Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка
Оценка 4.8

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Оценка 4.8
Презентации учебные
docx
воспитательная работа
8 кл
19.02.2017
Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка
В последнее время стало актуальным проведение обычаев, народных праздников. Праздники как "Аулак ой", Сабантуй, Каргатуй, Каз омэсе и другие. Привлечение к таким праздникам обучающихся и их родителей -задача каждого педагога.
Нардуған.docx
Ҡатнашалар : Хужа - 25 - 35 йәштәр тирәһендә. Хужабикә ( Еңгә, килен) - 25-30 йәштәр тирәһе. Ҡыҙҙар, малайҙар - 13 - 14 йәштәр тирәһе Ҡәйнә - 50 йәштәр тирәһе Ҡунаҡтар: Оло ағайҙар һәм апайҙар,урта йәштәге апайҙар һәм ағайҙар, ҡурайсы, гармунсы. Бейеүсе ҡыҙҙар. Курай моңо ағыла. Яйлап көй шәбәйә бара. Байрам көйөнә халыҡ сыға. Улар бөгөн шат. “Эх - хе -хе - ей !... Башҡорттарым ! Бар халыҡҡа иғлан итәм : Бөгөн, ҙур байрам !...”- тип, хужа, байрам иғлан итә. Шандау “Ҡара ҡаш" йырына ҡушылып китә.Йыр йырлана, бейеүселәр бейей. Бейеү бөтөү менән бөтәһе лә артҡы планға күсә. Сәхнәнең һул яғында тирмә, йыһаздар; уң яғында ишек алды, урам яғы, кыҙҙар керәләр.Йөҙҙәре бик шат,шаяралар. Ҡыҙҙар: Бөгөн еңгәйгә мин һыу килтерәм ! Юҡ, мин ! Беҙ өсөбөҙ ҙә уның бикәсе,һәр беребеҙ уға һыу алып ҡайтырға уйлай. Нисек хәл итергә ? Әһә, кемебеҙ бар яҡтан килешле - шул булыр. Миңә ҡалһа, буй-һыным да, Аллаға шөкөр,тфү-тфү, күҙ теймәһен ! Йыр - бейеүгә минән дә маһирҙар юҡтыр. Мин дә шулай ! Өсәүләп уйға ҡалалар. ­ ­ Улайһа, уйын уйнайбыҙ. Кем көлә - уйындан сыға. Еңеүсе һыу башлай. ­ ­ ­ ­ - Беҙ, беҙ, беҙ инек, Беҙ өс шаян ҡыҙ инек. Баҙға төшөп май ашаныҡ;, Таң атҡансы юҡ булдыҡ. Ауыҙым бикле,йомоҡ. Кемдең ауыҙы йырыҡ, Сым- сырыҡ ! Бер бикәс, күҙҙәрен төрлөсә ҡыландырып, ауыҙын ҡыйшайтып, икеһен дә көлдөрә. ­ ­ ­ Әй, хәйләкәр, улай көлдөргәс, һаналмай. Ә мин һеҙгә... Ә мин һеҙгәме... Нимә беҙгә ?.. Еңгәйҙе нисек һыу юлына алып барғанды бейеп күрһәтәм әле. «һыу юлы бейеүе». ­ ­ ­ ­ Шыбаға тотошалар. Күрҙегеҙме инде, бына ошолай билдәремде һығылдырып, матур аҙымдар менән еңгәйемә һыу башлайым, үәт ! Юҡ инде, ҡыҙҙар туғанҡайҙарым. Анһат кәрәк Далхаға. Бир көйәнтәләреңде.Кемдең устары көйәнтә осона сыға, матур итеп йырлай - шул бара. Миңә СЫҠТЫ (йырлай). Йыр бөтөү менән еңгә килеп инә. Еңгә: һа - а - ай !...Ҡара әле, бынау кыҙҙарҙы! Иртә таңдан бер- уҙарҙан гәпләшеп тә торалар. Ҡыҙҙар: Әллә,сак торҙоңмо йоконан?.. (көлөп). Нар, нар, нардуған, йоҡоңдан уян ,туған!!!.. — Эйе шул, еңгәкәй.Бөгөн ҙур байрам бит. Кем һыуға барғанын билдәләп торабыҙ . Еңгә: Ярай, ярай...Өҫөгөҙҙә барырһығыҙ,йәме. Йәгеҙ, кем тирмәһендә йыйын була ?.. Э-э-й-й..., еңгәкәй! 1 Улай булғас Кем Селлә бабай?.. Ҡыҙҙар: 1) Ауылда иң ҙур тирмә - һеҙҙеке, шулай булғас, йыйын да башлап һеҙҙә булырга тейеш.Етмәһә,хужаһы - торганы менән , Селлә бабай !!! 2) Эйе шул , үҙебеҙҙең ағайыбыҙҙанда якшырағы булмаҫ !.. 3) Шулай , шулай. Килен: эш башлайык! Мин балаларҙы халыҡты байрамға саҡырырға ебәрәйем, ҡәйнәм, ағайығыҙҙы әҙерләрмен, аш һалырмын... Ә һеҙ, кыҙҙар, хәҙер үк шишмәгә барып таң һыуын алып килегеҙ ! (күнәк бирә) -Ҡарағыҙ уны, бер генә бөртөгөн дә , бер тамсыһын да түкмәй-сәсмәй алып кайтығыҙ! «Юкһа, бәхетегеҙ кәмер», -тигәндәр боронғолар. «Сылтыр-сылтыр һыу аға , Матур кыҙҙар һыу ала. Матур кыҙҙар бар сағында Ямактарын кем ала ?» (Һамаклай) Ҡыҙҙар: вакытты күпкә һуҙмай ,кыҙҙар, ­ ­ - Ҡарасы ,нисек кенә алып кайтырбыҙ икән ?!. - Ә мин беләм , беҙ тултырмай, яртылаш кына алырбыҙ ҙа, һыуҙың бер тамсыһын да төшөрмәбеҙ!.. (көлөшэ-көлөшэ , йырлап сығып китәләр) (Балалар керәләр). Ҡара ҡаш 1. һ айҙай ғынам, Вайҙай ғынам, һ. айҙай ғынам, В айҙай ғынам. һары һандуғас ҡынам да, Ҡара ҡарлуғас ҡынам. Пр .: Ҡәләм телең әсе икән, Баҙыяның сөсө икән. Сәйең, балың татлы икән, Бигерәк уңған ҡыҙ икән. Биғерәк уңған ҡыҙ икән дә, Ҡыйғас ҡара ҡаш икән. 2.һайҙай ғынам, Вайҙай ғынам, һайҙай ғынам, Вайҙай ғынам. Ҡыйғас ҡара ҡаш икән дә, Аҫыл аты таш ҡынам. Пр.: Ҡәләм телең әсе икән, Баҙыяның сөсө икән. Сәйең, балың татлы икән, Үҙе булған зат икән. Үҙе булған зат икән дә, Ҡыйғас ҡара ҡаш икән. һ.айҙай ғынам, Вайҙай ғынам, һ айҙай ғынам, Вайҙай ғынам. Ал булып күренәһең, Нур булып һибеләһең. ­ ­ һ айҙай ғынам, Вайҙай ғынам, һайҙай ғынам, Вайҙай ғынам. Аҡҡош булып йөҙәһең, Үҙәғемде өҙәһең. Пр.:Ҡәләм телең әсе икән, Баҙыяның сөсө икән. Буйың зифа ҡош икән дә, Биғерәк оҫта баҫ икән. Бигерәк оҫта баҫ икән дә Хайран ҡалалар икән. Хайран ҡалалар икән дә, 2 ­ ­ ­ (Шаярып) - Эйе,хоҙайым эштәре!.. 1) Эйе шул... 2) Шулай, шулай... 3) Үткәрәбеҙ еңгәкәй !... Остан яналар икән. Хайран ҡалалар икән дә, Остан яналар икән. Балалар : - Ҡыҙҙар , малайҙар !... Бөгөнгө көн шундай матур,эйеме. - Эйе шул ! Килен: -Эй ,балалар ! Торҙоғоҙҙамы? Беләһегеҙме, бөгөн, Нардуған байрамы , һәм беҙҙең тирмәлә йыйын буласак! Хәҙер һеҙ,балаҡайҙарым, өйҙән-өйгә йөрөп, барыһына ла теләк теләп, йыйынга сакырып сығығыҙ ! Теләк теләгәндә, боронғолар былай һамаклаған : «Нар, нар, нарына, бәхет бирһен барына» ! - тип. Ә кунак сакырғанда былай тигәндәр: «Нар, Нардуған , Нардуғанға бар туған»! Йәгеҙ әле, кабатлап карағыҙ. Балалар кабатлайҙар, һәм ҡабатлай - ҡабатлай сығып китәләр. Хужабикә балаларҙы оҙата, һәм өй йыйыштырыга ҡатышып китә.Күптә үтмәй күнәктәрен тултырып кыҙҙар керәләр . Ҡыҙҙар: - Бына, еңгә, килтерҙек тә «Таң һыуын». - Бер бөртөгө лә түгелмәне, карап барҙым. Килен: -Э-э-й, рәхмәт яуғыры! Былай булғас уҙғарабыҙ икән байрамдың олоһон. Ҡыҙҙар: Килен: Ана бит, балаҡайҙар ҙа килә. ( Тыштан балаларҙың Һамаҡлаған тауыштары ишетелә, керәләр). Балалар: - Нар,нар,нарына,бәхет бирһен барына. - Ҡунаҡтарҙың барыһында саҡырҙыҡ; әсәй. Килен: - Эй-й-й...уңғандарым!.. Улай булғас, ҡунаҡтар килә лә башларҙар инде. Ҡыҙҙар, һеҙ һыуҙы ошонда ҡуйығыҙҙа, һуңғараҡ килерһегеҙ йәме,э мин, аш һала торайым. Ҡыҙҙар шая(рышып сығалар. Килен күнәкте күтәреп кереп китә. Балалар уйнап ҡала) Хужа (сығып): -Балаларым ,ни эшләйҙәр? Балалар: - Атай, атай! Бына,Нардуған да нардуған тиҙәр. Ә нимәне аңлата һуң ул? Айрат: - Нар — һүҙе ,манғул телендә «Ҡояш» тигәнде аңлата. Ата-бабаларыбыҙҙын бер тамыры мангул ерҙәренән булған бит.Төндәрҙең иң оҙон, көндәрҙең иң ҡыҫка мәлендә былай тигән: «Нардуған! Ҡояш тыуған ! Әйлән беҙгә йөҙөң менән» -тип ҡояшҡа табынған. У нан байлыҡ, муллыҡ , һаулыҡ һораған. Байрам бер аҙна дауам иткән. (Ҡәйнә керә, ҡулында ҡомартҡы) -Балаҡайҙар, һеҙ сығып йөрөп килегеҙ,йәме. (Балалар сыға ). Ҡәйнә : - Бына улым,атайыңдан ҡалған ҡомартҡы был. 3 Ул, ҡулдан - ҡулға ғына, атанан улға күсерелеп килгән булған. Атайың ,улым үҫеп еткәс,улыма тапшырырһың тигән ине. Сират һиңә лә етте ,балаҡайым.Бурысыңды яҡшы итеп башҡар,йәме ! (Артҡы планда килен урынлыҡты рәтләп йөрөй) Айрат: - Ярай, әсәй!..Үтәрмен!.. Үҙемә тигән бурысты үтәрмен!.. Килен: -Айрат, ҡәйнәм, ҡунаҡтарҙың килгән тауышы ишетелә түгел ме, әйҙәгеҙ ҡаршы алайыҡ. (Ололар, йәштәр бер-бер артлы ризыҡтар, үләндәр тотоп килеп керәләр). - Нар,нар,нарына, Бәхет бирһен барына. Мал-тыуарың түл йәйһен, Бала-сағаң ит эйһен. - Малың ашһын ҡуралып, Ашың ашһын буралып, Илең,йортоң һил булһын, Күңелегеҙ киң булһын! -Эйе, шулай булһын! Амин! Амин! (Үтәләр, ризыҡтарын ҡуйып түргә уҙалар.Йәштәр, килен, һ.б. ярҙам итәләр.Хужа уртала.) Ағай-эне, әйҙәгеҙ эл е аш алдынан доға ҡылып алайыҡ. (Дога уҡый башлай) Бер ғәзиз аллаҡайым! Тәндәребеҙгә таҙалыҡ бирһен, Ағзаларыбыҙға сәләмәтлек бирһен, хоҙайым! Аллаҡайым, бәлә-ҡазаларҙан, Ҡ айғы -хәсрәттәрҙән, һаҡлаһын хоҙайым! Илдәрғә, йәндәргә Тыныслыҡ бирһен, хоҙайым! Амин!!!.. (барыһы ла «Амин»-ти.) -Хоҙай ярҙамы менән иҫке йылды матур итеп оҙатып ағай-эне, ауылдаштар, Яңы йылды ҡаршылайыҡ.Нардуған барыбыҙға ла бәхет, һаулыҡ,именлек, муллыҡ килтерһен!!! Барыһы ла: -Эйе, шулай булһын !!! Айрат: - Ә хәҙер, ағай-эне,йырлап, бейеп алһаҡта була. Әйҙәгеҙ әле ҡобайыр әйтешеп алайыҡ! Булдырабыҙ беҙ уны ! Бына бөгөн бында Йыһанша ағай ҡунаҡҡа килгән. ­ ­ ­ ­ ­ Әйҙәгеҙ уға һүҙ бирәйек әле. Әйҙә һуң! Йыһанша агай сыгыш яһай. ­ Һай афарин да инде Йыһанша ағай. Ағай - эне, әйҙәгеҙ әле хәҙер Айрат ағайҙың ҡурай моңдарына бейеп алайыҡ . (Аҙагы). Ҡунаҡтар: Әйҙәгеҙ инде, ағай-эне, йорт хужаһын Селлә бабай итеп кейендереп Тимерхандарға юл тотайыҡ (Кейендерәләр). Бөтәһелә: -Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ! (Сыгалар). 4

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка

Презентация по башкирскому языку на тему "Использование компьютерных технологий на уроках башкирского языка
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
19.02.2017