Доклад.Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы.
Оценка 4.7

Доклад.Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы.

Оценка 4.7
docx
12.10.2023
Доклад.Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы.
доклад Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы.docx

УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫҢ  АВГУСТ  КӘҢӘШМӘҺЕ

 

 

 

Доклад.

 Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы.

 

 

                 

 

 

 

Сығышты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишембаева Светлана Наил ҡыҙы әҙерләне.

              Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы.

 

    Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә барған үҙгәртеп ҡороуҙар менән бергә йәмғиәтебеҙ тормошонда ла үҙгәрештәр күҙәтелә.Шуға бәйле кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераларына сәйәсәт,иҡтисад,хоҡуҡ,сәнғәт,дин,фән,мәғариф өлкәләрендә әҙәп,әхлаҡи тәртип һәм тәрбиә мәсьәләләре мөһим проблемаларҙың береһенә әйләнде.Билдәле булыуынса,әҙәп һәм әхлаҡ нормаларын этика фәне өйрәнә.                                                                                                                                            

Ниндәй булырға тейеш һуң мәҙәни телмәрле уҡытыусы,йә иһә уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы? Мин быны уҡытыусының уҡыусылар,ата-әсәләр,ғөмүмән,кешеләр менән аралашыуының башҡаларҙан мәҙәни үҙенсәлеге менән айырылып тороуы, тип уйлайым.                              

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,бөгөнгө көндә күптәрҙең тәрбиә,әҙәп кимәленең түбән булыуы,аралашыуҙың ябай ҡағиҙәләрен белмәүе,йә һанға һуҡмауы етди борсолоу тыуҙыра.Шуның өсөн дә тәрбиә нигеҙе һалынған ғаиләлә аралашыу,уҡыусы баланың төп ярҙамсыһы,терәге булған уҡытыусының телмәре әхлаҡи тәрбиә,әҙәп менән тығыҙ бәйләнештә торорға тейеш.    

Әҙәпһеҙлектең һәм тәрбиәһеҙлектең кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына алып барыуын көндәлек тормошта күрәбеҙ.Һәр ҡайһығыҙ үҙ тәжрибәгеҙҙән сығып,фекер йөрөтә алаһығыҙҙыр:аҙым һайын осрай торған вайымһыҙлыҡ,тупаҫлыҡ,әшәкелек шауҡымы,йөрәккә һыймаған асыу,бер ниндәй ғәйебе булмаған коллегаларға,уҡыусыларға барып етеүе ихтимал.Бына ошо ваҡытта күренә лә инде уҡытыусының әҙәплелеге,мәҙәнилеге.Ә әҙәп ҡағиҙәләре үҙеңдең һәм башҡаларҙың кешелек сифаттарын баһалауға,бер-береңде ихтирам итеүгә нигеҙләнгән.Уҡытыусы үҙен һәр ваҡлыҡтан азат,юғары мәҙәниәтле итеп күрһәтергә тейеш.                                                                                                     

Уҡытыусының ғүмере кешеләр менән осрашыуҙан һәм аралашыуҙан тора.Уларҙың ни рәүешле үтеүенә,күп ваҡытта кәйефебеҙ,үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ, ахыр килеп,эшебеҙ һөҙөмтәләре лә бәйләнгән.Әммә уҡытыусының аралашыу мәҙәниәте булдыҡлылыҡ,йыйнаҡлыҡ,теүәллек,иғтибарлыҡ сифаттарын талап итә.Ҡайҙа ғына булһаҡ та-урамдамы,эштәме,ҡырҙамы,тамаша залындамы юғары мәҙәниле,тотанаҡлы,әҙәпле кеше булып ҡалыуыбыҙ мөһим.                                 

 Уҡыусы һәм уҡытыусы... Ошо төшөнсәләр аша тормош бара,төрлө үҙгәрештәр кисерә.Уҡытыусының телмәр этикаһын да уҡыусынан башҡа ҡарауы ауыр.Һәр осорҙа был төшөнсәләр төрлөсә атап йөрөтөлгән:шәкерт һәм мөғәллим,һабаҡ алыусы һәм һабаҡ биреүсе,уҡыусы һәм уҡытыусы.Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә:береһе өйрәнеүсе,икенсеһе өйрәтеүсе сифатында йәшәй,эҙләнә,ижад итә.                

Һәр бала-асылмаған бөрө.Ана шул бөрө матур,күркәм сәскәгә әйләнһен өсөн иң беренсе сифатта йылылыҡ кәрәк.Уҡытыусы балаға йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш,ә йылы һүҙ күп мәғәнәне үҙ эсенә ала.Һәр уҡыусыға кеше итеп ҡарау мөһим.Уға асыҡ сырай,ышаныусан ҡараш,һәр ыңғай яҡтарын,бәләкәй генә уңыш-табышына ла ихтирамлы,баһалы мөнәсәбәт,туң күңелдәрҙе иретерлек дуҫтарса,тиңдәрсә,әсәләрсә йылы мөғәмәлә,хәстәрле тойғо,ҡанатландырыусы йылы һүҙ,өмөт сатҡыларын баҙлатыр ялҡын кәрәк.Әгәр был сифаттар уҡытыусыла юҡ икән,бала һәр саҡ асылмаған бөрө булып ҡаласаҡ.Бында уның мәҙәни телмәренең роле бик ҙур.Баланың күңеленә юл уға асыҡ сырай,иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт аша һалына.Һәр кем,оло кешеме ул,баламы,йылы һүҙгә мохтаж була.Халыҡта,йылы һүҙ-йән аҙығы,тип юҡҡа әйтмәйҙәр.Ҡысҡырып өндәшеү,юҡ- барға класташтары араһында йөҙөн йыртырлыҡ һүҙ әйтеү,бала дөрөҫ яуап бирмәһә,әрләп,уның ауыҙын ябыу,уҡыусы һәм уҡытыусы араһындағы мөнәсәбәтте киҫкенләштерә.Класта ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла,балаға ҡысҡырырға ярамай,юғары мәҙәниәтле уҡытыусы һәр ваҡыт үҙен тота,ҡулға ала белергә тейеш.                                                                                            

Тәрән һыулы йылға тын ғына аҡҡан кеүек,тәрән аҡыллы,кешелекле сифаттарға эйә булған уҡытыусы ла һәр саҡ үҙен тыныс тота,хатта берәйһе менән бәхәскә ингән саҡта ла үҙенең тыныс холҡо менән отасаҡ.Уҡытыусының тыныс,йомшаҡ телмәре,уҡыусы күңеленә сәскән изге орлоҡтар кеүек ята.Күңеле йомшаҡ кешенең рухи донъяһы ла бай була,ҡаты күңелле кешенең  яҡшы тәрбиәсе,яҡшы уҡытыусы булыуы шикле .Бындай уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы йә бөтөнләй булмай,йә бик һай була.               Мин үҙемдең сығышымды ошолай итеп тамамлайһым килә:милләтебеҙҙең йөҙө булған йәш быуынды бай,көслө рухлы,әҙәпле,белемле,юғары мәҙәниле итеп үҫтерә алһаҡ ине. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.            

 


 

УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫҢ АВГУСТ КӘҢӘШМӘҺЕ

УҠЫТЫУСЫЛАРҘЫҢ АВГУСТ КӘҢӘШМӘҺЕ

Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы

Уҡытыусының мәҙәни телмәр этикаһы

Бына ошо ваҡытта күренә лә инде уҡытыусының әҙәплелеге,мәҙәнилеге

Бына ошо ваҡытта күренә лә инде уҡытыусының әҙәплелеге,мәҙәнилеге

Уҡыусы һәм уҡытыусы... Ошо төшөнсәләр аша тормош бара,төрлө үҙгәрештәр кисерә

Уҡыусы һәм уҡытыусы... Ошо төшөнсәләр аша тормош бара,төрлө үҙгәрештәр кисерә

Класта ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла,балаға ҡысҡырырға ярамай,юғары мәҙәниәтле уҡытыусы һәр ваҡыт үҙен тота,ҡулға ала белергә тейеш

Класта ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла,балаға ҡысҡырырға ярамай,юғары мәҙәниәтле уҡытыусы һәр ваҡыт үҙен тота,ҡулға ала белергә тейеш
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
12.10.2023