Общешкольное мероприятие ко Дню Победы в Великой Отечественной войне на башкирском языке( 7-8 класс)
Оценка 4.6

Общешкольное мероприятие ко Дню Победы в Великой Отечественной войне на башкирском языке( 7-8 класс)

Оценка 4.6
Мероприятия
docx
воспитательная работа +1
Взрослым
26.02.2017
Общешкольное мероприятие ко Дню Победы в Великой Отечественной войне на башкирском языке( 7-8 класс)
Автор: Хасанова Алсу Катифьяновна, учитель башкирского языка и литературы МБОУ ООШ д.Новые Казанчи МР Аскинский район РБ Мероприятие посвящено памяти павших во время Великой Отечественной войны, а также ныне живущим ветеранам, испытавшим ужасы войны. Цель мероприятия: воспитание чувства гордости за свой народ, победивший в войне; уважительного отношения к ветеранам.Данное мероприятие посвящено памяти павших во время Великой Отечественной войны, а также ныне живущим ветеранам, испытавшим ужасы войны.
Онотолмаҫ һуғыш йылдары.docx
Онотолмаҫ һуғыш йылдары Етәксе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы (Һалмаҡ көй яңғырай) 1-а.б. Яҙҙар үтеп, йәмле йәйҙәр килде Тыуған яғым күмелде сәскәгә, 41- ҙең йәйен халыҡ ҡаршылай Ҙур өмөттәр бағлап киләсәккә. 2-а.б. Аҡ болоттар өйөрөн тирбәтеп Йылы елдәр талғын иҫтеләр. Ҡояш нуры менән биҙәлешкән Күбәләктәр осоп үттеләр. 1-а.б. Шул иртәлә бесән сабыу өсөн Ауыл халҡы сыҡты болонға Күмәкләшеп, өмә яһап эшләй- Шундай ғәҙәт борон- борондан. 2-а.б. Һыҙғаныулы ҡулда тырма, Эх, ул йәшел бесән еҫтәре… Эшкә дәрт һәм ҡулға дәрт бирә Тыуған яҡты яратыу хистәре. Миләүшә.Ҡыҙҙар, егеттәр, арытып китте лә баһа, әйҙәгеҙ, күңел асып алабыҙ. Бергә: Эйе шул.Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. Бейеү. Левитан тауышы яңғырай. Был хәбәрҙе “Свящкенная война” йыры күтәреп ала. Һалдаттарҙы һуғышға оҙатыу күренеше. Алмаз. Ни өсөн был вакытта һуң был һуғыш, Һабантуй ҙа итеп булманы бит. Унан игендәрҙе урып-йыяһы бар ине. Ни өсөн шулай ваҡытһыҙ башланды? Ильвир.Нисек инде ул шундай ҡыҙыу эш ваҡытында һуғыш башлайҙар? Башында мейе бармы был германдарҙың? Альмир. Иптәштәр, был һуғыш ҡанлы, ҡорбанлы булыр. Ә һеҙ ебеп төшмәгеҙ. Колхозды үҙебеҙ төҙөнөк, шуны һаҡлағыҙ. Рүзил. Бер-берегеҙгә ярҙамлы булығыҙ. Дилбәр. Бына йәнем иҫтәлегем булһын.(Ҡулъяулыҡ бирә.) Миләүшә. Һау бул, улым, ситкә ос һин, Бәхет яуһын юлыңа. Ауылың өсөн тыныс бул һин, Әсәң ҡала урыныңа. Ыласындай кыйыу осоп, Дошманды ҡыу иленә. Йәшен ташы булып ос һин, Ос һин фашист өҫтөнә. Сәләм хатың килгән һайын, Байрам күлдәк кейәрмен. Минең улым батырҙарса Бурысын үтәй тейәрмен. Альмир. Тыуған илдән алып китте Суйын юлдың таҡыры ла Өҫтөмдәге аҡ күлдәгем Кәфен булыр ахыры Илвир. Эх, шулай йырлайҙар ти мени. “Хат көтөү” күренеше “Журавли” көйө. (Ауыл өйө. Ҡатын- ҡыҙҙар ойоҡбаш бәйләй. Фатыйма бер тәҙрәнән- бер тәҙрәгә ҡарап йөрөнә.) Ҡатнашалар: Мәҙинә: Әсәй Фатыйма: Мәҙинәнең килене Хәҙисә: Күрше Хат ташыусы ҡыҙ. Йыр “Герман көе” “Священная война” көйө (-) 1-а.б. Һуғыш… Меңләгән ҡала емерелә, ер йөҙөнән гөрләп торған ауылдар юҡҡа сыҡҡан, шау сәскәгә күмелгән баҡсалар янып көлгә әйләнгән. Кот осҡос һуғышҡа беҙҙең ауыл ерлегенән … яҡташыбыҙ киткән һәм уларҙың бары тик … тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға насыйп булған. 2-а.б. Эйе… Барлыҡ ир- егеттәр һуғышҡа китәләр, ауылда ҡарттар, ҡатын- ҡыҙҙар, балалар ҡалалар. Ә тормошто алып барырға кәрәк ине- игенен дә игергә, балаларҙы ла ас- яланғас итмәҫкә, һуғыш ҡырына икмәген, ҡоралын да оҙатырға… Хәҙисә: Мәҙинә, малайыңдан бер ҙә хәбәр алғанығыҙ юҡмыни һуң? Мәҙинә: Юлдан ғына бер хат яҙған ине, шунан һуң бер хәбәр ҙә булманы. Әнә киленебеҙ ҙә йәнен ҡайҙа ҡуярға белмәй, бик ҡайғыра. Хәҙисә: Һуғыш бит инде ул , Мәҙинәкәйем, шулай ҙа бер хәбәр булмай ҡалмаҫ әле. Мәҙинә: Белмәйем инде… Әнә, гел күңелһеҙ хәбәрҙәр генә ишетелә. Яраланған килеш дошман ҡулында ҡалған һалдаттар ҙа бик күп тип һөйләйҙәр. Фатыйма: Ул ҡәҙәр үк өмөтһөҙләнмәйек әле, әсәй. Мәҙинә: Үлгәндер инде, үлгәндер. Яҡындарының күңеленә ауыр булмаһын тип әйтмәй торғандарҙыр әле. Бынабыл ойоҡбашты ла барлыҡ йән йылымды һалып улыма тип бәйләнем. Хәҙисә: Эйе, беҙ һәр беребеҙ, ауылдағы барлыҡ яңғыҙ ҡалған әсәләр, улдарыбыҙға һәм фронттағы ирҙәребеҙгә ойоҡбаш- бәйәләйҙәр бәйләнек. Ошо йән- йылыбыҙҙы биреп бәйләгән әйберҙәр уларға көс- кеүәт биреп торһон ине. Мәҙинә: Амин, шулай булһын. Хәҙисә: Ирҙәр һуғышта булғас ауыл тып- тын ҡалды, кистәрен гармун, йыр тауыштары ла ишетелмәй. Мәҙинә: Йыр тигәндән беҙҙең киленебеҙ бик матур йырлай бит. Әйҙә, Фатыйма ҡыҙым, бер күңелде йыуат әле. “Һағыныу” йыры. (Хәҙисә менән Мәҙинә күҙ йәштәрен һөртәләр.) Хәҙисә: Киленең эшкә генә түгел, йыларға ла оҫта икән. Рәхмәт, ҡыҙым. (Ишек шаҡыйҙар.) Фатыйма: Әсәй, әсәй хат ташыусы креп килә беҙгә, бәлки шатлыҡлы хәбәрҙәр алып киләлер. (Тыштан ишетелә: Фатыйма апай, һеҙгә Илһам ағайҙан хат бар, иң тәүҙә һеҙгә килдем.) Фатыйма: Эй рәхмәт яуғыры. Әсәй Илһамдан хат бар. Мәҙинә: Уҡы, ҡыҙым, тиҙерәк уҡы, ни яҙған икән? (Фатыйма хат уҡый.) “Һаумыһығыҙ, минең өсөн яҡын, ҡәҙерле, ғәзиз тыуған яҡтарҙа йәшәп ятыусы, әсәйем, һөйөклө Фатыймам. Һеҙгә һағыныслы ҡайнар сәләмдәр ебәреп фронттан Илһам хат яҙа. Сәләм барса тыуғандарға, күршеләргә һәм мине һорағандарға. Һөйөклө әсәйем, сәләмәтлегең нисек? Фатыймамдың эштәре нисек бара? Ауылда ниндәй яңылыҡтар бар? Бына тағы йәмле яҙҙар етә. Һеҙҙең менән күрешеү көндәрен түҙемһеҙлек менән көтәм. Тиҙҙән, бик тиҙҙән дошманды еңеп, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырбыҙ.” Илһам тауышы:(2-а.б). (Земянка көйө.) Хуш, аҡыллым, һуңғы сәләмемде Юллайым һиңә елдәр арҡылы, Барһын һиңә ҡайнар сәләм булып Йөрәгемдең һүнмәҫ ялҡыны. Бик күңелем булыр еңеп ҡайтып, Ҡосаҡлашып йылы күрешеү; Өмөт, йәнем, болай шәп шәбен дә, Ләкин… һуғыш уйын түгел шул! Хуш, аҡыллым, әгәр ҡайта алмаһам, Яраланып юлда йығылһам, Йөрәгемдә һаҡлап ялҡынымды, Аҡрын- аҡрын тәнем һыуынһа, Хуш, аҡыллым! Һуңғы минутта ла Мин уйлармын һинең турала. 1-а.б. Ут әсеһе тойоп ҡайғы кискән, Хаҡлыҡ күңеле тәрән яралы. Нәфрәт уты бөркөп һулыш ала Үс алыу бит уның ҡарары. 2-а.б. Дәхшәт ҡуба, ҡырҙар яна геүләп, Ер аҡтарып туптар ярыла. Йәш батырҙың барыр юлдарына Утлы төтөн, ялҡын ҡабына. 1-а.б. Оҙаҡ бара көрәш ҡаты була. Дошман яуы күпләп ҡырыла. Ләкин батыр егет үҙе бер иртәлә Ятып ҡала һуғыш ҡырында. Йыр ”Шайморатов генерал” Йыр “Күрәһе килә” 1-а.б. Һалдат ҡатындары! Тыл эшсәндәре! Уларҙың тормоштары михнәтле, тамаҡтары аслы- туҡлы, күңелдәре тулы һағыныу ине. Эшенә, аслығына түҙәр инең, әсәләрҙе тол, бала- сағаларҙы йәтим итеп ауылға туҡтауһыҙ ҡара бисәтле кағыҙҙар ағылды. Ауырлыҡтарҙы еңә- еңә, һығылһалар ҙа һынмайынса еңеү көнөн яҡынайттылар улар. 2-а.б. Эх, апайҙар, ағайҙар, һуғыш йылдарында Тәңкәгеҙгә үтте ауырлыҡ. Заман ауырлығын күтәрергә, Ҙур ҡайғылар баштан үткәрергә Кайҙан тылсымлы көс таптығыҙ ҙа Ҡайҙан алдығыҙ һеҙ сабырлыҡ? Һеҙҙең сабырлыҡҡа, батырлыҡҡа Мәңге- мәңге хайран ҡалырлыҡ, Баш эйәрлек һеҙҙең батырлыҡ. (Баш эйәләр.) Йыр “Әбейемә хат” 1-а.б. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта иңдәрендә һуғыш ауырлығын күтәргән тыл- хеҙмәт батырҙары. Әйҙәгеҙ уларға һүҙ бирәйек. Йыр “Аҡ яулыҡлы әбейем” 2-а.б. Һуғыштан ҡайтып, ауыр яраларҙан вафат булған һәм тыныс хеҙмәткә күп көстәрен ҡуйып, инде беҙҙең арабыҙҙан киткән һуғыш ветерандары хөрмәтенә венок- сәсәкләр һалына. (“Бухенвальдский набат” яңғырай.) 1-а.б. Ватаныбыҙ азатлығы, беҙҙең бөгөнгө тыныс көнөбөҙ өсөн яу ҡырында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙҙы 1 минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ. Бер минут тынлыҡ. Бейеү. “Вальс” ( “День победы” көйө яңғырай(-)) 2-а.б. Еңеү көнө, күктән күҙем алмайым, Күгәрсендәр уйнай осоноп, Зәңгәр күктә ап- аҡ ҡанаттары Көмөш кеүек китә сағылып. 1-а.б. Еңеү көнө еңел бирелмәне, Йыр йырланмай шөһрәт- дан өсөн. Йөрәк йылай һәр бер һалдат өсөн, Егермеләп миллон йән өсөн. Йыр “Һалдат булам” 1-а.б. Бөйөк Еңеү! Илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән һалдаттарҙы, һуғыш һәм тыл ветерандарын онотмайыҡ. 2-а.б. Иҫәндәрҙең ҡәҙерен беләйек Үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек. 1-а.б. Бөйөк Еңеү, бөйөк Еңеү тип Шатлыҡ менән тибә йөрәктәр. Тормошоғыҙ матур, күңелегеҙ тыныс Ғүмерегеҙ оҙон булһын, Беҙҙең, һеҙгә шундай теләктәр. Йыр "Пусть всегда будет солнце” Концерт номерҙары: 1. Бейеү (Хәсәнова М., Музафарова А., Латыпова Д.) 2. “Һалдатҡа оҙатыу” күренеше 3. Герман көйө” (Солтанғәрәева Э.) 4. “Хат көтөү” күренеше 5. “Оҙатыу” (Латыпова Д.) 6. “Шайморатов генерал” (5 класс+ Латыпова Д.) 7. “Күрәһем килә” (Шакиров А., Ниғмәтуллин Р.) 8. “Әбейемә хат” (5 класс) 9. “Аҡ яулыҡлы әбейем” (Ниғмәтуллина Л.) 10.Вальс (4, 5 кл.) 11.“Һалдаттар” (Ниғмәтуллин Р., Шакиров А.) 12.“Солнечный круг” (Латыпова Д+ все)

Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
26.02.2017