РЕЛИГИОЗНОЕ И МИСТИЧЕСКОЕ В СОДЕРЖАНИИ РОМАНА Ф. ГАЛИМОВА «ПОКАЯНИЕ НАД ПРОПАСТЬЮ»
Оценка 4.8

РЕЛИГИОЗНОЕ И МИСТИЧЕСКОЕ В СОДЕРЖАНИИ РОМАНА Ф. ГАЛИМОВА «ПОКАЯНИЕ НАД ПРОПАСТЬЮ»

Оценка 4.8
pdf
16.10.2022
РЕЛИГИОЗНОЕ И МИСТИЧЕСКОЕ В СОДЕРЖАНИИ РОМАНА Ф. ГАЛИМОВА «ПОКАЯНИЕ НАД ПРОПАСТЬЮ»
Kinzyabulatova_Kursovaya.pdf

ФЕДЕРАЛЬНОЕ ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ

ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

ВЫСШЕГО ОБРАЗОВАНИЯ

«БАШКИРСКИЙ ГОСУДАРСТВЕННЫЙ УНИВЕРСИТЕТ»

 

СТЕРЛИТАМАКСКИЙ ФИЛИАЛ

 

Факультет башкирской и тюркской филологии

 

Кафедра башкирской филологии

          

Направление подготовки:

44.03.01 Педагогическое образование 

 

 

Программа:

Родной (башкирский) язык и литература

 

 

Современная башкирская литература

 

 

Курсовая  работа

 

ОБРАЗНАЯ  СИСТЕМА  РАССКАЗОВ ХАЙДАРА ТАПАКОВА

 

 

Научный руководитель:                         Выполнил: студент  5  курса

(ученая степень, звание, должность)      очной формы обучения 

Кандидат пдагогических наук,               группы  БИН

Доцент Аккужина Ф.А.                          Кинзябулатова Гульназ Венировна

          

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

СТЕРЛИТАМАК – 2019

 

ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ

БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ»

 

СТӘРЛЕТАМАҠ ФИЛИАЛЫ

 

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты

 

Башҡорт филологияһы кафедраһы

 

Әҙерлек йүнәлеше:

44.03.01 Педагогик белем биреү  

 

 

Программа:

Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт 

 

 

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте

 

 

Курс эше

 

ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНЕҢ ОБРАЗДАР СИСТЕМАҺЫ

 

Ғилми етәксеһе:                                      Башҡарҙы: 

Педагогия фәндәре кандидаты,              Көндөҙгө уҡыу бүлегенең  

Доцент Аҡҡужина Ф.Ә.                         5  курс  БИН төркөмө студенты

                                                                Кинйәбулатова Гөлназ Венир ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

СТӘРЛЕТАМАҠ – 2019

 

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

ИНЕШ…………………………………………………………………….....……4

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК.  ХӘЙҘӘР  ТАПАҠОВТЫҢ  «ЯҘЫЛЫП БӨТМӘГӘН

ПОРТРЕТ» ХИКӘЙӘҺЕНЕҢ ОБРАЗДАРЫ……………………………….7   

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНДӘ ОБРАЗДАР

ТӨРЛӨЛӨГӨ………………….………………………………………………12

2.1. Ата – әсә һәм бала образы…………………………………………….12

2.2. Ҡатын-ҡыҙ образы...............................................................................17

ЙОМҒАҠЛАУ………………………………………………………..…….......22

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР………………………27

 

 

 

 

 


ИНЕШ

Актуаллеге. Хәйҙәр Тапаҡов хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә  проза оҫтаһы булып киң танылды. 

Әҙәби ижад эшен Хәйҙәр Тапаҡов шиғырҙар яҙыу менән башлай, торараҡ тотошлай проза жанрҙарына күсә. «Ғүмер бүләк итәм», «Яҙылып бөтмәгән портрет» тигән хикәйәләр йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты. 

Хәйҙәр Тапаҡовтың ижад емештәре матбуғат биттәрендә йыш ҡына донъя күреп тора. Авторҙың күп әҫәрҙәре заманаһына күрә иң опреатив проза жанрҙарының береһе - хикәйә формаһында яҙылған. Бөгөнгө көндә әҙәбиәт майҙанында танылыу алған яҙыусы башҡорт прозаһында хикәйә жанрында иң әүҙем яҙышыусыларҙан һанала.

Тиҫтәләгән хикәйәләре-повестары гәзит-журнал биттәрендә, донъя күреүенә ҡарамаҫтан, Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрҙәре әҙәбиәт ғилеме, әҙәби тәнҡит күҙлегенән, форма-стиль, йөкмәтке  йүнәлешендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Повесть жанрында ла  автор «Һайлау», «Зөлхизә» кеүек ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр ижад итте, Хәйҙәр Тапаҡовты бөгөн башҡорт прозаһында характер оҫтаһы тип ҡабул итергә кәрәктер.

«Ҡаршы сығып ал», «Сибәрбикә», «Китәм иркәм, ҡалаһың», «Ләйсән»,

«Яҙылып бөтмәгән портрет», «Элмәктәге ҡояш», «Зинәтулла менән Зөлхизә», “Һайлау” һәм башҡа байтаҡ хикәйә-повестар, тормошсан йөкмәткеле образдары, уңышлы  характер портреттары, геройҙарҙың яһалмалыҡтан бигерәк йәнлелеге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Күләме буйынса ҡыҫҡа ғына әҫәрҙәрендә автор бер-ике образды характер кимәленә күтәреп, улар нигеҙендә конфликт тыуҙырыуға өлгәшә. Шәхес концепцияһы, бер-нисә тышҡы штрих ярҙамында ғына түгел, ә эске кисерештәр ярҙамында геройҙың булмышын һүрәтләп биреү оҫталығы яҙыусы ижадын өйрәнеүҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Әҙәбиәт ғилеме өсөн Хәйҙәр Тапаҡовтың хикәйә жанрындағы ижадын тикшереү уның әҫәрҙәрендә образдар донъяһын өйрәнеү актуаль.

 

Теманың өйрәнелеү кимәле. Гәзит-журнал биттәрендә хәҙерге хикәйәләрҙең образдар системаһына ҡағылышлы байтаҡ мәҡәләләр донъя күреп тора. Улар авторҙың теге йәки был ижад емешенең үҙенсәлектәрен яҡтыртып үткән, йөкмәткеһенә һәм образдар системаһына ҡарата асыҡлыҡ индергән әҙәби байҡауҙар булып тора. Автор менән бергә тәүләп әҙәбиәт майҙанына аяҡ баҫҡан әҙиптәр, атап әйткәндә, шағирә Айгөл Ишемғужина[1], йәш ғалимә Луиза Кирәева[2]  хәҙерге  хикәйәләр һәм Хәйҙәр Тапаҡовтың айырым хикәйәләре буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирҙеләр.

Оло быуын яҙыусыларынан алып олпатлы ғалимдарға тиклем, хатта ябай уҡыусылар ҙа гәзит-журнал биттәрендә яҙыусының хикәйләре, повестарына үҙ ҡараштарын белдереп торалар. Ғайса Хөсәйенов Хәйҙәр Тапаҡовтың «Ҡаршы сығып ал» тип аталған китабына баш һүҙендә авторҙы «иң беренсе сиратта оҫта хикәйәсе»[3] тип билдәләгәйне.

Мөслим Әбсәләмовтың «Әҫәрҙәре тормошсан»4 тип исемләнгән мәҡәләһе башлыса авторҙың «Ҡаршы сығып ал» тип исемләнгән китабы сығыу уңайынан яҙылған. Уны яҙыусының ижади юлы, тормошо менән таныштырыу тип ҡарарға кәрәк.  

Әммә Хәйҙәр Тапаҡов прозаһы, күп һанлы әҙәби байҡау формаһындағы мәҡәләләрҙең күплегенә ҡарамаҫтан, әҙәбиәт ғилеме тарафынан өйрәнелмәгән. Өлгөрөп еткән ижад ентекле тикшереү, монографик хеҙмәт көтә. Йәш быуын яҙыусыларының ижади эволюцияһын күҙәтеү, уларҙың мираҫын туплау үҙе үк актуаль проблемаға әйләнде бөгөн.

Курс эшенең объекты Х.Тапаҡов хикәйәләренең образдар системаһы, предметы Хәйҙәр Тапаҡов хикәйәләре.

Курс эшенең маҡсаты: хәҙерге хикәйәләрҙең образдар системаһын өйрәнеү. Ҡуйылған маҡсаттан сығып, курс эшенең бурыстары билдәләнде:

-                     Хәйҙәр Тапаҡовтың «Яҙылып бөтмәгән портрет» хикәйәһенең образдары тикшереү;

-                     Хикәйәләрҙә  ҡатын-ҡыҙ, ата-әсә, бала образдарын асыҡлау.

Курс эшенең пратик әһәмиәте. Курс эше материалдарын әҙәбиәт дәрестәрендә хәҙерге прозанан күҙәтеү  темаһын өйрәнгәндә,  курс, диплом эштәрен яҙғанда файҙаланырға мөмкин.

Курс эшенең структураһы. Эш инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар исемлегенән тора.


БЕРЕНСЕ БҮЛЕК.  ХӘЙҘӘР  ТАПАҠОВТЫҢ  «ЯҘЫЛЫП БӨТМӘГӘН ПОРТРЕТ» ХИКӘЙӘҺЕНЕҢ ОБРАЗДАРЫ

 

Xәйҙәр Тапаҡовтың геройҙары - донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған төрлө быуын кешеләре. Улар араһында тормошҡа әле саҡ аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә, оло тәжрибә туплаған өлкәндәр ҙә үҙҙәренең ҡабатланмаҫ характерлы сифаттары менән уҡыусы хәтерендә ҡала. Мәҫәлән, «Тоҙло перәниктәр» хикәйәһендәге Айҙар исемле малайҙың үпкә сире менән сырхаған әсәһен перәниктәр менән һыйларға, ошо уңайҙан күңеле әрнеүле әсәһен аҙ ғына булһа ла шатландырырға ынтылыуында күпме мәрхәмәт, изгелек, балалыҡ хисе ярылып ята! Кескәйҙән ғәҙелһеҙлек, рәхимһеҙлекте үҙ елкәһендә татыған малайҙың ныҡышмал булыуы, юғалып ҡалмауы, ә, иң мөһиме, намыҫ менән көн итергә ынтылыуы һоҡландыра.

Хәйҙәр Тапаҡовтың «Яҙылып бөтмәгән портрет» исемле хикәйәһен уҡып сыҡҡас, ирекһеҙҙән күҙҙәремә йәш эркелде. Хыя-тормошҡа ашыра алмау арҡаһында бер яҙмыштың емерелеүе мине ныҡ тетрәндерҙе. Ә ниндәй хыялдар!..»[4] - тип яҙғайны Айгөл Ишемғужина үҙенең хикәйә баҫылыуы уңайынан яҙылған мәҡәләһендә. 

Хәйәҙәр Тапаҡовтың был әҫәрендә  хәрәкәт итеүсе геройҙар ҡуласаһы ҙур түгел - Хәйбулла, уның әсәһе Бибиәсмә, Гөлзифа, уның тәүге иренән тыуған улы Кәрим.

Хәйбулла - ауыл кешеһе. Вахиғалар уның тирәләй ҡоролған. Хәйбулланың бала сағы бик ауырға тура килә, йәшләй атайһыҙ ҡала. Әсә кешегә яңғыҙ донъя көтөүе ни тиклем ауыр булмаһын, балаһының ҡағылыпһуғылып йөрөүен теләмәгәнгә күрә, башҡаса кейәүгә сыҡмай. Хәйбуллаға уҡырға мәктәп ярҙам итә — уны кейем яғынан тәьмин итәләр. Уҡыуға бик отҡор, дәртле бала булып үҫә. Буш ваҡыттарында һәр саҡ һүрәт төшөрөү менән мауыға, илһамланып тәбиғәт күренештәрен ҡағыҙына күсерә ул. Хатта балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарҙа уның кескәй ижад емештәре донъя куреп тора. Иң төп хыялы - училищеға уҡырға инеү . Ләкин... илдә барған кризис уларҙың ғаилә тормошона ла ҡағылмай  үтмәй - Хәйбулла уҡырға инер алдынан тәүҙә үҙен ҡарар өсөн аҡса эшләргә, әсәһенә бер аҙ ярҙам итергә, унан ғына уҡыу яғын ҡайғыртырға тигән фекергә килә. Бер аҙға ғына уҡырға инеү хыялынан айырылып торорға мәжбүр иткән хәл оҙаҡҡа һуҙыла - ул уҙе лә һиҙмәҫтән өйләнеп ҡуя. Оҙаҡ яратып йөрөгән Гелзифаһы бүтәнгә кейәугә, сығыу менә ул эскегә һабыша. Ә инде теләгенә ирешкәс — Гөлзифа улын эйәртеп үҙенә күсеп килгәс, уның тормошо бөтөнләй түбәнгә тәгәрәй: яһил ҡатын уның тормошон боҙоп ҡына ҡалмай, уҡырға инеү теләген бөтөнләй һүндерә. Өс йыл бергә ғүмер итеү осоронда бер балалары ла булмауы Хәйбулланың йөрәген яралай, ул тағы ла ныҡлап эскегә һабыша, ә Гөлзифа, был һәләкәттән аралайһы урынға, үҙе үк упҡынға этәрә - уның менән ҡушылып эсә, иртәгәһенә рәхәтләнеп баш төҙәтәләр. Гөлзифаның тәүге иренән булған Кәримде улар бөтөнләй онота. Тормош хәстәре былай ҙа яңғыҙ донъя көтөп, кәре ҡайта башлаған Хәйбулланың әсәһе — Бибиәсмә елкәһенә төшә. Автор алда буласаҡ фажиғәләр тураһында уҡыусы күңеленә бик урынлы итеп көҙөк һала: «Килен төшкән көндә үк ҡазаланып та ҡуйҙылар: күсенеп килгән мал кәртәгә инеүгә тарбаҡ мөгөҙҙәре менән хужа һыйырҙың эсенән үтә алды» тигән юлдарҙы уҡыу менән быға тиклем аныҡ ҡына күҙ алдына баҫырға өлгөргән яһил Гөлзифаның ҡәйнә өйөнә хужа булып, хатта өйөнән ҡыуып сығарыуға барып етеүе мөмкин икәне күҙаллана. Ә инде Бибиәсмә ҡазаланып, түшәккә йығылғас, уны ҡарауҙан ҡырҡа баш тартҡан килен тейәнеп өйҙән сығып уҡ китә. Донъя хәстәрен, ауырыу әсәне ҡарау эштәрен бер үҙе күтәрә алмай, Хәйбулла инде башы-аяғы менән эскегә сума. Яҙғы ҡатын-ҡыҙ байрамы Гөлзифа менән уның араларын тағы яҡынайта. Ауырыу әсәне аласыҡҡа сығартып, Гөлзифа Хәйбуллаға кире күсенеп килә һәм,    аласыҡты    ағартып биргәндән һуң, ул ҡәйнә барлығын бөтөнләй онота. Ә Хәйбулла айныған арала ғына әсәһенә күҙ һалғылай. Яңғыҙ әсәне әхирәте Фариза ғына онотмай, көн дә инеп, хәлен белеп, ярҙам итеп сыға.

Әҫәр һуңғы өс йылда яҙылған булырға тейеш. Сөнки хикәйәлә «декабрь уртаһы яҡынлашҡан, исмаһам күңел өсөн ер өҫтө буҙарып ятһасы. Ҡара ҡыш», - тигән юлдар бар, йәғни күптән ҡыш миҙгеле етһә лә, һаман ҡарҙың яумай яфалауы - 1996 йылдың ҡыҫыр ҡышына тура килә. Автор был осорҙо әҫәргә индереү мотивын бик оҫта файҙаланған, хатта үҙе үк шул ваҡытты һүрәтләгәндә «тәбиғәт бола заман ише буталып бөттө» тип аңлатма бирә. Ул тәбиғәт күренештәре менән заман темаларын берләштереп, үзәккә ошо проблеманы ҡуйһа, тышҡы яҡтан иһә ил сыуалыштарының кеше яҙмышына ла ҡағылмай үтмәүен оҫта сағылдырып, кеше һәм заман проблемаһын яҡтырта.                                                                                                                                  

Әҫәр һүрәтләнгән осорҙа хәрәкәттәр бик аҙ  хикәйә тотошлайы менән тиерлек хәтерләүҙәргә хоролғән. Хәйбулланың йоҡонан уянғанда ниндәй хәлдә булыуы, өйенөң торошо әҫәрҙе артабан уҡыу теләгенән һүрелтһә, уның уҙған тормошо тураһындағы уйланыуҙар, хәтерләүҙәренән Хәйбулланың бала, үҫмер сахтарының ниндәй өмөтле, яҡты, хыялдарға бай булыуын уҡып, нисек уның артабанғы яҙмышы шулай ҡызғаныс күренешкә әүерелеүен белергә теләү, ҡыҙыҡһыныу әҫәрҙе бер тынала уҡып бөтөргә этәргес кес бирә. Әммә, хикәйәне уҡыған һайын, Хәйбулланың тормошоноң кирегә тәгәрәүе, ә иң-иң ҡыҙғанысы - уның хыялдарын   тормошҡа   ашырыу мөмкинлеге кәмеүе күңелде һыҙлата.

Хәйбулла хәтирәләренән арынып, бөгөнгө көнгә әйләнеп хайта, яңғыҙ әсәһен иҫенә төшөреп, уны хәстәрлекләүҙән күңеленә дәрт ҡуна, тиҙерәк әсәһенә ярҙам иткеһе, йылы аш бешереп ашатҡыһы килә, ҡараңғы аласыҡҡа тиҙерәк ут төшәрөү теләге менән яна. Әммә ишекте аша атлап сығып, өйөнә инеү менән өҫтәлдә ҡуҡырайып ултырған ике баш «йәшел йылан» ҡолона әүерелә, әсәһе тураһындағы хәсрәтле уйҙары күңелен өйкәп торһа ла, артабан һәр рюмканы күтәргән һайын, был күңел юшҡыны артҡы планға күсә бара, ә уның урынын бар нәмәнән ҡәнәғәт булыу, донъяға ҡул һелтәп ҡарау кеүек уйҙар биләй, «диңгеҙ тубыҡҡа» етә.

Хикәйәлә мәңгелек проблема булып килгән, һаман да хәл ителеп етмәгән балалар һәм аталар проблемаһы сағыу төҫ алған. «Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала» тип халыҡ белеп әйткән. Әсәнең шундай ауыр көнгә төшөүендә Хәйбулланың да, Гөлзифаның да ғәйебе сикһеҙ: уларҙың ғаилә тормошонда «ир — баш, ҡатын — муйын» тигән традицияның тап киреһе йәшәй, Хәйбулланың үҙ фекере булмауҙан файҙаланып, Гөлзифа ғаилә теҙгенен теләгән яҡҡа борғолай. Ә ҡәйнә улының яҡлауынан тыш бетөнләй көсһөҙ, яһил бисәгә үпкәләп өндәшеү оло тауыш, янъял сығыуға килтерә. Үҙ яйына йәшәп өйрәнгән Бибиәсмә ғауға ҡуптармаҫ өсөн, бар нәмәне үҙе эшләргә тырыша һәм шул бөтмәҫ эш уның башына етә яҙа, ул түшәккә ауа. Кеше бағыуына мохтаж булғас, уның кәрәге лә бөтә - айырым аласыҡҡа сығаралар һәм ни тиклем ғазаптар менән бала табып, ғүмер буйы уның өсөн янып йәшәгән, хатта үгәй ата хакимлығында ҡалдырырға теләмәй, үҙенең бәхетен ҡорбан итеп, улын яңғыҙы тәрбиәләгән әсә бер кемгә лә кәрәкмәй булып сыға. Әммә шулай ҙа аласыҡта көндөҙ ут ҡабыҙылып, бармаҡ башындай ғына булып ҡалһа ла, һүнер-һүнмәҫ емелдәп янған май шәме кеүек, улының мәрхәмәтенә, тормошта дөрөҫ юлға сыға алыуына булған өмөтө лә һүрелмәгән, һүрән генә емелдәй.

«Яҙа баҫтым юлдарымдан яңылыш», — тип ҡарлыҡҡан, моңһоҙ тауыш менән йырлай иҫерек Хәйбулла һәм сайҡалып, күптән тәгәрәгән Гөлзифа эргәһенә ауа. Был мәлдә көн ҡырҡа боҙолоп, дауыллы ғәрәсәт ҡуба, ауылды ҡара ҡойон хаплай. «Әйтерһең дә, тәбиғәт ҡарынында ятҡан, етлеккән ҡар бөртөктәрен тыуҙыра алмай тулғаҡ тотоп ғазаплана ине». Ниндәй матур, тәрән мәғәнәле сағыштырыу! Был сифат әҫәрҙең аҙағына ғына түгел, ә бөтә булмышына ла хас — матур сағышты-рыуҙарҙан һоҡланырлых, ә фажиғәле ситуацияларҙа — үкһеп иларлыҡ. Автор уҡыусы күңеленә үтеп инеү өсен ябай халыҡ телен файҙаланған.

Тағы ла заман талаптары, ҡанундары менән бәйле, илдең иң ауыртхан урыны булған эскелек проблемаһы - хикәйәнең үҙәк проблемаларының береһе. Хикәйәнең төп фажиғәһе ошо эскелеккә бәйләнгән - күҙ терәп торған баланың юлдан яҙыуы ла, тормошҡа ашмаған хыялдар ҙа, киләсәк хахында уйланмау ҙа, ата-әсә алдында торған бурысты кире ҡайтарырға онотоу ҙа, бөтә донъяға ғәмһеҙ мөнәсәбәт тә, тыумаған бала һәм яҙылып бөтмәгән портрет та...

Дөйөмләштереп әйткәндә, «Яҙылып бөтмәгән портрет» — бөтә кешелекте уйландырырға тейешле, яҙа баҫыуҙарҙан араларға ынтылыусы, иң ғәзиз кешеләребеҙҙе онотмаҫҡа, һәр саҡ бурысыбыҙҙы еткереп үтәргә һәм иң саф, матур, яҡты хис - мөхәббәтте, эскелеккә әүрәп, аяҡ аҫтына һалып тапамаҫҡа кәңәш итеүсе, саҡырыусы тәрән мәғәнәле, уйландырырлых әҫәр.


ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНДӘ ОБРАЗДАР

ТӨРЛӨЛӨГӨ

1.2. Ата-әсә һәм бала  образы

Хәйҙәр Тапаҡовтың өсөнсө китабына исем биргән “Ҡаршы сығып ал” әҫәре, моғайын да, яҙыусының бөгөнгө көнгә ҡарата иң күренекле ижад емештәренең береһелер. Һәр хәлдә, хикәйә кеүек бәләкәй проза жанрында башҡорт әҙәбиәтендә замана, бала һәм ата-әсәй мөнәсәбәттәрен сағылдырған бындай әҫәрҙәр һирәк тыуа.

“Ҡаршы сығып ал” - үҙенә дәүер һулышын туплаған, осор ҡуйған һорауҙарҙы айырым-асыҡ сағылдырған хикәйә ул. Бәләкәй проза жанрында яҙылһа ла, ул күп планлы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, әҫәрҙә автор ябай халыҡ йөҙөндә бер нисә сағыу характер тыуҙыра алған, улар, асылда, үҙ дәүере һыҙаттарын йөрөтәләр, әммә, шул уҡ ваҡыттта, ҡабатланмаҫ индивидуалеккә эйәләр.

 Хәйҙәр Тапаҡовтың яҙыу стиленә хас булғанса  традицион рәүештә, әҫәр тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүҙән, йәғни, сюжетты, конфликт үҙәген төйөнләүҙә ҙур роль уйнаған пейзаждан башланып китә. Әйтергә кәрәк, автор ижадында был йүнәлештә ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланған, пейзаж Х. Тапаҡов хикәйәләрендә, ниндәйҙер кимәлдә, конфликт төйөнөн булдырыусы ғына түгел, ә геройҙарҙың эске торошон, һөйләнеләсәк хәл-ваҡиғаларҙағы эмоциональ фонды ҡуйыртыусы мотив булып тора, булһа кәрәк. Характерҙар тыуҙырыуҙа, уларҙың бирелешендә һәм конфликтҡа ярашлы сюжет линияһындағы  бүленешендә бындай элементтың роле ҙур, әлбиттә.

Яҙыусы хикәйәнең иң башында ҡала менән ауылды ҡапма-ҡаршы ҡуйып, айырым бер контраст тыуҙыра. Ауыл  өлгө сифатында һүрәтләнә.

Ҡаланың  ҡырыҫлығы, аяуһыҙлығы, әхлаҡи яҡтан бысраҡлығы яҙыусы өсөн әҫәрҙә, моғайын, хикәйәлә өҫтөнлөк итәсәк етемлек темаһын, ата-әсә, яҙмыш тарафынан ташланған кешеләрҙе сағыуыраҡ күрһәтергә ярҙам итәлер. Икенсе яҡтан, ҡала-ауыл ҡапма-ҡаршылығы хикәйәләге характерҙар бүленешенә ярҙам итә, бер яҡтан, Сережаны ике айлыҡ бала көйөнә ташлап киткән, уны ете йылдан осратып, йәтимде үҫтергән Сәлимйән һәм Мәстүрәнән тартып алған ҡала кешеләре, икенсе яҡтан, ауыл пейзажы, шул уҡ ауыл ғаиләһе.

Х. Тапаҡовтың күпселек хикәйәләрендәге кеүек үк, автор образы «Ҡаршы сығып ал» әҫәрендә мөһим урын тота. Хикәйәләү башлыса уның аша алып барыла. Ҡала һәм ауыл контрасты, уларға бәйле кисерештәр - былар барыһы ла авторҙың күңел донъяһы. Унан да бигерәк, авторҙың эске хәл-торошо аша конфликт йомғағы тағатыла башлай, улар инде төп геройҙарға илтә.

«Ҡаршы сығып ал» хикәйәһендә беҙ иң тәүҙә төп геройҙы - Сәлимйән Яхинды осратабыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, һәр проза әҫәрендә, әгәр ул ысын мәғәнәһендә замана һулышын йөрөткән характер тыуҙырыуға дәғүә итә икән, портрет характеристикаһы ҙур роль уйнай. Яҙыусының байтаҡ хикәйәләрендә был традицион элемент образдар бирелешендә оҫта ҡулланыла. Ауыл тормошоноң бөтә әсе-сөсөһөн татыған Сәлимйәндең прототибын тормошта осратыуы ҡыйын түгел, әммә уны автор кеүек һәр деталгә иғтибар биреп һүрәтләүе ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырыр ине:

«Ирҙең йөҙ-ҡиәфәте, өҫтөнә кейгән кейеме «мин ауылдыҡы» тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Буйы уртасанан ҡалҡыуыраҡ, кәүҙәһе тулы, ныҡ. Биттәре табаҡтай яҫы, быжыр, киң маңлайы көнгә янған, әле тәрән батмаған һырҙар айырым-асыҡ күренә. Кейеҙ босҡаҡтай тоташып тиерлек үҫкән ҡаштары, ҡапысыраҡ ҡабаҡ аҫтынан ҡараған ҡоңғорт күҙҙәре, тумжыҡ танауы, ҡалын ирендәре, көслө елкәһе, йомро матур башы кәүҙәнең сәләмәтлеген аса һымаҡ. Була бит шундай һүрәттәр, һин дә мин ҡарап торғаның, яҡынлаһаң, теләр-теләмәҫ кенә сыймаҡланған йәнһеҙ өлөштәргә тарала ла ҡуя. Был ирҙә киреһе, үтмәҫ балта менән юнғандай күренгән айырым ағзалары, бере-геп күрмәлекле генә йөҙ хасил итә. Әллә эске матурлыҡ шулай тышҡа бәрә микән? Ундайҙар хаҡында танышмаҫ, һүҙ ҡушмаҫ элек үк, һәйбәт кешелер, тип ҡуяһың, үҙең дә абайламаҫтан уға ылығаһың. «Тамырҙарын тәрәнгә ебәреп үҫкән имәнме ни!» Тотош кәүҙәгә шундайыраҡ баһа бирҙем.» 

Иғтибар итәйек, яҙыусы өсөн геройҙың тышҡы портретынан бигерәк уның эске торошон һүрәтләү мөһим. Был үҙе үк авторҙың конфликт ебен тағатыуҙа тағы ла бер деталь тыуҙырыуы тураһында һөйләйҙер. Сәлимйән, тәүҙән үк, ыңғай герой булараҡ баһалана, кире персонаждар менән бәрелештә ул, «Ҡаршы сығып ал» әҫәрендә характерҙар бүленешендә, төп роль уйнаясаҡ.

Тәү тапҡыр Сәлимйән менән бергә әҫәрҙә осраған Сережа автор тарафынан артыҡ яҡтыртылмаған, күрәһең. Быны персонаждың бала булыуына һылтарға булыр ине, бәлки, әммә бала-ғаилә, ата-әсә конфликты хикәйәнең үҙәгендә тора. Сережа төп герой ҙа түгел, «Ҡаршы сығып ал» тотошлайы менән Сәлимйәндең кисергәндәрендә ҡорола. Шуға ла ыңғай һәм кире характерҙар бәрелеше бер планда ғына ҡорола. Сережаның эске донъяһын сағылдырыу, уның ике ут араһындағы өҙгөләнеүҙәрен күрһәтеү ҡаршылыулы, шул уҡ ваҡытта тормошсан, һайлау алдында торған үҙенсәлекле образ тыуҙырыуға ғына түгел, ә хикәйәлә тағы ла бер конфликт төйөнөн барлыҡҡа килтерергә ярҙам итер ине.

Ыңғай образдар араһынан тағы ла бер персонаж - ул Сәлимйәндең ҡатыны Мәстүрә. Мәстүрә - ябай ауыл ҡатыны, әммә Сәлимйәндең кисерештәрендә ул Сережа кеүек үк иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе булып ҡала. Шуға иғтибар итер инек, Мәстүрә геройы «Ҡаршы сығып ал» хикәйәһендә портрет аша ла, күңел донъяһы аша ла һирәк күренһә лә, Сәлимйәндең һөйләгәндәре, уның кисергәндәре аша уҡыусы алдында эшһөйәр, балаһын һөйгән, уның өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер ауыл ҡатынының сағыу характеры баҫа. 

«Ҡаршы сығып ал» хикәйәһенең үҙенсәлеге шунда - характерҙар араһындағы конфликт унда хикәйәнең аҙағында ла, финалда ла түгел ә иң башта, ыңғай һәм кире геройҙарҙың тәүге осрашыуында уҡ кульминацияһына етә. Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрендә барыһы ла йылдам үҫә. Был авторҙың тик төп деталдәргә генә иғтибар биреүенә, уҡыусыны ялҡытмаҫҡа тырышыуынан да килеп сығалыр. Шулай ҙа, ҡайһы бер осраҡтарҙа, бындай алымдар геройҙарҙы ҡылыҡһырларға, уларҙың төп сифаттарын билдәләргә ҡамасаулай күрәһең. Ҡайһы бер хикәйәләрҙә, мәҫәлән шул уҡ «Яҙылып бөтмәгән портрет» әҫәрендә ашығыс хикәйәләү, сюжеттағы «бушлыҡтар» күҙгә ташлана. Әҙәбиәттә беллетристик хикәйәләү, конретлаштырыу, шул уҡ ваҡытта сюжет линияһынан ситкә китмәү кеүек метод таралғанда, тулы образ тыуҙырыу талап ителгәндә, бәлки, хикәйәләр өҫтөндә ентеклерәк тә эшләү талап ителәлер...

«Ҡаршы сығып ал» хикәйәһендә ыңғай геройҙар менән бөтәһе лә асыҡ булһа ла, кире персонаждар иһә бик «серле» күренәләр. Ни өсөн тигәндә, улар хаҡында хикәйә буйына бер-ике һүҙ менән генә иҫкә алына, туранантура эпизодтар ҙа ла Людмила һәм Григорий ике тапҡыр ғына ҡатнашалар. Автор уларҙың йәшлек хатаһы, Сережаны балалар йортонда ташлап китеүҙәре хаҡында иҫкә алыуҙы, Людмиланың атаһы Алексей Федоровичтың һүҙҙәрен килтереүҙе кире персонаждар өсөн етерлек һанай. Был осраҡта сағыу характер тураһында һөйләү иртәрәк, образдар системаһын конфликт буйынса ике яҡҡа бүлеү өсөн кәрәк буғай улар.

Сережа, Сәлимйән, Мәстүрә геройҙарына ҡаршы торған персонаждар араһынан Людмила менән Григорий түгел, ә Алексей Федорович үҙенә иғтибар йәлеп итә. Уны кире герой тип атау хата булыр ине, сөнки ул хикәйәнең аҙағына тиклем үҙ позицияһында ҡала, һәм финалда, Людмиланың атаһы булараҡ, Сережаның артабанғы яҙмышын хәл итә. 

Алексей Федорович - Сәлимйән менән бер рәттән «Ҡаршы сығып ал» әҫәрендә сағыу характерҙарҙың береһе ул. Ул да ике ут араһында яна, Сәлимйән ҡатынының һаулығы, ғаилә бәхете өсөн янып-көйһә, профессор, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән Алексей Федоровичҡа берҙән-бер ҡыҙының һәм үҙенең ейәненең яҙмышы мөһим. Алексей Федоровичтың бала артынан килгәндә әйткән һүҙҙәре хикәйәнең үҙенсәлекле идея-проблематик пафосын белдереп тора. Кейәүе Григорий һәм Людмиланан айырмалы рәүештә, атай кеше үҙ намыҫын юғалтмаған, улай ғына түгел, үҙ улын да тәрбиәләй алған. 

Алексей Федорович йөҙөндә автор ҡаршылыҡлы, шул уҡ ваҡытта үҙ индивидуллегендә сағыу бер характер тыуҙыра алған. Икенсе яҡтан, Алексей Федорович - үткән заман кешеһе, совет мәктәбе рухында тәрбиәләнгән кеше. Уның өсөн намыҫ, әхлаҡ төшөнсәләре әлегә капитализм, аҡса дәүерендә үлмәгән, ҡыҙы өсөн утҡа-һыуға инһә лә, ул күңеле менән Сәлимйән яғында. Ошо яҡлап та инде хикәйәлә характерҙар бүленеше генә түгел, ә уларҙың берҙәмлеге асыҡлана, «Ҡаршы сығып ал» әҫәрендәге конфликт ике оҡшаш, әммә бер-береһенә ҡаршы герой тирәләй тыуа. Улар ғаиләләре, балалары өсөн бөтә нәмәгә лә әҙер, шулай ҙа үҙ намыҫтарына бер ҡасан да хыянат итмәйәсәктәр.

Сәлимйән үҙ намыҫына тап төшөрмәй. Людмила һәм Григорий уны судҡа биргәс, ул тыныслыҡ һаҡлай, бала өсөн даулашмай, тыныс ҡына яҙмыш ҡушҡанды ҡабул итә. Ул Сережаның һайлау хоҡуғын аңлай, судта ла бөтәһе лә тик баланың үҙенән генә тороуын белгертә. Суд, Сәлимйәндең ҡаршы булмауын иҫәпкә алып, баланы Людмила һәм Григорийға бирә.

Тик дөрөҫлөк барыбер тантана итә, Сережа, ят ерҙә үҙенең яңы атаәсәһен үҙһенмәй уларҙан ҡаса. Милиция бүлегендә, ҡалала, ике ҡаршы яҡ тағы ла осраша. Тап ошо мәлдә үҙ намыҫына хыянат итмәгән Алексей Федорович бөтәһен дә хәл итә. Ул күңеле менән Сәлимйән яғында, Людмиланың һәм Григорийҙың балаға хоҡуғы булмауын, уны тәрбиәләй алмауын да аңлап тора. Сережа ҡабат Сәлимйән һәм Мәстүрә янына, ауылға ҡайта.

«Ҡаршы сығып ал» хикәйәһе үҙенең проблематикаһы, идеялылығы менән дә ҙур иғтибарға лайыҡ. Тәүге планда, әлбиттә, бөгөнгө замандағы әхлаҡ мәсьәләһе,  аҡса хакимлыҡ иткән, әҙәм балаһы байлыҡ артынан ҡыуған заманда, күптәргә бала ҡото, уны тәрбиәләү кеүек «мәшәҡәттәр» артыҡтыр... Унан, Алексей Федоровичтың да ҡыҙын тәрбиәләү алмауына үкенес белдереүе үҙе үк тәрбиә проблемаһының күтәрелеүе тураһында һөйләй.

Хәйҙәр Тапаҡов, сағыштырмаса ҙур булмаған тормош материалында ярайһы уҡ сағыу образлы хикәйә тыуҙырыуын билдәләр кәрәк. Беҙҙеңсә, бында индивидуаль һыҙаттарға бай, ҡылыҡһырлама бирелгән, булмышы менән тормошсан характерҙар тураһында һөйләү иртәрәктер, шулай ҙа Сәлимйән, Алексей Федорович йөҙөндә сағыу геройҙарҙы табырға мөмкин.

Улар авторҙың артабанғы хикәйәләрендә үҫтерелеүен күҙаллау ҡыйын түгел.

 

2.2. Ҡатын-ҡыҙ образыдары 

 

Хәйҙәр Тапаҡовтың күпселек әҫәрҙәренә автобиографизм хас. Автобиографизм моменты хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә бәхәсле нәмә, уның нигеҙендә байтаҡ ҡына классика емештәре тыуһа ла, ғалимдарҙың бер өлөшө нәфис әҙәбиәтте документаллектә ғәйепләйҙәр, художестволы уйҙырманың әҙәби ижадтан аҡрынлап юғалыуын ҙур хәүеф тип ҡарайҙар.

Шулай ҙа, социалистик реализм методында ҡоролған совет әҙәбиәтендә тормошто сағылдырыу, уның нигеҙендә типик характерҙар тыуҙырыу төп маҡсат тип ҡаралған кеүек, башҡорт, унан бигерәк донъя әҙәбиәтендә рухилыҡ юғалмаған, ә уның төп башланғысы үҙ заманаһында, дәүерендә ята. Яҙыусы, шағир булһынмы ул, әллә прозаикмы, барыбер, үҙенең тормош тәжрибәһенән азат түгел, ул ижад ителгән әҫәрҙәрҙең бөйөклөгө лә таланттан ғына түгел, ә бәлки тап тәжрибәнән, яҙмыш һурпаһын ни тиклем тәмләп ҡарағанынан киләлер. Бөйөк әҫәрҙәрҙең күбеһе лә бит тап тормош һынауҙарынан, оҙайлы эҙләнеүҙәренән һуң ижадсы үҙ йәшәйешеңдә тап булған ябай ғына нәмәләр нигеҙендә тыуа бит.

Хәйҙәр Тапаҡовтың хикәйәләре лә уның йәшәйешенән, эске күңел кисерештәренән, ғөмүмән әйткәндә, автобиография һыҙаттарынан азат түгел. Уның хикәйәләрендә тыуған сағыу характерҙар ҙа яҙыусының күргәндәре, ишеткәндәре аша тыуған, шуға ла улар ҡабатланмаҫ, һәр береһенең ябай тормошта үҙ портреттары бар, әммә хикәйәлә улар кисергәндәр, уларҙың булмышы ижадсының күңел донъяһы аша үтә.

«Сибәрбикә» хикәйәһенең тәүге юлдарынан уҡ автор үҙе хикәйәләүсе булараҡ сығыш яһай. Әҫәрҙең исеменән күренеүенсә, хикәйәнең үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ образы торасаҡ. Тик башта уҡ яҙыусы уҡыусыны бөтөнләй икенсе тарафҡа, дуҫы менән әңгәмәһен тасурилауға алып китә. Сибәрбикә геройы әҫәргә ҡапыл ғына килеп инә. Бында әҙәби ижадтағы ваҡыт төшөнсәһенең шартлы булыуына иғтибар итер кәрәк. Автор уйы бөгөнгөләрҙән үткәндәргә ҡайта, унан киләсәккә күсә...

Хикәйәләге автобиография мотивтары яҙыусының хәтирәләрендә сағыла. Сибәрбикә - Х. Тапаҡовтың бала сағынан иҫтә ҡалған реаль кеше образы ул. Автор алдан уҡ иҫкәртеүенсә,  хикәйәне яҙыу айырым ижади ҡыйынлыҡтар тыуҙырған, сөнки бала саҡ хәтирәләре ваҡыт үтеү менән юйыла, был хикәйәлә яҙыусының дуҫы менән һөйләшеүендә асыҡ күренеп тора.

Сибәрбикә - ябай ауыл ҡатыны. Х. Тапаҡовтың башҡа күп хикәйәләрендә осраған ауыл ҡатын-ҡыҙы образының ниндәйҙер бер сағылышы ул. Героиня хикәйәнең үҙәгендә тора, авторҙың теге-йәки был күренеште һүрәтләүендә хикәйәләү барыбер уға барып тоташа. 

Ҡағиҙә булараҡ, беҙ тәү башлап ҡараған хикәйәләрҙәге шикелле, Х. Тапаҡов, төп образды ҡылыҡһырлағанда уның тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бүлә. Был әҫәр ҙә улар иҫәбендә, был алым башҡорт прозаһында, бөтә классик донъя әҙәбиәтендәге кеүек традицион ул:

«Буйы уртасанан тәбәнәгерәк, кәүҙәһе ныҡ, тын беләктәре ирҙәрҙекеләй көслө. Йөҙө лә үҙенә ылыҡтырмай, йомрандыҡылай тулы, һалыныңҡырап күренгән биттәрҙе беркеткән йәмшек танау, зур ауыҙ, яҫы маңлай, ташбығыраҡ күҙҙәр өҫтөнә йәмерәйгән, йәйге селлә етте иһә ҡояш ипкенендә янып төҫһөҙләнеүсән һары ҡаштар үтә лә күрмәлекһеҙ. Фиғеле лә ҡырыҫ. Миңә ҡалһа, ауылыбыҙҙа Сибәрбикә апайҙан ғәйре уҫал ҡатындар юҡтыр, биллаһи. Әйтһә - өҙә әйтә, сөсөләнмәй. Ҡушҡанын үтәмәй ҡара, икенселәй бөтә мир алдында, йәғни бригада алдында рисуай ҡылыр, ҡылығыңды шундай итеп фашлар, оятыңдан ят та үл. Шуға артыҡлап күҙгә-башҡа салынмай фарманын үтәй һалыуың хәйерле.  

Ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙ үҫтереп яңғыҙ йәшәй ул. Ирҙәргә биргеһеҙ итеп теттереп йәшәй. Яңғыҙлығының сәбәптәрен ауыл буйлап сурытып һөйләп йөрөүселәрҙе тапмаҫһың. Ундайҙарға ғәйбәт-яла сафсата йоға һалып бармай шул».[5]

Сибәрбикә героиняһының автопортреты уның рухи булмышынан айырылғыһыҙ һүрәтләнә. Быны авторҙың тәүге уңышы тип атар кәрәктер, сөнки образдың рухи характеристикаһын уның тышҙы ҙиәфәте менән тура килтереүҙе прозала йыш осратырмын тимә.

Артабан автор ауыл ҡатынына хас ҡырыҫ холоҡло Сибәрбикә образын тап ошо яҡлап аса ла инде. Күршелә генә йәшәгән Сибәрбикә бер кемгә лә ал бирмәҫ, сөсөләнмәгән, үҙ көнөн үҙе күрергә, бер кем алдында ла баш эймәҫкә өйрәнгән ҡатын булараҡ һүрәтләнә.

Әйтергә кәрәк, Хәйҙәр Тапаҡовтың байтаҡ хикәйәләрендә ауыл ҡатынҡыҙы образы тап икенселәй һүрәтләнә. Ошо ҡарамаҡҡа «Юлдар саты»ндағы Сафия, «Икәү»ҙәге Рәғиҙә, «Ҡаршы сығып ал»дағы Мәстүрә Сибәрбикәнең антиподы һымаҡ. Һуңғы образ барыһынан да үҙенең ябайлығы, шул уҡ ваҡытта эске донъяһының байлығы менән айырылып тора.

Беҙ юҡҡа ғына яҙыусы хикәйәләрендә характерҙар бирелешен тикшергәндә «Сибәрбикә»гә туҡталманыҡ. Х. Тапаҡов уны автобиографик мотивтар нигеҙендә генә яҙмаған. Сибәрбикә - ауыл ҡатынының иң тормошсан сағылыштарының береһе генә түгел, ул индивидуалләштерелгән, унан да бигерәк, бик ҡаршылыҡлы характер. Сюжет линияһының үҫеше ыңғайына Сибәрбикә ҡырыҫ, тормош ауырлыҡтарын үҙенә генә хас сыҙам холоҡ менән йырып үткән ҡатын булып һүрәтләнә. Бесәнлек, автор тасуирлауынса, уны тәү тапҡыр атҡа ултыртыу күренештәре, Сибәрбикәнең эшсәнлеген күрһәтеү, героиняның тап ошо һыҙаттарын сағылдырыуҙа хәл иткес роль уйнай/

Шулай ҙа Х. Тапаҡовтың был хикәйәләге төп уңышы - реаль тормоштағы гүзәл зат йөҙөндә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған ике характерҙы тыуҙырыуҙалыр. Хикәйәләге сюжет линияһының Сибәрбикә аша ғына ҡоролоуын әйтеп үткәйнек. Автор - Зөлфиә, автор - Ғәйфулла һәм Ғарифулла йүнәлештәре икенсе планда, улар конфликтта төп роль уйнамай. Беренсе урынға Сибәрбикә характерында, уның күңелендә бер-береһе менән көрәшеүсе ике булмыш ул.

Тәүҙәрәк төп образ ҡырыҫ, тормошҡа бирешмәҫ ҡатын ине. Әммә бесәнлектә үк автор бер күренеште, уҡыусы тарафынан инде ҡабул ителгән был ҡарашты кире ҡаға. 

Яҙыусының беренсе китабына исем биргән «Ғүмер бүләк итәм» хикәйәһендәге Фәрзәнә характеры - Х. Тапаҡов әҫәрҙәрендә һирәк осрай торған ҡала ҡатын-ҡыҙы. Әммә яҙыусының сәнғәт, театр донъяһына арналған әҫәрҙәрендә йыш күренгән артистка образын сағылдыра ул. Фәрзәнә «Сибәркәй»ҙәге Таңһылыуҙың автор әҫәрҙәрендә тағы ла үҫтерелгән дауамы ул.

Фәрзәнә характеры хикәйәлә тормош иптәше Айҙар Мырҙағолов аша асыла. Ҡатын-ҡыҙ образы, шулай итеп, был хикәйәлә, «Сибәркәй» һәм «Ләйсән»дән айырмалы, автор геройы түгел, ә уға ҡапма-ҡаршы ҡуйылған характерҙан тыуа. Ниндәйҙер кимәлдә, Айҙар Мырҙағолов характерын тыуҙырыуҙа ла Фәрзәнә героиняһының роле ҙур. 

Хикәйәләге конфликт ғаилә тормошона һәм әхлаҡи проблематикаға ҡорола. Йәшлек мөхәббәте менән ҡауышҡан ике йән оҙаҡ та үтмәй, тормош һынауҙарына бирешеп айырылыша, әммә улы Тимур һәм ире Айҙарҙың операция өҫтәлендә ятҡан мәлендә Фәрзәнә үҙенең хаталарын аңлап ғаиләһенә кире ҡайта.

Фәрзәнә характеры - автор хикәйәләрендә геройҙың ҡыҫҡа ғына әҫәр дауамындағы әхлаҡи эволюцияһының бер миҫалы ул. Ул әҫәрҙең идеяпроблематик пафосынан айырылғыһыҙ.

Шулай итеп, Хәйҙәр Тапаҡов хикәйәләрендәге әхлаҡи проблематика уларҙағы конфликттан һәм идея йүнәлешенән айырылғыһыҙ. Дөрөҫөрәге, характерҙарҙың үҫеше, уларҙың сюжет линияһындағы хәрәкәте арҡаһында ҡабатланмаҫ ижад емештәре һәм тормошсан образдар тыуа, ймәғиәт тормошона хас һорауҙар ҡуйыла ла инде. Беҙ ҡарап киткән хикәйәләрҙә ул әхлаҡи проблематикаға һәм ғаилә тормошона бәйле ине. Киләсәктә, шулай ҙа, яҙыусы ижадында тормоштоң башҡа яҡтарын яҡтыртҡан, шундай юҡ ябай кешеләрҙе һүрәтләгән, әммә уларҙы бөтә индивидуаллегендә бирә алған әҫәрҙәр тыуыуына ышанғы килә.

 


ЙОМҒАҠЛАУ

 

Яҙыусы булып тыуыр кәрәк, тиҙәр. Тимәк, ул – тәбиғәт биргән һәләт. Яҙыусы булып үҫергә кәрәк, тиҙәр. Тимәк, ул – тормош, тырыш хеҙмәт емеше. Яҙыусыға биография дла кәрәк, тиҙәр. Тормош биографияһына ҡушыла рухи үҫеш биографияһы ла. Үҙеңде тапҡас, үҙеңдекен әҙәбиәттә асҡас ҡына яҙыусы башлана, тип яҙа Ғайса Хөсәйенов[6].

 Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәренең береһе булараҡ, йылданйыл нығыраҡ танылыу таба барған әҙибебеҙ Хәйҙәр Тапаҡовтың  ижади донъяһын байҡап, уның ижад ҡоласы киң, мөмкинлектәре ҙур булыуына инандыҡ. 

Яҙыусының күп кенә әҫәрҙәрендә мәңгелек темалар - мөхәббәт, хыянат, тоғролоҡ, намыҫ көрәше күтәрелә. “Ҡаршы сығып ал”, “Ғүмер бүләк итәм” китаптарына ингән хикәйәләре шулай тип әйтергә тулы мөмкинлек бирә. Ошондай әҫәрҙәре аша ул ябай ғына хәл – ваҡиғалар, кешеләрҙең ғәҙәти, көндәлек тормош күренештәре нигеҙендә һәр кемде тулҡынландырырлыҡ фекер кәүҙәләндерә белә. 

Хәйҙәр Тапаҡовтың геройҙары әллә ҡайҙағы донъя кешеләре түгел, ә һәр береһе беҙҙең тирә - яғыбыҙҙы әйләндереп алған ысынбарлығыбыҙҙан.

Әҫәрҙәрендә бигерәк тә йәштәр образын кәүҙәләндергән әҫәрҙәр, кешенең әхлаҡи һыҙаттарын, рухи донъяһын мөхәббәт кеүек нескә һәм бөйөк тойғолар менән бәйләп аса. Әҫәрҙәрҙә мөхәббәт картиналары, ысын һәм ялған тойғолар бәрелеше, хистәреңә тоғролоҡ мәсьәләләре авторҙың төп хикәйәләү обьекты булып тора. Хикәйәләре нигеҙендә мөхәббәт тарихы түгел, кешеләрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәте ята. Ошо мөнәсәбәт аша уларҙың ысын йөҙө асыла. Автоп ғаиләлә барған аңлашылмаусанлыҡтар хаҡында ғына һөйләмәй, ғаиләнең кешеләрҙе үҙ-ара бәхетһеҙ яһауының күңелһеҙ сәбәптәрен ентекле тикшерә. Конфликтың сығанағын юллай, был конфликты тыуҙырыусы кешене зҙләй. Ныҡлы, бәхетле ғаилә ҡороу өсөн мөхәббәт кенә аҙ. Бында инде йәндәрҙең туғанлығы, бер-береңде хөрмәт итеү, кешесә мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер культураһы ла булырға тейеш. 

Яҙыусы йыш ҡына әҫәрҙәрен хәтерләүҙәргә ҡора. Үткәндәге ваҡиғаларҙы тасуирлап, яҙыусы хәҙерге көн хаҡында уйлана, йә бөгөнгөнө тасуирлап үткәндәргә үҙ ҡарашын бирә. Бындай синтез ижады Хәйҙәр Тапаҡов өсөн хас күренеш. Ошо хәтирәләр аша бер ниндәй ҡаршылыҡтар, тетрәнеүҙәр кисергән геройҙарҙың эске күңеле, тотош яҙмышы асыла. Хәтерләүҙәр авторға кеше яҙмышына һаҡ ҡарау, ниндәй генә хеҙмәт башҡарһаң да, “кешелеклек тигән вазифа”ны онотмау кәрәклеген үтемлерәк раҫларға мөмкинлек бирә. Хәтерләүҙәр алымы, ысынбарлыҡҡа ретроспектив планда сағылдырыу геройҙарҙың формалашыу процесын тулы асырға мөмкинлек бирә. 

Хәйҙәр Тапаҡов үҙ әҫәрҙәрендә бик йыш ҡына символик мәғәнә алған төрлө образдарға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, “Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең” повесында – ҡоҙғон, әҫәр аҙағында – бесәй балаһы, “Эт күҙендәге ҡояш”та – Василийҙың эте Шарик, “Дусар ителгәндәр” әҫәрендә - Аҡбай, “Сибәрбикә” хикәйәһендә “күрер күҙгә юшан ғына күренгән Алаҡай” образын телгә ала алабыҙ. Автор был осраҡта кешенең донъя менән сикһеҙ ҡатмарлы, сикһеҙ киң бәйләнештәрен әҙәбиәт ассоциациялар рәүешендә бик оҫта тыуҙыра. Бер үк ваҡытта бындай образлылыҡ замандаштың рухи донъяһын байыҡтырыуҙа, үҫтереүҙә үҙ эшен башҡара.[7]

Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрҙәренең теле лә образлылығы менән айырылып тора. Кирәй Мәргән әйткәнсә, “тел һәр ваҡыт художестволы әҙәбиәттең беренсе һәм төп элементы, ул һәр әҫәрҙе сағыу итеүсе милли форманың төп компоненты булып килде һәм булып ҡаласаҡ.” Яҙыусының һүрәтләү алымдары үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, теле ябай, һутлы, яҙылғандары еңел, бер тынала уҡыла. Хикәйәләре бай тел менән ижад ителгән, зауыҡлы.

 Яҙыусы – үҙе йәшәгән йәмғиәттең күҙе, ҡолағы, теле. Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрендә заман һулышын оҫта һүрәтләү ярылып ята. Яҙыусы үҙ заман кешеләрен күрә, ишетә белә. Осор һулышына яраҡлы әҫәр ижад итеү өсөн тәбиғәт биргән оҫталыҡ ҡына түгел, тормоштағы күренеш – ваҡиғаларға, ундағы үҙгәрештәргә тиҙ һәм дөрөҫ баһа биреү сифаты ла, үҙеңде тынғыһыҙ эшкә егеү һәләте лә кәрәктер. 

 Хеҙмәт кешенең - йәшәү сығанағы, тиҙәр. Бына ошо хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөнә яҙыусының бөйөк һүҙ ярҙамында психологик яҡтан ышандырырлыҡ һәм тормошсан әҫәрҙәр ижад итеп тынғыһыҙ эҙләнеүендә, хеҙмәт итеүендә сағыла икәненә инанабыҙ. Танылған яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрҙәренең үҙәгендә - тәрән кисерештәр, ҡапма-ҡаршылыҡлы хис-тойғолар солғанышында ҡалған бөгөнгө заман кешеһе. Әҫәрҙәрендә уның эске донъяһы, көнитмешкә, әйләнә-тирәгә мөнәсәбәтенескә психологизм аша бирелә. 

Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрҙәре идея – тематик яҡтан да һәм художество йәһәтенән дә бик етди ижади уңыштарға өлгәште. Тематик, проблематик даирәһе лә киң, тел, тасуирлау саралары бай. Йыйып әйткәндә, былар барыһы ла Хәйҙәр Тапаҡовтың художестволы оҫталығының байығығыуы хаҡында һөйләй. Уның хикәйәләрендә әхлаҡ мәсьәләләре үҙәктә тора, кеше һәм йәмғиәт бәйләнеше аша кешелек донъяһын борсоған проблемалар бик сағыу яҡтыртыла. Шунлыҡтан да әҫәрҙәре тәрбиә йәһәтенән бик көслө. Сөнки ижад донъяһы аша бала күңеленә һеңеп ҡалған изгелек, матурлыҡ төшөнсәһе йылдар үткәс тә мотлаҡ шытып сығасаҡ, емештәрен бирәсәк, сәскә атасаҡ. Яҙыусының бөгөнгө көндөң көнүҙәк мәсьәләләрен бик уңышлы тотоп алыуы һәм уны нескәлек менән хикәйәләүе уның бер уңышлы сифаты.

Хәйҙәр Тапаҡовтың тәрән йөкмәткеле хикәйәләре тормошсанлығы менән уҡыусыларҙы арбай. Әгәр,  әҙиптең хикәйәләре кешеләргә тәъҫир итеп, улар унан һабаҡ алып, хаталарын танып, уны үҙгәртергә тырышалар икән, тимәк яҙыусы үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ[8]. Хәйҙәр Тапаҡов кешелекте борсоған мәсьәләләрҙе үҙ күңеле, идеалы аша үткәреп уҡыусыһына еткерә. Кешеләрҙең күңел хазиналарын күрә, аңлай белеүе хас авторға. Шунлыҡтан әҙиптең әҫәрҙәре кеше күңеленә яҡын, хикәйә һәм повестары уҡымлы. Улар тормошто тәрәндән сағылдыра. 

Кеше ер йөҙөндә бер генә йәшәй, ул бәхеткә, матур  тормошта йәшәргә хаҡлы. Хәйҙәр Тапаҡовтың повесть геройҙарының сетерекле хәлдә ҡалыуы ла, яҙмыштарының фажиғәгә дусар булыуы ла уҡыусыны уйланырға мәжбүр итә. Әсәһе Людмила бала табыу йортонда ташлап киткән Сережа Яшин да (“Ҡаршы сығып ал”), аҙғын әсәһе тыуҙырғас та өләсәһенә ҡалдырып киткән Гөлсөм дә (“Дусар ителгәндәр”) был донъяға бәхетле булыр өсөн килгәндәр. Әммә өмөттәр хыял ғына булып ҡала. Бының сәбәбе ниҙә һуң? “Һайлау”ҙағы Рәхимйән дә, “Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең”дәге Нәфисә лә, “Эт күҙендәге ҡояш”тағы Василий ҙа, “Дусар ителгәндәр”ҙәге Гөлсөм  менән Мәрфуға ла ғүмер юлында яуызлыҡ  менән осрашалар һәм уны еңә алмайҙар, күңел төшөнкөлөгөнә биреләләр. 

Күп ауырлыҡтарҙы еңеп, был еңел булмаған тормошта кеше тигән исемгә тап төшөрмәй, тирә-йүнгә изгелек орлоғон таратыусы геройҙар галерияһы менән танышып, уҡыусы үҙенә фәһем, артабан йәшәргә көс ала, мәҫәлән, “Зөлхизә” әҫәрендәге Ишбулды ҡарт, “Ҡаршы сығып ал” хикәйәһендәге Сәлимйән, “Сибәрбикә”лә Сибәрбикә, “Ләйсән” әҫәрендә Ләйсән, “Китәм, иркәм, ҡалаһың”да Гөлбикә.

Хәйҙәр Тапаҡов заманыбыҙҙың иң әүҙем ижадсылары сафында ныҡлы баҫып килә. Яҙыусының бай ижады, фантазияһы һәм тормош тәжрибәһе тыуҙыран әҫәрҙәре фәһемле, тос фекерле һәм тәрән идеаллы. Хәйҙәр Тапаҡов әҫәрҙәре тормош дөрөҫлөгөн раҫлай, уҡыусыларҙа выждан хисен уята.

Әҫәрҙәренең үҙәгендә  - шәхестең рухи азатлығы, кеше хоҡуҡтарының ҡиммәте, проблемаһы, шәхес менән йәмғиәт тәртиптәре араһындағы ҡаршылыҡтар. Рухи азатлыҡҡа ынтылған шәхес менән тоталитар йәмғиәт араһындаы мөнәсәбәттәрҙе ниндәй ҙә булһа, ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғаларҙа түгел, ә беҙҙең күнегелгән тормошобоҙ картиналарында бөтә ҡырҡыулығында һүрәтләй. 

Беренсе бүлектә яҙыусының художество донъяһын байҡау аша хикәйәләрендә образдар системаһы өйрәнелде. Икенсе бүлектә хикәйәләрҙә ата-әсә, бала һәм ҡатын-ҡыҙ образдары анализланды. Хәйҙәр Тапаҡов, һис шикһеҙ, бөгөнгө көндә иң әүҙем ижад итеүсе, яңыса яҙыусы, үҙенсәлекле әҫәрҙәре менән уҡыусыларын ҡыуандырыусы прозаиктарыбыҙҙың береһе. Уның әҫәрҙәре тормошсан, уйландырырлыҡ, заманыбыҙға ауаздаш. Әҙиптең әҫәрҙәре бер тынала уҡып сығарлыҡ. Улар баштан уҡ үҙенә ылыҡтыра һәм аҙаҡҡаса диҡҡәтте биләй. Хәйҙәр Тапаҡовтың емешле ижадын өйрәнеп, яҙыусының ижади портретын байҡап, ул - абруйлы яҙыусы, күркәм һүҙ сәнғәтенең таныҡлы ҡәләм оҫтаһы, тәрән мәғәнәле ижадсы, тип әйтә алабыҙ.


ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР ИСЕМЛЕГЕ

 

1.                 Абдрафиҡова Г.Х. Башҡорт прозаһының бәләкәй жанрҙары. - Өфө:

Ғилем, 2005. - 128 бит.

2.                 Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 том.  - Өфө, 1996. – 556 бит.

3.                 Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар проблемаһы.  - Өфө, 1973. – 330 бит.

4.                 Байымов Р. Судьба жанра: взаимодействие и развитие жанровых форм башкирской прозы: литературоведческая монография. – Уфа, 1984. – 320 бит.

5.                 Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы. - Өфө, Китап, 1980. – 330 бит.

6.                 Вахитов  Ә.  Таланттың  асылы.  - Өфө, 1972. – 280 бит.

7.                 Вахитов Ә. Әҙәбиәт шоңҡары.  - Өфө, 1984. – 210 бит.

8.                 Зарипов Н. Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы.  - Өфө, 1978. – 160 бит.

9.                 Зинәтуллина Х. Заман. Образ. Характер. - Өфө, 1977. – 124 бит.

10.            Вахитов Ә. Офоҡтар киңәйгәндә: башҡорт совет прозаһы жанрҙарының үҫеү проблемалары. - Өфө, 1972.  – 203 бит.

11.            Исхаҡова Р. Иш янына ҡуш булһын// Ағиҙел. - 2000. - №3.- 23-25-се биттәр.

12.            Ишемғужина А. Сорнап ҡына алды һары һағыш// Йәшлек. - 2000. - 8 февраль.

13.            Кирәева Л. Тетрәндергес әҫәр// Башҡортостан. - 2000. - 30 август 14. Күзбәков Ф. Бары менән байрам тимәйек// Ағиҙел. - 1998. - №12.- 2529-сы биттәр.

15.            Литературная энициклопедия. Том 9. – М., 1987. – 387 с.

16.            Муллағолова Ә. Хәҙерге башҡорт хикәйәһе. - Өфө, 2007. – 138 бит.

17.            Огнев А.В. О поэтике современного русского рассказа. – Саратов, 1973.

– 187 с.

18.            Сафуанов С. Башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары.  - Өфө, 1988. – 216 бит.

19.            Тапаҡов Х. Ғүмер бүләк итәм.- Өфө: Китап, 1997. – 214 бит.

2

20.            Тапаҡов Х. Яҙылып бөтмәгән портрет. - Өфө: Китап, 2000. – 323 бит.

21.            Тапаҡов Х. Ҡаршы сығып ал. - Өфө: Китап, 2005.- 345 бит.

22.            Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. - Өфө, 2002.   – 321 бит.

23.            Хөсәйенов Ғ.Б. Заман. Әҙәбиәт.Әҙип. - Өфө, 1978. – 314 бит.

24.            Хөсәйенов  Ғ.   Заман.   Әҙәбиәт. Әҙип. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, теорияһы һәм тәнҡит мәсьәләләре.  - Өфө, 1978.  – 432 бит.

25.            Хөсәйенов Ғ. Замана. Мәҡәләләр. Портреттар. Иҫтәлектәр. Парсалар.  - Өфө, 1988. – 360 бит.

26.            Хәкимов Ә. Әҙәбиәт һәм заман. - Өфө, 1967. – 184 бит.

27.            Әбсәләмов М. Әҫәрҙәре тормошсан// Башҡортостан. - 1998. - 3 февраль.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 



[1] Ишемғужина А. Сорнап ҡына алды һары һағыш// Йәшлек. -2000. - 8 февраль.

[2] Кирәева Л. Тетрәндергес әҫәр// Башҡортостан. – 2001. -12 март.

 

[3] Хөсәйенов Ғ. Мөһим ижади миҙгел// Ҡаршы сығыа ал. - Өфө: Китап, 2005. 4 Әбсәләмов М. Әҫәрҙәре тормошсан// Башҡортостан. - 2005. - 15 май. 

 

[4] Ишемғужина А. Сорнап ҡына алды һары һағыш// Йәшлек. -2000. - 8 февраль.

[5] Тапаҡов Х. Ҡаршы сығып ал. - Өфө: 2005. - 310-311-се биттәр.

[6] Ғ.Хөсәйенов. Мөһим ижади миҙгел// Ҡаршы сығып ал.-Өфө:Китап, 2005. -7-се бит

[7] Хөсәйенов. Ижад серҙәре. Өфө, китап нәшриәте, 1995 йыл, 109– сы бит

[8] Нәбиуллина Г. М. 70-90-сы йылдар башҡорт повестары һәм хикәйәлренең поэтикаһы. Өфө-2002, 18-се бит

ФЕДЕРАЛЬНОЕ ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ

ФЕДЕРАЛЬНОЕ ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ

СТЕРЛИТАМАК – 2019 ЮҒАРЫ

СТЕРЛИТАМАК – 2019 ЮҒАРЫ

Кинйәбулатова Гөлназ Венир ҡыҙы

Кинйәбулатова Гөлназ Венир ҡыҙы

ИНЕШ Актуаллеге. Хәйҙәр Тапаҡов хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә проза оҫтаһы булып киң танылды

ИНЕШ Актуаллеге. Хәйҙәр Тапаҡов хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә проза оҫтаһы булып киң танылды

Теманың өйрәнелеү кимәле. Гәзит-журнал биттәрендә хәҙерге хикәйәләрҙең образдар системаһына ҡағылышлы байтаҡ мәҡәләләр донъя күреп тора

Теманың өйрәнелеү кимәле. Гәзит-журнал биттәрендә хәҙерге хикәйәләрҙең образдар системаһына ҡағылышлы байтаҡ мәҡәләләр донъя күреп тора

Курс эшенең маҡсаты: хәҙерге хикәйәләрҙең образдар системаһын өйрәнеү

Курс эшенең маҡсаты: хәҙерге хикәйәләрҙең образдар системаһын өйрәнеү

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВТЫҢ «ЯҘЫЛЫП

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВТЫҢ «ЯҘЫЛЫП

Хатта балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарҙа уның кескәй ижад емештәре донъя куреп тора

Хатта балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарҙа уның кескәй ижад емештәре донъя куреп тора

Яңғыҙ әсәне әхирәте Фариза ғына онотмай, көн дә инеп, хәлен белеп, ярҙам итеп сыға

Яңғыҙ әсәне әхирәте Фариза ғына онотмай, көн дә инеп, хәлен белеп, ярҙам итеп сыға

Хикәйәлә мәңгелек проблема булып килгән, һаман да хәл ителеп етмәгән балалар һәм аталар проблемаһы сағыу төҫ алған

Хикәйәлә мәңгелек проблема булып килгән, һаман да хәл ителеп етмәгән балалар һәм аталар проблемаһы сағыу төҫ алған

Тағы ла заман талаптары, ҡанундары менән бәйле, илдең иң ауыртхан урыны булған эскелек проблемаһы - хикәйәнең үҙәк проблемаларының береһе

Тағы ла заман талаптары, ҡанундары менән бәйле, илдең иң ауыртхан урыны булған эскелек проблемаһы - хикәйәнең үҙәк проблемаларының береһе

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНДӘ

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНДӘ

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНДӘ

ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ ХИКӘЙӘЛӘРЕНДӘ

Икенсе яҡтан, ҡала-ауыл ҡапма-ҡаршылығы хикәйәләге характерҙар бүленешенә ярҙам итә, бер яҡтан,

Икенсе яҡтан, ҡала-ауыл ҡапма-ҡаршылығы хикәйәләге характерҙар бүленешенә ярҙам итә, бер яҡтан,

Ундайҙар хаҡында танышмаҫ, һүҙ ҡушмаҫ элек үк, һәйбәт кешелер, тип ҡуяһың, үҙең дә абайламаҫтан уға ылығаһың

Ундайҙар хаҡында танышмаҫ, һүҙ ҡушмаҫ элек үк, һәйбәт кешелер, тип ҡуяһың, үҙең дә абайламаҫтан уға ылығаһың

Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрендә барыһы ла йылдам үҫә

Хәйҙәр Тапаҡовтың әҫәрендә барыһы ла йылдам үҫә

Кейәүе Григорий һәм Людмиланан айырмалы рәүештә, атай кеше үҙ намыҫын юғалтмаған, улай ғына түгел, үҙ улын да тәрбиәләй алған

Кейәүе Григорий һәм Людмиланан айырмалы рәүештә, атай кеше үҙ намыҫын юғалтмаған, улай ғына түгел, үҙ улын да тәрбиәләй алған

Унан, Алексей Федоровичтың да ҡыҙын тәрбиәләү алмауына үкенес белдереүе үҙе үк тәрбиә проблемаһының күтәрелеүе тураһында һөйләй

Унан, Алексей Федоровичтың да ҡыҙын тәрбиәләү алмауына үкенес белдереүе үҙе үк тәрбиә проблемаһының күтәрелеүе тураһында һөйләй

Сибәрбикә» хикәйәһенең тәүге юлдарынан уҡ автор үҙе хикәйәләүсе булараҡ сығыш яһай

Сибәрбикә» хикәйәһенең тәүге юлдарынан уҡ автор үҙе хикәйәләүсе булараҡ сығыш яһай

Шуға артыҡлап күҙгә-башҡа салынмай фарманын үтәй һалыуың хәйерле

Шуға артыҡлап күҙгә-башҡа салынмай фарманын үтәй һалыуың хәйерле

Бесәнлек, автор тасуирлауынса, уны тәү тапҡыр атҡа ултыртыу күренештәре,

Бесәнлек, автор тасуирлауынса, уны тәү тапҡыр атҡа ултыртыу күренештәре,

Фәрзәнә характеры - автор хикәйәләрендә геройҙың ҡыҫҡа ғына әҫәр дауамындағы әхлаҡи эволюцияһының бер миҫалы ул

Фәрзәнә характеры - автор хикәйәләрендә геройҙың ҡыҫҡа ғына әҫәр дауамындағы әхлаҡи эволюцияһының бер миҫалы ул

ЙОМҒАҠЛАУ Яҙыусы булып тыуыр кәрәк, тиҙәр

ЙОМҒАҠЛАУ Яҙыусы булып тыуыр кәрәк, тиҙәр

Конфликтың сығанағын юллай, был конфликты тыуҙырыусы кешене зҙләй

Конфликтың сығанағын юллай, был конфликты тыуҙырыусы кешене зҙләй

Хикәйәләре бай тел менән ижад ителгән, зауыҡлы

Хикәйәләре бай тел менән ижад ителгән, зауыҡлы

Хәйҙәр Тапаҡов кешелекте борсоған мәсьәләләрҙе үҙ күңеле, идеалы аша үткәреп уҡыусыһына еткерә

Хәйҙәр Тапаҡов кешелекте борсоған мәсьәләләрҙе үҙ күңеле, идеалы аша үткәреп уҡыусыһына еткерә

Рухи азатлыҡҡа ынтылған шәхес менән тоталитар йәмғиәт араһындаы мөнәсәбәттәрҙе ниндәй ҙә булһа, ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғаларҙа түгел, ә беҙҙең күнегелгән тормошобоҙ картиналарында бөтә ҡырҡыулығында һүрәтләй

Рухи азатлыҡҡа ынтылған шәхес менән тоталитар йәмғиәт араһындаы мөнәсәбәттәрҙе ниндәй ҙә булһа, ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғаларҙа түгел, ә беҙҙең күнегелгән тормошобоҙ картиналарында бөтә ҡырҡыулығында һүрәтләй

УЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР

УЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР

Тапаҡов Х. Ғүмер бүләк итәм.- Өфө:

Тапаҡов Х. Ғүмер бүләк итәм.- Өфө:

РЕЛИГИОЗНОЕ И МИСТИЧЕСКОЕ В СОДЕРЖАНИИ РОМАНА Ф. ГАЛИМОВА «ПОКАЯНИЕ НАД ПРОПАСТЬЮ»

РЕЛИГИОЗНОЕ И МИСТИЧЕСКОЕ В СОДЕРЖАНИИ РОМАНА Ф. ГАЛИМОВА «ПОКАЯНИЕ НАД ПРОПАСТЬЮ»
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
16.10.2022