Фән һәм ҡатын-ҡыҙ
Оценка 4.8

Фән һәм ҡатын-ҡыҙ

Оценка 4.8
doc
19.04.2024
Фән һәм ҡатын-ҡыҙ
Галлямова З.Р. Фән һәм ҡатын-ҡыҙ.doc

 

Фән һәм ҡатын-ҡыҙ

Бөгөн минең һүҙем изге теләктәр менән генә эш иткән, халҡым, милләтем, илем тип янып йәшәгән, ижадсы, тарих белгесе, тел һәм әҙәбиәт институты директоры булып эшләгән, фән докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова һәм уның ғаиләһе хаҡында.

Фирҙәүес Хисамитдинова ике өләсәй тәрбиәһендә үҫә. Олатайҙарының береһен бөтөнләй күрмәһә лә, икенсеһе 94 йәшкә тиклем йәшәй. Шуға күрә, үҙен тулы ғаиләлә, бәхетле үҫтем тип һанай. Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан һуғышҡа киткән ир-аттарҙың өстән бер өлөшө генә әйләнеп ҡайтҡан, шулар иҫәбендә, бәхетенә күрә, атаһы  ла була. Атайлы булғас, ҡайһы бер ғаиләләргә ҡарағанда "самауырлыраҡ" йәшәгәндәрҙер, тип уйлайым. Кемдеңдер самауыры булһа ла, ул заманда янына ҡуйырлыҡ йүнле аҙығы етмәгәндер. Инәһенең күмер әҙерләүен, самауырға һалып йомортҡа бешереүен йылы тойғолар менән генә хәтерләй… Дөйөм алғанда, сәй табыны - һәр ғаиләне үҙ-ара беркетеп торған символ һымаҡ.  Балалар, аталары ҡайтмайынса, олаталары ултырмайынса, өҫтәл артына йыйылмағандар. Элек тәртип шулай булған. Хәҙер генә ул, йүгерешеп, ҡабаланып, һәр кемебеҙ төрлө ваҡытта, аяҡ өҫтө тигәндәй тамаҡ ялғайбыҙ.

 Фирҙәүес Хисамитдинова туғандары, һеңле, ҡусты, уларҙың ғаиләләре менән ҙур сараларға ғына тулыһынса йыйыла торған булғандар. Ә инде үҙенең ғаиләһе - ике улы, килендәре, ейәндәре, һәр шәмбе Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының йортонда сәй табыны артында осрашҡандар. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, ейәндәре өләсәләренә күрше ауылда йәшәгән кеүек ял һайын килеп йөрөһөндәр, тип уйлаған ул. Шуның өсөн һәр аҙнаның аҙағында ата-әсәләре балаларҙы өләсәләренә килтереп ҡалдырып киткәндәр. Ҡалған көн атамаларын урыҫса әйтһәләр ҙә, бәләкәс кенә саҡтарынан аҙнаның был көнөн "шәмбе" тип өйрәнгәндәр. "Шәмбе ҡасан етә?" - тип көтөп йөрөгәндәр. Өләсәләренә  килеп йыуаса, коротло аш ашап, әкиәт тыңлап, ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшеп ҡайтҡандар.

Фирҙәүес Хисамитдинова ғаиләһендә балалары тик башҡорт телендә генә аралашҡандар. Балалары  телде белеп үҫһен өсөн бар көсөн һала. Нурҙың ғаиләһендә был өлкәлә ҡыйынлыҡ булмай. Килене Әлиә - яҙыусы Әмир Әминевтың ҡыҙы, башҡортса таҙа аралаша. Икенсе киленен туған телендә һөйләшергә өйрәтергә тура килә. Башҡорт ҡыҙы булһа ла, үҙе генә түгел, әсәһе лә ғүмер буйы ҡалала йәшәгәнгәме,башҡорт телен белмәй . Улын сакырып ала ла: "Әсәйең бөтә республикаға туған телегеҙҙә аралашығыҙ, тип аҡыл һата, ә үҙенең ейәндәре башҡортса белмәҫме икән?" - ти. Тимур шул әйткәнде күңел төбөнә һалып ҡуя. Бер саҡ Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы улына ҡунаҡҡа килһә, өйҙәрендә бөтә ерҙә башҡортса һүҙҙәр яҙып эленгән була. Хәҙер килене иркен һөйләшә, хатта башҡаларҙы төҙәтеп ебәрә. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы элеккесә "апельсин" тиһә, ул "әфлисун" ти,  "колбаса" тиһә, ул "тултырма" ти. Ҡыуанып бөтә алмай, афарин, килене лә өйрәнә, улын да өйрәтте. Малайҙары Таймас таҙа һөйләшеү буйынса бөтәһен дә уҙҙырып ебәрә. Бының менән ни әйтергә теләйем: ҡала шарттарында ла башҡорт телен өйрәтергә, һаҡларға мөмкин. Ни бары теләк кенә кәрәк.

Бөгөнгө көндә башҡорт рухының, башҡорт теленең яҙмышы ғаиләлә хәл ителә. Беҙгә бер кем дә: "Бына һеҙгә мәктәп, балалар баҡсаһы", - тип тормаясаҡ. Мәктәптә уҡытылған ике-өс дәрес нимә генә бирһен инде ул. Ысынында тел ғаиләлә өйрәтелергә тейеш. Мәрйәм Бураҡаева кеүек һәр ата-әсә: "Урыҫ- сағыҙҙы ишектең теге яғында ҡалдырығыҙ", - тип торһа икән ул… Өйөңдә башҡортса һөйләшһәң, башҡорт рухы үҙенән-үҙе һалына.

Малайҙарына Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы бәләкәй саҡтарынан үҙ милләтенән генә кәләш алырға тейештәр тип һендерә. Шуға бәйле ҡыҙыҡ хәлде һөйләр булған ул: « Улдарыма 5-6 йәш самаһы ине. Ҡарламандағы һеңлемдән ҡайтып килгәндә, сираттағы станцияла вагонға бер ғаилә инде. 4-5 йәшлек кескәй ҡыҙҙары ла бар. Улдарым менән бер урыҫ бабайы (үҙе лә олатай кеше, күрәһең, бәләкәй балалар танһыҡ булғандыр) юл буйы һөйләшеп килгәйне. Ҡыҙыҡайҙы күргәс, бабай: "Вот вам и невеста!" - тип йылмайҙы. Малайҙарымдың береһе ҡаш аҫтынан ғына ҡараны ла: "Она нам не невеста!" - тимәһенме? Ҡарт та, мин дә аптырап киттек.

"Почему? Она вам не понравилась? Смотрите какая красивая, какой у нее роскошный бант" - ти бабай. "Она русская!" - тине кемеһелер. Шул саҡ теге ҡы- ҙыкай: "Я не лусская, я - таталка!" - тип яуап бирҙе! Минең улдарым - башҡорт теле белгесенең балалары, үҙ милләтен белеүҙәре ғәжәп түгел, ә был кешеләр - станцияла йәшәгән ябай ғаилә. Туған телен һанламағандарға ошо ғаиләне үрнәк итеп ҡуям, Бәләкәй сактарынан балаларға ҡайһы милләт вәкиле булыуын һеңдереп үҫтерергә кәрәк».

 Фирҙәүес Хисамитдинованың гел "5"-кә генә уҡырға тигән маҡсаты булмай. Балаларынан да быны талап итмәй ул. Хатта "1"-ле алғанын да  иҫләй.

Әлифба осороноң аҙағында атаһы Фирҙәүес ҡыҙының нисек уҡырға өйрәнеүен тикшереп ҡарарға була. Бер-бер артлы барлыҡ текстарҙы ла "шытырлатып" уҡый ҡыҙы. Атаһы тәүҙә ҡыуанып иғтибар итмәһә лә, аҙаҡ ҡыҙының китапҡа ҡарамауын күреп ҡалған. Баҡһаң,ҡыҙы хәреф танымаған, һүрәт буйынса нимә яҙылғанын, хәтере яҡшы булғас, һүҙмә-һүҙ иҫләгән. Атаһы хәрефтәрҙе айырым һорай башлағас – ҡыҙы белмәй бит инде. Шулай, хәтер арҡаһында әлифба осорон бер хәреф тә өйрәнмәйенсә гел "5"-тәр алып үткәргән ул. Уҡытыусыға был хәлде атаһы еткергәс, ул да ныҡлап өйрәтергә тотона. Шунан башлана Фирҙәүестең көн дә "1"-ле, "2"-ле алып ҡайтыуҙары

Фирҙәңес педучилищела ла, институтта ла спортсы була.

Аэроклубҡа йөрөй. Ауыл балалары физик яҡтан көслө бит. Саңғыһында ла елдерә, йүгерә лә. Волейбол уйнарға ярата. Уҡыу тип кенә баш баҫып ултырмай.

Училищела саҡта уҡ аспирантураға барасағын белә ул, ҡыҙҙар менән үҙ-ара серләшкәндә, аспирантура тамамлайым, кейәүгә сығам, бер юлы игеҙ бала табам да, артабан фән менән булышам, тип хыяллана торған булған, шул теләге Хоҙайҙың "Амин!" тигән сағына тура килгәндер, барыһы ла тап шулай тормошҡа аша.

Маҡсатка ынтылыш тигән сифат була. Училищенан һуң күпмелер ваҡыт мотлаҡ мәктәптә эшләргә кәрәк була. Уҡыуҙы юғары уҡыу йортонда дауам итергә бер генә кешегә юллама бирелә ул осорҙа. Барыһы ла был юллама Фирҙәүескә  булыр тип уйлай , тик уны икенсе ҡыҙға тапшыралар. Ә Фирҙәүескә Әбйәлил районының Салауат ауылына уҡытырға барырға йүнәлтмә тотторалар. Кәйефе төшә. Әбйәлилдең ул ваҡыттағы РОНО мөдиренә барып хәлен һөйләй. "Ағай, бына һеҙгә эшкә ебәрҙеләр, ә минең артабан уҡығым килә", - ти ул. Изге күңелле кеше булып сыға етәксе. "Ярай, - ти ул, - уҡырға инә алмаһаң, ҡайт үҙебеҙгә, Салауат ауылы һине көтәсәк". БДУ-ға килгәс, ҡағыҙҙарҙы ҡабул итеүсе мәрйә уға: "Училищенан юлланмағыҙ булмағас, беҙ һеҙҙе уҡырға алмайбыҙ", - тип кире бороп сығара. Бесәнде ташлап килгән ҡыҙҙың кәйефе төшә. Әбйәлил яғы, ғәҙәттә, Магнитка йәки Белоретка йөрөй, шунлыҡтан, Өфөнө йүнләп белмәй Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. БДУ-нан сыҡҡас, урам буйлап төшөп китә. Шулай аңғармаҫтан БДПИ-ға барып сыға. "Бәхетемде һынап ҡарайым әле", - тип инеп китә.          Йәш кенә ҡыҙҙар документ ҡабул итеп ултыра. "Һеҙҙең бер генә әйберегеҙ етмәй - элек уҡыған ерегеҙҙән характеристика",- тиҙәр. Шуны алып килерһегеҙ тип, ҡалған документтарын алып ҡалалар. Юғары уҡыу йортона юлланма алмағас, ҡыҙҙа был документ булмай. Белорет педучилищеһына бара, әммә унда характеристика бирмәйҙәр. Нимә эшләргә белмәй, Белорет урамында аптыранып тороп ҡала. Бында яҡын тирәләге ауылдарҙа йәшәгән һәр башҡорт ғаиләһенең "белеш"тәре була. Китә урам буйлап теге "белеш" тәргә. Ҡараһа, таныш мәрйә апай ҡаршына үҙе килә. Уға зарын һөйләй: "Тапҡанһың ҡайғы", - ти был. Музыка мәктәбенең директоры булып эшләгән икән. Фирҙәүескә характеристика яҙып, шул уҡыу йортоноң мисәтен һуғып бирә ул. Ҡурҡып ҡына алып килһә лә , педагогия институтында уны уҡып та тормайынса алып ҡалалар. Артабан имтихандарҙы тапшырып, ниһайәт, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы студент булып  китә.

БДПИ-ла рус теле һәм әҙәбиәте белгесенә уҡыһа ла башҡорт теле һөйләштәре менән шөғөлләнә башлай. Ҡыҙыҡһыныуы педучилищела Инйәр буйы башҡорттары менән бергә уҡыған осорҙан уҡ килә. Шуларҙың һөйләше буйынса Р.Х. Халикова етәкселегендә мәҡәлә яҙып, Мәскәүгә Бөтә Рәсәй конференцияһына заявка ебәрә. Күп тә тормаҫтан, саҡырыу килеп төшә. Ул ваҡытта IV курста уҡыған була. Проректор командировка биреп, дәртләндереп оҙата. Педагогик вузда телмәр мәҙәниәте буйынса дәрестәр алғас, конференцияла оҫта сығыш яһай, оялсан да булмай ул... Докладтарҙы тыңлаған ғалимдарҙың береһен дә белмәй ул. Рус филологияһында белем алғас, шәреҡселәрҙе лә хәтерләмәй. Унда А.Н. Кононов, Н.А. Баскаков, Ә.Р. Тенишев, Д.F. Тумашева, Т.М. Fарипов кеүек билдәле ғалимдар йыйылған була, үҙ-үҙенә шикләнмәйенсә уҡый докладын.

 Тәүәккәллек - ярты бәхет.

 Әҙһәм Рәхимович Тенишев, ошо конференцияның ойоштороусыһы, Советтар Союзы төркиәтселәр комитетының етәксеһе, сығыштан һуң янына килә лә: "Һеҙ оспирантмы, вуз уҡытыусыһымы?" - ти. Аптырап та тормай : "Студент!" – тип яуап бирә. "һеҙгә мотлаҡ артабан уҡырға кәрәк", - ти ул. Шулай итеп, фәндәге тәүге аҙымдарында Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙын билдәле кешеләр дәртләндереп тора. Артабан тап Ә.Р. Тенишев Мәскәүгә аспирантураға урын алып, уны уҡырға саҡыра. Ул осорҙа аспирантураға барып эләгеү еңелдән булмай.

Ауылдан килгән йәштәрҙе шулай аҙ ғына дәртләндереп, ярҙам итеп тороусылар булһа, бирешмәй улар. Сөнки ауып кешеләрендә сәм, көрәш тойғоһо көслө. Шул уҡ ваҡытта оялыу, тартыныу ҙа бар. Үҙенең ҡул аҫтында эшләгән йәштәргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша.  Ауылдан сыҡҡан өс аспи- рантты Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы ярты ставкаға эшкә ала. Һәр кем өмөтлө йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙһа, сауаплы эш башҡарыр ине, ти ул.

Хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы йәш фән белгестәрен торлаҡ менән тәьмин итә, йәғни сертификат бирә. Йәштәр үткер, эшлекле. Программа утыҙ йәшкә тиклемгеләр өсөн ҡаралған. Шулай итеп, беҙҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған йәш ғалимдарҙың торлаҡ менән проблемаһы юҡ. Элекке осорҙа, әлбиттә, улай булмаған. Бик күптәр фатирһыҙ интегә. Шуға, етәксе булараҡ, торлаҡ, эш урыны булдырыу кеүек ауырлыҡтарҙы хәл итергә тырыша Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы.

Директорға, һәр кемгә кеүек үк, сослоҡ кәрәк. Һорамаһаң, бер кем дә ҡулыңа килтереп тоттормай. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Мәскәүгә йыш йөрөй. Аралаша, институтты, фәнни эштәрҙе күрһәтергә тырыша. Йәштәргә килгәндә, төрлө программаларҙа, гранттар алыуҙа ҡатнашырға өндәй, мәжбүр итә, ҡайһы саҡта әрләп тә эшләтә. һөҙөмтә бар. Йәштәр даими сит илдәргә фәнни конференцияларға, симпозиумдарға йөрөйҙәр, китаптар сығаралар.

 "Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур бәхет - әсәй һәм өләсәй булыу".

 Гүзәл зат ниндәй генә уңыштарға өлгәшһә лә, йәки, киреһенсә, ауырлыҡтар осоро килеп тыуһа ла, ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй функцияларын үтәүҙән туҡтамаҫҡа тейеш. Мәскәүгә аспирантураға киткәндә 6 айлыҡ ауыры була. Ҡәйнә менән инәһе ҡаршылаша, иптәше риза булмай. Шуға ҡарамаҫтан, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы юлға сыға. Уҡып сыҡһам, ғаиләмә, балаларыма артабан еңелерәк булыр, тигән фекергә килә ул.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы ниндәйерәк ҡәйнә булған икән?   Улдарының  ғаилә тормошона ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Килендәрем айырым йәшәргә тейеш, тип алдан уҡ әйтеп ҡуя үҙенә. Ни өсөнмө? Тәбиғәте менән ҡырыҫ, ҡаты кеше, ғүмер буйы етәксе булып эшләүе дә холконда сағылыш тапмай ҡалмағандыр. Килендәренең үҙ доньяһы, үҙ ғаиләһе, үҙ традициялары булырға тейеш, тигән уйға килә. Шуға ике улы ла айырым йәшәй. Туйҙан һуң береһе иҫке фатирҙарына күсә, икенсеһенә, өйләнгәс, шундай уҡ ике бүлмәле "хрущевка" алып бирә.

Ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙам итеп тора.Нурҙың улы менән йыл һайын шифаханаға йөрөйбөҙ,күмәкләп Венгрияға барып ҡайттыҡ.

"Тормоштағы төп бурысым - ҡатын- ҡыҙ бурысы"

 Ил инәһе, ике малай үҫтергән әсә булараҡ, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға үҙ- ҙәрендә ниндәй сифаттар тәрбиәләргә кәңәш бирерheгеҙ, тигән һорауға

Фирҙәүес Хисамитдинова: “Мин, ғәҙәттә, килендәремә кәңәш бирер булһам, ҡәйнә һүҙе итеп түгел, ә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ағзаһы һүҙҙәре тип ҡабул итегеҙ, тим. Әле лә, рөхсәт итһәгеҙ, ошо сифатымда яуап бирәм.

Ҡыҙҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү өлкәһендә эшләйһе эштәребеҙ күп. Миҫал өсөн, миңә атайым да, әсәйем дә: "Уҡы, кейәүгә сығып ҡуйма, ҡара уны", - тип ты- ҡып торҙо. Уҡыған ереңдә үҙеңә тиң йәш егетте ҡарап йөрө, тимәнеләр. Юлыңда осраған һәр кем менән сыуалыу, тигәнде аңлатмай был, әлбиттә. Әммә тап студент йылдарында үҙеңә иш табыу зарур.

Оҡшаған егетте үҙеңә ҡаратып алыу өсөн ҡыҙҙарға бер нисә сифат кәрәк: һығылмалылыҡ, йомшаҡ һүҙле, яҡты йөҙлө булыу, һөйгәнеңдән аҡыллыраҡ икә- неңде тойһаң да, үҙеңде өҫтөн ҡуймау. Ҡатын-ҡыҙға бер аҙ хәйлә лә ҡамасауламаҫ ине. Әсәйеңдәр һиңә быны бирә алмаған икән, был сифаттарҙы үҙең тәрбиәләргә, үҫтерергә тейешһең. Йәмғиәттең үҙгәреп китерен улар белмәгән бит.

Ошо уңайҙан, лаҡап иҫкә төштө. Бер яҙыусы ағайҙың бер нисә ҡатыны булған. Шунан, ҡайһы райондан ҡатын алайыҡ, тип һорайҙар икән унан. "Баймаҡ ҡатындары ирҙәрен әҙәмгә һанамай, Әбйәлилдекеләр эштән башка бер ни күрмәй, Учалыларға уйын- көлкө генә булһын, Дим буйҙары бигерәк хәйләкәр, бөрйәндәр - аҫтыртын", - ти икән. Мәҙәге мәҙәк, әммә, уйлап ҡараһан, дөрөҫлөгө лә бар һымаҡ. Ир- егеттәр биргән ҡылыҡһырламаларҙан сығып, ҡатын- ҡыҙҙы тәрбиәләүҙең боронғо ысулдарын өйрәнеп, ата-әсәләр өсөн ҡулланма эшләргә кәрәктер.Ҡыҙҙарыбыҙ ҡырыҫ беҙҙең. Үҙгәртергә кәрәк холоҡто»,- тип иҫәпләгән аҫыл ҡыҙыбыҙ...

Аталары менән аралашып торһалар ҙа, малайҙарын ул яңғыҙы тәрбиәләй. Ире менән күптән бергә йәшәмәйҙәр. Үҙе хәтерләүе буйынса, бергә йәшәгән саҡта иптәшемә минең менән ҡыйын булғандыр, тип хәтерләй ул. Тәбиғәттән килгән лидерлығы ғаилә тормошона зыян килтергәндер, тип уйлай. Ир-егеттәрҙең аңына тыумыштан "ғаилә башлығы, ҡурсалаусыһы булырға тейеш" тигән төшөнсә һалынған. Ҡатын-ҡыҙ яҡшы эш хаҡы алыуы ла ихтимал. Ул етәксе лә, руль артында ла… Был осраҡта, аҡыл менән эш итеп, өйҙә уға әсә һәм һөйөклө ҡатын булараҡ ҡарауҙарын онотмауын ҡыҙ балаға бәләкәй саҡтан уҡ әсәһе үҙ миҫалында күрһәтергә тейеш, тип һәр саҡ әйтер булған. Уларҙың ғаиләһендә тәрбиә башҡаса булған. Атаһы: "Минең ҡыҙҙарым ун егеткә торорлок!"- тип ҡупая торған булған. Хатта Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы игеҙ бала тапҡас атаһы: "Бына күрәһегеҙме, минең ҡыҙым игеҙ малай тапҡан! Шәп тә инде ҡыҙым!" - тигән. Кейәүен хуплап бер һүҙ әйтһәсе!

  Фиҙаҡәрлеге, холҡо яғынан

үрнәк булған ҡатын-ҡыҙ итеп Фирҙәүес Хисамитдинова пединститутта Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡованы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына килгәс, Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәксүтованы үҙенә өлгө итеп ала. Ул заманда ҡатын-ҡыҙҙар араһында салбарҙа йөрөүселәр һирәк була. Нәжибә апай, оло ғына булыуына ҡарамаҫтан, килешле итеп салбар кейеп, эшлекле башкорт ҡатын-ҡыҙы ҡиәфәтендә йөрөгән булған. Ауылдағы ғәҙәт буйынса, "Нәжибә апай" тиһәләр, "Ниндәй апай булайым? Нәжибә Хәйерзамановна тип өндәшегеҙ! Өйөмә ҡунаҡҡа килһәң, йәки урамда осратһаң, "апай" тип әйтерһең", - тип аңлатыр булған ул. Шул рәүешле ҡыҙҙарҙан эшлекле ҡатын-ҡыҙ, элита тәрбиәләргә тырышҡан. Асыҡ һәм тура һүҙле булып иҫендә ҡалған. Ҡайҙа эшләһә лә, уның кеүек үҙ эшенең оҫтаһы булырға тейешмен, тип һанай ул.

Эштә үткер, баш бирмәҫ диктатор булып күренһә лә, өйөндә, ғаиләһе янында бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгән ул. Иренә шундай ихлас мөғәмәлә күрһәткән, балаларына йылмайып ҡына торған ҡатын. "Өйөгөҙҙә хужа булып эшләүегеҙҙе онотоғоҙ" тигән һүҙҙәре иҫендә уйылып ҡала.

Малайҙарҙы тәрбиәләүҙә Сәбилә апай Сөләймәнова өлгө була, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы уның менән студент ҡына саҡта урамда таныша. Балаларым тыуғас биргән кәңәштәрен  файҙалана. Уның ғаиләлә ҡулланған тактикаһы бик уңышлы тип һанай. Малайҙары аша ирен, ире аша малайҙарын тәрбиәләгән ул.  Шул ваҡытта ике министр һөйләшеп ултырғанын белмәгәнбеҙҙер инде. Әйткәндәй, ул да   Белорет педучилищеһын тамамлаған.

 Ир министр менән ҡатын-ҡыҙ министр араһында айырма бармы? Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт кеүек иң аҡсаһыҙ өлкәләрҙә гүзәл зат министр булырға тейеш, тип уйлаған Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. Ни өсөнмө? Сөнки ул 5 мең һум ғына эш хаҡы алһа ла, шуны бүлеп, барыһына еткерергә тырыша. Институтта ла, мәҫәлән, тиненә тиклем һанап, алдан уйлап эшләргә әйрәнгән ул.. Ғинуарҙа грантты еңмәһәк, ошо китабыбыҙ декабрь айында сыҡмаясаҡ… Етәксе ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡул аҫтындағы коллектив - балалары кеүек. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙың урлашҡан осрағы һирәк. Әсәй кеше үҙе ашамай, иң тәүҙә балаһына бирә. Премия бүлгән саҡта, минеке, бына был кешеләрҙең эш хаҡы ҙур, ә йәштәрҙең йәшәр урындары юҡ, уларға кейенергә лә кәрәк, тип күберәк уларҙы ҡайғырта ул. Ирҙәр иһә улай уйлай белмәй. Ҡатын- ҡыҙҙа яуаплылыҡ көслө. Өйөндә яҡшы хужабикә, тотанаҡлы ҡатын, яғымлы әсәнең министрлыҡта ла эштәре насар булмаҫ, тип һанай ул. Ул һәр ғаилә ағзаһын хәстәрләп йәшәргә өйрәнә, шуға әҙ генә аҡсаны ла ғәҙел бүлеп, ярлы министрлыҡтар менән дә идара итә алыр ине.

Ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда һығылмалыраҡ тәбиғәтле, үҙгәрештәргә тиҙ яраҡлаша, заман менән бергә йәшәй. Мәҫәлән, ул үҙен бер ваҡытта ла замандан артта ҡалғанмын тип иҫәпләмәй. Сөнки ҡатын-ҡыҙға тәбиғәт тарафынан һәр нәмәгә тиҙ яраҡлашыу сифаты бирелгән. Дипломатия ла ҡатындарҙа ир-атҡа ҡарағанда күберәк. Шул уҡ ваҡытта, әгәр хужа ҡатын-ҡыҙ икән, урынбаҫарҙары ир-ат булырға тейеш. Гармония өсөн, тип кәңәш биргән ул.

Министр вазифаһында эшләгәнендә тәүге компьютерҙарҙы башҡорт лицей, гимназияларында уҡығандарға тараттыра ул.. Ундағы балаларҙың күптәре - ауылдан килгән. Бер класлыҡ компьютерҙар комплекты артып ҡалғас, уларҙы үҙен депутатлыҡҡа тәҡдим иткән Мәһәҙи ауылына (Бөрйән районы) тапшырырға була. Шул "яҡты" фекер башыма килгәндә был мәктәптең директоры министрлыҡта булып сыға. Һөйөндөрәм быны, тип яңылығымды әйтһәм, ул : "Фирҙәүес Ғилметдиновна, беҙгә, бәлки, трактор бүләк итерһегеҙ? Ныҡ кәрәк…" - ти! Шунда ул заманда ауыл мәктәптәренә компьютерҙан бигерәк, техника кәрәклеген аңлап ҡала. Шунан һуң, Бөрйән мәктәптәренә автомобиль, автобус, тракторҙар бүлдертә. Республика үҙ килемен Мәскәүгә ебәрмәгән саҡта беҙҙең мәғариф министрлығы ла бай була шул.

Фирҙәүес Хисамитдинова үҙе эшләгән осорҙа институтта тап Интернет, компьютер ярҙамында телде өйрәтеү, үҫтереү менән шөғөлләнгән Зиннур Сиражетдинов етәкселегендәге республикалағы берҙән- бер лаборатория эшләй. Унда онлайн дәрестәр эшләнгән.

Ырымдар, магия тураһында китаптары.  Фирҙәүес Хисамитдинова: пединститутта ун йыл эшләү дәүерендә студенттар менән экспедицияларға йөрөй. Береһен дә ҡалдырмай. Шул осорҙа йыйылған барлыҡ материалдарын  китаптар итеп сығара. 212 йыл "Башҡорт ми-

фологияһының аңлатмалы һүҙлеге"н баҫтыра.

Материал йыйыуҙа зирәк, хәтерле ауыл халҡы актив ҡатнаша. Учалы районы Миндәк ауылында йәшәгән Мәрхәбә апай ҡыҙыҡһынып китеп,Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы өсөн халыҡтан бик күп ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыя. Дауаханала ятҡанында, ҡунаҡҡа барғанында, әбейҙәрҙән кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алып йөрөгән. Хәҙер ул мәрхүмә . Яҙмаларын айырым китап итеп баҫтырып сығарырға тигән уй барлыҡҡа килә. Венгрияла шундай китаптарҙы күп күрә ул. Мәсәлән, шул-шул инәйҙең һөйләгәндәре, шул-шул кендек әбейенең хәтирәләре, тигән китаптар. Ҡыҙыҡ бит? Төрлө инаныуҙар, йолалар, ауыҙ-тел хазинаһы беҙҙә лә ошо рәүешле халыҡҡа еткерелһә, насармы ни? Халыҡтан йыйылған байлыҡ, ата-бабалар мираҫы халыҡҡа ҡайтырға тейеш, тип китап итеп баҫтырып сығара.

Яҙыусыларҙың ижадындағы мифологияға ла мөрәжәғәт итә. Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Әмир Әминев әҫәрҙәре ҡыҙыҡ була был юҫыҡта. Мифологик ҡараш, фекерләү беҙҙең халыҡта бик көслө бит. Әммә Сыңғыҙ Айытматов кимәлендә мифологияға ҡороп яҙылған повесть-романдарыбыҙ әле юҡ,-тип һығымта сығара ул. Артабан ун томлыҡ һүҙлек  өҫтөндә эшләй, уға барлыҡ һүҙҙәрҙе лә индерергә тырышалар. Был диалект, иҫкергән, сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр..

         Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы төрлө ерҙәрҙә эшләп өлгөргән кеше. Пединститутта декан дәрәжәһенә тиклем, мәғариф министрлығында - министр, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында - директор, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендә, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзында рәйес, депутат… Ҡайҙа эшләүе ҡыҙығыраҡ булды икән?

Фирҙәүес Хисамитдинова тәбиғәте менән барлыҡ яңылыҡты, үҙгәрештәрҙе ҡабул итә торған "асыҡ" кеше. Шуның өсөн ҡайҙа эшләһә лә , яратып эшләгән, ҡыҙығын да таба торған булған.

«Һәр эштә профессионал булырға кәрәк. Һөнәреңдең оҫтаһы икәнһең, ҡайҙа булһа ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршылаясаҡтар… Үҙенде лә ышаныслы тотасаҡһың. Кеше һине ихтирам менән ҡабул итәсәк»,-тип ҡабатлар булған. Мәғариф министрлығына эшкә килгән тәүге доктор була ваҡытында. Докторлыҡты пединститутта эшләгән осорҙа уҡ яҡлай. Шунлыҡтан, уның һүҙенә етди ҡарағандарҙыр, ҡолаҡ һалғандарҙыр. Мәҫәлән, 1997 йылда башкорт-төрөк лицейын ябыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, республика етәкселеге менән осрашып, лицейҙың ҡаҙаныштарын күрһәтә башлай ул: ҡарағыҙ әле, бына шундай уңыштары бар, шундай тәртипле балалар, олимпиадаларҙа еңгәндәр… Республиканың беренсе президенты Мортаза Fөбәйҙулла улы тыңлап ултыра ла: "Ярай, һин профессор кеше, үҙең беләһендер, эшлә!" - тип ҡуя ахырҙа. Доктор, профессор булыуы, тимәк, үҙ эшен практик яҡтан ғына түгел, ғәмәли яҡтан да белеүе реформалар эшләргә, уларҙы уңышлы үткәреүҙә ярҙам иткән.

Министр урынынан "башкиризация" үткәрә, тип алып ташлағас, әсәһенең (инәй тип әйтәләр), ябай ғына һүҙе был ситуацияны еңел генә үткәрергә, стрессҡа бирелмәҫкә ярҙам итә Ул - ғәҙәти ауыл ҡатыны, ни бары IV класс белеме була, шуға ҡарамаҫтан, ни тиклем аҡыллы булыуына ғәжәпләнергә була. Уға әсәһе: "Атаң ҡалдырып киткән урын түгел, ана, китаптарың бар, уҡы ла, яҙ ҙа ултыр", - тип әйтә… Шул һүҙҙәрҙән һуң, ысынлап та уға еңел булып ҡала. Сәй эсә лә, буласаҡ конференцияға доклад яҙырға ултыра… Ғөмүмән, демократия осорона тура килә уның министр булараҡ эшмәкәрлеге. 90-сы йылдар башы. Студенттар менән бергә факультет асалар, митингыларға йөрөйҙәр, төрлө саралар үткәрәләр. Фирҙәүес Хисамитдинова ял көндәрен нисек үткәргән ?

 Йәкшәмбе көн ейәндәре менән төшкә тиклем паркта йөрөй, уйнайҙар, унан һуң тағы ла фәнни эштәргә сума. Директорлыҡтан тыш, ғалимә Хисаметдинова бурысы ла атҡарылып барырға тейеш тип уйлай ул. Эш урынында фән менән шөғөлләнергә ваҡыты булмай. Өйҙә, төн, ял көндәре иҫәбенә эшләргә тура килә уға. Мөмкинлек сығыу менән - өҫтәл артына. Ижад кешеһе шулай булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Отпускының ҙур өлөшөн ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра. Ҡыш рәхәтләнеп яҙа.

Кеше киләсәк тип йәшәй. Балалары булһа, улар өсөн тырыша. Ғүмергә мәғәнә биреүсе, өмөттө һүндермәйсә тотоп тороусы сығанаҡ кәрәк. Балаларына киләсәктә еңел булһын өсөн кеше үҫергә, карьера эшләргә тейеш.   

 

 

 

 



Фән һәм ҡатын-ҡыҙ Бөгөн минең һүҙем изге теләктәр менән генә эш иткән, халҡым , милләтем, илем тип янып йәшәгән, ижадсы, тарих белгесе, тел һәм әҙәбиәт…

Фән һәм ҡатын-ҡыҙ Бөгөн минең һүҙем изге теләктәр менән генә эш иткән, халҡым , милләтем, илем тип янып йәшәгән, ижадсы, тарих белгесе, тел һәм әҙәбиәт…

Килене Әлиә - яҙыусы Әмир Әминевтың ҡыҙы, башҡортса таҙа аралаша

Килене Әлиә - яҙыусы Әмир Әминевтың ҡыҙы, башҡортса таҙа аралаша

Я не лусская, я - таталка!" - тип яуап бирҙе!

Я не лусская, я - таталка!" - тип яуап бирҙе!

Ярай, - ти ул , - уҡырға инә алмаһаң, ҡайт үҙебеҙгә,

Ярай, - ти ул , - уҡырға инә алмаһаң, ҡайт үҙебеҙгә,

Д.F. Тумашева, Т.М. Fарипов кеүек билдәле ғалимдар йыйылған була , үҙ-үҙенә шикләнмәйенсә уҡый доклады н

Д.F. Тумашева, Т.М. Fарипов кеүек билдәле ғалимдар йыйылған була , үҙ-үҙенә шикләнмәйенсә уҡый доклады н

Гүзәл зат ниндәй генә уңыштарға өлгәшһә лә, йәки, киреһенсә, ауырлыҡтар осоро килеп тыуһа ла, ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй функцияларын үтәүҙән туҡтамаҫҡа тейеш

Гүзәл зат ниндәй генә уңыштарға өлгәшһә лә, йәки, киреһенсә, ауырлыҡтар осоро килеп тыуһа ла, ҡатын, әсәй, ҡәйнә, өләсәй функцияларын үтәүҙән туҡтамаҫҡа тейеш

Йәмғиәттең үҙгәреп китерен улар белмәгән бит

Йәмғиәттең үҙгәреп китерен улар белмәгән бит

Ауылдағы ғәҙәт буйынса, "Нәжибә апай" тиһәләр, "Ниндәй апай булайым?

Ауылдағы ғәҙәт буйынса, "Нәжибә апай" тиһәләр, "Ниндәй апай булайым?

Мәҫәлән, ул үҙен бер ваҡытта ла замандан артта ҡалғанмын тип иҫәпләмәй

Мәҫәлән, ул үҙен бер ваҡытта ла замандан артта ҡалғанмын тип иҫәпләмәй

Венгрияла шундай китаптарҙы күп күрә ул

Венгрияла шундай китаптарҙы күп күрә ул

Министр урынынан "башкиризация" үткәрә, тип алып ташлағас, әсәһенең (инәй тип әйтәләр), ябай ғына һүҙе был ситуацияны еңел генә үткәрергә, стрессҡа бирелмәҫкә ярҙам итә

Министр урынынан "башкиризация" үткәрә, тип алып ташлағас, әсәһенең (инәй тип әйтәләр), ябай ғына һүҙе был ситуацияны еңел генә үткәрергә, стрессҡа бирелмәҫкә ярҙам итә
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
19.04.2024