Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”
Оценка 4.7

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Оценка 4.7
Разработки уроков
docx
библиотека
8 кл
07.05.2017
Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”
Урок по башкирской литературе. Новая тема. По произведению Нугумана Мусина "Шкура хищника". Природа и человек взаимосвязаны. На уроке обсуждается проблемы отношений между людьми."Медведь - хищное животное, а человек?" Составляем кластер. Проводим групповую работу и рефлексию. делаем вывод: Природа и человек единое целое.Урок новая тема.
Ноғман Мусин Йыртҡыс тиреһе дәрес планы.docx
Тема: Нугуман Мусин “Шкура хищника”     Выполнила: Хасанова Лариза Жорабековна Учительница родного башкирского языка и литературы муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения  средняя общеобразовательная школа с. Ялгыз­Нарат   муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан Темаһы: “Яуыҙлыҡты фашлау, шәфҡәтлелеккә саҡырыу” Н. Мусин “Йыртҡыс тиреһе” Төҙөнө:  Яңғыҙ­Нарат урта дөйөм белем биреү мәктәбе  муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһының  туған башҡорт теле һәм әҙәбиәтте уҡытыусыһы Хәсәнова Лариза Жорабек ҡыҙы Темаһы: “Яуыҙлыҡты фашлау, шәфҡәтлелеккә саҡырыу” Дәрес материалы: Н. Мусин. “Йыртҡыс тиреһе” Маҡсат:  1. Ноғман Мусиндың ижады менән танышыуҙы дауам итеү;  уның әҫәрҙәре  аша тәбиғәттең серҙәре  менән таныштырыу; 2. Балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ  уҡыу күнекмәләрен  нығытыу; 3. Балаларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Йыһазландырыу:Н.Мусиндың портреты, айыу һүрәте, А. А. Кузнецовтың  “Бөрйән айыу аулаусыһы”, Ҡ. С. Дәүләткилдеевтың “Һунарсы башҡорт”  картиналары,  дәрес буйынса презентация, таратма материал. Дәрес барышы 1. Психологик инеш: Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,                                         Уяналар ауыл, ҡалалар.                                         Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:                                         Хәйерле көн һеҙгә, балалар. 2. Маҡсатҡа   сығыу:  ­   Ҡәҙерле   уҡыусылар!   Бөгөн     беҙҙең   дәрескә ҡунаҡтар   килгән.   Бына   улар:   болан,   һуҫар,   ҡоралай,   айыу.   Уларҙы беҙгә,    һеҙҙең күптәнге  танышығыҙ,  Әбделнәғим  олатай  алып килгән. Был   геройҙарҙы   тыуҙырыусы,   әҙәбиәткә   алып   инеүсе,   һеҙҙең   менән таныштырыусы кем ул, балалар?  ­     Халыҡ   яҙыусыһы,   Салауат   Юлаев   премияһы   лауреаты   Ноғман Сөләймән улы Мусин. ­ Уға быйыл нисә йәш? ­ Яҙыусы тураһында нимәләр беләһегеҙ? (уҡыусылар алдан әҙерләнгән белешмә буйынса кыҫка мәғлүмәт бирәләр) ­ Уның тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?            3.   Төп   өлөш.   Маҡсатты   хәл   итеү:  –   Уҡыусылар,     ҡунаҡтарыбыҙ тураһында нимәләр беләбеҙ? Әйҙәгеҙ бергәләп иҫкә төшөрөп китәйек. ­ Улар ниндәй әҫәрҙәрҙән? “Етемәк болан балаһы”, “Ҡарағай башында бер төн”, “Татлы тамаҡ һуҫар”, “Ҡоралайҙар”. ­ Әйҙәгеҙ һәр йәнлекте тасуирлап үтәйек. Тиреһе бик матур һәм ныҡ.        Һуҫар – ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон нескә кәүҙәле йәнлек.  Ҡоралайҙар ­ оҙонлоғо — 100 – 150, бейеклеге 65– 100   сантиметр   булһа,   ауырлығы   60   килограмдан   артмай.   Ҡоралайҙар   ҙур аҡланлы, таулы һирәк урманда йәшәй. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. бәләкәй башлы, нәҙек аяҡлы етеҙ йәнлек.  Болан – күгелйем­һорғолт төҫтәге, оҙон муйынлы, томшоҡло, ҡеүәтле аяҡтарына бөтә табанына баҫып йөрөүсе эре йәнлек.    Айыу   –   оло,   ауыр   кәүҙәле,   ҙур   башлы,   оҙонса ­ Был йәнлектәр кайҙа йәшәйҙәр? ­ Ошо йәнлектәр араһында йыртҡысы бармы? (айыу) ­ Ни өсөн айыуҙы йырткыс йәнлек тип атайҙар?  Проблемалы һорау. ­ Йырткыс, йыртҡыслыҡ һүҙҙәренең мәғәнәһен нисек  аңлайһығыҙ?  Кешене йыртҡыс тип әйтә алабыҙмы? Бына ошо һорауҙарға  яуапты Ноғман Мусиндың “Йыртҡыс тиреһе” әҫәренән өҙөктө  уҡып  белербеҙ.  4.Әҫәр өҫтөндә эш.   Һүҙлек эше: Ләғәнәт ­ ҡарғыш Дуңғыҙ ­ сусҡа Төтәҫләп ­ яй янып ятҡан усаҡ Юламаны ­ яҡын барманы Сәмсел – дәртле, ялҡынлы Был һүҙҙәр әҙәби телдә осраймы? Юҡ, был һүҙҙәр нисек атала? Диалект һүҙҙәр­ ул әҙәби телгә яҡын, ләкин бер ерҙә йәшәгән халыҡтың  һөйләше. Әҫәрҙең өйҙә уҡылған өҙөгөн анализлау.  Төркөмдәр менән эш. 1­се эш: Һәр төркөм бер­береһенә өҙөктөр буйынса  һорауҙар бирә.  Беренсе төркөм. Һолтанбайҙың яҙмышы. Икенсе төркөм. Яуымбайҙың тормош юлы.  Төркөмдәргә өҫтәмә һорау: ­ Һолтанбай ҙа, атаһы Яуымбай ҙа нимә менән  шөғөлләнгәндәр?  2­се эш: Һунарсылыҡ – башҡорттарҙың төп шөғөлдәренең береһе булған.  Һәр төркөм телмәр оҫталыҡтарын күрһәтә, “Һунарсы” картинаһы төҙөй. А. А. Кузнецовтың “Бөрйән айыу аулаусыһы” һәм Ҡ. С. Дәүләткилдеевтың  “Һунарсы башҡорт” картиналары менән сағыштыра.  ­ Беҙҙең геройҙың яҙмышында һунарсылыҡ ниндәй роль уйнағанын ҡалған  өҙөктө уҡып белербеҙ. 5. Әҫәрҙе уҡыуҙы дауам итеү. Уҡытыусының уҡыуы.  6. Өҙөккә анализ яһау. Әҫәрҙең идея­йөкмәткеһен асыу. ­ Әҫәрҙе уҡығанда һеҙҙә ниндәй тойғолар уянды? ­ Был өҙөктө “Һуңғы һунар” тип атап буламы? Ни өсөн? ­ Ни өсөн әҫәр “Йыртҡыс тиреһе” тип атала? ­ Йыртҡыс һүҙенең мәғәнәһен аңлата алаһығыҙмы? Йыртҡыс һүҙенә  синонимдар уйлап әйтегеҙ. (йыртҡыс, яуыҙ, яман, уҫал) ­ Айыу йыртҡыс йәнлек тейҙек, ә кешене йыртҡыс тип әйтеп буламы? ­ Әҫәрҙә йыртҡыслыҡ проблемаһы ниндәй образдар аша асыла?  ­ Н. Мусиндың “Етемәк болан балаһы” әҫәрендәге “...Йыртҡыстан  ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең йыртҡыстан да  яманыраҡтары була шул...” тигән һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Был  һүҙҙәр беҙҙең әҫәргә лә тап киләме? Әҫәрҙең идеяһы: Яуыҙлыҡты фашлау, шәфҡәтлеккә саҡырыу. ­ Әҫәрҙәрҙәге ваҡиғалар ҡайҙа бара? (урманда) ­ Был әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә ниндәй тема бар? (тәбиғәт.) 7. Кластер төҙөү.                  Тәбиғәт                                   Урман ­ Ысынлап та,  Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең  матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына  ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман  Мусин – тәбиғәтте яратыусы, дан йырлаусы, уны һаҡларға өндәүсе  изгелекле кеше. 8. Рефлексив анализ. – Повестан нимәгә өйрәндегеҙ?                                         ­ Һунарсыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? 9. Йомғаҡлау. ­ Дәресте мин Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” әҫәренән  алынған матур һүҙҙәре менән тамлайым:  “Һай, урманым, урманым, күпте күргән урмандарым минең! Һинән башҡа ­  ерҙе, һинән айырып – һыуҙы, үҙем һулаған һауаны күҙ алдына килтереп  буламы? Һин юҡ икән – ерҙең йәм күрке юҡ; һин туплаған дым бөттөмө –  йылғалар ҡорой; һин шифалы һутыңды сәсмәнеңме – тыны ҡурылыуҙан әҙәм  заты ҡалмас ине”. 10. Дәрестә әүҙем ҡатнашыусыларҙы баһалап үтеү. 11.   Өй   эше.   1).   Бирелгән   план   буйынса   әҫәрҙең   йөкмәткеһен   һөйләргә әҙерләнергә. 2). Һолтанбайға ҡылыҡһырлама төҙөгөҙ.

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”

Урок по башкирской литературе. Тема: Нугуман Мусин “Шкура хичника”
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
07.05.2017