Рабочая программа по башкирскому языку для 2 класса башкирской школы. Для изучающих башкирский как родной. УМК по редакцией Ф. Сынбулатовой. Рассчитана на 3 часа в неделю 102 часа в год. Учебник из двух частей. Имеется рабочая тетрадь и тетрадь для проверочных работ
Аңлатмалы яҙыу
Икенсе класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса төҙөлгән был эш программаһы тубәндәге документтарға нигеҙләнеп
эшләнде:
Рәсәй Федерацияһының башланғыс белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары(2009 йыл) ;
“Әлифба” һәм “Башҡорт теле”нән уҡыу программалары. Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 14 кластары өсөн. Төзөүселәре Сынбулатова
Ф.Ш., Вәлиева Г.Ә. Өфө, Китап,2012.
Туған тел (уҡыу программаһы). Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 14 кластары өсөн. ( авторҙары Сынбулатова Ф.Ш., Дәүләтшина М.С.,
Мәүлийәрова Ә.Т. ), Өфө, Китап,2009
Тыусыбай муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү учреждениеhының 20142015 йылға уҡыу планы.
Башланғыс мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:
туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;
уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу
эш төрҙәренә өйрәтеү;
башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;
башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;
уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
2се класта башҡорт телен өйрәнеү курсы тел ғилемен, телмәр эшмәкәрлеген үҙләштереүҙе артабан дауам итеү, туған тел аша донъяны танып
белеү һәм социаль өлкәлә аң белем алыу, мәҙәниәтле шәхес итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуя.
Күрһәтелгән маҡсаттарға ирешеү өсөн түбәндәге ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:
лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡта артабан үҫтереү,
нығытыу, киңәйтеү;
коммуникатив компетентлыҡ: грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог текстар төҙөү һәм һөйләү;
туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уны теләп өйрәнеү.
Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы
үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.
Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат баланы шәхес итеп үҫтереү.
Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик)
компетентлыҡ булдырыу талап ителә.
Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе,
һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.
2Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә
булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ.
б.
Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде миллимәҙәни юҫыҡта үҙләштереү ул уҡыусыларҙың телгә
өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош көнкүреш, йола, ғөрөфғәҙәт
үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәпәхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙтел ижады
үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.
Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө
белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин
итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап,
әүҙем үҙләштерергә, алған белем дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа
тәҡдим ителә.
Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.
Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:
1) һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;
2) фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;
3) уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;
4) баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.
Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:
предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;
уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;
яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;
тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу;
орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;
башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;
телде тойомлауҙы үҫтереү.
Предметтың уку планындағы урыны
Тыусыбай муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү учреждениеhының 20142015 йылға уҡыу планына ярашлы “Башҡорт теле һәм
әҙәбиәте” предметын укытыуға азнаһына өс сәғәт дәрес бирелә. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметтары айырым уҡытыла.Азнаға ике
сәғәт башҡорт теле, йылға 68 сәғәт,азнаға бер сәғәт башҡорт әҙәбиәте, йылға 34 сәғәт.
3Башҡорт теленән программа йөкмәткеһе
Графика. Хәреф һәм өн. Я, е,ё, ю хәрефле һүҙҙәр. һүҙҙең өн моделе менән тамғаланышы. Уларҙың хәреф менән яҙылышы.
График тамғалар: һүҙҙәр араһында ара ҡалдырыу, юлдан юлға күсереү тамғаһы, ҡыҙыл юл, абзац.
Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһы. Кем? Һәм нимә?
һорауына яуап булыусы һүҙҙәр. уның мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исемфамилияһын; хайуандарҙың ҡушаматтарын: ер һыу
атамаларын белдереүсе һүҙҙәр.
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. Ни эшләй? (бөгөн, хәҙер, ошо мәл, ни эшләне кисә, ни эшләр ни эшләйәсәк? (иртәгә,
киләсәктә) һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.
Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән; да, дә, ҙа, ҙә, та, тә, ла, лә; ғына, генә, ҡына, кенә. Уларҙың айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы
һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.
Һүҙьяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу ( «тамыр», «ялғау» төшөнсәһе (термины) бирелмәй).
Синтаксис. Һөйләм, һүҙбәйләнеш, һүҙ (уларҙың оҡшашлығы, айырмаһы). Һөйләмде әйтеү маҡсаты. Һөйләмдә интонация. Хәбәр һөйләм.
Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Эйәрсән киҫәктәр.
Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Ҙур хәреф. Һөйләм башы. Кеше исемшәрифтәре.
Хайуан ҡушаматтары. Ерһыу атамалары. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш
билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре. Уү, оө, э,ы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе һәм йо, йы ҡушымсалы
һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле (я, е, ё, ю) һүҙҙәр. Һүҙ башында (уы), (уэ) өндәре (в хәрефе).
Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу. Текст. Тексты таныу. Текстың исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәүи
бәйләнеше. Текст абзацтары һәм уларҙың мәғәнәүи эҙмә эҙлелеге. Текст төҙөү. Диалог (әңгәмә, бәхәс). Монолог (үҙ аллы һөйләнеү, сығыш
яһау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).
Универсаль у ыу эш төрҙәренә өйрәнеү.
материалына ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһе, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль). Уҡыу диалогы. Аралашыу мәҙәниәте.
Үҙ аллы белем алыу оҫталығына өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге (маҡсатты күҙаллау, уҡыу
ҡ
Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр
Әсә теле программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:
Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесында етди һәм яуаплы ҡарарға;
атайәсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;
тыуған илде яратырға, ерҙе, телде яратырға;
һаулыҡ нығытырға.
Предмет буйынса белем алырға:
4 һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Улаға тейешле һорау ҡуйырға. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы
һүҙҙәр тураһында һөйләргә һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға;
һүҙҙең өн моделен төҙөргә һәм уны хәреф менән яҙырға;
һөйләмдәр төҙөргә, уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға;
һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға. Уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;
һөйләмдең эйәһен, хәбәрен айыра белергә;
башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә: уү, оө, э(е), ы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо,
йы ҡушымсалары, һүҙ башында я, е, ё, ю хәрефтәре, һүҙ башында в хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылышын белергә. Һөйләм аҙағанда
дөрөҫ тыныш билдәһе ҡуйырға. Кеше исемен, фамилияһын, ерһыу атамаһын, хайуан ҡушаматтарын ҙур хәреф менән яҙырға;
810 һөйләмдән торған тексты күсереп яҙырға;
3035 һүҙҙән төрған тексты диктант итеп яҙырға; һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;
тексы аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмәэҙлекте үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү
эштәрен үтәргә;
уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға.
Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырырға: белем, мәғлүмәтте эҙләү күнекмәләре булдырырға; тикшеренеүэҙләнеү
эшен планлаштырырға; парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә;
алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә;
билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта, график схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә;
диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;
мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә, аңламағаныңды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм
рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә, уны яҡлай белергә.
2се класта башҡорт әҙәбиәтенән программа йөкмәткеһе
Белем байрамы.
Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь – Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә
ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү.
Халыҡ ижады менән танышыу.
Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа...
Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары.
Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.
Һамаҡтар.
Йомройомро йомғағым, йомғағымда – йомағым.
Мәҡәлдәр – ололар һүҙе, ата – балалар кәңәше, өгөт – нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты.Фәстереүҙәр (уйҙырма).
5Уйындар. Шаярыуҙар.
Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу.
Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү.
Әкиәттәр донъяһында
Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл – ваҡиғаларҙы эҙмәэҙлекле
тасуирлап , ике – өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу.
Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү.
Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым
6
күренештәрен күҙәтеү.
Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы.
Экологик мәсьәләләр.
Беҙ тәбиғәт балалары.
Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ
Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу,
уҡығанды тасуирлап һөйләү.
Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирәяҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән
әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уйфекерҙәрҙе
белгертеү, хис – тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү.
Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша?
Әҙәп төбө – ғәҙәт
Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәлваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡфиғеле, ҡылыҡтарын
тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү.
Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм
ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар
күреү тураһында уйланыу.
Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...
Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , атабабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү
әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирәяҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте
мәсьәләләре күтәреләю . Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш
хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана.
Кластан тыш уҡыу
Тыуған төйәк, ер – һыу, республикабыҙ. Ҡош – ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ
балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт.Ҡушымта Башҡорт теленән календарь тематик план
Дәрес Дата
Дәрестең темаһы
Йөкмәткеһе
Планлаштырылған һөҙөмтә
1
2
3
4
план
факт
1.09
6.09
Уҡымышлы булыу ни өсөн
кәрәк?
Мәктәптә белем алыу, уҡыу
эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Мотив
тыуҙырыу.
2се класта уҡыу осорона пландар ҡабул итергә,
маҡсатлы йүнәлеш алырға. Уҡыу эшмәкәрлегенә
өйрәнергә.
Ҙур хәреф. һөйләм.
Һөйләм башы һәм аҙағы. Уны
тейешле интонация менән уҡыу.
Һөйләмде әйтеп яҙҙырыу , күсереп
яҙыу. Шиғырҙы күсереп яҙыу.
Шиғыр строфаһының һәр юлы ҙур
хәрефтән яҙылыуы.
Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға.
Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле
тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға. Күсереп яҙыу
ҡағиҙәләрен үтәргә.
8.09
Ҙур хәреф. Кеше исемдәре.
13.09
Ҙур хәреф. Кеше
фамилиялары.
Кеше исемдәре, уларҙың мәғәнәһе,
яҙылышы. Әйтелгәнсә яҙылмай
торған исемдәр: (элэйә)
Әлиә.Күсереп яҙыу.
Кеше исемдәренең мәғәнәһә тураһында
мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар
ҡулланырҡа. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырға.
Кеше фамилиялары. Әйтелгәнсә
яҙылмай торған фамилиялар.(ыф),
(эф) өндәренә бөткән ират
фамилияһының аҙағында ов,
ев хәрефтәре яҙылыуы:(Кәримыф)
(Кәримов) Күсереп яҙыу.
Кеше исемфамилияларын дөрөҫ яҙырға.
һөйләмдә орфограммалар аҫтына һыҙырға.
Уларҙы аңлатырға. Һөйләмде дөрөҫ күсереп
яҙырға
75
15.09
Ҙур хәреф. Ерһыу атамалары.
Хайуан ҡушаматтары. Нәҙек,
ҡалын һуҙынҡылар
Ерһыу атамаларын аңлатҡан
һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән
яҙылышы. Тыуған ауыл, ҡала
янындағы йылға, күл, тау
атамалары. Күсереп яҙыу. Хайуан
ҡушаматтарының ҙур хәреф менән
яҙылышы.Йорттағы хайуандарҙың
ҡушаматтарын яҙыу
Тыуып үҫкән ерһыу атамалары тураһында
мәғлүмәт алырға. Ауыл, ҡала, йылға, күл, тау
атамаларын ҙур хәрефтән яҙырға.
Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп
ҡушылыуын аңлатырға. Уларҙы ҙур хәрефтән
яҙырға.
6
7
8
9
20.09
22.09
Хайуан ҡушаматтары. Нәҙек
һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.
Тикшереү эше.
27.09
Үҙара һөйләшеү. Диалог.
29.09
Үҙара һөйләшеү. Диалог.
Кеше исемфамилиялары, хайуан
ҡушаматтары, ерһыу атамаларын
аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҙур хәрефтән
яҙыу.
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙырға.
Һөйләм, тексты дөрөҫ күсереп яҙырға. Диктант
тексын иғтибарлы тыңларға. яҙырға.
Үҙара аралашыу. Теге йәки был
күренеш тураһында уйтойғолар
менән бүлешеү. Кеше менән
танышыу(диалог ҡороу). Танышҡан
кешеңде һүрәтләп һөйләү.
Үҙара аралашыу. Теге йәки был
күренеш тураһында уйтойғолар
менән бүлешеү. Кеше менән
танышыу(диалог ҡороу). Танышҡан
кешеңде һүрәтләп һөйләү.
Үҙара аралашыу оҫталығына өйрәнергә.
Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған
һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу
мәҙәниәтенә өйрәнергә.
Үҙара аралашыу оҫталығына өйрәнергә.
Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған
һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу
мәҙәниәтенә өйрәнергә.
10
6.10
Йәмғиәт урынында осрашыу.
Йәмғиәт урынында диалог ҡороу.
Таныш булмаған кешегә тәү башлап һүҙ
8Диалог.
Диалогты дәфтәргә яҙыу тәртибе.
ҡушырға, аралашырға күнегергә.
11
13.10
Яҡын кешеләрҙе ҡотлау,
тәбрикләү. Әкиәт геройҙары.
Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу
этикеты.
12
18.10
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү.
Яҡын кешеләрҙе
ҡотлау(диалог).Ҡотлау
барышындағы һөйләшеү(диалогты)
дәфтәргә теркәү. Аралашыу
этикеты. Үҙара һөйләшеү
мәҙәниәте. Диалогты дәфтәргә яҙыу.
Кәрәкле белешмә алыу маҡсатында
кешегә өндәшеү. Телефон аша
аралашыу. Диалогты тейешле
тәртиптә дәфтәргә яҙыу .
Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен ҡағыҙға
теркәп ҡуйырға, ул көндө уларҙы ҡотларға.
Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты
тейешлесә көйләргә өйрәнергә
Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк
булғанда фекереңде ҡыҫҡа итеп аңлата белергә.
13
20.10
Диалог ҡороу. Әйтем.
Һынамыш. Мәҡәләйтемдәр.
Бәләкәй жанр ижады. Диалог ҡороу
мәҙәниәте.
Һамаҡ, һынамыш, мәҡәләйтемдәрҙе яттан
белергә.Телмәр ситуацияларында мәҡәл
әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә.
14
25.10
Иғлан. Белдереү.
15
27.10
Тикшереү эше.
Диктант. Юлай.
16
8.11
Һөйләм.
Иғлан, белдереү тексы төҙөү, уны
матбуғат биттәрендә баҫтырырға
әҙерләү.
Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм
аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат
биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға
Аралашыу, диалог ҡороу
оҫталығы.Диалогты дәфтәрҙә
грамоталы яҙыу.
Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү
өлгөһө ижад итергә. Уны дәфтәргә тейешле
ҡағиҙәләргә ярашлы итеп яҙырға.
Һөйләмдең фекерҙе белдереүе.
Һөйләм башы, аҙағы. Хәрәкәтте
белдергән һүҙҙеңһөйләмдең иң
аҙағында килеүе.
Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға,
уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм
төҙөргә.Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында
тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға
1718 10.11
15.11
Һөйләмдең баш киҫәктәре.
Эйә, хәбәр
Һөйләмдең эйәһе, хәбәре. Уларҙың
һөйләмдәге функцияһы.
Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына
һыҙырға
9Һүрәт буйынса өйрәтеү
иншаһы. "Торналы күл"
Һүрәт буйынса инша яҙыу. Сюжет
йөкмәткеһе. Уны эҙмәэҙлекле
тасуирлау.
Һүрәткә ярашлы бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып,
сюжет йөкмәткеһен бирергә
19
17.11
2021 22.11
24.11
2223 29.11
1.12
Хәбәр һөйләм
Өндәү һөйләм
2425 6.12
8.12
Һорау һөйләм.
Изложение. Шыршы.
2627 13.12
15.12
Текст. Һөйләм
28
20.12
Тикшереү эше
Хәбәр һөйләм. Һөйләмдә кем йәки
нимә тураһында хәбәр ителеүе.
Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны
дөрөҫ күсереп яҙырға.
Өндәү һөйләм. Кешегә сәләм
биргән, һөйөнөс.. белдергән
һөйләмдәр аҙағында өндәү билдәһе
ҡуйылыуы
Һорау һөйләм.Нимәлер хаҡында
мәғлүмәт алыу маҡсатында
өндәшеү, аҙағында һорау билдәһе
ҡуйыу.
Текст ике һәм унан күберәк
һөйләмдәрҙән тора.Текста
һөйләмдәр мәғәнәһе буйынса бер
береһенә бәйле булыуы. Ҡыҙыл юл.
Һөйләм төҙөү. Уның аҙағында
тыныш билдәләре. Һөйләмдең баш
киҫәктәрен айырыу. Текст күсереп
яҙыу.
Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән
уҡырға.Хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү
һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә.
Һорау һөйләмде тейешле интонация менән
уҡырға, һорау бирергә. Текст йөкмәткеһе
буйынса һорауҙар төҙөргә.
23,34һөйләмдән торған текст төҙөй белергә.
Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы
күсереп яҙырға.
Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Тексты күсереп яҙыу
ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға.
29
22.12
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Саф башҡорт һүҙҙәренисек
әйтелә,шулай яҙыла: туп,
имән...Һүҙҙе ижеккә бүлеү.
45, 56хәрефтән торған һүҙҙәрҙеәйтеп яҙырға.
Һүҙҙеюлдан юлға күсереү өсөн ижеккә дөрөҫ
бүлеү
30
31
27.12
29.12
Диктант .Ҡыш.
Диктант яҙырғы өйрәнеү.
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле
Ә, ө, ү,е,э,и һәм а, о, у,ы хәрефле
Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға.Ҡағиҙә
1032
17.01
3335 19.01
24.01
3637 26.01
31.01
38
2.02
3940 7.02
9.02
41
14.02
һүҙҙәр
һүҙҙәр.Һүҙҙең тәүге ижеге ҡалын
булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын,
нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә
нәҙек.
төҙөргә.
Һүрәт буйынса өйрәтеү
иншаһы. Елдерәләр саналар.
Һүрәт йөкмәткеһен эҙмә эҙлекле
бәйән итеү. Яҙма телмәр.
Һүрәт буйынса ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәр
менән хикәйә төҙөргә.
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү
Ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға
күсереү.
Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә.
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға
УуҮү хәрефе
Һүрәт буйынса өйрәтеү
иншаһы."Шарлауыҡ янында"
Оо Өө хәрефле һүҙҙәр.
Уү хәрефле һүҙҙәр, уларҙың өн
моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, уны
юлдан юлға күсереү.
Инша яҙырға өйрәнергә. Һүрәтте
өйрәнеү. һүҙлек эше. Һүрәт
йөкмәткеһе буйынса һөйләшеү.
План төҙөү. Яҙыу.
Оө хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың
әйтелеше, яҙылышы.
Уү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға,
дөрөҫ яҙырға.
Инша яҙырға өйрәнергә.
Оө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.
Изложение."Терпе ҡыҙына
күстәнәс".
Текст. Сюжет йөкмәткеһе.Идея
тематикаһы.План төҙөү.
Тексты аңлап уҡырға, төп фекерҙе билдәләргә.
Текстың йөкмәткеһен эҙмә эҙлекле һөйләргә,
план төҙөргә, дәфтәргә яҙырға
42
16.02
Ээ хәрефле һүҙҙәр
Ээ хәрефе һүҙ башында. Ээ хәрефле
һүҙҙәр. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.
Күсереп яҙыу.
Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға,
һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ
яҙырға.
43
21.02
(э) өнө һүҙ уртаһында һәм
аҙағында
(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында
е хәрефе менән билдәләнеүе.
Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә,
һығымта яһарға,(э) өнө һүҙ уртаһында һәм
аҙағында килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.
1144
28.02
Ы хәрефле һүҙҙәр
Ыы хәрефе һүҙ башында,
уртаһында, аҙағында
45
2.03
Тикшереү эше. Контроль
күсереп яҙыу.
Һөйләмдә бер үк һорауға яуап
биргән хәрәкәт һүҙҙәр. Предметтың
атамаһын, хәрәкәтен белдергән
һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм.
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Һүҙ байлығын арттырырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе
дөрөҫ яҙырға.
Бәйләнешле телмәр үҫтерергә.
Эште грамотлы яҙырға. Таҙа яҙырға
46
47
4849
7.03
9.03
14.03
16.03
Й хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың
яҙылышы.
Йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы), йо, йы
ҡушымсалы һүҙҙәр.
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен
үтәргә
(йа) өнө ниндәй хәреф менән
тамғалана?
Яя хәрефе һүҙ башында, уртаһында,
аҙағында. Яя хәрефле һүҙҙәрҙең өн
моделе, транскрипцияла яҙылышы
Я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.
50
21.03
Изложение . Боҙ өҫтөндә.
Текст. Сюжет йөкмәткеһе.Идея
тематикаһы.План төҙөү.
Тексты аңларға, төп фекерҙе билдәләргә.
Текстың йөкмәткеһен эҙмә эҙлекле һөйләргә,
план төҙөргә, дәфтәргә яҙырға
Юю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.
5152
53
5455
5657
58
4.04
6.04
11.04
13.04
18.04
20.04
25.04
27.04
(йу) өнө ниндәй хәреф менән
тамғалана? Ю ю хәрефе.
Диктант.Юртаҡтар.
Юю хәрефенең ҡалын һүҙҙә генә
яҙылыуы. һүҙҙең өн моделе,
транскрипцияла яҙылышы
(йэ) өнө ниндәй хәреф менән
тамғалана?
Ее хәрефенең һүҙ башында
яҙылышы. Ее хәрефе һүҙ уртаһында
Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.
(йо) өнө ниндәй хәреф менән
тамғалана?
Ёё хәрефе рус теленән һәм башҡа
сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә
Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға.
В в (У у Үү) хәрефтәре
1259
2.05
Тикшереү эше
Ике өндө белдергән хәрефле(е,
ё,ю,я) һүҙҙәрҙең яҙылышы
Тикшереү эшен грамоталы башҡарырға
6061
4.05
11.05
Һүҙ төркөмдәре.
Предмет атамаһын белдергән
һүҙҙәр
62
63
16.05
18.05
Предмет хәрәкәтен белдергән
һүҙҙәр.
64
23.05
Предмет билдәһен белдергән
һүҙҙәр
65
66
25.05
30.05
Контроль диктант.Май
Ярҙамсы һүҙҙәр . Һөйләмдең
тиң кисәктәре.
Тирәйүндәге предметтар.Уларҙың
атамаһы.Кем? Нимә? һорауына яуап
биреүсе предмет атамалары. Йәнле,
йәнһеҙ предметтар.
Предмет хәрәкәтен белдергән
һүҙҙәр. Ни эшләй? һорауына яуап
булыусы һүҙҙәр. Һөйләмдең
мәғәнәһен белдереүсе төп һүҙҙәр
эйә һәм хәбәр
Предмет билдәһен белдергән
һүҙҙәр.Ниндәй? һорауына яуап
булыусы предмет билдәһен
белдергән һүҙҙәр. Нисек? һорауына
яуап булыусы хәрәкәт билдәһен
белдергән һүҙҙәр.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың айырым
ғына торғанда мәғәнә
белдермәүе.Ярҙамсы һүҙҙәрҙең
һөйләмдәге функцияһы. Һәм, менән
ярҙамсы һүҙҙәре. Лалә, дадә, татә,
ғынагенә, ҡынакенә ярҙамсы
һүҙҙәре. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.
Һөйләмдә бер үк һорауға яуап
биреүсе предмет билдәһен һәм
хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.
Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һөйләргә.
Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм
схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә
Предметтың башҡарған эшен атарға. Предмет
хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә.
Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен
белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға
Предметҡа ярашлы билдәне атарға.
Һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырға. Һөйләмдә билдә
һүҙҙәрҙе айырырға. Уларға һорау ҡуйырға.
Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү
маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы һүҙҙәрҙән
айырым яҙырға Һөйләмдә һаналып киткән
билдәһүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға.
Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен
тамғалай белергә
1367 68
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
.Тикшереү эше
Предмет атамаһын, хәрәкәтен,
билдәһен белдергән һүҙҙәр.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Һөйләмдә тиң
киҫәктәрараһында тыныш
билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай
торған һүҙҙәр. Һүҙ башында
(уэ),(уы) әйтелешле һүҙҙәр
Һөйләмдең эйәһе, хәбәре, эйәрсән
киҫәктәре
Һөйләм. Эйә, хәбәрһөйләмдең баш
киҫәктәре. Һөйләмдә эйәрсән
киҫәктәр. Һөйләшеү(диалог). Һүҙ
төркөмдәре. Предмет атамаһын,
хәрәкәтен, билдәһен белдергән
һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр. Һөйләмдә
тиң киҫәктәрараһында тыныш
билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай
торған һүҙҙәр. Һүҙ башында (уэ),
(уы) әйтелешле һүҙҙәр
Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Уҡытыусы уҡыуы
аҫтында текст яҙырға. Һөйләмдең баш
киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай
белергә Һүҙҙәрҙең өн моделен дөрөҫ төҙөргә,
транскрипцияла яҙырға, орфограммаларҙың
аҫтына һыҙырға, аңлата белергә
Ҡушымта Башҡорт әҙәбиәтенән календарь тематик план
14Дәрес
һаны
ы дата
н
а
һ
т
ә
ғ
ә
С
план
факт
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
3.09
10.09
17.09
24.09
1.10
8.10
15.10
22.10
29.10
5.11
12.11
19.11
26.11
3.12
10.12
17.12
24.12
21.01
28.01
4.02
11.02
18.02
25.02
4.03
11.03
Дәрес темаһы
Планлаштырылған һөҙөмтә
Инеш.
Һаумы, мәктәп!
Т.ү.Рәсем буйынса һөйләмдәр төҙөү
Бишек йырҙары
Мөғжизәле бармаҡтар
Йомройомро йомғағым.Мәҡәлдәр
Кластан тыш уҡыу Шаярыуҙар
Әкиәттәр донъяһында.Ҡарт менән дейеү
Төлкө менән әтәс Т.ү
Күгәрсен күҙҙәре.Д.Талхина
Етегән йондоҙ.Ай менән Зөһрә
Шыпшым булдыҡ,тынғанбыҙ,беҙ бит шиғыр
тыңлайбыҙ.Туп. Р.Хәйри
Тыуған яҡ .А.Игебаев
Хужаһын тапманы.Т.АрсланКластан тыш уҡыу
Уйнап алайыҡ.Йомғаҡлау дәресе
Беҙ –тәбиғәт балалары.Урман китабы.Б.Ноғоманов
Урмансы малай.Т.ү
Тыңлауһыҙ сана менән саңғы.Кластан тыш уҡыу
Сәнскеле күлдәк.А.Йәғәфәрова
Томбойоҡтар.Т.ҒәниеваТ.ү
Кешеләр нисек аралаша.Әҙәп төбө ғәҙәт
Үсекләүҙәр.Таҡмазалар.
Кем маҡтансыҡ Кластан тыш уҡыу
Рәхмәт яуғанда Г.Яҡупова
Ҡобайырҙар.Салауат батыр
Йыл аҙағында 2се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр
күнекмәләренә эйә булырға тейеш:
Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай
алыу:
тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке
буйынса рәсем яһау;
текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау
биреү;
1012 шиғырҙы яттан белеү.
Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй
хикәйә төҙөү һәм һөйләү:
ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
картиналар, экскурсиялар, фильмдар,
иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы
һөйләү;
текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып
һөйләү;
ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;
башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.
Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә
бүлмәй) уҡыу:
поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый
белеү;
эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;
текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;
текстан һорауһарға яуап табыу;
1526
27
28
29
30
31
32
33
34
35
1
1
1
1
1
1
1
1
1
1
18.03
1.04
8.04
15.04
22.04
29.04
6.05
13.05
20.05
27.05
Беҙ хеҙмәтте , тыуған ерҙе һөйәбеҙӘпәкәй.К.Булат
Өфөбаш ҡалам.Р.Янбулатова
Тыуған яҡтарым һәйбәт. М.СадиҡоваТ.ү
Бөркөтлө ауылы.М.Кәрим
Әсә рәхмәте .Кластан тыш уҡыу
Күҙлек.Г.Ситдикова
Ысын иптәш.
Кластан тыш уҡыу.
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Йомғаҡлау дәресе
Дәреслек Туған тел.Авторҙары Дәүләтшина М.С., С.В.Атанғолова Өфө. Китап, 2009
картиналар ҡарау, уға исем биреү.
Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 810 әҫәрҙе белеү.
16