Сочинение

  • Конкурсы
  • doc
  • 23.04.2017
Публикация на сайте для учителей

Публикация педагогических разработок

Бесплатное участие. Свидетельство автора сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Кәңәшле ил тарҡалмаҫ /Бөтә донъя башҡорттарының Өсөнсө ҡоролтайын ҡаршылап/ Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан Шәрбәт йыйып ҡайтты бал ҡорттарым. Бал ҡорттары һымаҡ, йыйылдылар Баш йортома бөгөн башҡорттарым. М.Кәрим “Ҡоролтайға ҡотлау”. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ тигән ата-бабаларыбыҙ. Борондан изге йола буйынса, бөгөнгө тормошобоҙҙоң үтә мөһим мәсьәләләре тураһында кәңәшләшеү, фекер алышыу, халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен сағылдырған төплө ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн милләтебеҙ вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттарының Өсөнсө ҡоролтайына йыйыла. Элек-электән атай-олатайҙарыбыҙ йыйындар уҙғарған, кәңәшләшкән, аҡһаҡалдар, аҡ инәйҙәр, абруйлы шәхестәр һүҙе өҫтөн булған. Бөгөн милләттең мәртәбәһе ҡоролтайҙа. Был уңайҙан Ғ.Дәүләдиҙең “Ҡоролтайға барам” тигән шиғыры иҫкә төшә: Ҡоролтайға барам, Ҡоролтайға, Ҡоромаһын, тип, тамырым! Ҡорҙаштарым ҡоро күҙҙе асыр, Яңы ҡан ҡәрҙәште танырмын. Эйе, ҡоролтай – башҡорт халҡының юғары форумы. Тиҙҙән милләттәштәр был форумда күмәкләшеп ҙур эштәр башҡарыр, киләсәккә пландар ҡорор, закондар ҡабул итер. Ысынлап та, был ҡыуаныслы ваҡиға, ошо ҡоролтай сиктәрендә Беренсе йәштәр ҡоролтайы ла уҙасаҡ. Унда XXI быуатта башҡорт халҡының үҫеш проблемалары, йәштәрҙең, халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлеген, телен, йолаларын, мәҙәниәтен, мәғарифын һаҡлауҙағы роле, дини тәрбиә, милли матбуғат үҫеше, башҡорт ғаиләһе институты кеүек мөһим темалар менән бер рәттән йәштәр һәм уҡыусылар араһында милли спорт, милли уйын төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлештәр ҡоралар
Иконка файла материала инша королтай.doc
МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №2  Согласованная страна  не распадется Сочинение,  Посвященное  Году Республики Башкортостан                                                                                               Выполнила:                     ученица X А класса Гимаева Альбина                        Руководитель:                         учитель башкирского языка и литературы        Муллаярова Эльвира РифовнаВерхние Татышлы 2010 МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ 2­СЕ ҺАНЛЫ  УРТА  ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ  Кәңәшле  ил  тарҡалмаҫ Башҡортостан Республикаһы йылына арналған  инша                                                                                                    Башҡарҙы:                          X класы уҡыусыһы Ғимаева Альбина                               Етәксе:                            башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы               Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙыҮрге Тәтешле 2010Кәңәшле ил тарҡалмаҫ /Бөтә донъя башҡорттарының Өсөнсө ҡоролтайын ҡаршылап/ Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан Шәрбәт йыйып ҡайтты бал ҡорттарым. Бал ҡорттары һымаҡ, йыйылдылар Баш йортома бөгөн башҡорттарым. М.Кәрим “Ҡоролтайға ҡотлау”. Кәңәшле   ил   тарҡалмаҫ  тигән   ата­бабаларыбыҙ.   Борондан изге йола буйынса, бөгөнгө тормошобоҙҙоң үтә мөһим мәсьәләләре тураһында   кәңәшләшеү,   фекер   алышыу,   халҡыбыҙҙың   мәнфәғәтен сағылдырған   төплө  ҡарарҙар  ҡабул   итеү   өсөн   милләтебеҙ вәкилдәре   Бөтә   донъя   башҡорттарының   Өсөнсө  ҡоролтайына йыйыла. Элек­электән   атай­олатайҙарыбыҙ  йыйындар   уҙғарған, кәңәшләшкән,   аҡһаҡалдар,   аҡ  инәйҙәр,   абруйлы   шәхестәр   һүҙе өҫтөн   булған.   Бөгөн   милләттең   мәртәбәһе  ҡоролтайҙа.   Был уңайҙан   Ғ.Дәүләдиҙең   “Ҡоролтайға   барам”   тигән   шиғыры   иҫкә төшә: Ҡоролтайға барам, Ҡоролтайға, Ҡоромаһын, тип, тамырым! Ҡорҙаштарым ҡоро күҙҙе асыр, Яңы ҡан ҡәрҙәште танырмын. Эйе, ҡоролтай – башҡорт халҡының юғары форумы. Тиҙҙән милләттәштәр   был   форумда   күмәкләшеп  ҙур   эштәр   башҡарыр, киләсәккә   пландар  ҡорор,   закондар  ҡабул   итер.   Ысынлап   та,   былҡыуаныслы   ваҡиға,   ошо  ҡоролтай   сиктәрендә   Беренсе   йәштәр ҡоролтайы ла уҙасаҡ. Унда XXI быуатта башҡорт халҡының үҫеш проблемалары,   йәштәрҙең,   халҡыбыҙҙың   милли   үҙенсәлеген, телен,   йолаларын,   мәҙәниәтен,   мәғарифын   һаҡлауҙағы   роле,   дини тәрбиә,   милли   матбуғат   үҫеше,   башҡорт   ғаиләһе   институты   кеүек мөһим  темалар  менән   бер рәттән   йәштәр  һәм  уҡыусылар   араһында милли спорт, милли уйын төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлештәр ҡоралар. Алдағы   көндәрҙә   шәжәрә   байрамдарын   лайыҡлы   дауам   итеү, халыҡтың   социаль­иҡтисади,   рухи­мәҙәни   тормошон   үҫтереү буйынса   эштәр   тағы   ла   әүҙемерәк   ойошторолор.   Беҙ,   бөгөнгө   йәш быуын,   үҙебеҙҙең   тамыр­ырыуыбыҙҙы   өйрәнербеҙ,   киләсәктә быуындан­быуынға   килгән   матур   йолаларҙы,   йәшәү   рәүешен   дауам итеп, үҫтереп йәшәрбеҙ. Беренсе   йәштәр  ҡоролтайы   уҙғас,   күп   матур   үҙгәрештәр, яңылыҡтар   булыр.   Беҙгә,   буласаҡ  студенттарға,   юғары   уҡыу йорттарында   белем   алғанда   һәйбәт   стипендия   түләнер,   юл   йөрөү өсөн   хаҡтар   арзанайыр,   дөйөм   ятаҡтарҙа   уңайлыҡтар булдырылһа,   беҙҙең   йәшлек   бәхетле,   киләсәгебеҙ  ышаныслы буласаҡ. Ғөмүмән, Беренсе  йәштәр  ҡоролтайынан  ҙур  үҙгәрештәр көтәбеҙ.   Ышаныстарыбыҙ  аҡланыр,   йәшәү   мәғәнәле   булыр.   Бөгөн беҙ,   кисәгесә   йәшәп   булмаған   кеүек,   тик   алға  ҡарап,   бөтә   яңы технологияларҙы   үҫешкә   ынтылыу   кәрәклеген аңлайбыҙ.  ҡулланып, Мин   республикабыҙҙа   алып   барылған   сәйәсәткә   инанам. Тыуған   ерем  –  Тәтешлем.  Башҡортостанда  алып  барылған  милләт­ ара   татыулыҡтың,   берҙәмлектең,   халыҡтар   дуҫлығының   сағыу ауазы   булып   тороуы   быға   бер   дәлил.   Тәтешле   алдынғы   райондар сафында киләсәктә лә районыбыҙ, илебеҙ тарихы биттәрендә матур иҫтәлектәр  ҡалдырыр.   Һис   шикһеҙ,   ауылдарҙа   йәш   ғаиләләр,мәктәптәрҙә   балалар   һаны   артыр.   Ә   ситтә   йөрөгән милләттәштәребеҙҙе   үҙ  еребеҙгә  ҡайтарып,   республикабыҙ  көсө тағы ла тулыланыр. Киләсәктә   туған   телебеҙҙе   өйрәнеп,  ҡәҙерләп,   милләтебеҙ үҫешенә  ҙур   өлөш   индереп,   еребеҙҙе   һаҡлап,   кеүәтле   халыҡ булып   үҙ  йәнтөйәгебеҙҙә   йәшәйәсәкбеҙ.   бөтә   донъя башҡорттарының Өсөнсө ҡоролтайына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ!    Беҙ,