Сборник контрольных работ предназначен для 4 класса

  • Контроль знаний
  • docx
  • 24.02.2017
Публикация в СМИ для учителей

Публикация в СМИ для учителей

Бесплатное участие. Свидетельство СМИ сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Сборник контрольных работ предназначен для 4 класса предназначен для учителе башкирского языка. Данные разработки доступны и направлены для самостоятельного выполнения. Для вас, коллеги, подобраны разные задания, обхватывающие все виды работ и знаний учащихся. Проверка и контроль знаний обязательная форма работы. Удачи!Контрольные работы предназначены для 4 класса
Иконка файла материала 4кл.docx
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең контроль IV класы өсөн эштәр Диктанттар Көҙ уртаһы ( I сирек) Быйыл көҙ бик матур килде. Ағастарҙың япраҡтары һары, ҡыҙыл, көрән төҫкә инде. Әкрен генә ел иҫһә лә улар ергә ҡойола. Урман тынып ҡалған. Ҡоштар ҙа һайрамай. Ҡуяндар, тейендәр һәм башҡа йәнлектәр йөндәрен алмаштыралар. Йыш-йыш ямғырҙар яуа. Бөтә тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнә. Көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Кешеләр йылы кейемдәрен кейҙеләр. (36 һүҙ.) Декабрь ( II сирек) Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар япраҡтарын ҡоя. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәп-йәшел. Ер аҡ ҡарға күмелә. 22 декабрҙа ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Ҡаты һыуыҡтар башлана. Ҡоштар һәм хайуандарға ҡышын бик ҡыйын. Уҡыусылар, ҡоштарҙы ашатығыҙ! (45 һүҙ.) Ҡара ҡарғалар (III сирек)    Ҡара ҡарғалар беҙгә мартта уҡ ҡайталар. Улар парктарҙа,  йылға буйҙарындағы тирәктәрҙә оя яһайҙар.Көн буйы ҡарғалар оя ҡора, геүләй, ҡарҡылдаша.  Берәүҙәре  иҫке ояларын таҙарта. Икенселәре яңы оя яһай. Ҡараңғы төшкәс  кенә, улар йоҡоға тала.  Иртүк ҡарғалар тағы эшкә тотона.  (39 һүҙ.) Өфө (IV сирек)    Өфө – Башҡортостандың иң матур ҡалаларының береһе. Уның  урамдары киң, оҙон. Өфөгә поезд, самолёт һәм пароход менән  барып була. Күп ерҙәрҙән бында автобус менән киләләр. Өфөлә  төрлө парктар, ял итеү урындары күп. Бындағы кино һәм  театрҙарҙа һәр ваҡыт халыҡ күп була. (40 һүҙ.) Йыллыҡ контроль диктант ЙәйҠояш йәй көнө ныҡ ҡыҙҙыра. Көндәр оҙон һәм эҫе була. Йәйге  йылы ямғырҙар тиҙ үтәләр.      Болондарҙы, аҡландарҙы сәскәләр ҡаплай. Ҡоштар бала  сығара. Улар иртәнән кискә тиклем балаларына ем ташыйҙар.      Июндә ер еләге өлгөрә. Июлдә төрлө еләктәр бешә, бәшмәктәр  ҡалҡып сыға.  (40 һүҙ.)