1- се уҡыусы
Алтын яуған көҙгө көндә
Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа
Әлифбаны ҡулға алдыҡ
Әй һөйөндөк шул саҡта
2 - уҡыусы
Ниндәй күңелле хәреф белеүе
Шул хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙө1 класс уҡыусылары үҙҙәренеү тәүге китабы Әлифба менән хушлаштылар .
Әлифба балаларҙы уҡырға , яҙырға өйрәтте . Балалар ата - әсәләргә белемдәрен күрһәттеләр. Бында тик шиғырҙарын ғына һалдым .
1.Батырхан:
Алтын яуған көҙгө көндә
Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа
Әлифбаны ҡулға алдыҡ
Әй һөйөндөк шул саҡта
Линара;
2.Әлифба,Әлифба,
Беренсе битеңде
Асҡан көн хәтердә
Зур бәйрәм шикелле.
Динаровна:
3. Хәҙер әсәй мин ҙур үҫтем
Уҡыйяҙа беләмен.
Әлифбаның шиғырҙарын
Яттан һөйләп бирәмен
4.Айсыуаҡ:
Күтәренке күңелле
Барыһы көләс, шат бөгөн!
Күктә ҡояш йылмая,
Йәшерә алмай шатлығын.
5.Ҡәҙриә:
Оло байрам бөгөн беҙҙә
Байрамдың да байрамы.
Ҡотло булһын, гөрләп торһон,Әлифбабыҙ байрамы.
6.Ильназ:
Йыр күтәрә күңелде,
Барыһы көләс, шат бөгөн.
Беҙҙең “Әлифба” байрамы,
Ҡотлағыҙ беҙҙе бөгөн. .
7.
Ниндәй күңелле хәреф белеүе
Шул хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөүе
Ҡыҙыҡ әкиәтте уҡыуы рәхәт,
Рәхмәт, әлифба, һиңә ҙур рәхмәт.
8.Арслан:
Әлифба, әлифба
Беренсе битеңде
Асҡан көн хәтерҙә
Ҙур байрам шикелле.
9.Яҙгөл :
Башланып китте уҡыуҙар
А тигән хәреф менән.
Атайҙарыбыҙ ҙа элек
Башлаған ана шунан.
“Әсәй” тип телем асылған,
Әсәй һөйгән, наҙлаған,Ҡайһыбыҙ һуң дәфтәренә
Ә хәрефен яҙмаған?
11.Карина:
Сәңгелдәгемдең төбөндә
Әсәй көйҙәр көйләгән.
Уҡый белмәгән саҡымда
Әкиәттәр һөйләгән.
12.Батырхан:
Хәҙер, әсәй, ҙур үҫтем,
Уҡый, яҙа беләмен.
Әлифбаның биттәрен
Ятҡа һөйләп бирәмен.
13.М.Камила:
Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе
Еткерәбеҙ бөтәбеҙ.
Оло ярҙамығыҙ өсөн
Башыбыҙҙы эйәбеҙ!
14.Илсиә
Әлифба тигән китапты
Ҡулыбыҙға алғайныҡ
Серле хәрефтәргә ҡарап
Бик аптырап ҡалғайныҡ.
А, ә хәрефен танырға
Уҡытыусым өйрәтте
Тик хәрефтәр шаян икән
Тыңлашмайса йөҙәтте.
15.ИлдусХәҙер инде бөтәбеҙ ҙә,
Хәрефтәрҙе беләбеҙ.
Матур, яғымлы һүҙҙәрҙе
Аҡ ҡағыҙға теҙәбеҙ.