Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.
Оценка 5

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.

Оценка 5
Конкурсы +1
docx
воспитательная работа
6 кл—8 кл
19.04.2017
Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.
Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы. Өҙөк.Ҡатнашалар: олатай, малай, әбей, әсәй, малайҙар 1-се күренеш. Өй эсендә әсәһе менән малай 2-се күренеш. Урамда малайҙар уйнап йөрөй. Улар малайҙы күреп, уға яҡынлашалар, ирештерә башлайҙар. 3-сө күренеш. Өй эсендә алатаһы, өләсәһе, малай. 4-се күренеш. Өй эсендә әсәһе менән малай, олатаһы.Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы. Өҙөк.Ҡатнашалар: олатай, малай, әбей, әсәй, малайҙар 1-се күренеш. Өй эсендә әсәһе менән малай 2-се күренеш. Урамда малайҙар уйнап йөрөй. Улар малайҙы күреп, уға яҡынлашалар, ирештерә башлайҙар. 3-сө күренеш. Өй эсендә алатаһы, өләсәһе, малай. 4-се күренеш. Өй эсендә әсәһе менән малай, олатаһы.
Сценарий передел.30.09.docx
Сценарий.  Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы. Өҙөк Ҡатнашалар: олатай, малай, әбей, әсәй, малайҙар 1­се күренеш. Өй эсендә әсәһе менән малай. Әсәй:  (Улының   сәстәрен   ҡабартып).   Бөгөн   үк   алдыр   сәсеңде,   ҡобараңды осороп   йөрөмә.   Былай   ҙа   ябыҡһың,   сәсең   етһә,   уғата   асҡаҡлаған кешегә оҡшайһың. Бар олатайыңа, сәсеңде алдыр. (Малай сәсен тотоп ҡарай­ҡарай, олатаһына китеп бара. Юлында  малайҙар 2­се күренеш. Урамда малайҙар уйнап йөрөй. Улар малайҙы күреп, уға яҡынлашалар, ирештерә башлайҙар. осрай.) Малайҙар: ­ Етек сәс, өтөк баш. (Сәсенән тарта) ­ Бана хәҙер башыңда шалҡан үҫә. (Сәсенә тупраҡ һибә) Малай олатаһы янына барып етә. 3­сө күренеш. Өй эсендә алатаһы, өләсәһе, малай. Малай: Һаумы,олатай Олатай:  Һаумы,   улым.   Сәс   алдырырға   килдеңме?   Ҡайҙа   һыпыра   һалып ташлайым. Атайһыҙ етем кеүек йөрөмә.  (Күн һауыт эсенә тығылған бәкеһен ала, янарға тотона) Олатай  (сәсен һыпырғалап): Минең дә сәс еткән бит әле улым. Алдырайым тип кисә анау Хөсәйенгә барғайным, өйҙә булманы. Күпме кешенең башын таҙартам, үҙемдекен ҡырҙырырға кеше таба алмайым. Әб­ бә­ә­ә ни эшләргә һуң? Улым һин алып ҡарайһыңмы әллә? (Малай аптырай) Малай: Мин?  Олатай: Ә һин ҡурҡма. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр кәрәк. Тотонһаң, эш үҙе өйрәтә ул. Бына   хәҙер бәкене янап бирәм дә  (пауза). Аҙаҡтан һинекен ҡырырмын. Ҡулалмаш эш ­ ғәҙел эш. (Олатай әкрен генә бәкеһен янай, сәсенә ҡаптырып ҡарай, шунан әбейҙән Олатай: Әбей ҡана әле, ҡомғандан йылы һыу ҡой әле. Улым, кил һалып тор, ҡомғандан һыу ҡойҙороп ала) башты һабынлайыҡ. Малай: Олатай, ала алмаһам... Олатай: Нимәне? Малай: Сәсеңде... Олатай:  Юҡты   һөйләмә,   белмәгәндең   беләге   тыныс   тип   йөрөмәксе булаһыңмы? Егет икәнһең, булдырам мин уны, тип һәр эшкә ышаныс менән тотон. Йә, һыуыңды ҡой. (Малай ҡомғандан  һыу ҡоя, олатай  сәсен йыуған кеүек ишаралар эшләй. Шунан ултырғысты иҙән уртаһына йығып һала ла шуға ултыра). Олатай:  Ҡурҡма,   улым.  Атайың,   ана,   һигеҙ   йәшендә   саҡта   сәс   алырға өйрәнде.  (Малай эшен дауам итә.) Малай: Ҡырҡып ҡуйһам... Олатай: Ҡырҡылһа, үҙ ямауы үҙендә. Йә,йә аптырап торма... (пауза). Һин уны улым,   ҡабат   ҡабат   ҡырып   торма,   аҙаҡтан   башты   һабынлап тигеҙләрбеҙ. (Әбейгә өндәшә.)  Олатай: Әбей, ҡана әле анау көҙгөнө алып бир.  (Әбей алып бирә. Олатай башын борғалай­борғалай ҡарап ала.) Олатай:  Булдыраһың   улым,  былай   булғас   эш   сыға   һинөн,  хәҙер   бына   сәс алыусы ла эҙләп йөрөмәм.  Өләсәй  (Олатайҙың  сәсен ҡарап, көлөп):  Харап   инде,   бабай,   Мөғин   таҙ башын тырнап ҡанатҡандағы кеүек булып ҡалдың. Олатай (асыуланып): Юҡты һөйләмә. Ҡырҡылһа – үҙ ямауы үҙендә. Ултыр, улым һинекен дә ала һалайым. (Малайҙың сәсен ала). Олатай: Бар, бүҙәнәнән йөн ал, төйлөгәндән ит ал, ҡара­ғуранан өркөп ҡас.  (Арҡаһынан яратып сығарып ебәрә). 4­се күренеш. Өй эсендә әсәһе менән малай, олатаһы. Әсәһе самауырға ҡуҙ һалып маташа. Әсәй: Ҡайһылай оҙаҡ йөрөнөң. Эҙләп сығырға уйлағайным. Олатай: Килен, бына күрәһеңме? (Баш кейемен һалып, сәсен күрһәтә). Шулай матур итеп кем таҙартған тиһеңме башымды?  Әсәй: Белмәйем шул, ҡайным. Хөсәйен ағайҙан алдырғанһыңдыр  инде.  Олатай: Һе, әйттең хәбәрҙе. Беләһеңме, минең сәсте кем алды? Әсәй: Белмәйем шул, ҡайным. Ниңә ныҡышаһың әле шулай?  Олатай  (Малайға ҡарап): Был манкрут малай әймәнеме ни? Ул көндән­көн эшкә  ярай  бит, килен. Әсәй (Аптырап, эшенән туҡтап): Китсе, әллә шул мәтәштерҙеме? Олатай: Ниңә аптырайһың, ул кемдән көм? Арлы­бирле өйрәткәйнем, ҡырып алды   ла   китте.   (Баш кейемен һалып, башын йөнә ыуалай). Килен,Сөләймәндең дә сәс бәкеһе була торғайны, юғалмағанмы? Әсәй:  Кит инде, ҡайным, балаға ышанып, кеше сәс бәкеһе тотторамы? Ныҡ итеп ҡырҡып­фәлән ебәрһә, нишләрһең, Хоҙай һаҡлаһын. Олатай: Юҡты һөйләмә, килен. Хәҙер юл бит ун йәшенә еткән, атаһы мәрхүм һигеҙ   йәшендә   үк   сәс   ала   башланы.   Булыр   бала   бишектән,   тигән әүәлгеләр. Сөләймәндең бөкеһе юғалмағандыр бит, килен? Әсәй (икеләнеп): Юғалтманым да... Ниңә кәрәк булды һуң әле ул? Олатай:  Ниңә тип, һәйбәтләп үткерләп бирәм дә, улың малайҙарҙың сәсен алыр. Әтүһә мине аптыратып бөтәләр бит. Әсәй (асыуланып): Ҡуй әле, ҡайным, юҡты һөйләмә. Ни әйтһәң дә, бала бит әле ул, йә берәй бәлә килеп тыуыр. Олатай (ҡыҙып китә): Ярар, улайһа, ҡартайғансы ҡуйыныңа алып ят улыңды! (Урынынан тора) Ҡулынан эш килмәгән йыбытҡы булып үҫһә, миңә ҡарап үпкәләмә! Харап... Әсәй (олатай эргәһенә барып): Ҡайным, туҡта әле, асыуланма, мин ни берҙән­ бер күҙ төбәп торған өмөтөм булғас... Ҡайҙа ҡуйғайным һуң әле шул бәкене, хәҙер алып бирәм. Олатай  (бәкене   үткерләп   бирә):   Быныһы   һиңә   атайыңдың   тағы   бер ҡомартҡыһы булыр, улым. Ҡәҙерен бел, бының кеүек бүтән бәкене таба алмаҫһың!

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.

Сценарий. Н.Мусин. Мин дә ата балаһы. Тормош әлифбаһы.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
19.04.2017