Контрольные работы по башкирскому языку для 5 класса по четвертям

  • Контроль знаний
  • docx
  • 24.02.2017
Публикация в СМИ для учителей

Публикация в СМИ для учителей

Бесплатное участие. Свидетельство СМИ сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Сборник контрольных работ предназначен для 5 класса предназначен для учителе башкирского языка. Данные разработки доступны и направлены для самостоятельного выполнения. Для вас, коллеги, подобраны разные задания, обхватывающие все виды работ и знаний учащихся. Проверка и контроль знаний обязательная форма работы. Удачи!Контрольные работы по башкирскому языку предназначены для 5 класса
Иконка файла материала 5 кл.docx
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең V    класы өсөн   контроль эштәр   Контроль диктанттар Октябрь (I сирек) Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта “батҡаҡ айы” тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. ( 57 һүҙ.) Шыршы турғайҙары (II сирек) Һеҙҙең ҡыш көнө урманда булғанығыҙ бармы? Йәмле лә һуң ҡышҡы урман! Айырыуса шыршы һәм ҡарағайҙар күркәм булалар. Уларҙың ботаҡтарында матур булып ҡар ята. Бейек шыршыларҙың ботаҡтарында оялар күргәнегеҙ бармы? Унда шыршы турғайҙары оя яһайҙар. Улар сатлама һыуыҡтарҙа ла геү килеп уйнайҙар. Шыршы турғайҙары шыршы тубырсыҡтарыныңорлоғон ашайҙар. Улар ҡыш көнө бала сығаралар. (54 һүҙ.) Ағиҙел буйында (III сирек) Беҙҙең Айтыуған ауылы Ағиҙел буйында урынлашҡан.Йылғаның аръяҡ ярында йүкә,муйыл ағастары үҫә.Унда ҡуҙғалаҡ, бөрлөгән, гөлйемеш береһе артынан береһе өлгөрөп кенә тора. Яҙ етеү менән,Ағиҙел шаулай, ярҙарынан сығып, йәйелеп аға.Боҙ киткәс, пароходтар йөрөй башлай. Йәй Ағиҙел һайыға. Ә көҙ көнө йылға өҫтөнән теҙелешеп торналар, өйрәктәр оса. Улар көньяҡҡа юл тота. ( 52һүҙ.) Ялда (IV сирек) Көн кискә ыңғайланы. Күлдә бер тулҡын әҫәре лә юҡ. Балыҡ ҡаптырыр өсөн иң уңайлы ваҡыт. Күл эсендә төрлө-төрлө урында ете-һигеҙ кәмә күренә. Кәмәләргә таш бәйләп, якорь һалып ҡуйғандар. Балыҡсылар балыҡты һыуҙан тартып сығарып ҡына торалар. Ҡармаҡҡа алабуғалар, эре-эре сабаҡтар эләгә. Күл ситендә усаҡтар яна. Ҡатын- ҡыҙҙар балыҡ һурпаһы бешерәләр. ( 50 һүҙ.)Йыллыҡ диктант Тыуған яҡтар     Һәр кем үҙенең тыуған яғы менән ғорурлана. Ул кешегә матур  ҙа, күркәм дә булып күренә. Ҡайҙа ғына булмаһын, кеше үҙ ерен  һағына. Кешеләр тыуған ерҙәре, ауылдары, һыуҙары тураһында  бик күп йырҙар ижад иткән. Ситтә йөрөгәндә туғандарыңды ғына  түгел, ауылдағы һәр кешене, хатта тирәктәрҙе лә, ҡыуаҡлыҡтарҙы ла һағынаһың. Кеше тыуған ерен яратып ҡына ҡалмай, уның  йәмен дә арттыра, байлыҡтарын да, тәбиғәтен дә һаҡлай. (64 һүҙ.)