Добавить материал
Войти
🕊️
Войти в кабинет
Медиатека
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Новости
Ваше членство
Добавить материал
и получить до 500 000 ₽.
свидетельство СМИ
и 10 документов
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Оценка
4.6
Галлямова Глюса
Галлямова Глюса
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Оценка
4.6
Контроль знаний
docx
библиотека
9 кл
14.03.2017
Публикация является частью публикации:
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Асыҡ дәрес М.Кәрим.docx
Текстом
Картинками
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме. кеүек Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тамырлы Бикбаев тормоштоң үҙе кеүек тәрән Мостай Кәрим ижады бар. Рауил Маҡсат: 1. М.Кәримдең тормошо һәм ижады хаҡында өҫтәлмә “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесының мәғлүмәттәр биреү, йөкмәткеһен үҙләштереүҙәрен тикшереү. 2. Уҡыусыларҙың телмәрен, ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. 3.Яҙыусыға, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.Әҫәр геройҙары образы аша балаларҙа кешелек сифаттары:ярҙамсыллыҡ, миһырбанлыҡ,туғанлыҡ хистәре тәрбиәләү. Йыһазлау: Башҡортостан картаһы, М. Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе, компьютер, проектор, уҡыусыларҙың әҫәрҙәргә ҡарата эшләгән һүрәттәр күргәҙмәһе. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ойоштороу мәле: Бөгөнгө дәресебеҙ ғәҙәттәге дәрес түгел. Дәрескә беҙ ҡунаҡтар ҙа саҡырҙыҡ. Кластан тыш уҡыу дәресебеҙҙә бөйөк әҙип, шағир, драматург М.Кәрим ижадына байҡау яһарбыҙ.Уның әҫәрҙәре аша тормошҡа ситтән тороп 1 сәйәхәт ҡылырбыҙ, донъялыҡта булған етди мәсьәләләр тураһында уйланып алырбыҙ. Инеш: Хәҙер М.Кәримдең үҙе башҡарыуында бер нисә шиғырын тыңлап үтәйек. “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде,тиһең…”, «Уңдым» …Күп нәмәнән уңдым, Рәхмәт һеҙгә, Хәйерле төн һеҙгә,үткәндәр! Күп нәмәнән уңдым. Минән уңды микән бүтәндәр? Эйе,бүтәндәр ҙә уңды халыҡ шағиры Мостай Кәримдән. М. Кәрим үҙенә 50 йәш тулған көндәрҙә яҙылған“Уңдым” исемле шиғырында тыуған йылынан, тыуған айынан, тыуған тупрағынан, кешеләрҙән, дуҫтарынан, көрәш – яуҙарынан уңыуы тураһында һүҙ алып бара. Эйе,уңдым 20 октябрь – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө. Әгәр үҙе иҫән булһа, уға 95 йәш тулған булыр ине. Ләкин бына 9 йыл инде был көндө беҙ Мостайһыҙ ҡаршылайбыҙ. 20 октябрҙә бөйөк шағирыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, шиғри гәүһәрҙәрен, үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрәбеҙ, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабат тергеҙәбеҙ. Уның үлмәҫ рухы алдында баш эйәбеҙ. Бөтә республикала башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ҙур әҙәби байрамдар үтте. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се һанлы башҡорт гимназияһы ойошторған «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади конкурстарында беҙҙең клас уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашып һайлап алыу турын үтеп сертификаттар алдылар. Йосопова Алһыу ҡыҙҙар менән видеояҙмалы шиғырҙар конкурсында шиғырын һөйләнеләр.Уларҙың сығышын беҙҙә тыңлап үтәйек. ( Сертификатты тапшырыу) ҡыҙҙар» сигә «Сигеү Слайд 1 2 Фәхруллина Гөлнарҙың М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы Буйынса яҙған иншаһы һайлап алыу турын үтеп сертификатҡа лайыҡ булды. М. Кәрим әҫәрҙәре бер нисә быуын башҡорт уҡыусыларының рухи хазинаһына әйләнде. Ул башҡорт әҙәбиәтенең ил күләмендәге авторитетын нығытты, уны бөтә донъя майҙанына ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ алып сыҡты. дәрәжәһендә йөрөй. Шағирҙың ҡанатлы һүҙҙәре күптән инде мәҡәл Мостай Кәримде юҡҡа ғына- “беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме”,-тип йөрөтмәйҙәр.Был һүҙҙәрҙе нисек аңлауығыҙҙы һеҙ дәрес аҙағында әйтерһегеҙ. Халыҡтағы бөйөклөк менән тыйнаҡлыҡты, ғорурлыҡ менән сабырлыҡты күңеленә туплаған Мостай Кәрим тураһында Рауил Бикбаевтың әйткән һүҙҙәре дәресебеҙ девизы итеп алынды. Әйҙәгеҙ уны күмәкләп уҡып сығайыҡ. Слайд 2. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев заман менән бергә йәшәгән М.Кәрим ижадын мәңге йәшәр Урал тауҙары, Ағиҙел йылгаһы,далаларыбыҙ, хатта, тормоштоң үҙе менән тиңләй. Бөйөк шағирыбыҙ беҙҙең Илеш ерендә лә 80-се йылдар башында булып, уны маҡтап, данлап «Илеш йыры» тигән шиғыр яҙған.Әйҙәгеҙ уны Элвинаға ҡушылып эстән генә уҡып сығайыҡ. Слайд 3. Илеш йыры. Йәмле, матур,бай Илеш ерен йәннәт менән сагыштырған шағир тормошо тураһында ниләр беләһегеҙ? (Укыусылар яуабы) Яҙыусының тормош юлына байҡау яһайыҡ. 3 Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә йәмле Дим йылғаһы буйында Ҡыҙҙар тауы итәгендә урынлашҡан Шишмә районы Келәш ауылында тыуып үҫкән. Ул атаһы кеүек йәштән эш һөйөргә, атта йөрөргә өйрәнә. Әсәһе ҡойған йомаҡтар, һөйләгән әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итә. Үҙенең ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө рабфагына уҡырға инә.Һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 14 йәшендә 1-се шиғырын яҙа. Был шиғыр «Беҙ еңербеҙ» тип атала һәм С. М. Кировтың үлеменән һуң яҙыла. Шиғырында М. Кәрим еңеүгә ынтыла һәм үҙ ғүмерендә ҙур Еңеүҙәр яулай: тормошта ла, әҙәбиәттә лә, яуҙа ла, тыуған халҡына хеҙмәт иткәндә лә. Слайд 4. Ошондай оло шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙән: «100 йәшкә етеүҙең сере ниҙә?» - тип һорағас– Илгә килгән ҡайғыларҙы ил менән күтәрҙек, ә бына балаларым ҡайғыртыу түгел, ғәмләндермәне лә, шулдыр сәбәбе», - тигән. Слайд 5. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк фронтҡа китә. Ул ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡығас, элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Слайд 6. Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә мм ғына ситтәрәк үтә (билет хәҙер муҙейҙа һаҡлана.) Бәхеткә ҡаршы, үҙе госпиталдә дауаланып иҫән ҡала. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 12 йыл үткәс, йәғни 1955 йылда,М.Кәрим «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» тигән шиғырын яҙа. Беҙгә был шиғырҙы ------------- һөйләп күрһәтер. 4 Өсөнсө көн епшек ҡар яуа, Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн Әрней минең иҫке бер яра. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа. Тимер ярсыҡ яра төбөндә. Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә... Икебеҙгә тейҙе бер юлы Бер минаның ике ярсығы. Береһе ҡалды сержант Фоминда, Текә яр ситендә, ҡәберҙә, Икенсеһе минең тәнемдә. Ун ике йыл әрней шул яра, Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғыштан иҫән ҡайтыуын ул:” Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы Әлфиә тыуырга тейеш, тигәндер”, - тип аңлата. Слайд 7. Мостай ағай тормошо һәм ижады буйынса тағы ниләр әйтә алаһығыҙ? Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат була. Заманыбыҙҙың оло шәхесе, милләтебеҙҙең ғорурлығы М. Кәрим һуңғы шиғырҙарының береһендә былай тип яҙа: Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам. Түп-түңәрәк Ер ҡалдырам һеҙгә, Сатнамаған Ҡояш ҡалдырам. Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә, Ағын һыу ҡалдырып китәмен . . . Эйе, Мостафа Сафа улы Ер, Ҡояш, ут, һыуҙан башҡа беҙгә урғылып торған ижад шишмәһен ҡалдырып китте. 5 М.Кәрим шиғырҙар яҙа. Ә шиғырҙары уның бик күп.Әллә күпме китап булып баҫылып сыҡҡан. Шиғырҙары уның ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә. Кеше күңеленә үтеп керә белгән Мостай ағай шиғырҙары менән. Уның шиғырҙарын ололар ҙа, үҫмерҙәр ҙә, бәләкәстәр ҙә бик яратып уҡыйҙар. Тағы Мостай ағай яҙыусы ла. Ул хикәйәләр, повестар, романдар яҙа. Балалар өсөн “Оҙон – оҙаҡ баласаҡ”, “Ярлыҡау”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” һ.б. повестары үҙенсәлекле күренеш. Мостай Кәрим – драматург, пьесалар яҙа. Ул – публицист, очерктар яҙа. Ысын булған хәл – ваҡиғалар, кешеләр тураһында мәҡәләләре гәзит-журнал биттәрендә баҫылап сыға. Мостай ағай яҙышыу менән генә булмай, ул йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнашыусы кеше. Бик күп йылдар буйына ул РСФСР – ҙың һәм БАССР –ҙың Юғар Советына депутат итеп һайланыла.Ҡырҡ йылдан ашыу ул халыҡ өсөн арымай-талмай эшләй. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар китаптар күргәҙмәһе менән танышып үтәйек. Уның 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары,10-дан ашыу пьессалары донъя күрә. Слайд 8. Таҡта янында өҫтәлдә китаптар күргәҙмәһен һәм слайд ҡарап әңгәмә ойоштороу) Башҡорт халыҡ шағирҙары ”Дүрт моң”(1976 йыл) ”Мөхәббәттең дүрт миҙгеле”(1978 йыл) 6 ”Беҙҙең өйҙөң йәме”(1951,1953йыл) Һайланма әҫәрҙәр(1951йыл) ”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”(1976,1981йыл) ”Заманалар”(1982йыл) һәм башҡалар Күргәҙмәлә һәм слайдта бик күп китаптарын күрәбеҙ. Оло әҙиптең ҡайһы ғына китабын алһаң да, йылдар үтеү менән популярлығын юғалтмай, матурлыҡҡа, изгелеккә әйҙәп йәшәүен дауам итә. Донъяға, кешеләргә һөйөү, хәстәрле уй-тойғолар әҙип ижадының аҫылын тәшкил итә. Слайд 9. “Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны,” –ти уның хаҡында Ғайса Хөсәйенов Әйе,М. Кәрим үҙенең ҡабатланмас әҫәрҙәре менән бик күп өйҙәргә, күңелдәргә үтеп ингән- яҡты йондоҙ. Тирә – яҡҡа нур бөркөп торған йондоҙ ул. Ғайса Хөсәйенов юҡҡа ғына уны “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” тип атамаған.Кеше күңелен йылыта ла, күңелдәрҙе күтәрә лә ала уның әҫәрҙәре. Аҙашҡандарға юл күрһәтеп торған йондоҙ ул Мостафа Сафа улы Кәримов. Халҡыбыҙҙың оҫта һүҙле, батырҙарҙы данлаусы, яҡшылыҡты яҡлаусы, яманлыҡты фашлаусы ил ағабыҙға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә. Слайд 10.( Уҡыусылар уҡый) М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалы. Уның хеҙмәттәре юғары 7 баһалана. Нисәнсе йылда, ниндәй исемдәр бирелгәнлеген берәмләп уҡып сығарбыҙ. була. 1963 – «Башҡортостан халыҡ шағиры» исеменә лайыҡ 1967 – «С. Юлаев премияһы» бирелә. 1967 – «Станиславский» премияһына лайыҡ була. 1972 – «Рәсәйҙең дәүләт премияһы» бирелә. 1977 – «Андерсен исемендәге бөтә донъя дипломы»на лайыҡ була. 1984 – «Ленин премияһы» бирелә. 1999–«Шолохов премияһы», «Өфө ҡалаһының почетлы гражданины»исеменә лайыҡ булған әҙип. Һаналып үткән исемдәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә. - М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматург та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә тинек. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы. Үҙенең әҫәрҙәре менән Мостай ағай беҙҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.Уның һәр бер әҫәре яҡтылыҡ һәм нур менән һуғарылған. Һәр геройы ысын тормоштан алынған. Слайд 11. Әйе, ул бөйөк Уҡытыусы. Алдан күреүсе,алдан белеүсе әүлиә.Ул бит дуҫының үлеме тураһындағы шиғырҙы 1938-се йылда яҙа.Ә һуғышта был хәл ысынға тура килеп бер снаряд ярсығы икеһенә лә тиеп дуҫы хәләк була. Бынан 35 йыл элек 1989 йылда «Башҡортостан пионеры» журналында «Асыҡ дәрестәр» конкурсы үткәрелә. М.Кәрим «Асылыңа тоғро бул» мәҡәләһе өсөн лауреат була. Унда күтәрелгән мәсьәләләр бөгөн дә көн үҙәгендә тора. Беҙгә фәһем биреүсе мәҡәләнән бер өҙөк менән танышып үтәйек. 8 Слайд 12.(Уҡыусы уҡый) «Асыҡ дәрес» тигәне, минеңсә, шулдыр: теләгәне инә дәрескә,теләмәгәне инмәй, теләгәне тыңлай,теләмәгәне тыңламай. Әгәр шулай икән,ул дәресте мин илле йылдан ашыу бирәм инде.Йәғни китаптар яҙам.Дәрт иткән кеше уларҙы уҡый һәм ниндәйҙер фәһем ала,дәрт итмәгәндәр ҡағылып та ҡарамай.Мин быға күнеккәнмен. Шуға күрә бөгөнгө асыҡ дәресте бөтәһе лә ишетер,тыңлар,күңел һалыр,тип өмөтләнмәйем.Күңел һалып тыңлағандарға –рәхмәт. Минең күҙәтеүемсә, уҡыуында ла,йәмәғәт эшендә лә,башҡа төрлө файҙалы һөнәрҙәрҙә лә ырата алмағандар шикле саралар менән үҙҙәренә иғтибар иттерергә тырыша. Улар бер кемгә лә, йәнәһе, баш бирмәй, директорҙы һанға һуҡмай, уҡытыусылар менән телләшә, көсө еткәнде рәнйетә. Әлбиттә, тәмәке тарта, һүгенә, хатта шарап эсә, ҡыҫҡаһы, «егетлек» күрһәтә. Аҡты ҡаранан айырмағаныраҡ ҡыҙыҡайҙар ошондай йүнһеҙҙәр араһынан үҙенә «батыр» һайлай, йоҡараҡ башлы кесерәк малайҙар, уларға оҡшарға тырышып, һүгенергә, тәмәке тартырға, һуғышырға өйрәнә. Ә бит ғәрип ҡылыҡтар менән үҙенә иғтибар яулау кешене кәмһетә, меҫкенәйтә. Ғәрип кешене күреп, берәү ҙә һоҡланмай, бары уны ҡыҙғана ғына. Намыҫ,тоғролоҡ, батырлыҡ, ихласлыҡ тураһында асыҡ дәрестәрҙе һеҙ ҙә йышыраҡ үткәрһәгеҙ икән. Уҡытыусыларҙан башҡа. Үҙегеҙ генә йыйылышып.Һис нәмәне үҙеңдән дә ,кешенән дә йәшермәй һөйләшеп,эс бушатыу намыҫты таҙартып,күңелде елкендереп ҡала ул.Әммә үҙ-ара әйтелгән тура һүҙҙәр өсөн үсләшеп,кенә ҡыуып йөрөүҙән, хәйләһеҙ асылған серҙәр өсөн бер-береңде ирештереүҙән булмаһын.Ундай хурлыҡҡа төшмәгеҙ. «Башҡортостан пионеры»,1989 йыл,27 сентябрь Әйе, ишетеүебеҙсә был мәҡәләнән алынған өҙөктә бөгөнгө күренештәр ҙә яңғырай.Уҡытыусы М.Кәрим уҡыусыларын нимәгә өндәй? 9 (Уҡыусылар яуабы) Үҙен насар яҡтан күрһәтеп ҡайбер уҡыусылар иптәштәре эргәһендә маҡтана, маһая. Йәнәһе ул бер кемдән дә ҡурыҡмай , бер кемгә лә баш бирмәй.Бындай ғәҙәтле кешеләрҙе Мостай Кәрим ғәрип холоҡло кеше ,үҙ-үҙен кәмһетеп мескен хәлдә күрһәтә ти. Кешеләр араһында ихтирамды яҡшы ғәҙәтлеләр генә яулауын аңлата. Был яҙмаларҙы өйөгөҙгә алып ҡайтып тағы ла бер нисә тапҡыр уҡып уйланырһығыҙ тип ышанам. Ғаҙаптар, күҙ йәштәре, ҡан менән яулап алынған был тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә кәрәк тә бит . «Михнәттәргә кем дә түҙә, рәхәткә түҙеп ҡара» тип йырҙарҙа әйтелгәнсә, кешеләргә ниҙер етмәй. Украиналағы ҡот осҡос хәлдәр бөтә донъяны тетрәндерә, нәфрәтләндерә. Үҙ иленең йәмен , ҡотон ебәреп, үҙ кешеләрен яҙалап үлтергәндәрҙе Мостай Кәрим күрһә, ни әйтер ине? Слайд 13. Уларҙы фашистарға,йыртҡыстарға тиңләүе лә бик аҙ .Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршыларға йыйынған, иҫән ҡалған һуғыш ветерандары өсөн был ваҡиғаларҙың нисек тәьҫир иткәнен аңлатыуы ла мөмкин түгел.Бөгөн илебеҙ үҙ еренән ҡасырға мәжбүр булған Украина кешеләрен йәшәр өсөн йәнә үҙ ҡанаты аҫтына ала. М.Кәримдең ил яҙмышы, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоуҙар нәтижәһендә яҙған «Ҡурҡам» шиғыры айырыуса тулҡынландыра,тәрән уйҙарға һала: Ике күҙем тулы тыуған ерем, Ике күҙем тулы тыуған күгем. Ә шулай ҙа ҡурҡам, күҙҙәремдән Ерем , күгем ҡапыл сайпылыр, тип, Сайпылып ук улар түгелһәләр, Был йыһанда бүтән ни ҡалыр, тип. 10 Ерзең, күктең ҡәҙерен белергә, уны күҙ ҡараһындай һаҡларға саҡырыусы бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан өҙөк менән беҙ 4-се класта таныштыҡ. Мин һеҙгә был әҫәрҙе тулыһынса уҡып килергә ҡушҡан инем. Күбегеҙ уны уҡып сыҡты. Хәҙер уның йөкмәткеһе буйынса һөйләшеп алырбыҙ. (Уҡыусылар сығышы) Һайланма уҡыуҙар һәм повестың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә. 1.Йәмилдең өләсәһе һөйләгән әкиәт нимә тураһында? (Яуыҙлыҡты һәрваҡыт яҡшылыҡ еңә) 2. Хикәйә кем исеменән һөйләнелә һәм ни өсөн? (Бала теле менән һөйләнелгәс әҫәр ҡыҙыҡлы ла , мауҡтырғыс та, аңлайышлы ла, уҡырға ла еңел ) 3.Йәмил ала? (шатланып,яратып,ысын туғаны итеп уны ҡабул итә,иң матур бәбкәгә лә, иң матур алмағасҡа ла уның исемен ҡуша). Оксананы ҡаршы нисек 4.Ауыл кешеләре Украина ҡыҙына ниндәй мөнәсәбәттә булған? (Уны бөтә ауыл менән яраталар,бүләктәр бирәләр, ҡаршыларға ла ,оҙатырға ла киләләр) 5. Йәмилдең атаһы Оксананы нисек таба ? Ошо урынды табып уҡырға. (75-се бит,4 абзац ) 5.Кешеләрҙе тел, байлыҡ түгел, ә йөрәк берләштерә, туғанлаштыра, тип кем әйткән? (Мансур ағай) 6.Петро ағай менән Йәмилдең атаһы нисек яҡынлашҡан? (Уларҙы уртаҡ ҡайғы берләштерә. Башҡорт кешеһе Оксана яҙмышына битараф ҡалмай,уны балалар йортонда ла 11 ҡалдырмай,ә үҙ ғаиләһенә алып тәрбиәләй,мейестәге күмер менән стенаға адресын да яҙып ҡалдыра) 7.Оксананы оҙатҡанда Көнбиҡә әсәй ниндәй һүҙҙәр әйтеп (Үҙ ояһына осоп китте…ҡошсоғом минең, шатлығым минең ҡала -тип) 8. Атаһы әйткән һүҙҙәрҙе табып уҡығыҙ (Ҡыҙыбыҙ ғүмер буйы беҙҙең өйөбөҙҙөң йәме булып ҡалыр. Хәҙер беҙҙең бөтәбеҙҙең дә ике ояһы буласаҡ- ти. Повестың «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталыуы ла ошо һүҙҙәр менән бәйләнгән. Уҡыусылар, һеҙ был әҫәрҙең дауамы булыуын теләр инегеҙме?Һәм уның нисек булыуын теләр инегеҙ? (Уҡыусылар яуабы) Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Рәмилә Сәғүтдинова -һәләтле ҡыҙ. Ул Был әҫәрҙең дауамын яҙған. Ошо эше менән "Мин һәм Мостай Кәрим" республика бәйгеһендә I урын яулаған.Уның «Ҡан-кәрҙәштәр» тигән хикәйәһе «Йәншишмә» гәзитендә басылып сыҡты. Мин һеҙгә уны уҡырга биргән инем.Йәмил менән Оксана 70 йыл үткәс тағы ла ниндәй шарттарҙа күрешәләр? (уҡыусылар яуабы ) Уҡыусылыр, дәрестә беҙ М.Кәримдең Оксана исемле Украина ҡыҙының ябай башҡорт өйөндә икенсе ғайләһен табыуы тураһында һөйләштек. Ә бөгөнгө көндә илебеҙ ошондай яҙмышлы меңәрләгән кешене үҙенә һыйындырҙы. Ә бит һәр кемгә үҙ иле ғәзиз һәм ҡәҙерле. . Ваҡыты етеп яҡты донъя менән хушлашҡас та һағынып иҫкә алырлыҡ яҡты эҙ ҡалдырһын ине. Дәресте йомғаҡлау. 12 Слайд 14. Мостай Кәримдең исеме лә мәңгеләште. Мостай Кәрим... беҙҙең һәр беребеҙ, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем өсөн иң изге, ҡәҙерле исем. Сөнки ул әҙип кенә түгел, милләт улы, милләт һаҡсыһы, милләт яҡсыһы. Үҙенең ижады менән халҡын, Башҡортостаныбыҙҙы юғары бейеклектәргә күтәрә. Уның китаптары башҡорт, урыҫ телендә генә түгел, сит телдәрҙә лә күпләп нәшер ителде һәм уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы. Шуға ла уны “беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме” тип ғорурланып әйтергә хаҡыбыҙ бар. ул башҡорт Слайд 15. Уның исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Күп һынлы композиция Киров урамы башындағы яңыртылған скверҙа, Профсоюздар йорто алдында ҡуйылған. Һәйкәлде уратып алған территория биш фонтан һәм һуҡмаҡ юлдар менән төҙөкләндерелгән. — Андрей Ковальчук яҙыусыға ғына түгел, уның ижадына һәйкәл эшләгән. М.Кәримдең тормошо, ижады өлгөһөндә кешенең йәшәү мәғәнәһен,аҫылын аңлайһың. Ул үҙенең ижад ғүмерендә тыуған иле өсөн утҡа ингән, уны фронтта һаҡлаған. Шағир өсөн иң изге төшөнсәләр- халыҡ, хаҡлыҡ, Ватан булып ҡалған. Дәресте М.Кәрим көндәлегенән алынған шиғыр менән тамамлайһым килә: Ошо донъяға юлыҡтым Юрамал,уйнап ҡына. Тәңре әйтте «Ҡәҙерен бел, Һин бында ҡунаҡ ҡына» 13 -Ҡунаҡ булғас тыйнаҡ итеп йәшәй белергә лә кәрәк! Өй эше: Һуңғы шиғырҙы эпиграф итеп алып Украинаға һуғышты туҡтатыуҙарын һорап хат яҙып килергә. Ә хәҙер «Һаумы, тиҙәр гөлдәр» йыры менән дәресте тамамларбыҙ. Ауылымдың туғайҙары аша Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен, Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм Һәм эйелеп өҙәм еләген. Гөлдәр миңә:”Һаумы, һаумы! – тиҙәр, Алдарыма хуш еҫ сәсәләр. Бик һағындым, һеҙҙе, бик һағындым, Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр. 14
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете
сообщить о нарушении
.
Введите ваш email
Ваш email
*
Скачать материал
Скачать
Файл готов!
Скачать
Вверх
14.03.2017
Посмотрите также:
📁
Дәрес темаһы: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
📁
Тема: М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
📁
«Мы не забудем Вас, Герои» (9 кл.)
📁
Конкурсная программа «Курить – здоровью вредить!»
Новости
Курсы
Членство
Еще
Войти
Новости
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Медиатека
Бонусы
Добавить материал
Добавить