Сочинение "Уҡытыусым!"
Оценка 4.8

Сочинение "Уҡытыусым!"

Оценка 4.8
Культурные мероприятия
docx
воспитательная работа +1
11 кл
23.04.2017
Сочинение "Уҡытыусым!"
Уҡытыусым! Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?” К. Кинйәбулатова. Уҡытыусы… Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Уҡыусыла уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу – талант ул. Талантлы булыу ғына ла етмәй, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк. Әгәр ҙә уҡытыусыла ошо сифаттар бар икән, үҙе лә уңышлы эшләй һәм уҡыусыларынан да уңа. Быларҙан тыш, педагог өсөн үҙ предметын яҡшы белергә һәм синыфта эште дөрөҫ ойоштора белергә кәрәк. Кәрәк икән һөйләргә, уйнарға, көлә белергә. Ул ойоштороусы һәм артист кеүек.
Конкурска инша Ғаянов Илназ.docx
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия – интернатының 70 йыллығына арналған “Интернатым пар ҡанатым” иншалар конкурсына “Уҡытыусым! Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?” К. Кинйәбулатова. Инша Башҡарҙы: Башҡортостан Республикаһы Тәтешле муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы “А” класы уҡыусыһы Ғаянов Илназ. Етәксе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы Электрон адрес: [email protected]                                  телефон: 89373138679; +79871420985. Үрге Тәтешле 2014 Уҡытыусым! Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?” К. Кинйәбулатова. Уҡытыусы… Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Уҡыусыла уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу – талант ул. Талантлы булыу ғына ла етмәй, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк. Әгәр ҙә уҡытыусыла ошо сифаттар бар икән, үҙе лә уңышлы эшләй һәм уҡыусыларынан да уңа. Быларҙан тыш, педагог өсөн үҙ предметын яҡшы белергә һәм синыфта эште дөрөҫ ойоштора белергә кәрәк. Кәрәк икән һөйләргә, уйнарға, көлә белергә. Ул ойоштороусы һәм артист кеүек. Күренекле шәхестәрҙе, яҙыусыларҙы, табиптарҙы, космонавтарҙы, игенсе һәм һауынсыларҙы ла уҡытыусы тәрбиәләй һәм уҡыта. Уҡытыусы һөнәре изге һәм сауаплы һөнәр. Әйтәйек, әҙәбиәт уҡытыусыһы һәр бер дәрестә тип әйтерлек яҙыусыларҙы “терелтә”, уларҙың ижады һәм тормош юлына байҡау яһай, улар үрнәгендә уҡыусыларына яҡшылыҡ ынйылары һибә. Иң яратҡан шағирҙарыбыҙҙың береһе, милләтебеҙҙең бөйөк улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Әнғәм Атнабаев “Үҙем тураһында ике һүҙ” тигән автобиографик әҫәрендә болай тип яҙа: “Беренсе уҡытыусым итеп мин әсәйемде иҫәпләйем. Ул күпме халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарҙы, бәйеттәрҙе белә һәм һөйләгәндә гел әйтемдәр, мәҡәлдәр ҡуллана. Ул ғына ла түгел, Туҡайҙы яҡшы белеүе менән мине ғәжәпләндерә. Ул Туҡай шиғырҙарын үҙ көйө менән һөйләй. Шиғыр моңо миңә әсә менән ингәндер”, - тип яҙа. Шиғриәттә икенсе уҡытыусыһы итеп олуғ әҙип, ысын мәғәнәһендә уҡытыусыһы Разия Сафарованы һанай. Ул ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр уҡытыусыһына рәхмәтле булып ҡала. Әнғәм Ҡасим улының “Һуңғы дәрес” тигән шиғыры өләсәйемә арналған кеүек тойола миңә. Сөнки, беҙҙең ғаиләлә ошо ҡатмарлы ла, яуаплы ла һөнәрҙе өләсәйем һәм әсәйем һайлаған. Эйе, ул һәр икеһе лә иртә менән тороп, теүәл сәғәттә эшкә йөрөй торған ябай ауыл уҡытыусылары. Минең өсөн улар тәүге уҡытыусыларым булды. Беренсе һүҙем өләсәйем, Кәшифә Әндәрйән ҡыҙы тураһында. Ул Тәтешле районы Сорғолдо ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, унан һуң Аҡбулат ауылына йөрөп уҡый. 7-се синыфтан һуң Пермь педагогия техникумына уҡырға инә. Был уҡыу йортон тамамлағас районыбыҙҙың Шүлгән, Иҫке Ҡайпан, Салдау, Аҡбулат, Болғар ауылдарында уҡытыусылыҡ итә һәм директор, директор ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. Өләсәйем йәшәгән һәм эшләгән ара - илебеҙҙең иң ҡатмарлы осорона, тормошобоҙҙоң бик ауыр сағына тура килгән заман. Ул 1820 йылда тыуып 1912 йылда вафат булды. Ул оҙон һәм фәһемле хеҙмәт юлы үтте. Шул йылдар араһында 21-се йылғы аслыҡ, колхозлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы илдең яраларын төҙәтеү ваҡыты үтеп, үҙгәртеп ҡороу осорҙары һәм башҡа хәл-ваҡиғалар - былар бөтәһе лә өләсәйем яҙмышы аша уҙған. Ауыр һуғыш йылдарында Иҫке Ҡайпан ауылында уҡытҡан өләсәйем. “Аҫлы-туҡлы булһалар ҙа, төрлө йәштәге балалар бер класс бүлмәһенә уҡырға киләләр. Яҙырға ҡағыҙҙар юҡ. Иҫке, һарғайып бөткән гәзит киҫәктәренә ҡара менән яҙып ултырабыҙ. Ҡулға буялған ҡараны йыуам тиһәң, тағы ла һабын юҡ. Етмәһә, ҡара ҡайғы менән өсмөйөшлө хаттар килә. Нисек кенә ауыр булмаһын, еңеүгә ышаныс, белемгә ынтылыш ҙур ине”, - тип һөйләй ине өләсәйем. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла матур хеҙмәт итә өләсәйем. Төн урталары еткәнсе дәфтәрҙәр тикшереп, алдағы дәрескә әҙерләнеп, пландар төҙөп, киләсәк быуынға аң-белем биреү өсөн бар тырышлығын бирә. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн уны хөкүмәтебеҙ миҙалдар, күп һанлы маҡтау грамоталары менән бүләкләй. Һөнәре буйынса эшләргә, балаларына әсәй, өләсәй булыу өсөн ни ҡәҙәр көс кәрәк бит әле? Өс балаһын уҡытып кеше итеү өҫтөнә, беҙҙе лә, ейәндәрен ҡарашты, тәрбиә һабаҡтары бирҙе. Яҡшыны ямандан айырырға, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтте. Әсәйем берәй проблема тураһында зарланғандай итһә, өләсәйем: “Тормош ул - ҡаршылыҡтар иле, тормош ул – кәкере мөрйә, түҙәргә кәрәк балам,” – тип ҡабатлай торған ине. 40 йылдан ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған өләсәйем “йәшәүҙең аҫылы ғилемдә”, тип уҡырға өндәр ине. Шулай итеп, ул беҙгә, бөртөкләп йыйыла торған алтынға тиң ғилем, тәрбиә хазинаһын төшөндөргән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйем беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Ә шулай ҙа, уның үрнәкле тормош юлы, беҙҙең һәр ваҡыт күҙ алдында, файҙалы кәңәштәрен бер ҡасан да онотмайбыҙ. Өләсәйемдең изге эшен әсәйем Резидә Ҡасим ҡыҙы дауам итә. Ул инде утыҙ йылдан артыҡ уҡытыусылыҡ итә. Хеҙмәт юлының 25 йылын Бул-Ҡайпан мәктәбендә эшләй. Хәҙер ете йылдан ашыу 151-се һөнәрселек училищеһында башҡорт һәм урыҫ теле дәрестәрен алып бара. Әсәйем - үҙ эшенең оҫтаһы. Ул тәрән белемле, ижади эшләүсе оҫта педагог. Уҡыусыларын ижади фекерләүсе, һәләтле шәхестәр итеп тәрбиәләүҙә информацион технологияларҙы, үҫтереүсе уҡытыу системаһын ҡуллана. Әсәйем, бар булмышын биреп, уҡыусылары туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, сәнғәтен белеп, юғары мәҙәниәтле, белемле, тырыш һәм әүҙем булһындар өсөн бөтә тырышлығын һалып белем бирә. Ул үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, йыр-моңға маһирлығы, сараларға актив ҡатнашыуы, балалар яратыуы, кешелекле булыуы яғынан ул оло ихтирамға лайыҡ тип уйлайым. Әсәйем йыш ҡына “яҡшылыҡ яҡшылыҡ тыуҙыра”, - тип ҡабатларға ярата. Ғаиләбеҙҙе, мәктәп уҡыусыларын да, һәйбәт уйҙар ғына уйлап, һәйбәт эштәргә өндәй. Уның фекеренсә, уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә шәхси үрнәк ҙур роль уйнай. “Һәр бала бәләкәйҙән уҡытыусыһына оҡшарға теләй. Шуға күрә, уҡытыусының йөҙө лә матур, уйҙары ла яҡты, эш-ғәмәлдәре лә яҡшы, башҡаларға үрнәк булырлыҡ булһын ине!”, - ти әсәйем. Был маҡсаттарҙан сығып, һәр дәресен файҙалы, фәһемле, тәрбиәүи йөкмәткеле итеү өсөн дә күп көс ҡуя. Бигерәк тә текстар менән эшләгәндә “матур”, “йәмле”, “тәмле”, “файҙалы” текстар ҡуллана. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар менән һәр яңы осрашыуға күңел йылыһын биреп, етди әҙерләнә. Әсәйем уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы ла. Уның һөнәрен һайлап бөгөнгө көндә был маҡтаулы һәм яуаплы хеҙмәт юлын үтеүселәр бихисап. Әсәйем кисәге һәм бөгөнгө уҡыусыларының эштәренә, ирешелгән уңыштарына ла ҡыуана. Уҡытыусы өсөн үҙ тәрбиәләнеүселәренең уңыштары өсөн шатланыуҙан да артыҡ бәхет бармы икән?! Был изге, ғәҙел, ҡәҙерле хеҙмәт эйәләренә ҡарата маҡтау һүҙҙәре, дан йырҙары ғына аҙ кеүек. Һәйбәт эштәребеҙ, әҙәпле тәртиптәребеҙ менән рәхмәт ҡайтарайыҡ тәрбиәселәребеҙгә. Баш эйәйек, хөрмәтләйек уҡытыусыларыбыҙҙы!

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"

Сочинение "Уҡытыусым!"
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
23.04.2017