш аҫтында киптерелгән  емештәре ысын кәнфиттәр кеүек татлы һәм тәмле. 2. 3. Донъялағы иң ҡаты ағас – ул тимер ағас. Уға балта менән сапһаң, балта кире  ҡаҡлыға, бысаҡ та үтмәй. Тимер ағас хатта һыуҙа ла бата.  Унан машинаның  ҡайһы бер деталдәрен етештерәләр. 4. Һиндостанда, Индонезияла һәм тропик утрауҙарҙа икмәк ағасын осратырға  мөмкин. Әлбиттә, унда булкалар, батондар, ҡаластар эленеп тормай. Икмәк  ағасының емештәре бик эре була, 30 кг­ға тиклем етә. Уларзың йомшаҡ ерен  кешеләр көлгә күмеп көлсәләр бешерәләр. Тәме ысын икмәккә бик оҡшаған. 5. Һабын ағасының емештәрен һыуға һалһаң, бик ныҡ күперә. Уны  кешеләр һабын  урынына тотоналар.  6. Ә колбаса ағасының емештәре колбасаға бик оҡшаһалар ҙа, ашарға яраҡлы  түгелдәр. 7. Ҡағыҙ ағасы – уның йәш үҫентеләренең ҡағыҙынан аҡса эшләү өсөн ҡағыҙ  етештерәләр.  Шоколад  ағасының орлоҡтарынан шоколад һәм какао етештерәләр. 8. В природе всё взаимосвязано, эту взаимосвязь тоже изучает экология. Вот некоторые примеры такой взаимосвязи:  Аральское море, которое обмелело и высохло оттого, что из него забрали много воды на полив хлопка.  В Китае были уничтожены миллионы воробьёв, после чего развелось огромное количество вредителей. И китайцы стали покупать воробьёв в других странах.  В Норвегии уничтожили хищных птиц, чтобы сохранить куропаток. Но куропатки вскоре погибли от эпидемии. Оказывается, ястребы и совы поедали больных птиц, выполняли роль санитаров, а значит предотвращали эпидемии. -В лесу живут «братья наши меньшие»: птицы и звери. Среди них множество наших верных друзей. Птицы – защитники лесов, полей, садов. Они сохраняют урожай, уничтожая в день огромное количество вредных насекомых. Хищные птицы ловят на полях грызунов. Птицы украшают нашу жизнь. Учитель. Я предлагаю вам задуматься обо всем услышанном и поиграть в игру «Если вдруг…». Я буду называть ситуацию, а вам надо сказать, что случится, если это произойдет. Например: если люди уничтожат все цветы на Земле, то ... -погибнут многие насекомые -не станет меда, очень ценного продукта для здоровья человека. 1) На городских пляжах перестанут убирать территорию … 2) Вырубят все леса на земле … 3) Если закроются все заводы по переработке мусора… 4) Разрушат горы… Игра еще раз доказывает, что в природе все взаимосвязано и одно зависит от другого

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)

Презентация классного часа на тему "2017 йыл - экология йылы" на башкирском языке (5 класс)
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
07.04.2017