Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.
Оценка 4.9

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Оценка 4.9
Занимательные материалы
docx
библиотека
6 кл
14.03.2017
Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Әсә теле бер булыр” тип әйте Әсәм теле миӊә- сәсән теле, Унан башҡа минеӊ халҡым юҡ. Йөрәгендә халҡы бупмағандыӊ Кеше булырға ла хаҡы юҡ. Был шиғырҙы Башҡортостан халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙган. Телде һөйөүҙе илде, халыҡты һөйөү менән берҙәй күрә, әсә телен сәсән теле тип атай. Кеше тәү мәртәбә туған телдә «әсәй» һәм «атай» һүҙҙәрен әйтә. Әсә теле ярҙамында донъя менән таныша. Туған тел арҡылы ул үҙ халҡыныӊ күӊел хазинаһын, матур йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл — әйтемдәрен белеү бәхетенә ирешә. 3сл 1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә
Семинар инф Әсәм теле.docx
Тема: Әсәм теле – сәсән теле. Маҡсат. Балаларҙа туған тел, халыҡ йырҙары аша тыуған еребеҙгә, телебеҙгә, уныӊ гүзәл тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ғорурланыу тойғоһо уятыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Йыһазландырыу: презентация слайдтар, компьютер,скайб. Дәрес барышы: Ойоштороу эше. Сәләмләү I. Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа, Уяналар ауыл, ҡалалар. Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем: Хәйерле көн һеҙгә, балалар! Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ Көнө буйына етә. Изге көн теләп өндәшәм: Балалар, хәйерле иртә! Уҡытыусы 1сл. Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар!» Әсәм теле — сәсән теле» темаһына арналған кластан тыш дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Әсә теле бер булыр” тип әйтелә. Әсәм теле миӊә- сәсән теле, Унан башҡа минеӊ халҡым юҡ. Йөрәгендә халҡы бупмағандыӊ Кеше булырға ла хаҡы юҡ. Был шиғырҙы Башҡортостан халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙган. Телде һөйөүҙе илде, халыҡты һөйөү менән берҙәй күрә, әсә телен сәсән теле тип атай. 1 2сл Кеше тәү мәртәбә туған телдә «әсәй» һәм «атай» һүҙҙәрен әйтә. Әсә теле ярҙамында донъя менән таныша. Туған тел арҡылы ул үҙ халҡыныӊ күӊел хазинаһын, матур йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл — әйтемдәрен белеү бәхетенә ирешә. 3сл 1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә . 4 сл ЮНЕСКО Рәсәйҙә 136 телде юғалыу хәүефе аҫтында тип иғлан итә. Рәсәйҙә 180 милләт йәшәй. Башҡортостанда 120 артыҡ милләт халҡы йәшәй Күп һанлыларына килгәндә рус телендә 200 миллион кеше һөйләшә, 257 млн. кеше инглиз телен белә, ҡытай телендә 754 млн кеше һөйләшә. Татарҙар-5 миллион 300мең,башҡорттар-1 миллион 600 мең самаһы,сыуаш һәм чечендар-1 миллион 400-әр мең самаһы Башҡаларҙың һаны миллиондан кәмерәк.Бер нисә тиҫтә кеше генә һөйләшкән телдәр ҙә бар. 5сл-6сл. Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар) 7 сл. Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар – улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар. арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М.Аҡмулла, М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Р.Ғарипов, М.Ғафури һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр. 8 сл. Әйҙәгеҙ ҡайбер шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын иҫкә төшөрөп китәйек. Уҡыусылар һөйләй. 2 уҡыйым, уҡыйым. (М.Ғафури) Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел, Үҙ телем – үҙ әйберем булғаны өсөн ярата күңел. …Һәр ваҡыт шул тел менән яҙған матур китап Һәр ваҡыт шул тел менән тарих уҡыйым, хисап Һин башҡорт, тип, һин татар, тип, Әрләшмәйек, туғандар, Был халыҡтар ғүмер баҡый Бергә тормош ҡорғандар. Һин башҡортмо, һин татармы, Унда түгел мәсьәлә. Башҡорттан да, татарҙан да Урыҫ тыуа – үәт бәлә, Бына ҡайҙа мәсьәлә! Башҡорт теле ( Рәми Ғәрипов) Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да - йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел- Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер уны тик кәм күңел. Башҡорт теле. (З. Биишева) Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле! 3 Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле! Башҡорт телен шағирә йырсы ла, нәфис тә, наҙлы ла, илһамлы, хөрмәтле, йомарт, олпат, зирәк, һөйөклө, ҡәҙерле, тәрән, гүзәл, бөйөк, хикмәтле, мәрхәмәтле, бәхетле ти. Шуға күрә башҡорт халҡының йырҙары ла моңло, шиғырҙары ла тапҡыр, әкиәттәре лә фәһемле, мәҡәлдәре лә хикмәтле. 9 сл. Тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Тағы ла тел тураһында бер нисә мәғәнәле мәҡәлде уҡып иҫтә ҡалдырайыҡ.  «Тел – күңелдең көҙгөһө»,  «Татлы тел таш ярыр»,  «Һүҙ – бер көнлөк, тел – ғүмерлек»,  «Тел яҙмышы – ил яҙмышы»,  «Әсә теле бер булыр»,   «Күңеле буштың теле буш»,  «Иләк һорарға ла тел кәрәк», «Кеше күрке – йөҙ, йөҙҙөң күрке – күҙ, уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ». Алфавит тарихы 10 сл. Башҡорт теле үҙ тарихында 3 яҙма алыштырған. Борон-борондан ғәрәп графикаһы ҡулланылып килгән.1928- 1929 йылда латин алфавиты,ә 1940 йылда рус графикаһына нигеҙләнгән алфавит төҙөлә. 11сл. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун, 4 руна) яҙмаһын ҡуллана. Яҙыусы, тарихсы Йыһат Солтанов яҙыуынса, «Ырын» (рун, руна) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул". 12 сл. X быуат баштарында, Ислам динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай 13 сл. Латин алфавитына күсеү өсөн хәрәкәт 1924 йылдан Баш яңы варианты 1928 йылда дәүләт алфавиты итеп раҫланыла. ҡ ортостанда башлана.. Уның 14 сл. Башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү 1938 йылда башлана. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы1940 йылда С. Моратов, З. Айыуханов һәм А. Ә. Ғәлләмов авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға.1950алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла. 15 сл. Сәрүәров Ғәбдулла Сәрүәр улы Бик күптәребеҙ белмәйбеҙҙер ҙә Илеш районы Мансар ауылынан сыҡҡан Сәрүәров Ғәбдулла Сәрүәр улының һуңғы башҡорт алфавиты төҙөлүендә үҙ өлөшөн индергәнен. 16 сл. Ғәбдулла Сәрүәр улы 1911 йылда тыуа. Үҫеп буй еткәс белем эҙләп Өфө ҡалаһына йәйәүләп сығып китә Уны Илеш Ломоносовы тип тә атайҙар Скайб аша һөйләшеү. 17 сл. -Хәҙер беҙ һеҙҙең менән уның ҡыҙы Сәрүәрова Римма Ғәбдулла ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп уға һүҙ бирербеҙ. 5 Һаумыһығыҙ ,Рима апа ,Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Уҡыусыларға атайығыҙҙың уңыштары , ҡаҙаныштары тураһында һөйләп үтһәгеҙ бик рәхмәтле булыр инек.--------------------------------------- ---Рима апа атайыгыҙҙың ҡулъяҙмалары һаҡландымы? Рәхмәт Рима апа. Һеҙҙең атайығыҙҙың уңыштары менән беҙҙә сикһеҙ горурланабыҙ.Ә һеҙгә хоҙай иҫәнлегегеҙҙе биреп киләсәктә атайығыҙҙың эштәрен,ҡаҙаныштарын йыйып уны районда ғына түгел,ә Башҡортостан күләмендә танытырға яҙһын . Рәхмәт һеҙгә беҙгә биргән мәғлүмәттәрегеҙ өсөн. Әлегә һау булығыҙ. Йомғаҡлау 18 сл. Ысынан да Илеш районынан оло һәм күренекле шәхестәр бик күп сыҡҡан. Уларҙы һанап бөтөргөһөҙ. Һеҙгә лә уҡыусылар тырышып уҡып, киләсәктә ҙур уңыштарға ирешеүегеҙҙе теләйем. Дәресте йомғаҡлар алдынан илебеҙгә,еребеҙгә,телебеҙгә рәхмәт һүҙҙәре еткерәйек Хор менән: Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең Улы булып тыуған көнөм, Рәхмәт һиңә! Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән Матур телем, туған телем Рәхмәт һиңә! (Г.Нәбиуллин)  Балалар, телебеҙҙе яҡлағыҙ, илебеҙҙе һаҡлағыҙ. Иле барҙың -теле бар. Ә беҙҙең илебеҙ бар. Тимәк, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк һәм үҫәсәк! Дәресте йомғаҡлау. 6 19 сл. Дәресте ҡунаҡтар менән бергә Ғ.Туҡай шиғырына яҙған Туған тел йыры менән тамамлайыҡ. Эй, туған тел, эй, матур тел Атам, әсәмдең теле Донъяла күп нәмә белдем Һин туған тел арҡылы. - Дәресебеҙ тамам,иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! 7

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.

Тема внеклассного чтения: Эсэм теле- сэсэн теле.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
14.03.2017