Сценарий открытия обелиска труженикам тыла, детям войны
Оценка 4.6

Сценарий открытия обелиска труженикам тыла, детям войны

Оценка 4.6
Мероприятия
docx
воспитание +1
1 кл—11 кл
16.12.2020
Сценарий открытия обелиска труженикам тыла, детям войны
В тылу женщины, дети, старики работали на заводах, рыли окопы, строили оборонительные сооружения. Десятки тысяч женщин, подростков, людей пожилого возраста встали к станкам, освоили тракторы, комбайны, автомобили взамен ушедших на фронт мужей, отцов и сыновей. Главным девизом всей страны стало: «Всё для фронта, всё для победы!» В тылу самоотверженно работали для фронта, на фронте сражались за тех, кто остался дома.
Сценарий открытия обелиска труженикам тыла.docx

                                          Обелиск асыу тантанаһы

 Музыка уйнай.    

ПОЧЕТНЫЙ КАРАУЛ

 

Ғәзизә

 ҺУҒЫШ! !!

Ҡәһәрле был һалҡын  һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла.Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай,гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы күңелде телеп үткәндәй.

 

Факил

ҺУҒЫШ!  Биш кенә хәрефтән торган был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған- емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, йәтимлек.

            

    Ғәзизә        Йәшен булып осто был хәбәр:

                   Дошман беҙгә  ҡаршы ут аскан!...

                     Гитлер бандалары илгә кергән,

                  Яна ауыл, яна    ҡала... түгелә ҡан.

 

     Факил  

                   Илгә фашист ябырылғанда

                    Мылтыҡ буйы ине бары.

                   Шинель кейҙе, ҡайыш быуҙы -

                   «Ахыр заман балалары..

            

     Арслан / уҡыусы/             Партам ҡалды,

                                  Ҡалды китаптарым,

                                  Үкһегәндәй булды мәктәбем,

                            Ауыҙ итмәгәнгә иңрәп ҡуйҙы

                           Ҡырҡып алған ҡара икмәгем

Ғәзизә: Хөрмәтле ҡунаҡтар, ауылдаштар! Яу яландарында ятып ҡалған , һуғыштан  иҫән ҡайтып вафат булған   ауылдаштарыбыҙ, үҙ көстәре менән еңеүҙе яҡынайтыусы тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары иҫтәлегенә  ҡоролған  обелиск асыу тантанаһын асыҡ тип  иғлан итәм.  

ГИМН  РБ

 

Факил. 

Тәбрикләү өсөн һүҙ Бәрйән районы муниципаль район Советы рәйесе Кинйәбаев Тәлғәт Талха  улына бирелә.                 

Ғәзизә: Еңеүгә үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре: ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарында, ә һеҙ баҫыу ҡырҙарында еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар, хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел.

Факил.  Тылда һыйыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек бәрәңге, башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, ололар менән бер рәттән һабан һѳргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып барған инәйҙәр, бабайҙар алдында баш эйәбеҙ.

Ғәзизә: Һалдат һуғыш яланында һеҙҙе онотманы, киреһенсә, өҙөлөп хаттар көттө, һәм хат килеп төшөү менән, ҡыуанып, шунда уҡ яуап яҙырға ултырҙы. Һеҙҙең һөйөүегеҙ көс арттырҙы һалдат йәнендә.

УҠЫУСЫ уҡый

  Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, ауыл йәштәре һәм уҡыусы балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда төп көскә әйләнә, фиҙаҡәр хеҙмәте менән улар Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡтарын күрһәтә, иңдәренә көс  еткеһеҙ ҡыйынлыҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Нығынмаған яурындарына һуғыштың бар ауырлыҡтары ятҡан, балалығы урланған бала-саға ла мең михнәт кисерә, ғазаптарға дусар була. Улар аслыҡтан һәм һыуыҡтан интегә, етемлектең йән өшөткөс тынлығынан яфалана.

  Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға ете тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтте.  Һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.

   Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Бөгөнгө матур, тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғышта баш һалған олатайҙарыбыҙға, Еңеү яҡынлаштырырға көстәрен йәлләмәгән өләсәйҙәребеҙгә  бурыслыбыҙ, улар алдында баш эйәбеҙ!

Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланырға тейеш. Ә беҙҙең төп бурысыбыҙ - ололарҙы хөрмәт итеү, яҡшы итеп уҡыу һәм илебеҙҙең ысын патриоттары булыу !

Килер көндәребеҙ яҡты булһын, ер йөҙөндә бер ваҡытта ла һуғыш сыҡмаһын!!!

Беҙҙең батырҙарыбыҙға мәңгелек дан!  Беҙ уларға ҙур ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ.

 

     Обелискты асыу хоҡуғы Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповҡа ,ауылыбыҙ аҡһаҡалы, тыл ветераны Ҡарағолов Ғәббәс Дәүләтҡол улына, уҡыу алдынғыһы Арыҫлан Шамил улы Ҡолбирҙингә бирелә  

Музыка. Алҡыштар.

 А.Б.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл .һуғыш яралары һаман да һыҙлай, күңел яралары тынғылыҡ бирмәй. Беҙҙең яҡты тормош, аяҙ күк йөҙө өсөн үҙ йәндәрен, көстәрен   йәлләмәгән тыл ветерандары һәм һуғыш йылдары балалары хөрмәтенә  асылған обелискка веноктар һәм сәскәләр һалайыҡ. /Вахутинский маршы, Сәскәләр һалыу/

 Ғәзизә: 

Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы... Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш, тыл ветерандырын хәтергә алып тын ҡалайыҡ!

       Факил: Эйе, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғыш яланында ятып ҡалған,һуғыштан ҡайтып вафат булған, тыныс тормошта бар ғүмерҙәрен бала тәрбиәләүгә биргән уҡытыусы- коллегаларыбыҙҙы, хеҙмәткәрҙәребеҙҙе  лә хәтерләп тын ҡалайыҡ!  Бөтәһен дә иҫләйек! Бер минутҡа!!!...  / Тынлыҡ./

Ғәзизә: 

Беҙҙең Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар доньялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан! Байрам менән ҡәҙерле дуҫтар!

Обелиск асыу тантанаһын ябыҡ тип  иғлан итәм.

 /“День Победы” йыры / 

 

 

 

    


 

О белиск асыу тантанаһы Музыка уйнай

О белиск асыу тантанаһы Музыка уйнай

Факил. Тәбрикләү өсөн һүҙ

Факил. Тәбрикләү өсөн һүҙ

Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланырға тейеш

Уларҙың күрһәткән батырлыҡтары беҙҙең йөрәк түрендә мәңге һаҡланырға тейеш

Сценарий открытия обелиска труженикам тыла, детям войны

Сценарий открытия обелиска труженикам тыла, детям войны
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
16.12.2020