КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ
ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ
(ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН)
УРОВЕНЬ – ОСНОВНОЕ ОБЩЕЕ ОБРАЗОВАНИЕ
КЛАСС - 7
7 класс
Һүҙлек диктанты
Тыныслыҡ
Тыныслыҡ, уҡытыусы, уңыш, кәңәш, һөйләм, зирәк, өлгөр, һүрәт, яҙыу, уҡырға, көндәлек, аҡбур, дала, төркөм, рух байлығы, иҫтән сығыу, шишмә.
Баһалау критерийҙары.
Барыһы 17 балл
Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл
«5» 12 – 17 балл
«4» 8,5 – 11,5 балл
«3» 4,5 - 8 балл
«2» 0 – 4 балл
Контроль күсереү
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
Урман эсендә ут яғыу ҡәтғи тыйыла. Бик кәрәк булған осраҡта, тәүҙә асыҡ урын һайлана һәм соҡор ҡаҙып, урын әҙерләнә. Усаҡты ағастарға яҡын яҡмайҙар, сөнки ут ағас тамырҙарын, ботаҡтарын яндыра. Ул, ҡоро ботаҡтарҙан өҫкә үрелеп, башҡа ағастарға күсергә мөмкин. Утты ҡоро ағастар йәки ылыҫлы йәш урман эргәһендә лә яҡмайҙар. Аҙаҡтан усаҡты һыу һибеп һүндерәләр йәки тупраҡ менән күмәләр. Янған көлдө һәм шырпыны ла тирә-йүнгә ташлау тыйыла. (Башҡортостан календарынан)
Баһалау критерийҙары.
Барыһы 10 балл
Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл
«5» 7 – 10 балл
«4» 5 – 6,5 балл
«3» 3 – 4,5 балл
«2» 0 – 2,5 балл
Изложение
Мәктәпкә тәү барған көн.
Эйе, мәктәпкә тәү барған көн ... Кемдең генә хәтеренә мәңгелеккә яҙылып ҡалмай был көн! Минең дә хәтеремдә шул көйө һаҡлана ул. Эйе, бөгөнгөләй иҫемдә: бик матур сыуаҡ көн ине. Яҡ-яҡта алтын япраҡтар туҙышып йөрөгәне әле булһа күҙ алдымда һымаҡ. Күрәһең, еллерәк тә булғандыр ул көн. Ләкин ғәжәп һәйбәт ине. Урам төрлө-төрлө күбәләктәр менән тулы яңы баҡсаға оҡшаған. Мин матур кейемдәр кейеп, ҡулыма портфель тотоп, мәктәпкә барам.
(З.Биишева)
Баһалау критерийҙары
Билдәләр |
Баһалауҙың төп критерийҙары |
|
йөкмәтке һәм телмәр |
грамоталылыҡ |
|
«5» |
1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла. 4. Эштең һүҙлеге бай. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан камил. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин. |
3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин. |
«4» |
1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлеклек боҙолған. 4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата киткән. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин. |
7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин. |
«3» |
1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ. 3. Эҙмә-эҙлеклек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин. |
10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин. |
«2» |
1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ. 4. Эштең йөкмәткеһендә – 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән. |
12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата. |
Материалы на данной страницы взяты из открытых источников либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.