Мифтахетдин Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
Оценка 4.9

Мифтахетдин Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»

Оценка 4.9
docx
16.03.2024
Мифтахетдин Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
Познакомить обучающихся с жизнью и творчеством М.Акмуллы и содержанием стихотворения «Башкиры мои, надо учиться!» Увеличить словарный запас учащихся. Развивать устную и письменную речь. Пробуждать желание говорить на родном языке, проявлять любовь к языку и предмету.
башҡорттарым, уҡыу кәрәк М.АҠМУЛЛА .9 КЛАСС.docx

                    БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КРАСНОКАМА РАЙОНЫ                          МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ  «ЯҢЫ АҠТАНЫШБАШ АУЫЛЫ

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҠАТНАШЫУСЫ НУРҒӘЛИЕВ ХӘНӘФИ  НУРҒӘЛИ УЛЫ ИСЕМЕНДӘГЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ»                                                               МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тема: Мифтахетдин Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»

 

Маҡсат: 1. М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы, уның  

              «Башҡорттарым,уҡыу    кәрәк! »шиғырының  йөкмәткеһе менән

               танышытырыу;

                2. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу,  һөйләү һәм яҙма

               телмәрен үҫтереү;  

                3. Туған телдә һөйләшергә  теләк уятыу, телгә ҡарата һөйөү   

               тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу: шағирҙың портреты, магнитофон яҙмаһы, һүҙҙәр яҙылған карточкалар, раскладушка, китаптар күргәҙмәһе.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                          Дәресте үткәрҙе: башҡорт теле

                                                                          һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                          Әкбәрова  Инзилә  Салауат  ҡыҙы.

 

 

 

14  декабрь,   2023 йыл.

 

 

   Дәрес барышы.

 

I.                 Ойоштороу мәле.

·        Һаумыһығыҙ, балалар!  ­ 

         Һаумы, ҡояш!

­         Һаумы, дуҫым! ­

         Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

·        Хәйерле иртә! 

(Ә хәҙер  уҡыусылар әйҙәгеҙ  килгән  ҡунаҡтарҙы  сәләмләйбеҙ!)

 

1.     Уҡыусылар,  әйҙәгеҙ  әле  кәйефтәребеҙҙе  баһалайыҡ,  бөгөн  һеҙ  ниндәй  кәйефтә  икәнһеҙ) 

 

2.     СМАЙЛИКТАР    КҮРҺӘТЕҮ.

 

3.     Афарин! Ә хәҙер яратҡан шиғырыбыҙҙы ҡабатлайыҡ! 

Башланып китте дәрес,

 Беҙ матур  ултырабыҙ.

 «4»ле, «5»ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Әйе, һәр дәрестә тырышып уҡып, 4,5 билдәләре генә алырһығыҙ, тип уйлайым. 

 

ИҢ  ТӘҮҘӘ  ЭШТЕ БАШЛАҒАНСЫ, БЕҘ  ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН  ХӘҘЕР  АРТИКУЛЯЦИОН  КҮНЕГЕҮҘЕ  БАШҠАРАБЫҘ. 

ТЕЛДӘРҘЕ  ШЫМАРТЫП  АЛАБЫҘ!!!

(АРТИКУЛЯЦИОН  КҮНЕГЕҮ)

 

 

II. Телмәргә фонетик күнегеү.

 Ға­ға­ға­әйҙә, киттек урманға,

Шә­шә­шә­урманда еләк бешә.

Ле­ле­ле­ауыҙ итәйек әле,

Ге­ге­ге­ҡалай тәмле еләге. ­

 

Күнегеү өҫтөндә бергәләп эшләп алайыҡ әле.  (Хор менән, берәмләп уҡыу).

 

 

 

 

 

 

 - Бөгөнгө дәресте Ф.Рәхимғолованың шиғыр юлдары менән башлайһым килә.

Слайдтағы  шиғырҙы уҡыу.

 ­ Ә хәҙер слайдҡа ҡарайыҡ!

        

Бик йәштән үк ата йортон

Мәжбүр булдың ташларға,

Халыҡтар араһына сығып,

Яңы тормош башларға.

Эй,Аҡмулла,Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла.

 

-Был шиғыр кемгә арналған?

-Аҡмуллаға.

- Ә кем ул Аҡмулла?

-башҡорт  халыҡ Шағиры, мәғрифәтсе,уҡытыусы, һүҙ  оҫтаһы,  сәсән.

 

Тимәк  бөгөнгө  дәресебеҙ  кем тураһында буласаҡ????

 

-Дөрөҫ, халҡыбыҙҙың ғорурлығы, аң-белемгә, дөрөҫлөккә, иманға әйҙәүсе шағир ул. Дәрестә  беҙ  шағирҙың тормош  юлына  һәм ижадына байҡау яһаясаҡбыҙ. 

 

Бөгөн беҙ Аҡмулла тураһында белем алырға йыйылдыҡ. Аҡмулла һеҙҙең дә күңелдәрегеҙгә инеп  алыр, тип уйлайым!

 

                                                                                             

II.             Яңы  тема  өҫтөндә  эш.

Ә  хәҙер  уҡыусылар  дәфтәрҙәрҙе  асабыҙ, бөгөнгө  числоны теманы яҙып ҡуябыҙ.

 

III. ӨЙ  ЭШЕ.  КАРТОЧКАЛАРҘАН  УҠЫУ.(УҠЫУСЫЛАР СЫҒЫШЫ).

- Хәҙер  ДАНИР  шағирҙың  биографияһы менән таныштырасаҡ. Иғтибарлы  булығыҙ,  ул  һөйләп  бөткәс, һорауҙарға  яуап  бирәсәкһегеҙ.(уҡыусының  һөйләүе)

1.Ҡайҙа  һәм  ҡасан  тыуған?

2.Ҡайҙарҙа  уҡый?

3.Нисәнсе йылда үлә?

4.Аҡмулла һүҙе нимәне аңлата?

 

      Башҡорт   халыҡ   шағиры  Мифтахетдин   Аҡмулла  1831   йылдың   14   декабрь айында Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12- се Башҡорт кантоны Күл иле -Мең волосы (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған.

       

      Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм  Әнәс  ауылдары мәҙрәсәләренә  йөрөп  уҡый

      Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә  Троицк өйәҙенең Һарыҫтан ауылы янында үлтерелә. Мейәс Заводы ҡасабаһының (хәҙерге Мейәс ҡалаһының) мосолмандар зыяратында ерләнгән.

       

      Нисек   уйлайһығыҙ,   уны   ни   өсөн   Аҡмулла   тип   йөрөткәндәр? (Уҡымышлылығы,   тура   һүҙле,   сәсән   телле   булғаны   өсөн   халыҡ   уны Аҡмулла тип атай. Аҡмулла­ ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел кеше тигән һүҙ). –

      Профессор Әхнәф Харисов Аҡмулла Салауаттан һуң беренсе тапҡыр үҙ халҡына,   башҡорттарым,   тип   ихлас   күңелдән   өндәшә,   уны   айырыуса мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра. 

      Бөгөн   дәрестә   Мифтахетдин   Аҡмулланың           «Башҡорттарым,   уҡыу кәрәк!»  шиғыры менән танышасаҡбыҙ. 

 

      Аҡмулла  - ул   халҡыбыҙҙың   ғорурлығы,   аң-белемгә,   дөрөҫлөккә,   иманға әйҙәүсе  шағир ул.

 

- Аҡмулланың  шиғырҙары, ижады , яҡты исеме халыҡ күңелендә  мәңге  ҡала. 1981 йылда  Миәкә районының  Туҡһанбай ауылында  Аҡмулланың йорт-музейы асыла. 1989 йылда Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Был премия әҙәбиәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренән  15 кешегә бирелде. Иң беренсе премия яҙыусы  Рәшит  Шәкүргә тапшырылды. Өфөлә Башҡорт Дәүләт педагогия университеты Аҡмулла исемен йөрөтә.

-

ЯЛ  МИНУТЫ

 

Хәҙер, уҡыусылар, ошо схеманы тултырып ҡарайыҡ

 

 

Тыуған йылы, урыны                                        Белем алған уҡыу йорттары

 

Әҫәрҙәре                                                        Исемен  мәңгеләштереү

 

- Мифтахетдин Аҡмулла С.Юлаевтан һуң беренсе булып үҙ халҡына ”Башҡорттарым” тип мөрәжәғәт итә. Уны белемгә, һөнәргә эйә булырға саҡыра. Бөгөн беҙ уҡыясаҡ шиғыры ла кешелекте аң-белемгә ынтылырға саҡыра.

 

Уның визит- карточкаһы булып йөрөгән “Башҡорттарым,уҡыу кәрәк”тигән шиғырын тыңлайыҡ. (уҡытыусының тасуири уҡыуы)

- Ишетеүегеҙсә шиғырҙың йөкмәткеһе бик ауыр. Күп һүҙҙәр ғәрәп, фарсы теленән ингән. Шиғырҙы аңлау өсөн ошо һүҙҙәргә иғтибар итәйек.

 

    Һүҙлек эше.

Наҙан – безграмотный

Аңғыра – невежда

Илтифат ит – обрати внимание

Уҡыуҙалыр шәрафәттәр – в знании – сила

Афәт – бедствие, смерть

Әүлиә - ясновидящий

Кәрамәт – чудо

Ырыҫ – счастье

Жәләл булыр –хорошо будет

1)    Һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан хор менән уҡыу.

2)    Сылбырлап уҡыу.

3)    Рус теленән тәржемә итеү.

4)    Һүҙбәйләнештәр төҙөү.

 

1)     УҠЫТЫУСЫ  ШИҒЫР УҠЫЙ.

2)   УҠЫУСЫЛАР КУПЛЕТ МЕНӘН  УҠЫЙҘАР

Сылбырлы уҡыу.

 Өлөштәргә бүлеп тасуири уҡыу. (Был шиғырҙың урыҫса тәржемәһе лә бар, уның менән дә таныштырыу).

 

1.     Был   шиғырҙы   уҡып   нимә   аңланығыҙ?  

2.     Шағир   беҙҙе   нимәгә   өндәй?  

3.     Был шиғырға ҡараған ниндәй мәҡәл бар?

 

Һығымта:   Әйе,   уҡыусылар,  «Күп   уҡыған­күп   белә»,   тигән   мәҡәл   дә   бар. Белемһеҙ   кеше   һыуҙа   ла   йөҙә,   күктә   лә   оса   алмай.  Шуға   беҙҙең  төп бурысыбыҙ ­ уҡыу, белем алыу.

 

   Шиғырҙы тәржемә итеү.

- Ә хәҙер шиғырҙы үҙ аллы уҡып сығығыҙ, тәржемә итергә әҙерләнегеҙ.

- 1-се дүрт юллыҡты мин тәржемә итәм.

- Ә хәҙер 2-се дүрт юллыҡты бергәләп тәржемә итәйек.

- Ҡалған шиғырҙы икешәр юлын үҙегеҙ тәржемә итегеҙ.

 

- Хәҙер уйын уйнап алайыҡ. Миндә шиғырҙың русса тәржемәһе бар.

Мин бер юлды уҡыйым,ә һеҙ башҡортсаһын эҙләп табығыҙ. (һайланма уҡыу)

 

- Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса  һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.

а) Наҙандарҙы ниндәй хайуан менән сағыштыра?

б) Белемдең файҙаһы нимәлә?

в) Уҡыған кешегә донъяла нисек?

г) Ҡасан өн төш була ала?

 

- Белем- ғилемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай тәрән фекерле ниндәй һөйләмдәрҙе билдәләргә була?

- «Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк»

-«Белемлелек арыҫландан көслө батыр»

-«Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек»

 

 

 Карточкалар менән эш.

Бирелгән таблицала мәҡәлдәрҙең башы менән аҙағын тура килтерергә.

  Мәҡәлдәр менән эш.

 

Уҡыу -

беләм – мең һүҙ.

Белмәйем – бер һүҙ,

белеме бар меңде йығыр.

Белмәү ғәйеп түгел,

энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу.

Беләге бар берҙе йығыр,

белергә теләмәү ғәйеп.

Белемле кеше

1.     ҡәҙере бар.

 

Белеме барҙың

1.     юғалмаҫ.

 

 

 

- Уҡыусылар ошо шиғырҙың  һүҙҙәренә яҙылған фонояҙманы тыңлап ял итеп алайыҡ.(фонояҙманы тыңлау).

- Ә хәҙер кемдең хәтере яҡшы икәнен белеү өсөн, һеҙгә ике минут эсендә оҡшаған дүрт юллыҡты ятларға тәҡдим итәм. (ике баланың һөйләүен тыңлау)

 

- Шиғырҙың исеменә әйләнеп ҡайтайыҡ. Автор кемдәргә өндәшә? Ә текста ул тағы ниндәй өндәш һүҙ ҡуллана? (Туғандар).

- Автор башҡорттарға нимә кәрәк, ти?(уҡыу)

 

- Уҡыу, белем тураһында бер һөйләм яҙығыҙ. (тикшереү,тыңлау)

- Шулай итеп, Аҡмулла нимәгә өндәй?

- Белем алыу тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

(Уҡыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу.

Белемлелек-яҡтылыҡ,наҙанлыҡ-ҡараңғылыҡ.)

 

 IV. Йомғаҡлау

- Аҡмулла – ысын мәғәнәһендә ҙур шиғыр оҫтаһы, үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған бөйөк әҙиптәрҙең береһе.

- Дәресебеҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтегеҙ әле, был дәрес һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

- Хәҙер бәләкәй генә йомғаҡлау тесын тәҡдим итәм. Үҙ аллы эшләү.

      Тест.

1) М.Аҡмулла ҡайҙа тыуған?

А) Ырымбур өлкәһендә

Б) Силәбе өлкәһендә

В) Миәкә районында

 

2) “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының төп идеяһы:

А) уҡырға өндәү

Б) көрәшкә саҡырыу

В) мөхәббәтте данлау

 

3) ”Ғилем” һүҙенең синонимы:

А) белем

Б) дан

В) эшлеклелек

 

4) Белемле кеше булыр өсөн нимә кәрәк?

А) аҡса

Б  ваҡыт

В) ихтыяр көсө

Г) компьютер

 

5. Кешегә дөрөҫ юлға баҫырға кем ярҙам итә?

А) дәүләт

Б) хоҡуҡ һаҡлаусы органдар

В) кеше үҙе

Г) дуҫтар

Д) ғаилә.

 

 

Ә хәҙер мин дә һеҙгә Мифтахетдин Аҡмулла ижатына бағышлап яҙылған шиғырҙы  уҡып ишеттерәм.

Күңелем түрендә Аҡмулла!

Аҡмулла ижады һис ҡасан

Онотолмаҫ халҡым телендә:

Хурлыҡты фашлаған, дуҫлыҡты аңлатҡан,

Яҡты нур халҡына таратҡан.

Ҡәрҙәшлек һәм дуҫлыҡ тарихи хәтерҙе

Кешелек намуҫын ҡуҙғатҡан.

Бәхетле киләсәк һәр кемгә теләгән

Шуға ла халыҡты уҡырға өндәгән.

Аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа әйҙәгән аҡ мулла.

Хаҡлыҡҡа өйрәткән хаҡ мулла.

Халыҡтың рухын үҫтергән Аҡмулла

Мәңгегә күңелдә һаҡланыр Аҡмулла!

 

Ҡәҙриә Ниғәмәйева.

 

IV. Дәресте йомғаҡлау.  ­Дәрес башында әйтеп үтеүемсә, Аҡмулла минең генә түгел, һеҙҙең  күңелдәрегеҙгә лә ингәндер. Ул беҙҙе белемгә өндәй, тәүфиҡлы, әҙәпле булырға  саҡыра.  ­ Республикала уның исемен мәңгеләштереү буйынса нимәләр эшләнгән(Яуаптар).

 

VI.Уҡыусыларҙың  дәрестәге эшен  баһалау.

 

Кемдәр дәрестә бик һәйбәт эшләнеләр? –

 Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

- Кем иптәшен маҡтарға теләй?

Баһаларҙы көндәлеккә ҡуйыу.

 

 

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башкиры мои, нужно учение!
 

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Башкиры мои, нужно учение, нужно учение!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Меж нами много невежд, учение редко,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Как боятся глупого медведя на Урале,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Эй, братья, так надо бояться невежества!

 

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,

Обрати внимание: в учении почет,

Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.

От незнания идут большие несчастья.

Уҡығандар күккә осор, һыуҙа йөҙөр,

Кто учился, взлетят в небо, будут плавать в воде,

Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.

Нет в этом сверхъестественного, чудес.

 

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,

Кто учился, тому в этом мире будет величие,

Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.

Запретные многие вещи дозволенными станут.

Ырыҫ-дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

Если хочешь открыть родник благополучия,

Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

Наука-ремесло единственным способом будет.

 

Алтынға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

К шести единицу добавив, число десяткой не станет,

Сәғәтте алда бороп, төн көн булмай.

Часы вперед переведя, ночь днем не станет.

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

Образованность – сильнее льва батыр.

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Не оседлав ее, твой сон явью не станет.

 

 


 

Скачано с www.znanio.ru

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КРАСНОКАМА

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КРАСНОКАМА

Дәрес барышы. I.

Дәрес барышы. I.

Бөгөнгө дәресте Ф.Рәхимғолованың шиғыр юлдары менән башлайһым килә

Бөгөнгө дәресте Ф.Рәхимғолованың шиғыр юлдары менән башлайһым килә

Башҡорт халыҡ шағиры

Башҡорт халыҡ шағиры

Исемен мәңгеләштереү - Мифтахетдин

Исемен мәңгеләштереү - Мифтахетдин

Был шиғырҙы уҡып нимә аңланығыҙ? 2

Был шиғырҙы уҡып нимә аңланығыҙ? 2

Беләге бар берҙе йығыр, белергә теләмәү ғәйеп

Беләге бар берҙе йығыр, белергә теләмәү ғәйеп

А) аҡса Б ваҡыт В) ихтыяр көсө

А) аҡса Б ваҡыт В) ихтыяр көсө

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
16.03.2024