"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.
Оценка 5

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

Оценка 5
Мероприятия
docx
воспитательная работа
1 кл
14.05.2018
"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.
Сценарий проведения праздника "А ну-ка девочки!" посвященная к 8 марта среди девочек в 1б классе. В сценарии использованы стихи на башкирском, русском языке, игры. Различные конкурсы: приветствие, показ моды, а также девочки рассказывают о своей семье. Праздник сопровождается красивыми песнями и танцами, которые подготовили ученики 1б класса.
Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар.Сценарий.docx
Муниципаль район Бөрйән районы муниципаль дөйөм бюджет  учреждениеһы Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе Әҙерләне һәм үткәрҙе: 1б класс уҡытыусыһы  Әминева С.Р. 8 Март – Әсәйҙәр байрамы! 2018 йыл Маҡсат:            Матур һөйләү  күнекмәләрен үҫтереү; уҡыусыларҙың  һәләтен асыу,   үҫтереү;  әсәйҙәрҙе  ихтирам   итеү,яратыу  сифаттарын үҫтереү, тәрбиәләү; әсәйҙәрҙе мәктәпкә йәлеп итеү. Балаларҙы ата – әсәйҙәр менән берлектә тәрбиәләү бәйләнешен нығытыу.   Бүлмә байрамса биҙәлгән, шарҙар эленгән. Уҡытыусы: Нимә булған балаларға?  Бары ла тыныс, тыйнаҡтар.  Әллә килә микән хәҙер  Бик хөрмәтле ҡунаҡтар?       ­Киләме ветерандар?       ­Юҡ !          ­Киләме әллә генералдар?        ­Юҡ!        ­Киләме әллә бик почетлы         ­Баш ҡаланан адмиралдар?         ­Юҡ!   Ильнар. ­Иң яғымлы , иң ҡәҙерле, Һәр саҡ йомшаҡ бәғерле. Бик ярата кескәйҙәр Һаумыһығыҙ , әсәйҙәр! Уҡытыусы.  Һаумыһығыҙ   хөрмәтле   әсәйҙәр,   өләсәйҙәр.   Беҙ     һеҙҙе     ошо байрамда күреүебеҙгә ихлас күңелдән шатбыҙ. Һүҙҙе уҡыусыларға бирәм. Илмира ­Эй ,һөйөклө әсәйем! Һин минең берҙән берем. Байрам көнөндә әйтергә  Бар минең бик ҙур серем. Шым ғына әйтәйем микән? Ҡысҡырып әйтәйем микән? Килгән ҡунаҡтар алдында  Юғалып ҡалмаммы икән? Яратам мин ,әсәйем!­ Бына шул минең серем. Бәхетле бул, ҡайғы күрмә, Әсәйем , берҙән­берем! Артем Күмәкләшеп беҙ ҙә, дуҫтар Йырлап алайыҡ әле Ҡотло булһын, гөрләп торһон Әсәйҙәрҙең байрамы. Мәҙинә Яҙҙың беренсе байрамын 8 март тиҙәр Байрамығыҙ ҡотло булһын Бергә: Әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр! Илмир ­Кем күңеле тулған айҙай серле, Яҙҙар һымаҡ наҙлы, яғымлы? Шатлыҡтарын башҡаларға бүлеп, Ҡайғыларға түҙем,сабырлы? Арслан. Әсәкәйем, ҡәҙерлем тип Әйтәйек беҙ уларға Тырышайыҡ  гел  тәртипле  Һәм тыңлаусан булырға. Камила Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, Сал сәсле оләсәйҙәребез! Байрам менән ҡотлай бөгөн Һеҙҙе ул һәм ҡыҙҙарығыҙ. Байрас ­Кем донъяға кеше бүләк итә, Ә кешегә ­ яҡты донъяны? Тойғолары  ҡояш кеүек ҡайнар, Эретерлек гранит ҡаяны? Айнур     ­ Кем йылмая йәйге таң атҡандай, Балҡып китә шундуҡ тирә­яҡ? Нәфислеге гөлдәр һоҡланырлыҡ, Көләслектә уға тиңдәр юҡ? Әлиә Праздник мам. Восьмое марта, праздник мам, Тук­тук! — стучится в двери к нам. Он только в тот приходит дом, Где помогают маме. Мы пол для мамы подметем, На стол накроем сами. Мы сварим для нее обед, Мы с ней споем, станцуем. Мы красками ее портрет В подарок нарисуем. — Их не узнать! Вот это да! — Тут мама скажет людям. А мы всегда, А мы всегда, Всегда такими будем! Динис   ­Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй Изгелеге үлсәү тапҡыһыҙ. Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы:      Тормош йәме ­Әсәй, ҡатын­ҡыҙ! Динир    ­Һин, әсәйем, минең өсөн Был донъяла бер генә. Йылмайғанда йөҙҙәреңдән Бөтә өйгә нур бөркөлә. Элина Почему сегодня в школе Суета и шум, игам? Потому что, мы сегодня Поздравляем наших мам. Поздравляем с ярким солнцем, С песней птицы и с ручьем. Поздравляем с самым лучшим, Самым женским в мире днем! Инсаф   Иҫәнлек, һаулыҡ һорап Доға ҡылам. Әсәйемдән айырмаһын Берүк, Хоҙай! Айваз Много мам на белом свете Всей душой любят их дети Только мама есть одна, Всех дороже мне она. Кто она? Отвечу я: Это мамочка моя. Наҙгөл. Мы желаем мама нашим Никогда не унывать С каждым годом быть все краше И поменьше нас ругать. Арсен. Вам желаем, дорогие, Быть здоровыми всегда, Чтоб вы долго­долго жили, Не страея никогда! Сулпан  Пусть невзгоды и печали Обойдут вас стороной, Чтобы каждый день недели Был для вас как выходной. Денис. Мы хотим, чтоб без причины Вам дарили бы цветы, Улыбались бы мужчины Все от вашей красоты. Артур. Пусть для вас сияет солнце, Лишь для вас цветет сирень! И пусть долго­долго длится  Самый женский в мире день. Юлиә Бөгөн әсәйҙәр байрамы Йылмая бөтә ғаләм Мин бәхетле, ­әсәйем бар Ул беҙҙе һөйә, беләм. Уҡытыусы: Хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр һәм беҙҙең матур ғына ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙең   барығыҙҙы   ла   яҙҙың   иң   тәүге,   матур,   яҙ   һулышы   алып   килгән байрамдарының   береһе­8   март   менән   ҡотлайым.   Һеҙгә   тик   ҡыуаныстар, ныҡлы   сәләмәтлек,  ҡыҙҙарыбыҙға  –тырышып   уҡыуҙарын   һәм   ата­әсәйҙәрен бар   яҡтан   һөйөндөрөп   тороуҙарын   теләйбеҙ.   Уҡыусылар   әҙерләгән   йыр­ бүләкте ҡабул итеп алығыҙ.  Йыр “Әсәйемә” Уҡытыусы:  Бөгөн   беҙ   һеҙҙең   менән   “Йәгеҙ   әле,   ҡыҙҙар”   тип   аталған тамашаны   ҡарарға   йыйылғанбыҙ.   Был   конкурс   ҡыҙҙарыбыҙҙы   тағы   ла нығыраҡ дуҫлаштырыр, берҙәмләштерер тигән теләктә ҡалам.  Шулай   итеп   конкурсты   башлау   өсөн   ҡыҙҙарыбыҙҙы   класыбыҙҙың   түренә саҡырайыҡ.   (Фанфары  аҫтында ҡыҙҙарҙы малайҙар етәкләп алып сығалар, алдан жеребьевка үткәрелә) Уҡытыусы: Бергәләп байрам яһайыҡ Әйҙәгеҙ әле, ҡыҙҙар Һеҙгә ҡарап барыһы ла  Һоҡланышып торорҙар. Жюри ағзалары менән таныштырыу. Уҡытыусы: Һәр ярыш бит иң беренсе Танышыуҙан башлана Тиҙерәк сәхнәгә сығырға Минең ҡыҙҙар талпына Әйҙәгеҙ әле, ҡул сабып Ҡаршылайыҡ уларҙы Уңыштар теләп, ҡыҙҙарға Йәлләмәйек ҡулдарҙы. 1 конкурс.Таныштырыу. ­Ҙур рәхмәт ҡыҙҙар. 2 конкурс.Мода күрһәтеү.(Музыка уйнай) Әйҙәгеҙ әле, ҡыҙҙар Һеҙҙе бит сәхнә көтә Минең матур, сос ҡыҙҙарым Супер мода күрһәтә. Матур музыка аҫтында ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләгән кейемдәренән дефиле күрһәтәләр. Ә хәҙер килгән әсәйҙәр менән әҙерәк уйын уйнап алайыҡ. 8 әсәйҙәе сәхнәгә саҡырайыҡ.   Ошо   ҡағыҙҙарға   яҙылған   теләкте   уҡып,   шунда   яҙылған эште үтәргә тейешһегеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ   әҙерләнгәнсе   малайҙар   үҙҙәре   әҙерләгән   музыкаль   күстәнәсте һеҙгә бүләк итәләр. Малайҙар башҡарыуында флешмоб “Опа гангнам стайл” 3 конкурс. Минең ғаиләм. Бәхетле минең баласаҡ Әсәйем ҡосағында Мәңге –мәңге ут һүнмәһен Ғаиләбеҙ ҡосағында. Быйылғы 2018­се йыл Башҡортостаныбыҙҙа ғаилә йыл тип иғлан ителде. Беҙҙең   барыбыҙҙың   да   яратҡан   ғаиләһе   бар.   Хәҙер   минең   ҡыҙҙарым­ йондоҙҙарым үҙҙәренең ғаиләһе тураһында һөйләп китәсәктәр. Уҡытыусы.  Ҡыҙҙарыбыҙ   үҙҙәренең   ғаиләләре   тураһында   ҡайһылай   матур итеп һөйләп киттеләр. Афарин, матурҙарым. Уҡытыусы.  Бөгөнгө ярышта ҡыҙҙарыбыҙҙың һөйләүгә маһирлығын, сәхнәлә үҙ­үҙҙәрен тотоуҙарын, матур итеп әҙерләп килтергән кейемдәрен подиумда күрһәтеүҙәрен   ҡараныҡ.   Жюрилар   конкурсҡа   йомғаҡ   яһағансы ҡыҙҙарыбыҙҙың әҙерләгән  бейеү­бүләктәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.  Ҡыҙҙар башҡарыуында флешмоб. Уҡытыусы.  Беҙҙең   жюри   ағзалары   баһаларҙы   билдәләгәнсе   залда ултырыусылар   менән   бер   аҙ   уйын   уйнап   алайыҡ.   Һеҙ   әкиәттәрҙе   һәйбәт беләһегеҙ микән? Тикшереп ҡарайыҡ.  1.Ниндәй әкиәт геройын артыҡ ышаныусанлығы, тыңлауһыҙлығы  арҡаһында төлкө ашап ҡуя? (Йомро икмәк) 2.Өләсәйенә   тәмле­тәмле   бәлештәр   алып   барыусы   әкиәт   геройы?   (Ҡыҙыл ҡалпаҡ) 3.Әкиәттәрҙә осоп йөрөүсе ҡатын­ҡыҙ әкиәт геройы? (Мәскәй әбей) 4.Ниндәй әкиәттә ҡыҙыҡай ҡустыһын ҡарарға онота һәм уны ҡоштар урлай? (Ҡаҙҙар­аҡҡоштар) 5. Төлкө менән тораның дуҫлығы ни өсөн боҙолған? () 6.Һыу буйында йәшәгән ярлы ғына ҡартҡа байып китергә кем   булышлыҡ итә? (Алтын балыҡ) 7.Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?  8.   Ниндәй   әкиәт   геройҙары,   ҡурҡаҡ   булыуҙарына   ҡарамаҫтан,   бүреләрҙе ҡурҡытып ебәрәләр? (Һарыҡ һәм кәзә) 9.Әкиәттәрҙә күбеһенсә яуызлыҡ еңәме әллә изгелекме? 10.Бер әкиәттәге принцессаға нимә йоҡларға ҡамасаулай?(Борсаҡ) Уҡытыусы:   Конкурсты   йомғаҡлау   өсөн   ҡыҙҙарыбыҙҙы   сәхнә   түренә саҡырайыҡ. (Фанфары аҫтында ҡыҙҙар сәхнәгә сығалар) Ә хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек. Уҡытыусы. Беҙҙең “Йәгеҙ әле,ҡыҙҙар” исемле  ярышыбыҙ бик сәмле булды. Бәләкәй   булыуҙарына   ҡарамаҫтан   ҡаушап   ҡалманылар.     Әлбиттә, ҡыҙҙарыбыҙҙың  ҡатнашасаҡ конкурстары алда әле. Мин уларҙың барыһына ла “Афарин, ҡыҙҙарым” тип әйткем килә. Һәм ошо ярышҡа әҙерләүсе әсәйҙәренә ҙур рәхмәт әйтәһем килә.  Минең уйлауымса ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә лә оҡшағандыр бөгөнгө байрам.  Хөрмәтле әсәйҙәр һәм ҡыҙҙарым! Тағы ла берҙе 8 март менән. Бәхетле булығыҙ, теләгән теләктәрегеҙ торошҡа ашып ҡына торһон.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.

"А ну-ка девочки" сценарий праздника в 1б классе к 8 марта.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
14.05.2018