КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН) 6 класс
Оценка 4.9

КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН) 6 класс

Оценка 4.9
doc
14.10.2021
КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН) 6 класс
КИМ баш гос ОВЗ 6 кл.doc

 

 

 

 

 

КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ

(ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН)

 

 

УРОВЕНЬ – ОСНОВНОЕ ОБЩЕЕ ОБРАЗОВАНИЕ

КЛАСС - 6

 

 

 

 

 

 

6 класс

Контроль күсереү

Светофор

Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй.

Өфөлә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар.

Кешеләрҙең һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр бар. Улар бер-береһен алмаштырып торалар. Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда, йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин. Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата. Был бөтә ерҙә лә шулай. (63 һүҙ)

 

Баһалау критерийҙары.

 

Барыһы 10 балл

Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл

«5» 7 – 10 балл

«4» 5 – 6,5 балл

«3» 3 – 4,5 балл

«2» 0 – 2,5 балл

 

Һүҙлек диктанты

Башҡортостан ере

Йылға, тау, күл, соҡор, ҡала, ауыл, район, ҡасаба, мәмерйә, зыярат, юл, ялан, шишмә, ҡоҙоҡ.

Баһалау критерийҙары.

 

Барыһы 14 балл

Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл

«5» 10 – 14 балл

«4» 7 – 9,5 балл

«3» 3 – 6,5 балл

«2» 0 – 2,5 балл

 

Изложение

Тейен менән бүре

Бер тейен, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөй торғас, йоҡлап ятҡан бүренең тап өҫтөнә йығылып төшкән. Бүре һикереп тороп уны тотоп алған да ашамаҡсы булған. Тейен:

-         Ебәр мине, - тип ялбарған.

Бүре:

-         Ярай, мин һине ебәрермен, тик әйт әле миңә, ниңә һеҙ, тейендәр, шулай шат күңелле? Миңә һәр ваҡыт күңелһеҙ, ә һеҙгә ҡараһаң, һеҙ юғарыла һикереп уйнап ҡына йөрөйһөгөҙ, - тигән.

Тейен уға:

-         Һин иң элек мине ағас башына ебәр, унда менгәс, әйтермен, юҡһа мин һинән ҡурҡам, - тигән.

Бүре уны ебәргән, ә тейен ағас башына менгән дә былай тигән:

-         Уҫал булғаның өсөн күңелһеҙ һиңә. Уҫаллыҡ һинең йөрәгеңде өйкәп тора. Ә беҙ яҡшы күңеллебеҙ, бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәйбеҙ, шуға күрә шатбыҙ.

(Л.Толстой буйынса)

Баһалау критерийҙары

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1.     Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2.     Фактик хаталар юҡ.

3.     Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4.     Эштең һүҙлеге бай.

5.     Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан камил. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

«4»

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлеклек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата киткән.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

«3»

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә-эҙлеклек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ  8 грамматик хата булыуы мөмкин.

«2»

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә – 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата.

 

Контроль диктант

Ҡарабаш турғай.

Бөтә турғайҙар араһында иң сос, иң етеҙ ҡош булып ҡарабаш турғай һанала. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас башында була. Ул баҡсаларҙы, урмандарҙы ҡоротҡостарҙан таҙарта:балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра. Шуға күрә ҡарабаш турғай – ифрат файҙалы ҡош. Тик һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәүҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк. (63 һүҙ.)

 

Баһалау критерийҙары.

 

Барыһы 10 балл

Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл

«5» 7 – 10 балл

«4» 5 – 6,5 балл

«3» 3 – 4,5 балл

«2» 0 – 2,5 балл

 


КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

Контроль күсереү Светофор Өфө урамдары киң, матур

Контроль күсереү Светофор Өфө урамдары киң, матур

Барыһы 14 балл Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл «5» 10 – 14 балл «4» 7 – 9,5 балл «3» 3 –…

Барыһы 14 балл Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл «5» 10 – 14 балл «4» 7 – 9,5 балл «3» 3 –…

Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә

Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә

Бөтә турғай ҙ ар араһында иң сос, иң ете ҙ ҡ ош булып ҡ арабаш турғай һанала

Бөтә турғай ҙ ар араһында иң сос, иң ете ҙ ҡ ош булып ҡ арабаш турғай һанала
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
14.10.2021