Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”
Оценка 4.9

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Оценка 4.9
Занимательные материалы
docx
чтение
4 кл
23.04.2017
Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”
Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше Һәр кемдең бар тыуған төйәге. Минең тыуған төйәгем Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы. Тыуған ерем Башҡортостандың бер кескәй генә өлөшө булып тора. Беҙ ғаиләбеҙ менән бында матур йәшәйбеҙ. Ауылдаштарым республика тарихына матур эштәре, татыу тормош көтөүҙәре менән яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Беҙҙең ғаилә тарихы ла бай эстәлекле. Атайым Айҙар Тимерхан улы һәм әсәйем Луиза Ағзам ҡыҙы һөнәрҙәре буйынса уҡытыусылар. Улар балаларға белем, тәрбиә биреүгә күп көс һала. Олатайым Тимерхан Сабирйән улы Камилйәнов мал врачы, ә өләсәйем Әнисә Зәки ҡыҙы балалар баҡсаһы мөҙире булып эшләне. Улар хәҙер лайыҡлы ялда.
Альмир сочинение.docx
Республиканский конкурс, посвященный  Дню Республики Башкортостан и Году литературы в Республике Башкортостан “Пою мою республику” Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”                                                  Выполнил:  Камильянов Альмир, ученик 4 класса муниципального бюджетного  общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа  № 2 с. Верхние  Татышлы Муниципального района Татышлинский район  Республики Башкортостан                                                                     Руководитель:                                    учитель башкирского языка и литературы        Муллаярова Эльвира Рифовна Верхние Татышлы 2016 Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт йылына арналған  “Республикамды йырлайым”  конкурсына “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше” Инша                                                                                                    Баш арҙы:  ҡ    БашҡортостанРеспубликаһы Тәтешле районы муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2­се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 4­се класы уҡыусыһы Камилйәнов Әлмир.      Етәксе:                                                       башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы               Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы Үрге Тәтешле 2016 Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше      Һәр кемдең бар тыуған төйәге. Минең   тыуған төйәгем Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы. Тыуған ерем Башҡортостандың бер кескәй генә өлөшө булып   тора.   Беҙ   ғаиләбеҙ   менән   бында   матур   йәшәйбеҙ.     Ауылдаштарым республика тарихына   матур эштәре, татыу тормош көтөүҙәре менән яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Беҙҙең ғаилә тарихы ла бай эстәлекле.     Атайым Айҙар Тимерхан улы һәм әсәйем   Луиза Ағзам ҡыҙы һөнәрҙәре буйынса уҡытыусылар. Улар балаларға белем, тәрбиә биреүгә күп көс һала. Олатайым Тимерхан Сабирйән улы Камилйәнов мал  врачы, ә өләсәйем Әнисә Зәки ҡыҙы балалар баҡсаһы мөҙире булып эшләне. Улар хәҙер лайыҡлы ялда.       Мин олатайымды тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше тип атайым.  Ул    мәктәптә   уҡығандан   башлап   спорт   менән   шөғөлләнә.   Көрәш, йүгереү, баскетбол, волейбол, гер күтәреү менән ҡыҙыҡһына. Урта мәктәпте тамамлағас   Стәрлетамаҡ   ҡалаһына   ауыл   хужалығы   белгестәре   әҙерләүсе техникумға  уҡырға инә. Олатайым йәштәштәре араһында спорт һөйөүе менән айырылып тора. Уҡыу йортонда уҙғарылған ярышта еңел атлетика буйынса беренселекте   ала.   Республиканың   йыйылма   командаһына   алалар.   Сөнки олатайым   етеҙ   һәм   физик   яҡтан   ныҡлы   әҙерлекле   була.   Ул   бөтәсоюз ярыштарында   алға   сығып   рекорд   ҡуйған.   Студент   йылдары   бик   ҡыҙыҡлы булған,   олатайым   ҡулына   диплом   алыу   менән   тыуған   еренә   ҡайтып   эшкә урынлашҡан.     Ленин   исемендәге   ҙур   колхозға   мал   врачы   булып   эшкә урынлашҡан.   Оҫта белгес булараҡ уға Тәтешле, Ҡоҙаш, Бәҙрәш ауылдары биләмәләрен дә беркетәләр. Олатайым оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләй. Ун йыл ул Тәтешле һөт һәм май етештереү заводында директор булараҡ хеҙмәт ҡуя. Пенсия йәшенә еткәс олатайым ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башлай. Хужалыҡтағы көндәлек эштәрҙән һуң гер күтәреү күнекмәләре н үтәй. Уның күп  көс  талап  иткән   шөғөлө   көткән   уңыштарын   да   бирә.   Бөгөн   олатайым алты тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ­ара класындағы спорт мастеры. Ҡәҙерле кешемә 74 йәш. Ул йәш егеттәр кеүек төҙ кәүҙәле, көслө.  2013 йылдың ноябрь айында олатайым XX донъя чемпионатының Халыҡ­ара  гер күтәреү буйынса оҫталар   конфедерацияһында   ҡатнашты.   Был   бәйгелә   лә   ул   бик   яҡшы күрһәткестәргә   иреште.   Рәсәйҙең   йыйылма   командаһында   эстафетала ҡатнашты.   Олатайым   һуңғы   этапта   сығыш   яһап   был   команданы   дүртенсе   Шулай   уҡ,   Архангель   ҡалаһында урындан   беренсе   урынға   күтәргән.   уҙғарылған марафонда   17 илдән килгән   иң көслө гер күтәреүселәр араһында олатайым   да     иң   юғары   күрһәткестәргә   өлгәшә     һәм   Гиннестар   рекорды китабына  уның   күрһәткестәре кертелә.  Яҡын кешемдең сертификаттары, диплом, миҙалдары бихисап. Ул   үҙенең еңеүҙәре тураһында: “Уңыштарым­ еңеүҙәрем өсөн күптәргә рәхмәтлемен:   ғаиләмә, балаларыма, тыуған еремә, йыраҡ илдәргә, мәртәбәле ярыштарҙа ҡатнашырға булышҡан кешеләргә ” ти. Олатайым эшләгән эштәр, спортҡа булған һөйөүе, беҙгә күрһәткән үрнәктәре ҙур баһаға эйә. Ул өлкән йәштәмен тип тормай, төрлө бәйгеләрҙә районыбыҙ данын ғына түгел, республикабыҙҙы ла данлай. Олатайым   Тимерхан  Сабирйән  улы   мәктәптәрҙә   лә  уҡыусы  балалар   менән йыш осрашыуҙарға бара. Ул   ил   тарихы, көслө кешеләр, сәләмәтлек өсөн спорттың файҙаһы хаҡында һөйләй. Күп малайҙар уның кеүек көслө булырға хыяллана.   Мин   дәрестәрҙән   ҡайтҡас   олатайым   менән   тыуған   яғыбыҙ тәбиғәтен   күҙәтергә   сығып   китәбеҙ.   Йылға   буйҙарында   балыҡ   ҡармаҡлап, йомшаҡ үләндән йүгереп үтәбеҙ.       Олатайым киләсәкте кеше үҙе төҙөй, тип әйтә. Кесе йәштән сынығып, спорт күнекмәләре үтәп, таҙа, көслө ихтыярлы булып үҫһәк тыуған илебеҙҙең данын йыраҡтарға алып китәрбеҙ. Ә мин олатайыма киләсәктә лә уңыштар һәм оҙон ғүмер, йылмайып йәшәүен теләйем!

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”

Сочинение на тему: “Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше”
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
23.04.2017