Доклад
Оценка 4.7

Доклад

Оценка 4.7
Лекции
doc
чтение +1
Взрослым
23.04.2017
Доклад
Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала “Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала”, - тигән әйтем бар халыҡта. Шуның өсөн баланы ата-бабанан ҡалған телдә һөйләргә, фекерләргә өйрәтеү һәм уның аша бала күңеленә халыҡ аҡылының тәрәнлеген еткереү – ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың төп бурысы. 21 быуат – мәғлүмәт технологиялары һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған яңы заман. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә. Халыҡ традициялары, халыҡ аҡылына таянып, яңы асыштарға ынтылыу, үҙебеҙҙең һөнәри һәләтебеҙҙе үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләү, заман менән бергә атлап, хатта алдараҡ барыу – беҙҙең төп бурысыбыҙ.
доклад тел беле=.doc
Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала  “Тел белеү кеше йөрәгенә юл һала”, ­ тигән әйтем бар халыҡта. Шуның өсөн баланы ата­бабанан ҡалған телдә һөйләргә,     фекерләргә өйрәтеү һәм уның аша бала күңеленә халыҡ аҡылының тәрәнлеген еткереү – ата­әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың төп бурысы.  21   быуат   –   мәғлүмәт   технологиялары   һәм   мәғариф   өлкәһендә   ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған яңы заман. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә. Халыҡ традициялары, халыҡ аҡылына таянып,   яңы   асыштарға   ынтылыу,   үҙебеҙҙең   һөнәри   һәләтебеҙҙе   үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләү, заман менән бергә атлап, хатта алдараҡ барыу – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Уҡыу­уҡытыу,   үҫеп   килгән   быуынға   кешелек   тарихында   тупланған белемдәрҙе тапшырыу – мәңгелек, бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмаған проблема. Йәмғиәттәге әхлаҡ, мәҙәни мөхит, рухи ҡиммәттәрҙең үҫтерелеше мәсьәләһе тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек хәл ителеүенә бәйләнгән.  Үҙ эшемдә “башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологиялары һәм электрон   дәреслектәр   ҡулланыу,   уҡыусыларҙың   бәйләнешле   телмәрен үҫтереү” тигән тема һайлап алдым. Шуның өсөн тәүге көндән үк уҡыусылар менән   телебеҙҙең   серҙәрен   бергәләп   аса   барабыҙ.   Эш   барышында   балаға телебеҙҙең үҙенә генә хас сифаттары күрһәтелә. Уҡыусыларҙа,  минең телем матур, яғымлы икән тигән уй тыуа. Ғорурлыҡ уяна. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү ­ дәрестәр сифатын күтәреүҙә лә әһәмиәтле.   Мәҫәлән, мәктәп һәм район күләмендә ”Тасуири уҡыу”, “Туған телдәр аҙналығы”, “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Иншалар бәйгеһе” , “Урал батыр” эпосын   яттан   һөйләү   уңышлы   үтә.   Малайҙар   ­   ҡыҙҙар     был   конкурстарҙа яратып ҡатнаша.Тиҫтерҙәре араһында район этабында ла  көс һынап  призлы урындар яулай. Уҙған уҡыу йылында, Рәми Ғарипов исемендәге 1­се Башҡорт республика   гимназия­интернатының   70   йыллыҡ   юбилейына   арналған “Интернатым ­ пар ҡанатым”     иншалар буйынса республика бәйгеһендә лә ҡатнаштыҡ.  Бәләкова Камилла, Ғаянов Илназ номинацияларҙа еңеүсе булды.  Мәктәбебеҙҙә   шәжәрә   байрамы   берҙәм   уҙа.  Был   сара   халыҡҡа тамырҙарын, нәҫелен табырға ярҙам итә.  Уҡыусы балалар оло ҡыҙыҡһыныу менән ата­бабаларының тарихын, шөғөлөн өйрәнә.  Атай­әсәйҙәр, өлкәндәр ҙә балалары менән берлектә эҙләнә, тарих биттәренә иғтибар   итә.     Рафиҡов   Айнур,   Рафиҡов   Нурфиз,     Бәҙретдинова   Регина, Үтәшева   Гүзәл   һәм   башҡа   балалар   үҙ   ырыу   ағастарын   тәрән   өйрәнеп тиҫтерҙәре   араһында   сығыш   яһаны.   Улар   үҙ   ырыуҙарынан   районыбыҙға файҙалы, данлыҡлы кешеләр үҫеп сығыуы хаҡында өйрәнде.  Һаналып   киткән   эштәр   менән   бер   рәттән   минең   педагогик   кредам   ­ киләсәк быуынды   яңыса уҡытыу, әүҙем тормош   позицияһында тәрбиәләү бурысы тора. Ошо маҡсаттан, уҡыусыларымды  тейешле кимәлдә матбуғатта сығыш яһарға өйрәтәм. Мәҡәлә, шиғырҙарын  “Аҡ тирмә” район газетаһының ҡушымтаһында   күреп,   уҡып   һөйөнәләр,   тағы   ла   әүҙемерәк   эшләргә тырышалар. Һәр бер бала ижад ҡомары менән яна, һәр береһе күңелендә, йөрәгендә   ниндәйҙер   сатҡы   йөрөтә.   Улар   үҙҙәренең   уйлаған   уйҙарын   аҡ ҡағыҙға   төшөрәләр   һәм   тиҫтерҙәре   хөкөмөнә   сығаралар.   Ижадҡа   һәләтле булған   балаларҙы   әҙәбиәт   дәрестәрендә   һәм   дәрестән   тыш   ижад   итергә саҡырам.   Үҙем дә Халыҡ араһында, ғаиләләр араһында район газеталары аша туған телдең тормоштағы роле тураһында аңлатыу эше алып барам. Төрлө проблемаларға ла туҡталам.  Бөгөн, заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы. Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдең билдәле бер йыйылмаһын   үҙләштереүгә   генә   түгел,   шәхес   үҫешенә   лә   ҡайтып   ҡала. Уҡыусыларыбыҙ   белемле,   патриотик   рухлы   шәхес   булып   үҫһен   өсөн   мин үҙемә шундай бурыстар ҡуям: ­ Һәр балала айырым шәхесте күрә белеү; ­ уҡыусының белем алыуға эҙләнеүҙәр аша килеүен тәьмин итеү;          ­  балала үҙ көсөнә, үҙ­үҙенә ышаныс тәрбиәләү         ­ белем биреүҙең традицион юлдары менән бергә инновацион алымдарҙы ҡулланыу.  Әлбиттә,   быларҙың   барыһын   да   тормошҡа   ашырыу   өсөн   иң   тәүҙә уҡытыусы   һәм   уҡыусы     хеҙмәттәшлеген   –уҡытыу   эшен   дөрөҫ   ойоштороу мөһим.   Заман   башҡа,   заң   башҡа,   тигәндәй,     бөгөнгө   уҡытыусы   һәр   яҡлап үҫешкән, мәғлүмәт технологияларын ҡуллана белеүсе шәхес булырға тейеш. Сөнки,   мәғлүмәти   технологиялар   ҡулланыу   –   өҫтәлмә   мәғлүмәт   биреүҙә   һүҙлектәр, отошло   алымдарҙың   береһе.   Электрон   дәреслектәр, презентациялар, слайдтар файҙаланыу башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф­ғәҙәттәре,   матур   тәбиғәте   менән   таныштырыу   өсөн   бик   уңайлы. Уҡыусылар бирелгән материалды бындай алымдар ҡулланғанда еңел һәм тиҙ үҙләштерә.  Тикшеренеү   эштәрен   компьютер   технологияларын   киң   ҡулланып эйләйбеҙ.   Уйылданова Лариса менән “Тәтешле районында милли уйындар” тип аталған тикшеренеү эшен башҡарҙыҡ. Район күләмендә “Малая академия наук” тикшеренеү эштәре сиктәрендә   сығыш яһаныҡ.   Туған еребеҙҙә әле булһа   балалар   араһында   халыҡ   уйындары   йәшәүен   дәлилләннек.   Гүҙәл традицияға   әйләнеп   барған   “Тәтешле   ынйылары”   конкурсының   район этабында   мәктәптең   фольклор   коллективы   менән   матур   сығыш   яһаныҡ. Халҡыбыҙҙың   йыр­моңға,   бейеү­уйындарға   әүәс   булыуына   инандыҡ.   Был эштәр киләсәктә уҡыусыларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһар тип ышанам. Уҡытыусылар   өсөн   дистанцион   уҡыуҙар,   интернет   форум,   педсовет, конференциялар   булып   тороуы   һәр   уҡытыусы   өсөн   уңайлы,   кәрәкле   эш. Коллективыбыҙ   менән   Башҡортостан   Республиканаң   берҙәм   мәғлүмәти мәғариф порталында әүҙем эш алып барабыҙ. Дәрестәрҙә һәм класстан тыш сараларҙа ошо парталдағы мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу киләсәк быуынға белем, тәрбиә биреүҙе тағы ла отошло итә. Дневник .ру сайты базаһында Электорон журнал, электорон дневник   ҡулланып эшләү мәктәп һәм ғаиләләр, балалар эшмәкәрлеген нығыта. Интернет   селтәре   аша   Аҡмулла   олмпиадаларына   уҡыусылар   теләп ҡатнаша. Мәктәп йәшәндәге һәр бала төрлө төбәктә йәшәгән тиҫтерҙәренең белем кимәлен үҙ уңыштары менән сағыштыра ала.  Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусыларым Тыуған илебеҙгә,    халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белерҙәр һәм  тормошта үҙ урындарын табырҙар, тип ышанам.    .

Доклад

Доклад

Доклад

Доклад

Доклад

Доклад

Доклад

Доклад
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
23.04.2017