З. Биишева ижады.
Оценка 4.8 (более 1000 оценок)

З. Биишева ижады.

Оценка 4.8 (более 1000 оценок)
doc
14.01.2020
литературный журнал по творчеству З. Биишевой.

150.000₽ призовой фонд • 11 почетных документов • Свидетельство публикации в СМИ

Опубликовать материал

З. Биишева ижадына арнала..doc

     З. Биишева ижадына  арнала.           

 

 

 

 

                       Маҡсат:

1.  Әҙәбиәткә һөйөү  тәрбиәләү,  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 

2. З. Биишеваның  тормошо, ижады менән  ентекләберәк танышыу.

 

3.  Балаларҙың  ижади һәләтен үҫтереү, телмәрҙәрен байыҡтырыу.

 

4.  Көслө  рухлы, телен, илен һөйгән  балалар тәрбиәләү.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

“Мин  рухымдың  аҫыл  хазинаһын,

Илем , һиңә  биреп ҡалдырҙым.”

                             З.  Биишева.

 

        

 

            (ТЕЛДӘН   ӘҘӘБИ  ЖУРНАЛ)

ТӨҘӨҮСЕҺЕ: 5-се  мәктәптең  башҡорт теле  һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы

 Хәсәнова  Нәркизә  Робес  ҡыҙы.

  

 

 

 

 

 

 

                         

 

 

                              

 

                             Учалы- 2012 йыл.

 

       Мин  рухымдың  аҫыл хазинаһын,

     Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым.

                    (З. Биишева)

 Проекторҙа З. БиишеваныңХәйерле көн”  шиғыры. Шиғырҙы  бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.

 

                                   Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн,

                                        Хәйерле көн ,дуҫтар, туғандар!

                                        Хәйерле көн һеҙгә ,донъя йөгөн

                                        Йөкләп барған ирҙәр ,уландар!

                                         Хәйерле көн һеҙгә ,сос ҡатындар-

                                   Донъя күрке -изге әсәләр!

                                         Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар

                                    Ер биҙәге – алһыу сәскәләр!

                                          Хәйерле көн, күңел күҙкәйегеҙ

                                    Көн –ҡояштай яҡты, саф булһын

                                    Хәйлә, мәкер ,яла – ялғандарҙан

                                    Йәнегеҙ пак, азат, шат булһын.

                                    Хәйерле көн һеҙгә, һәр ваҡытта

                                    Кеше булып ҡалған Кешеләр!

                                         Һеҙҙең ҡулда барлыҡ ил яҙмышы,

                                    Һеҙгә таянып тора Кешелек!

                                          Хәйерле көн, имен ,аманлыҡта

                                    Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ.

                                    Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып,

                                          Балҡып торһон тыуған илебеҙ.

Уҡытыусы:  Ошо матур юлдарҙың авторы З. Биишеваның 2013 йылда 105 йәше тулыуы айҡанлы республикабыҙҙа  төрлө саралар үтә.  Беҙ  ҙә бөгөн әҙибәнең тормошона, ижадына байҡау яһап, башҡорт ҡатын –ҡыҙҙарының түҙемлек, сабырлыҡ, бөйөклөк  өлгөһө булған Зәйнәп апай алдында тағы ла бер тапҡыр баш эйәйек.

 

1.   Журналдың беренсе бите асыла.  З. Биишеваның портеты һәм журналдың исеме.

             «Мин рухымдың аҫыл хазинаһын

              Илем һиңә биреп ҡалдырҙым.” -

тип атала беҙҙең журналыбыҙ.

2. Журналдың  икенсе бите асыла.  

                   Бала саҡ   йылдары.

-тип яҙылған.  Проекторҙа З. Биишеваның  фотолары.

а)  (Бер нисә уҡыусы яҙыусының  бала сағы тураһында һөйләй.)

   

б )  “Кәмһетелгәндәр” романының тышлығының һүрәте һәм романдан өҙөктө бер уҡыусының проектор таҡтаһынан ҡысҡырып уҡыуы.  

«Ошондай үтә күңелһеҙ көндәрҙең береһендә  Байгилде ағай  Уралға  Ҡормош байҙарға  көнлөкләп бесән эшләргә китмәне. Бибеш тә өйҙән сыҡманы.Улы Сәхиулла менән Сыуаҡай әбей ҙә, Бибекәйҙәрҙең  атаһы Шаһиморат ағай менән Шәһит бабай ҙа бында. Улар ниндәйҙер артыҡ  ҡайғылы, борсоулы төҫ менән өйгә әленән - әле инеп- сығып йөрөйҙәр. Өйҙә кемдеңдер мөңгөрәп ҡөрьән уҡығаны ишетелә. Йәнеш менән Емеш ,был ят күренеште күҙәтеп, ҡапҡа төбөндә бер аҙ торғандан һуң, ҡапыл нимәгәлер төшөнгән һымаҡ өйгә  табан йүгерҙеләр.

Йәнеш менән  Емеш йүгереп барып урындыҡҡа менделәр ҙә икеһе бер юлы:

- Әсәй!

-Әсәйем! – тип ҡысҡырып илап ебәрҙеләр.

- Әсәйегеҙ йоҡлай. Бар, ҡыҙҙарым, тышта йөрөп тороғоҙ, – тине Сыуаҡай әбей. Йәнеш өндәшмәне.  Ә Емеш күҙҙәрен ғәҙәттән тыш ҙур асып, әсәһенә оҙаҡ- оҙаҡ  йәшһеҙ – ниһеҙ текләп торҙо ла  ниндәйҙер ғәжәп бер тыныс тауыш менән:

- Эйе йоҡлай һиңә!  Әсәйем үлгән дә ул. Әсәйем юҡ инде минең  - тине.»

Уҡытыусы:  Бөтөнләй  бала ғына көйөнсә әсәйһеҙ  ҡалып , үгәй инә  тәрбиәһендә  донъяның  бар ауырлыҡтарын  үҙ иңендә татыған романдағы Емеш, ысынбарлыҡтағы Зәйнәп -  оло үрҙәрҙе яулаған шәхес.       

 в)  Проектор таҡтала З. Биишеваның  «Үткән юлдар, уҙған йылдар» әҫәренән өҙөктө бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый. 

«Бала саҡ. Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ.  «Кәмһетелгәндәр» романын уҡыған кеше Емеш тигән кескәй ҡыҙ менән таныш инде. Емештең тормошо –ул минең бала сағым. Әлбиттә, ул бында әҙәби әҫәргә хас рәүештә үҙгәртеп, дөйөмләштереп алынған. Шуныһы факт  - бында уйлап сығаралған деталь юҡ. Ғөмүмөн «Кәмһетелгәндәр» – ул автобиографик роман. Байгилделәр ғаиләһенең нигеҙендә беҙҙең ғаиләнең яҙмышы ята.» -тип яҙа З. Биишева. 

Уҡытыусы: Емеш- Зәйнәптең үткер телле лә, ғорур ҙа ,шул уҡ ваҡытта нескә күңелле булып үҫеүен автор  романда бик матур итеп тасуирлаған. Әйҙәгеҙ романдан бер өҙөктө ҡарап бының  ысынлап та шулай икәнен иҫбатлайыҡ.

( Уҡыусыларҙың бер өҙөктө сәхнәләштереүе.  Уҡытыусы ҡарамағында.  Мин Таибә әбей килгәндә, үгәй әсәһенең кеше алдында һәйбәт булып күренергә тырышып, Емешкә бәләкәй генә май киҫәге биреүен, Емештең “Май ашаны икән ти”,- тип тороп киткән эпизодты сәхнәләштереү өсөн алдым)

Уҡытыусы: Бала сағы нисек кенә ауыр бумаһын,  яҡтыға ,аң-белемгә  ынтылыусы Зәйнәпте артабан уҡырға, кеше булырға тырышыу теләге  мәктәпкә алып килә.

3.  Журналдың  өсөнсө бите асыла.

                       Мәктәп  йылдары.

 тигән  яҙыу проекторҙа.  Шулай уҡ З. Биишеваның төрлө йылдарҙа төшкән фотолары.

Уҡытыусы: Тәү башлап мин мәктәпкә 1920 йылда индем. – тип яҙа З. Биишева.

әктәптә уҡыған йылдары тураһында  бер нисә уҡыусының һөйләүе)

а)  Проекторҙа «Оло Эйек буйында» китабының тышлығы.

Уҡытыусы:Ғүмере буйына кәмһетелеп, иҙелеп йәшәгән халыҡҡа Октябрь революцияһы уҡыуға, белем алыуға мөмкинлектәр аса.

«Оло Эйек буйында»  романында  автор  ябай халыҡтың, шулай уҡ үҙенең дә   аңының үҫеүе , кешеләрҙең тормошонда күп үҙгәрештәр булыуы,   һәм шулай уҡ   ерһеҙҙәргә ер,  белемһеҙҙәргә белем ,Емеш кеүек етемдәргә аң – белемгә  юл асылыу  өсөн көрәштә үҙенең яҡындарын юғалтыуға ҡарамаҫтан, ғорур атлап алға барыуы хаҡында яҙа. 

 б)  (Балалар Емеш  менән Оло Эйектең  диалогын сәхнәләштерә)

Емеш : Оло Эйек ,мин бында, Ҡуштирәк янында. Ул да ҡартайҙы.

Оло Эйек : Тамырынан йәш үҫенте сығып килә. Өмөтөңдө шуға күсер. Бәлки ул тағы ла күркәмерәк Ҡуштирәк булыр, донъяға тағы ла матурыраҡ илһам, дәрт бирер.

Емеш : Донъя һәр саҡ матур булыр Оло Эйек буйында , тик минең халҡым яңы ҡуштирәк янында йырлап- уйнап ,шатланып торор микән?

Оло Эйек:  Быныһы инде халыҡтың үҙенән тора.

Уҡытыусы:  Халҡыбыҙ Оло Эйектең  ышанысын аҡланы. Артабан үҫеште, ә Зәйнәп ,  балаларын аң – белемгә өйрәткән , халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә өндәгән Бейеш тархан затынан булыуын үҙенең сағыу тормошо ,  халыҡсан рухлы әҫәрҙәре менән иҫбатланы.

в) ( Бер уҡыусы  З. Биишеваның «Ҡырыҫ булды» шиғырын яттан һөйләй.)

 

4. Журналдың  дүртенсе бите асыла.

(З.  Биишеваның  Каруанһарайҙа уҡыған йылдарҙа төшкән фотолары  һәм  дүртенсе биттең исеме яҙылған)

                     Каруанһарай.

 

Уҡытыусы: Каруанһарай башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшендә ҙур роль уйнаған йорттарҙың береһе. Октябрь революцияһынан һуң   был йортта башҡорт халҡының  балаларын   уҡытыу өсөн тәүге техникум асыла, һәм 1934 йылға тиклем Каруанһарай техникум вазифаһын үтәй.  З. Биишеваға  ла Ташлы балалар   йортонан һуң был техникумда уҡыу бәхете эләгә.

а)  ( Проекторҙа «Емеш» романының  тышлығы.)

 (Бер нисә уҡыусы З. Биишеваның Каруанһарайҙа уҡыған йылдары тураһында һөйләй.)

Уҡытыусы:  “Емеш” романы  тәүге ике романды тулыландырып, Емештең  шәхес булараҡ үҫешеүен  тасуирлаған әҫәр.  Ул  ваҡыт өсөн  ябай башҡорт ҡыҙының  техникум тамамлап сығып  уҡытыусы булып эшләй башлауы ҙур ваҡиға ине.  Шулай  итеп, Зәйнәп – Емеш   тәүҙә «Бер ғүмерҙең  тарихы» тип исемләнгән  трилогияһы  менән Шәреҡ ҡатын - ҡыҙҙары  араһында иң беренсе трилогия авторы булып танылды. Аҙаҡ «Яҡтыға» тип  үҙгәртелгән был  романдар циклы башҡорт халҡының тарихы,  моңо, аҡылы, ҡаһарманлығы хаҡында. 

 б) ( Проекторҙа өс китабының да тышлығы күрһәтелә)

 (Бер уҡыусы  «Йырлайым»  шиғырынан  өҙөк һөйләй)

5.  Журналдың бишенсе бите асыла. 

                  Тәүге аҙым.

а) ( Бер  уҡыусы З. Биишеваның  техникумды бөткәс эшләүе,  тәүге хикәйәһе хаҡында һөйләй.)

 Проекторҙа  «Гөрләүектәр араһында» тип яҙылған тышлыҡ сыға.

б)  ( Ул ваҡыттағы  Яҙыусылар Союзы председателе  Низам Ҡәрипов  менән  Зәйнәп  Биишева араһында  редакцияла булған диалогты  ике уҡыусының сәхнәләштереүе.)

 Н. Ҡәрипов:   Иптәш Биишева, һеҙҙе яҙыша тип әйтәләр. Ниңә беҙҙең журналға бер ни ҙә алып килмәйһегеҙ?

Зәйнәп: Яҙышырға теләк бар ҙа.  Бер ниҙе лә бөтөрә алған юҡ.

Башланған да ташланған әйберҙәр бар.   Бына « Өс кис» хикәйәһе.

(Ҡәрипов күҙ йүгертеп уҡый)

Ҡәрипов : Һин өлгөрөп еткән яҙыусы ла баһа.   Ошондай  хикәйә яҙа ала тороп  яҙышмай ятырға оялмайһыңмы?! 

Зәйнәп : Минең балаларым бар.  Ваҡыт етмәй.

Ҡәрипов:  Нисәү?

 Зәйнәп :  Өсәү. Иң  ҙурыһына дүрт йәш. Иң  бәләкәсе яңы тыуған.

Ҡәрипов: Тапҡанһың эш.  Баланы уны бөтә ҡатын да таба. Ә бына бындай   хикәйәне бөтә ҡатын да яҙа алмай.  Һин – яҙыусы!  Аңлайһыңмы шуны?  Яҙыусы!

6. Журналдың  алтынсы бите асыла.

                   Халыҡ яҙыусыһы. 

 а) ( видеоролик ҡарау. З. Биишеваның үҙе һөйләгән  ролик булһа бигерәк тә һәйбәт)

 б) Проекторҙа  китаптарының  тышлыҡтары сыға.

 (Ижады тураһында бер уҡыусының  һөйләүе)

Уҡытыусы: З. Биишеваның халыҡсан рухлы әҫәрҙәре  -повесть, хикәйәт, драмалары  һәм шиғырҙары - башҡорт милләтен уятыусы  һәм уға ҡарата  башҡаларҙың тейешле иғтибарын,  ихтирамын тәрбиәләүсе. Уның ижады  аша Башҡортостан тигән ил барын,  башҡорт тигән халыҡ йәшәүен белделәр,  ул халыҡтың күңел,  тел байлығына  ғашиҡ булдылар.

в) (Бер уҡыусы  «Башҡорт теле» шиғырын  яттан һөйләй.)

 

7. Журналдың  етенсе бите асыла.  Проекторҙа

              Бейеш тархан  нәҫеле.

Уҡытыусы: Бейешевтар нәҫеле -  ил өсөн яуап тотҡан, илгә килгән ауырлыҡты үҙ иңендә күтәргән  Бейеш тархан затына барып тоташа.

аПроекторҙа  З. Биишеваның яҡын туғандарының  исемлеге сыға.

 ( Исемлекте  бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.)

 Уҡытыусы: Тормош  төпкөлөнән, хеҙмәтсән халыҡ ҡатламдарынан сығып ,һоҡланғыс ижад бейеклектәренә күтәрелә алған Зәйнәп Биишева ысын – ысындан да  халыҡ яҙыусыһы һәм был хәҡиҡәтте ул үҙенең тормошо, булмышы, ижады менән  иҫбатланы.

 б)  Проекторҙа  Яҙыусының  наградалары исемлеге сыға.

(Наградаларын  бер уҡыусы ҡысҡырып  уҡый.)

 

8. Журналдың һигеҙенсе бите асыла.

               Яҡтылыҡ йырсыһы.

а) (Бер  уҡыусы  проектор таҡталағы «Яҡтылыҡ йырсыһы»  шиғырын яттан һөйләй.)

б)  Уҡытыусының  йомғаҡлау һүҙе.

Башҡортостандың  халыҡ яҙыусыһы,  Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты  Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 89- сы 

йәшендә  вафат  булды.   Уның бөтә ғүмере- туған халҡына хеҙмәт  итеү булды. Ә  инде  һоҡланғыс ижады - беҙгә һәм  киләсәк быуындарға ысын - ысындан да  аҫыл хазина ул.   Беҙҙең  күңелдәрҙә Зәйнәп апай   һәр саҡ яҡтылыҡ йырсыһы  булып һаҡланасаҡ.

 

 

скачать по прямой ссылке