Йыр әйтәм һинең хаҡында,
Ипле Илештәр иле,
Сылтыр-сылтыр көй көйләгән
Көмөш инештәр иле.
Мин хайран ерең йәменә
Күгеңдең төҫтәренә,
Һине өндә бер ҡат күргәс,
Мең керҙең төштәремә.
Һиндә ергә табыналар,
Табынмайҙар Мәккәгә.
Һиндә икмәк иманға тиң,
Һиндә намыҫ-мәртәбә.
Егет-елән сая һиндә,
Ҡыҙҙар сибәр,әҙәпле-
(Был хаҡта һүҙ ҡуйыртмайым
Йәшем үтеү сәбәпле).
Әгәр ҙә, тим, был донъяла
Йәннәт булһа, имештер,
Ул,моғайын, Базы буйы,
Ул,моғайын, Илештер.
Гел имен бул,игелектә бул,
Ипле Илештәр иле,
Сылтыр-сылтыр көй көйләгән
Көмөш инештәр иле.
Башҡортостандың төҫ ташламаҫ
гәүһәрҙәре араһында тыуған ер
ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек
олпат һәм моңло, Урал кеүек
олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ
кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле,
тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы
Мостай Кәрим ижады бар.
Рауил Бикбаев
”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.”
Ғайса Хөсәйенов
М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалы. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар.
1963 – «Башҡортостан халыҡ шағиры» исеменә лайыҡ була.
1967 – «С. Юлаев премияһы» бирелә.
1967 – «Станиславский» премияһына лайыҡ була.
1972 – «Рәсәйҙең дәүләт премияһы» бирелә.
1977 – «Андерсон исемендәге бөтә донъя дипломы»на лайыҡ була.
1984 – «Ленин премияһы» бирелә.
1999–«Шолохов премияһы», «Өфө ҡалаһының почетлы гражданины».)
«Асыҡ дәрес» тигәне, минеңсә, шулдыр:теләгәне инә дәрескә,теләмәгәне инмәй, теләгәне тыңлай,теләмәгәне тыңламай. Әгәр шулай икән,ул дәресте мин илле йылдан ашыу бирәм инде.Йәғни китаптар яҙам.Дәрт иткән кеше уларҙы уҡый һәм ниндәйҙер фәһем ала,дәрт итмәгәндәр ҡағылып та ҡарамай.Мин быға күнеккәнмен. Шуға күрә бөгөнгө асыҡ дәресте бөтәһе лә ишетер,тыңлар,күңел һалыр,тип өмөтләнмәйем.Күңел һалып тыңлағандарға –рәхмәт.
Минең күҙәтеүемсә, уҡыуында ла,йәмәғәт эшендә лә,башҡа төрлө файҙалы һөнәрҙәрҙә лә ырата алмағандар шикле саралар менән үҙҙәренә иғтибар иттерергә тырыша. Улар бер кемгә лә,йәнәһе,баш бирмәй,директорҙы һанға һуҡмай,уҡытыусылар менән телләшә,көсө еткәнде рәнйетә. Әлбиттә, тәмәке тарта, һүгенә, хатта шарап эсә, ҡыҫҡаһы, «егетлек» күрһәтә. Аҡты ҡаранан айырмағаныраҡ ҡыҙыҡайҙар ошондай йүнһеҙҙәр араһынан үҙенә «батыр» һайлай,йоҡараҡ башлы кесерәк малайҙар,уларға оҡшарға тырышып,һүгенергә,тәмәке тартырға,һуғышырға өйрәнә. Ә бит ғәрип ҡылыҡтар менән үҙенә иғтибар яулау кешене кәмһетә,меҫкенәйтә. Ғәрип кешене күреп, берәү ҙә һоҡланмай,бары уны ҡыҙғана ғына.
Намыҫ,тоғролоҡ, батырлыҡ, ихласлыҡ тураһында асыҡ дәрестәрҙе һеҙ ҙә йышыраҡ үткәрһәгеҙ икән. Уҡытыусыларҙан башҡа. Үҙегеҙ генә йыйылышып.Һис нәмәне үҙеңдән дә ,кешенән дә йәшермәй һөйләшеп,эс бушатыу намыҫты таҙартып,күңелде елкендереп ҡала ул.Әммә үҙ-ара әйтелгән тура һүҙҙәр өсөн үсләшеп,кенә ҡыуып йөрөүҙән, хәйләһеҙ асылған серҙәр өсөн бер-береңде ирештереүҙән булмаһын.Ундай хурлыҡҡа төшмәгеҙ.
«Башҡортостан пионеры»,1989 йыл,27 сентябрь
Һуғыш ҡот осҡос хәл. Ул ерҙе ҡан һәм күҙ йәштәре менән һуғара. Украиналағы һуғыш туҡтап Бөйөк еңеүҙең 70 йылын тыныс ҡаршыларға яҙһын. Һәр бер кеше ил аҡһаҡалы М.Кәрим кеүек илебеҙҙең, еребеҙҙең, өйөбөҙҙөң йәме булып йәшәһен.
Һәр кеше, ваҡыты етеп яҡты донъя менән һушлашҡас та, һағынып иҫкә алырлыҡ яҡты эҙ ҡалдырһа ине.
© ООО «Знанио»
С вами с 2009 года.