Сборник контрольных работ по башкирскому языку для 3 класса

  • Контроль знаний
  • docx
  • 24.02.2017
Публикация в СМИ для учителей

Публикация в СМИ для учителей

Бесплатное участие. Свидетельство СМИ сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Сборник контрольных работ предназначен для 3 класса предназначен для учителе башкирского языка. Данные разработки доступны и направлены для самостоятельного выполнения. Для вас, коллеги, подобраны разные задания, обхватывающие все виды работ и знаний учащихся. Проверка и контроль знаний обязательная форма работы. Удачи!Сборник контрольных работ по башкирскому языку предназначен для 3 класса
Иконка файла материала 3 кл.docx
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең III класы өсөн контроль эштәр Контроль диктант Тыуған яғымда көҙ (I сирек) Быйыл көҙ бик матур килде. Ағастарҙың япраҡтары һары, ҡыҙыл, көрән төҫкә инде. Әкрен генә ел иҫһә лә улар ергә ҡойола, аяҡ аҫты ниндәй йомшаҡ. Көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Йыш-йыш ямғырҙар яуа. (32 һүҙ.) Маскарадта (II сирек) Бына Яңы йыл байрамы етеп килә. Мин төлкө булып кейенәм. Һары күлдәк йә тун, төлкө битлеге кейәм. Оҙон ҡойроҡ ҡуям. Мин бик матур төлкө булырмын. Ә Марат пират була. Уға ҡара салбар, һоро жилет кәрәк. (34 һүҙ.) Яҙ  (III сирек)    Яҙ бөтә донъя йәнләнә. Ҡояш иртән сыға һәм ерҙе ныҡ йылыта.  Ҡар һыуҙары шаулап ағалар. Боҙҙар китә. Беҙгә ҡоштар ҡайталар.Баҫыуҙар өҫтөнән томан күтәрелә. Урмандар, ҡырҙар йәшәрә.  Оҙаҡламай бөтә ер йәшел үлән менән ҡапланыр. (34 һүҙ.) Ҡоштар (IV сирек)    Мин бик күп ҡоштарҙы беләм, сөнки бәләкәйҙән үк уларҙы  күҙәтәм, ашатам, ярҙам итәм. Мәҫәлән, турғай, кәкүк, күгәрсен,  ҡарға, һандуғас. Һәр ҡош үҙенсәлекле.     Миңә  иң оҡшағаны­һандуғас. Ул урмандарҙа, баҡсаларҙа йәшәй.  Һандуғас бик матур һайрай. (34 һүҙ.) Йыллыҡ диктантКүбәләктәр     Йәй көнө хәтфә болонда төрлө күбәләктәр осалар. Уларҙың  ниндәйен генә күрмәйһең! Аҡ сәскәлә аҡ күбәләк ултыра.  Зәңгәр сәскәнең һутын зәңгәр таплы күбәләк һура. Күбәләктәр  сәскә һутын яраталар. Улар тәбиғәткә йәм өҫтәйҙәр.  Күбәләктәрҙе һаҡларға кәрәк. (34 һүҙ.)