I. Ябыҡ эштәр
Бирелгән эштәрҙе уҡы, яуаптар араһында бер генә дөрөҫ яуап бар, шул яуапты тап та тура килгән хәрефен таблицаға яҙ. Һәр яуапҡа -2 балл.
№ |
Эштәр |
Яуаптар |
1 |
Сифаттың һорауы ҡайһы төркөмдә? |
А. Нисек, нимә Б. Ҡайһы, ниндәй В. Ниндәй, нисә |
2 |
Бер ярлы кеше , тимерсегә ялланып, егерме йыл буйына уға тырышып хеҙмәт иткән. Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән? |
А. Исем Б. Сифат В. Алмаш |
3 |
“Ҡарға бутҡаһы”ның тәржемәһе ҡайһы төркөмдә? |
А. Каша вороны Б. Еда вороны В. Воронья каша |
4 |
Алмаштар ҡайҙа? |
А. Миндә, уның, кем Б. Һан, минең, ул В. Ҡайҙа, был, алты |
5 |
«Бөркөт һауала үлә» әҫәренең авторы кем? |
А. Жәлил Кейекбаев Б. Зәйнәб Биишева В. Әнүәр Бикчәнтәев |
6 |
Кем ул Зөбәй Үтәғолов? |
А.Уҡытыусы Б. Яҙыусы В. Советтар Союзы Геройы |
7 |
Уны ҡулдан ысҡындырмай тотоуы бик ҡыйын буласаҡ. Һөйләмдә алмашты табығыҙ. |
А. Ҡулдан Б. Уны В. Бик |
8 |
Кем Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы? |
А. Рәми Ғарипов Б. Яныбай Хамматов В. Зәйнәб Биишева |
9 |
Башҡорт халыҡ аштары: |
А. Бишбармаҡ, ҡорот Б. Ҡымыҙ, кеүәҫ В. Бауырһаҡ, ҡумыҙ |
10 |
Ҡайһы төркөмдә артыҡ һүҙ? |
А. Матурым, аҡҡошом, һылыуым Б. Йәшкелт, зәңгәрһыу, ап-аҡ В. Тәмле аш, итле аш, тоҙһоҙ аш |
11 |
Шиғырҙың дүртенсе юлы нисек? Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал; Ат уйнатып, алдан бара ... |
А. Миңлеғәли Шайморатов Б. Шайморатов Миңлеғәли В. Шайморатов генерал |
12 |
Бал биреүсе үҫемлектәр: |
А.Ҡарабойҙай, көнбағыш Б. Йылҡы үләне, көнбағыш В.Ҡарабойҙай, ҡайын |
13 |
«Башҡорт теле» шиғырының авторы кем? |
А. Мостай Кәрим Б. Әнүр Вахитов В. Зәйнәб Биишева |
14 |
Дәһшәтле алыш бер генә минутҡа ла баҫылманы. Взводтағы кешеләр кәмегәндән-кәмей барҙы. Михаил Олейник бер үҙе ун ике гитлерсының башына етте, ун өсөнсөһө менән бергә үҙе лә ҡоланы. Өҙөк ниндәй әҫәрҙән? |
А. Зөбәй Үтәғолов Б. Бөркөт һауала үлә В. Башҡорттар китте һуғышҡа |
II. Асыҡ эштәр
Бирелгән эштәрҙе үтәгеҙ. Бөтә асыҡ эштәр өсөн- 30 балл
№ |
Эштәр |
Балл һаны |
15 |
Сифаттарҙы үҙҙәре эйәреп килгәнәре эйәреп килгән исемдәре менән яҙып алығыҙ: Кискә табан ваҡ күҙле ямғыр яуып торҙо. Дымлы ер өҫтө шаҡырлап туңды. Төньяҡтан үҙәккә үтмәле көслө, һалҡын ел иҫте.
|
4 б. |
16 |
Шиғырҙан алмаштарҙы яҙып ал: Һине яҡлай ғәҙеллек, Халҡымдан көлгән өсөн. Мине ҡаға ғәҙеллек Халҡым тип үлгән өсөн. |
2 б. |
17 |
Нөктәләр урынына кәрәкле алмаштарҙы ҡуйып, һөйләмдәрҙе яҙығыҙ: 1.Һыйыр ...быҙауын ялай башланы. ...быҙауы хәҙер ҙурайҙы инде.( Уның, үҙенең.) 2. ...китабым өҫтәлдә ята. Мин ... китабымды алдым.( Үҙемдең, минең.)
|
4 б. |
18 |
Башҡорт аштарын яҙ. |
Һәр яуап-ҡа 1 б. |
19 |
Батыр, һылыу, егәрле, тәртипле, аҡыллы сифаттары менән һүҙбәйләнештәр төҙө. |
5 б. |
20 |
З.Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырынан өҙөк яҙ. |
5 б. |
21 |
Алмаштарҙың төркөмсәләрен яҙ. |
7 б. |
22 |
Тест орфографик хатаһыҙ үтәлгәне өсөн |
2 б. |
Сумматив тест 2016 йыл
60 минут
Башҡорт теле
6 класс
( II линия)
© ООО «Знанио»
С вами с 2009 года.