Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".
Оценка 4.8

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Оценка 4.8
Культурные мероприятия
docx
воспитательная работа
9 кл
23.04.2017
Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".
Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис. Ғ. Хөсәйенов. Мин китаптар уҡырға яратам! Иң ҡыҙығы, мин ике йәшемдән китап менән ҡыҙыҡһына башлағанмын. Тәү башлап әсәйем, өләсәйем миңә матур һүрәттәр төшкән китаптар ҡарарға өйрәткән. Ә инде биш йәш тулыу менән, үҙем хәрефтәрҙе ҡушып уҡырға өйрәнгәнмен. Кесе йәштән матур әҙәбиәт яратыуым да өләсәйем менән әсәкәйемдең тырышлығылыр. Ете йәшем тулыуға белем иле – мәктәпкә барҙым. Беренсе кисерештәрем, әле булһа хәтерҙә: яңы дуҫтар, уҡытыусылар, матур китаптар! Өр яңы дәреслектәр! Кескәй йөрәгемдең ярһып тибеүе бөгөнгөләй иҫемдә. Тәүге көндән үк, ҡомарлыҡ менән, китаптарға үрелдем. Уҡытыусым китаптар иле – китапханаға алып барҙы. О, был үҙе бер айырам, ҙур, серле донъя булып хәтеремдә уйылып ҡалған. Һәм мин, тулыһынса, тәрән әҙәбиәт даръяһына сумдым… Эйе, был ваҡытта бәләкәй шиғырҙар, әкиәттәр уҡыным. Уларҙың йөкмәткеһен аңлап та бөтөрмәгәнмендер, шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡһынып уҡый инем.
Китап йотлоғоп укылыуы менән нәфис.docx
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия – интернатының 70 йыллығына арналған “Интернатым пар ҡанатым” иншалар конкурсына Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис. Инша Башҡарҙы: БашҡортостанРеспубликаһы Тәтешле муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се “А” класы уҡыусыһы Бәләкова Камилла. Етәксе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы Электрон адрес: [email protected]                                  телефон: 89373138679; +79871420985. Үрге Тәтешле 2014 Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис. Ғ. Хөсәйенов. Мин китаптар уҡырға яратам! Иң ҡыҙығы, мин ике йәшемдән китап менән ҡыҙыҡһына башлағанмын. Тәү башлап әсәйем, өләсәйем миңә матур һүрәттәр төшкән китаптар ҡарарға өйрәткән. Ә инде биш йәш тулыу менән, үҙем хәрефтәрҙе ҡушып уҡырға өйрәнгәнмен. Кесе йәштән матур әҙәбиәт яратыуым да өләсәйем менән әсәкәйемдең тырышлығылыр. Ете йәшем тулыуға белем иле – мәктәпкә барҙым. Беренсе кисерештәрем, әле булһа хәтерҙә: яңы дуҫтар, уҡытыусылар, матур китаптар! Өр яңы дәреслектәр! Кескәй йөрәгемдең ярһып тибеүе бөгөнгөләй иҫемдә. Тәүге көндән үк, ҡомарлыҡ менән, китаптарға үрелдем. Уҡытыусым китаптар иле – китапханаға алып барҙы. О, был үҙе бер айырам, ҙур, серле донъя булып хәтеремдә уйылып ҡалған. Һәм мин, тулыһынса, тәрән әҙәбиәт даръяһына сумдым… Эйе, был ваҡытта бәләкәй шиғырҙар, әкиәттәр уҡыным. Уларҙың йөкмәткеһен аңлап та бөтөрмәгәнмендер, шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡһынып уҡый инем. Китаптар миңә яҡын һәм ҡәҙерле дуҫтарым кеүек. Хәҙер матур әҙәбиәтте “һыу кеүек эсәм” тип әйтер инем. Профессор Ғайса Хөсәйеновтың "Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис” тигән һүҙҙәре менән килешәм. Мин дә, китаптарҙы йотлоғоп уҡыйым. Китаптар халҡыбыҙҙың боронғо тормошо, уй-теләктәре, азатлыҡ, ғәҙеллек, ер-һыу өсөн булған аяныслы көрәше, уның тормош тәжрибәһе, аҡылы, һәләте һәм батырҙары хаҡындағы быуындан быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижады менән таныштыра, киләсәкте дөрөҫ итеп күҙ алларға өйрәтә. Үткәндәгеләрҙе белмәй тороп, киләсәкте күҙ алдына аныҡ килтереү мөмкин түгел. Тағы ла, Ғайса Хөсәйенов һүҙҙәрен хәтерләһем килә: “Үткән заманды белмәй, хәҙергене төшөнөү ҡыйын икән, хәҙергене аңламайынса, киләсәкте күреү мөмкин түгел”, - ти. Ҡыйын хәлдәрҙә лә, күңелһеҙ минуттарҙа ла, китап миңә кәңәш биргән кеүек, яҡын серҙәшемә әйләнә. Яңы әҫәр уҡығанда образдар менән бергә һөйөнәм, көләм, шатланам, ғашиҡ булам, янам, көйәм. Улар кисергән хис-тойғоларҙы кисерәм, шәхестәр тормошонда йәшәгән кеүек булам. Бөгөнгөмә һәм яҡты киләсәгемә тормош тәжрибәһе туплайым, уйланам. Әлбиттә, йәшәйештәге кеүек, хикәйә, повесть, романдарҙа ла бәхетле йәки бәхетһеҙ кешеләр яҙмышы һүрәтләнә. Уҡыусы ла, әҫәрҙәр уҡыу аша, ауыр һынауҙарҙы еңеп, яңыса йәшәргә өйрәнә. Шәхси китапханам талантлы һәм бөйөк шағир, яҙыусылар ижады менән тупланған китаптарға бай. Был китаптарҙы уҡыған һайын ҡәләм эйәләренең ижад емештәрен тәрәнрәк өйрәнәм. Яҙыусылар үҙ әҫәрҙәрен уҡымлы, йөкмәткеле, мәғәнәле, халыҡ яратырлыҡ итеп ниндәй тылсым менән еткерә алды икән тип уйланам һәм һоҡланам. Яратып уҡыған шиғри һәм проза әҫәрҙәрем бик күп. З. Биишеваның “Дуҫ булыйыҡ”, “Һөнәресе менән Өйрәнсек”, Р. Ғариповтың “Туған тел”, “Урал йөрәге” шиғырҙары, ”Аманат”, “Уйҙарым” ҡобайырҙары, Һ. Дәүләтшинаң “Һылыуҡай - пионерка”, “Айбикә” әҫәрҙәре, М. Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискыһында”, М. Кәримдең Беҙҙең өйҙөң йәме“, “Өс таған”. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кеүек әҙәбиәт ҡомартҡыларын әллә нисә ҡабат уҡып сыҡҡаным булһа ла, мин был әҫәрҙәрҙе тағы-тағы уҡырға әҙермен. Урыҫ телендә лә, сит телдәрҙән тәржемә ителгән китаптарҙы ла уҡырға яратам. Мәҫәлән, Александр Сергеевич Пушкиндың “Повести Белкина”, Джоанна Кетлин Роулингтың “Гарри Поттер”, Уильям Шекспирҙың “Ромео и Джульетта”, Артур Конан Доилдың “Приключения Шерлока Холмса”, Аркадий һәм Борис Стругацкийҙарҙың ”Понедельник начинается в субботу” һәм башҡа әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйым. Китап уҡыу миңә көс өҫтәй, яңылыҡҡа өйрәтә. Билгеле булыуынса, күп уҡыған кешеләр тәрән фекерләй, дөрөҫ уйларға белә. Бындай кешеләр менән аралашыуы ла рәхәт. Тиҫтерҙәрем менән һөйләшкәндә, уларҙың китап уҡымағанлыҡтарын асыҡлау миңә бик ҡыйын була. Аңламайым мин уларҙы. Күптәр зәңгәр экран, компьютер алдында уйынға мауығып ултыра. Шулай, мәғәнәһеҙ, алтын кеүек ваҡыттарын бушҡа уҙҙыралар. Матур әҙәбиәткә тартылмаған кеше әңгәмә өсөн дә, күңел күҙлегенән сығып ҡарағанда ла, күңелһеҙ. Мин ундайҙарҙы ҡояшһыҙ көн, айһыҙ төн менән сағыштырам. Донъяла һәр кем һөнәрле булырға тейеш. Ә уның өсөн төплө белемле булырға кәрәк. Белем алыу өсөн тырышлыҡ, үҙ маҡсатыңа ирешә белеү мотлаҡ. Мәктәптәге алған һабаҡ етә, тип ҡараусылар менән килешмәйем. Дәреслектәрҙә бирелгән, дәрес ваҡытында өйрәтелгән менән сикләнеп ҡалыу дөрөҫ ҡараш түгел тип уйлайым. Урыҫ халҡының билгеле яҙыусыһы Максим Горький: “Үҙемдә булған бөтә яҡшылыҡтарым өсөн китаптарға бурыслымын” тигән. Ә татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡай: “Белем алайым тиһәң ни саҡлы, һөй, хөрмәт ит, ярат китапты” тигән. Аҡыллы һүҙҙәр. Мин ирешелгән уңыштарым (кескәй генә булһа ла), алған һәм аласаҡ белемдәрем өсөн бары тик китаптарға рәхмәтлемен. 2013-2014 уҡыу йылдарында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендианты булыуым да китаптар уҡыуым менән бәйле. Шуға ла кешелек донъяһын китаптар уҡырға саҡырам. Иншамды халыҡ мәҡәлдәре менән тамамлаһым килә: “Күп уҡыһаң, күп белерһең”, “Китап – белем шишмәһе”. дә,

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".

Сочинение 1Китап йотлоғоп уҡылыуы менән нәфис".
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
23.04.2017