В статье описывается один из башкирских народных праздников Ҡарға бутҡаһы (Воронья каша).От архаичных доисламских верований,которые были связаны с древним культом птиц у башкир берет свое начало такой праздник,как "Ҡарға бутҡаһы".Изучение башкирских праздников и традиций на современном уровне сохраняет свою актуальность.
«ҠАРҒА БУТКАҺЫ» БАЙРАМЫ.
Г.Ф.Әбүбәкирова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,Башҡортостан республикаһы.
Халҡыбыҙҙа ерһыу,тәбиғәт,хеҙмәткә бәйләнгән әллә күпме байрам бар.
Башҡортостанда “Ҡарға бутҡаһы” киң танылған байрамдарҙың береһе.Ул
тәбиғәт уянған ваҡытта үткәрелә. «Ҡарға туйын,С.И.Руденко яҙыуынса,яҙ
башында,ҡар иреп,йәш үлән сыҡҡас,ҡарғалар ҡайтҡас байрам иткәндәр».
Ҡарғаларҙы бутҡа менән һыйлау,уларға ямғыр һорап мөрәжәғәт итеү,изгелек
теләү,үҙенсәлекле художестволы күренешкә,ҡатынҡыҙ сәнғәтенең сағыу
тамашаһына әйләнә.[1.сайт:баш.башкирскаяэнциклопедия.рф]
Байрамда бөтә йәштәге ҡатынҡыҙҙар,1213 йәшкә тиклемге малайҙар
ҡатнаша.Уның өлөштәре булып тары ярмаһын йыйыу,байрам ашамлыҡтары
әҙерләү,ағастарҙы биҙәү,бутҡа бешереү,бергәләп һыйланыу,уйын,йыр, бейеү,
ҡарғаларҙы ашатыу,изгелектәр теләү тора.
Ағас суҡлау мәжүсилек менән бәйләнгән,уның суҡ,сәскә атыусан булыуын
теләүҙе аңлата.[2.29сы бит]
Ҡатынҡыҙҙарҙың иң өлкәне махсус кейем кейеп байрамдың юлбашсыһы була.
Ул 23 киленгә бутҡа бешерергә ҡуша. Бутҡа ҙур ҡаҙанда һөттә бешә. Килендәр
уны көйҙөрмәй,йомшаҡ һәм тәмле итеп бешереү өсөн тырышалар. Был ваҡытта
башҡа ҡыҙҙар ағастарҙы биҙәй.Уларға ҡорамалар, мәрйендәр, шәлдәр,
яулыҡтар, тәңкәләр эләләр. Биҙәлгән ағастар аҫтына балаҫтар, ашъяулыҡтар
йәйеп,уларға май,ҡаймаҡ,эремсек,ҡорот,ҡыҙыл эремсек һәм башҡа аҙыҡ
ҡуйыла. Бутҡаны ағас ҡашыҡтар менән ашыҡмай,майға манып
ашағандар.Һыйланыу байлыҡ,муллыҡ, именлек, бәхет теләү маҡсатында
башҡарылған. Артабан ағастарҙың олондарына,ботаҡтарына бутҡабуяғандар,ҡаҙанды ҡалған бутҡаһы менән түңкәреп, ҙур уңыш теләгәндәр.[2.29
сы бит.]
Байрамда ваҡытваҡыт оран башҡарыла,уны ҡыҙҙар байрам башлығы ҡушыуы
буйынса йырлай. Бөтә уйындар ҙа тиерлек йыртаҡмаҡ, шиғыр, тиҙәйткестәр
менән алып барыла. Байрамға ҡурайсылар саҡырыла. Байрамда ярыш
ойошторғандар: ҡыҙҙар һәм йәш ҡатындар үҙҙәренең оҫталығын, һәләтен,
етеҙлеген, көсөн күрһәтергә тейеш булған. Әйләнбәйлән уйнағандар, дөңгөр,
думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып яңғыҙ һәм парлап
бейегәндәр, йырлағандар, таҡмаҡ әйткәндәр. Ярыштар һәм «ҡарға уйыны», «аҡ
тирәк», «дөйә», «гөргөлдәк», «йүгереш», «әбәк», «ырғыуыс», «арҡан йәки
таҫтамал тартышыу», «әүһәләй эйеү» кеүек халыҡ уйындары үткәргәндәр.
Байрам ваҡытында ғәҙәттә өс тапҡыр — ашҡа, ҡоштар һыйлауға саҡырып һәм
байрам тамамланыуын белдереп — һөрән һалынған. Башҡортостандың көньяҡ
көнсығышында Ҡарға бутҡаһы йыш ҡына ғибәҙәт ҡылғандар һәм ҡорбан
салғандар.[3.56cы бит.]
Ҡарға бутҡаһы башҡорттарҙың, мәрхүмдәрҙең йәне ҡошҡа һәм йәнлеккә
әүерелә ала, тигән ҡараштарына бәйле булған боронғо исламға тиклемге дини
инаныуҙарға барып тоташа (Атабабалар культы, Ҡоштар культы). Быға оҡшаш
йола байрамдары Көньяҡ Урал һәм Урта Волга буйындағы байтаҡ халыҡтарҙа
осрай.[1. сайт:баш.башкирскаяэнциклопедия.рф.]
Был матур традицияларҙы һәм ғөрөфғәҙәттәрҙе кешеләр быуынданбыуынға
тапшырып килгән,беҙ ҙә тәбиғәтте һаҡларға,уны киләсәк быуындарға бай, матур
көйө ҡалдырырға бурыслыбыҙ.
Әҙәбиәт:1. Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, 2013 йыл.
2.Ф.Харисова. “Ҡарға бутҡаһы” фольклор байрамы//Башҡортостан
уҡытыусыһы,2003йыл,№3,2930сы биттәр.3.Нагаева Л.И.Весеннелетние празднества и обряды башкир. В
кн.:Исследования по исторической этнографии Башкирии. с. 56.