Уҡыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн туған әҙәбиәттән эш планы

  • docx
  • 22.04.2020
Публикация на сайте для учителей

Публикация педагогических разработок

Бесплатное участие. Свидетельство автора сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Иконка файла материала Башҡорт теле 5 класс.docx

Аңлатма яҙыу.

 Уҡытыу  башҡорт (туған) телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 5-се класы  өсөн туған әҙәбиәттән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән, аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.

Төҙөүсеһе: Йосопова Әлфирә Ҡәюм ҡыҙы

Әҙәбиәт буйынса эш программаһы Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалараның 5-11-се кластары өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары/ авт.-төҙ.;  М.Б.Юлмөхәмәтов]   нигеҙендә төҙөлдө.

Уҡыу ҡулланмаһы: Башҡорт әҙәбиәте. уҡытыу башҡорт (туған) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  5-се класс өсөн дәреслек, М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И. Ҡазыева, Өфө: Китап, 2017.-296 бит.

Программа кимәле : базис

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

   Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмалараның 5-11-се кластары өсөн “Башҡорт әҙәбиәте” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары/ [авт.-төҙ.;М.Б.Юлмөхәмәтов] нигеҙендә төҙөлдө

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы  тарафынан тәҡдим ителгән программа  Ҡалдар ауылының муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Ата- әсәләрҙең ғаризаларына ярашлы уҡытыу башҡорт телендә алып барыла (ата-әсәләр йыйылышы. Протокол №3 23.04.2018.)

                                               

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

       -  Конституция Российской Федерации.

-         Федеральный закон от 29.12.2012 № 273-ФЗ "Об образовании в Российской Федерации".

-        Постановление Правительства РФ от 05.08.2013 № 661 «Об утверждении Правил разработки, утверждения федеральных государственных образовательных стандартов и внесения в них изменений».

-        СанПиН 2.4.2.2821-10 "Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях", утвержденные постановлением Главного государственного санитарного врача Российской Федерации от 29.12.2010 № 189 (в ред. Постановления Главного государственного санитарного врача РФ № 81 от 24.12.2015).

-        Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 31 марта 2014 года № 253 о Федеральном перечне учебников, рекомендованных (допущенных) Министерством образования и науки РФ к использованию в образовательном процессе в общеобразовательных школах. 

-        Закон Республики Башкортостан от 1 июля 2013 года № 696-з «Об образовании в Республике Башкортостан».

-        Устав МБОУ СОШ д.Калдарово МР Кугарчинский район Республики Башкортостан.

-        Основная общеобразовательная программа основного общего образования

-        Учебный план МБОУ СОШ д.Калдарово МР Кугарчинский район на 2018-2019 учебный год

-        Годовой календарный учебный график на 2018-2019 учебный год.

-        Положение о рабочей программе.                                                                                                                                                   Концепция развития национального образования в Республике Башкортостан от 31.12.2009 г. № УП-730. Закон Республики Башкортостан «О языках народов Республики Башкортостан» № 216-З от 15 февраля 1999 года.

-         Локальные акты школы

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

 - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

 - телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

 - бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү, милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

“Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, “Әҙәбиәт” предметы “Башҡорт теле” предметы менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларға һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.

“Әҙәбиәт” уҡыу предметының үҙенсәлеге шунан ғибарәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә.

Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.

Беренсе этап – башланғыс кластар. Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабында – 5-8-се кластарҙа әҙәбиттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (Әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

5-8-се кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Нигеҙҙә концентр,проблемалы-тематик принципта өйрәнелә.

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы  ҡуйыла. Ошоға ярашлы, яҙыу һәм һөйләү телмәренә иғтибар көсәйтелә.

Һөйләү телен һәм тасуири уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында бирелгән эш төрҙәрен уҡытыусы әҙәби текстарҙың идея-тематик, жанр, композиция һәм тел үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, әҫәрҙе өйрәнеү өсөн бүленгән дәрес сәғәттәре эсендә үткәрә. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә. Уның өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп биреү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ.б.образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталар файҙаланыу,тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Программала яңы быуын стандарттары нигеҙендә әҙәбиәт теорияһы буйынса поэтик телдең саралары булған сағыштырыуҙар,эпитеттар, йәнләндереүҙәр тураһында төшөнсәләр биреү күҙ уңында тотола. Уҡыусылар был төшөнсәләрҙе ғәмәли үҙләштерһен өсөн, бөтә йыл буйы әҙәби текстарға бәйләп күҙәтеүҙәр һәм күнегеүҙәр алып барыла. Был бигерәк  тә шиғри телмәргә ҡағыла. Уҡыусылар шиғри телмәрҙең үҙенсәлектәрен, шиғыр үлсәмдәрен, теге йәки был шиғри әҫәрҙең рифма үҙенсәлектәрен ныҡлы үҙләштерһен өсөн, эҙмә-эҙлекле күнегеүҙәр алып барыу кәрәк.

 

Әҙәбиәт фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары:

            - донъяла гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

-        шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереү;

-         башҡорт, рус, һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлау, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлау;

-        художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;

-        уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

-        дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу(төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу, һәм уны эшкәртеү, интернет менән файҙаланыу);

           Әҙәби әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын аңлау, геройҙарҙың эшенә, ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү, художестволы әҫәрҙәрҙе айыра, уларҙың теле менән һоҡлана белеү, образлы һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, әҙәбиәт фәне өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, универсальуҡыу эшмәкәрлеген өйрәтеү программаның төп йүнәлеше булып тора.

-                                           Башҡорт балаһының үҙенең туған әҙәбиәтен һәм ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү өлгөһөндә тормошҡа ашырыла. Уны өйрәнеү коммуникатив-эшмәкәрлекле принципҡа нигеҙләнеп ойошторола.

-                                           - Дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе ыңғай психологик мөхит, матди шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу.

-                                           - Уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа шарттарҙа һәм бүтән сфераларҙа ҡулланыу.

-                                           - Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, ырымдарын, юрау-һынамыштарын, традицияларын өйрәнеү.

-                                           - Уҡыусыла милләте, халҡы, тыуған ере, республикаһы, уның мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.                                         

 

Әҙәбиәт фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

            Шәхси һөҙөмтәләр:

-        шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

-        танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсө төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр,энциклопедиялар, интернет ресурс һ.б.);

Метапредмет һөҙөмтәләре:

-        проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

-        эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

-        төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны таныу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

            Фән һөҙөмтәләре:

Танып-белеү сефераһында:

-        башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемаларҙы аңлау;

-        художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

-        әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, жанрҙарҙы билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, геройҙарҙы сағыштырып ҡарау,

-        әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙыңролен аңлау (филологик анализ элементтары);

-        әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элеменат әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

Ҡиммәт-ориентация сфераһында:

-башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәнәитенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағышытырыу;

-башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

-өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);

-автор позицияһын аңлау,уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

Коммуникатив сферала:

-төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәре аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;

-проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен, текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

-тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр башҡарыу, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

Эстетик сферала:

-һүҙ сәнғәте булараҡ, әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

-әҙәби әҫәрҙәрҙе эсетитик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;

-башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

Һөйләү телен һәм тасуири уҡыу культураһын үҫтереү маҡсатында бирелгән эш төрҙәрен уҡытыусы әҙәби текстарҙың идея-тематик, жанр, композиция һәм тел үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, әҫәрҙе өйрәнеү өсөн билдәләнгән дәрес сәғәттәре эсендә үткәрә.Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү.

            Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә  күрһәтелгән. Телмәр үҫтереү күнекмәләре тел дәрестәрендә лә, әҙәбиәт дәрестәрендә лә алып барыла. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә, был күнегеүҙәр өсөн махсус ваҡыт бүленә.

 

         Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

 

Әҫәрҙәрҙең тексын өйрәнеү – 65 сәғәт.

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү – 3 сәғәт.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны -1 сәғәт

Китап – һинең дуҫың – 1 сәғәт

М.Ғафури “Нурлы мәктәп”-1 сәғәт

Р.Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә!”, “Мәктәпкә”, “Уҡытыусыбыҙ”, “Башланды” -2 сәғәт.

Р.Байбулатов “Ағас һәйкәл” – 2 сәғәт

М.Кәрим “Уҡытыусыма”, Н.Нәжми “Беренсе дәрес” -1 сәғәт

Л.Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән”- 1 сәғәт

А.Карнай “Урманда” – 2 сәғәт

Ғ.Рамазанов “Ураҡ өҫтө” – 1 сәғәт

Ф.Аҡбулатова “Атай икмәге”- 2 сәғәт

Ҡ.Аралбай “Башҡорт теле” – 1 сәғәт

Б.Бикбай- “Туған тел”, “Рус теле”- 1 сәғәт

Р.Ғарипов “Туған тел ” – 1 сәғәт

Х.Тапаҡов “Бибинур улуәсәй” – 1 сәғәт

М.Ғафури “Балалар һәм китап” – 1 сәғәт

Д.Бүләков “Яралы китап” – 2 сәғәт

Я.Ҡолмой, Н.Иҙелбай, Р.Фәхретдин. Китап тураһында әҫәрҙәр – 1 сәғәт

Башҡорт халыҡ ижады – 9 сәғәт

Әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, йырҙар.

С.Юлаев “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан” – 1 сәғәт

Ғ.Усман “Егет булһаң” – 1 сәғәт

“Ҡармасан менән Сәрмәсән”- 1 сәғәт

С.Яҡшығолов “Дим буйында яҙғы таң”, Я.Юмаев “Шәкерт” – 1 сәғәт

Н.Нәжми “Беренсе ҡар” – 1 сәғәт

Г.Юнысова “Ҡотло булһын Яңы йыл” – 1 сәғәт

С.Сурина “Ҡышты ҡаршылағанда” – 1 сәғәт

Х.Назар “Яуа ҡарҙар” – 1 сәғәт

Р.Ғарипов “Башҡортостан” – 1 сәғәт

И.Кинйәбулатов“Дуҫлыҡ төйәге” – 1 сәғәт

М.Кәрим “Өс таған” – 4 сәғәт

Р.Шәкүр “Урал батыр иле – сал Урал” – 1 сәғәт

Р.Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” – 1 сәғәт

А.Йәғәфәрова “Урал иле” – 1 сәғәт

К.Кинйәбулатова, Х.Назар. Әсәй тураһында шиғырҙар – 1 сәғәт

Ғ.Вәлиев “Әсәйем фатихаһы” –2 сәғәт

Р.Назаров “Яҙ башы” – 1 сәғәт

Д.Бүләков “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет” – 1 сәғәт

Ш.Биҡҡол “Яҙғы уйҙар” – 1 сәғәт

Й.Мостафин “Ыласын” – 1 сәғәт

М.Кәрим “Билдәһеҙ һалдат” – 1 сәғәт

Т.Ғиниәтуллин “Миҙал” – 1 сәғәт

Р.Ғарипов “Һабантурғай”, А.Карнай “Турғай” – 1 сәғәт

З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы” – 1 сәғәт

Т.Йосопов “Ерән ҡашҡа”, С.Агиш “Турыҡай” – 1 сәғәт

Ф.Иҫәнғолов “Хәмит күпере” – 1 сәғәт

М.Әбсәләмов “Йомағужа тирәктәре” – 1 сәғәт

М.Йәлил “Йырҙарым”, Дәрдмәнд “Нурый менән Зәйнәб” – 1 сәғәт

Яҙма эштәр – 3 сәғәт

Ятлау өсөн әҫәрҙәр

 

Р.Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә!”, “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”

Б.Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”

Р.Ғарипов “Туған тел”

М.Кәрим “Билдәһеҙ һалдат”

 

Кластан  тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр;

Башҡорт халыҡ әкиәттәре.

Х.Мохтар “Урманда”, Н.Бикмәтов “Генерал бутҡаһы”

Ғ.Туҡай “Шүрәле”, Р.Өмөтбаев “Әмир баҫыуы”

Ш.Янбаев “Үлән өҫтөндәге ысыҡ”, Ә.Гәрәев “Айыу балаһы”

Тематик план

Дәрес темаһы

Сә

ғәттәр һа

ны

Дата

Регио наль компо нент

Иҫ кәр мә ләр

План

Фактик

1

Башҡортостан Республикаһы

ның дәүләт гимны

1

 

 

 

 

2

Китап-һинең дуҫың

1

 

 

Китапхана

 

3

Белем байрамы.

Мәжит Ғафури “Нурлы мәктәп”

1

 

 

Мәктәп тәр

 

4

5

Рәшит Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә!”, “Мәктәпкә”, “Уҡытыусыбыҙ”, “Башланды”

2

 

 

 

 

6

7

Раил Байбулатов “Ағас һәйкәл”

2

 

 

 

 

8

Уҡытыусы- ул ҙур исем.

Мостай Кәрим “Уҡытыусыма”, Назар Нәжми “Беренсе дәрес”

1

 

 

Уҡытыусылар

 

9

Лира Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән”

1

 

 

 

 

10

11

Али Карнай “Урманда”

2

 

 

 

 

12

13

14

Ғилемдар Рамазанов “Ураҡ өҫтө”, Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге”

3

 

 

 

 

15

Ҡәҙим Аралбай “Башҡорт теле”

1

 

 

 

 

16

Баязит Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”

1

 

 

 

 

17

Рәми Ғарипов “Туған тел”

1

 

 

 

 

18

Хәйҙәр Тапаҡов “Бибинур улуәсәй”

1

 

 

Олоәсәй ҙәребеҙ

 

19

Мәжит Ғафури “Балалар һәм китап”

1

 

 

 

 

20

Ә.С.Арыҫлановтың “М.Ғафуриҙың Ғ.Туҡай менән осрашыуы” картинаһы буйынса инша.

1

 

 

 

 

21

22

Динис Бүләков “Яралы китап”

2

 

 

 

 

23

Яҡуп Ҡолмой “Ҡыҙыҡлы китап”, Нәжип Иҙелбай “Иң яҡын дуҫ”, Р.Фәхретдин “Китап һәм уҡыу”

1

 

 

 

 

24

25

Башҡорт халыҡ ижады. “Алпамыша батыр” әкиәте

2

 

 

 

 

26

“Әминбәк” әкиәте

1

 

 

 

 

27

“Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте.

1

 

 

 

 

28

“Айыу менән бал ҡорттары” әкиәте

1

 

 

Ҡортсо лар

 

29

Т.ү.Әкиәттәр буйынса йомғаҡлау

1

 

 

 

 

30

Йомаҡтар

1

 

 

 

 

31

Әҙәби уйын

1

 

 

 

 

32

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

1

 

 

 

 

33

Башҡорт халыҡ йырҙары

1

 

 

 

 

34

Салауат Юлаев “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан”

1

 

 

 

 

35

Ғәбдерәхим Усман “Егет булһаң”

1

 

 

 

 

36

“Ҡармасан менән Сәрмәсән”

1

 

 

 

 

37

Сафуан Яҡшығолов “Дим буйында яҙғы таң”, Ямалетдин Юмаев “Шәкерт”

1

 

 

 

 

38

Ҡ.Дәүләткилдиевтың “Башҡорт һунарсыһы” картинаһы буйынса инша.

1

 

 

 

 

39

Назар Нәжми “Беренсе ҡар”

1

 

 

 

 

40

Гөлфиә Юнысова “Ҡотло булһын Яңы йыл”

1

 

 

Яңы йыл

 

41

Сәрүәр Сурина “Ҡышты ҡаршылағанда”

1

 

 

 

 

42

Хәсән Назар “Яуа ҡарҙар”

1

 

 

 

 

43

Рәми Ғарипов “Башҡортос

тан”

1

 

 

 

 

44

Ирек Кинйәбулатов “Дуҫлыҡ төйәге”

1

 

 

 

 

45

46

47

48

Мостай Кәрим “Өс таған”

4

 

 

 

 

49

Рәшит Шәкүр “Урал батыр иле – сал Урал”

1

 

 

 

 

50

Рәшит Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”

1

 

 

 

 

51

Айһылыу Йәғәфәрова “Урал иле”

1

 

 

 

 

52

Кәтибә Кинйәбулатова “Әсә күңеле”, Хәсән Назар “Таҡта сәй”

1

 

 

Әсәйҙә ребеҙ

 

53

54

Ғәйфулла Вәлиев “Әсәйем фатихаһы”

2

 

 

 

 

55

Ә.Лотфуллин

дың “Өс ҡатын” картинаһы буйынса инша

1

 

 

 

 

56

Рәшит Назаров “Яҙ башы”

1

 

 

 

 

57

Динис Бүләков “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет”

1

 

 

Боҙ китә

 

58

Шәриф Биҡҡол “Яҙғы уйҙар”

1

 

 

 

 

59

Йәмил Мостафин “Ыласын”

1

 

 

 

 

60

Мостай Кәрим “Билдәһеҙ һалдат”

1

 

 

Ветеран дар

 

61

Талха Ғиниәтуллин “Миҙал”

1

 

 

 

 

62

Рәми Ғарипов “Һабантурғай”

Али Карнай “Турғай”

1

 

 

Турғай  ҙар

 

63

Зөлфәр Хисмәтуллин “Урман ҡунағы”

1

 

 

 

 

64

Тимер Йосопов “Ерән ҡашҡа”, Сәғит Агиш “Турыҡай”

1

 

 

 

 

65

Фәрит Иҫәнғолов “Хәмит күпере”

1

 

 

 

 

66

Мөслим Әбсәләмов “Йомағужа тирәктәре”

1

 

 

 

 

67

М.В.Нестеров

тың “Яҙ” картинаһы буйынса инша

1

 

 

 

 

68

Муса Йәлил “Йырҙарым”,”

1

 

 

 

 

69

Дәрдмәнд “Нурый менән Зәйнәб”, “Бер хазина

 

 

 

 

 

70

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау.

 

 

 

 

 

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

5 класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар

Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә  тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен;

өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең ваҡиғаһын (сюжетын) һәм геройҙарын;

-әҫәрҙең художестволы образы, темаһы, идеяһы, сюжеты;

-программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстары.

Уҡыусылар түбәндәге күнекмәләргә эйә булырға тейеш

1-се төр күнекмәләр

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелә торған әҫәрҙең сюжет элементтарының урынын билдәләү;

-контекст эсендә һүрәтләү сараларын (эпитет, сағыштырыу, йнләндереү, метафора) айырыу;

-уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға ҡылыҡһырлама биреү;

-авторҙың мөнәсәбәтен билдәләү маҡсатында геройҙарҙы үҙ-ара сағыштырыу;

-эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

2-се төр күнекмәләр

-художестволы,фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы дөрөҫ, етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;

-художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;

-эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә (телдән) тулы итеп йәки һайлап,ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

-һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) баһалама биреү;

-эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә план төҙөү;

-телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү

-үҙ аллы уҡыған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү

 Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1.Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-          дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-               һорауҙарға яҙма яуаптар

-               изложениелар һәм иншалар

-               тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү

тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Уҡыусыларҙың яҙма эштәрен тикшергәндә төп иғтибар пландың нисек төҙөлөүе, ундағы логик эҙмә-эҙлелек , план буйынса йөкмәткенең нисек асылыуына бирелә, һүҙҙәрҙең нисек асылыуына бирелә. Һүҙҙәрҙең нисек ҡулланылыуы, шулай уҡ  орфографик, пунктуацион, стилистик хаталар иҫәпкә алына. Эште тикшереп бөткәндән һуң, хаталарҙы классификациялап, күпселек уҡыусыларға хас типик хаталар иғтибарға алына һәм хаталар өҫтөндә эш, иншаларҙы анализлау буйынса махсус дәрес үткәрелә.

 

                                                       Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә  бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни   уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

Баһалар

Баһалар

“5”

“4”

“3”

“2”

5 класс

100

90

80

80-дән кәмерәк

 

                                    Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

Уҡытыусының әҙәбиәт буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

 1.  М.Ғ. Ғималова.Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. -Өфө; Китап, 2005. – 328 бит.

2. Ғ.Б. Хөсәйенов. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. - Өфө;Китап,2006. -248 бит.

 3. Б.Б. Ғафаров  Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө; Китап, 2008.- 352 бит.

 4. Ә.М. Сөләймәнов. Әҙәби әҫәрҙе тикшереү юлдары.-Өфө; Китап 2012.-168 бит.     

5. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу( методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ «Педкнига» , 2008.-204 бит.    

6. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап , 2009.-176 бит 

 7. Ғ. Хөсәйенов.Әҙәбиәт теорияһы. - Өфө; Китап, 2010. – 384 бит.                  

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

 1. Башҡорт әҙәбиәте. уҡытыу башҡорт (туған) телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  5-се класс өсөн дәреслек, М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И. Ҡазыева, Өфө: Китап, 2017.-296 бит.

 2.. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит

3.Иҙелбаев М.Х., Юлмөхәмәтов М.Ю. Кластан тыш уҡыу китабы, Өфө: Китап, 2011

4.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

                                    Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

1.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

2.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

3.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

4.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

5..Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

6..Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8.Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004

7..И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап,-2001

8. Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре.-Өфө:Китап, 2011.-192 бит.

9.Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма).-Өфө:Инфореклама, 2003.-136 бит.

10.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

11. Гәрәева Г.Н.Заман көҙгөһө:геройҙың рухи донъяһы.-Өфө:Башҡорт дәүләт университеты баҫмаһы, 2003.-123 бит.

12. Бикҡужина Т.Ә., Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар ҡулланыу (5-8 кластар):Уҡыу ҡулланмаһы. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты. 1992.88 бит.

13.Ғафаров Б.Б. Лирик әҫәрҙе өйрәнеү (тексҡа аңлатма биреү алымдары).-Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.-128 бит.

14.Ғафаров Б.Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.-160 бит.

15.Ғафаров Б.Б. Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик-фразеологик күнегеүҙәр.-Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982 й.-88 бит.

16.Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.-Өфө: Китап, 2008.-352 бит.

17. Иҙелбаев М.Х. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы.- Өфө:Китап, 2013.-200 бит.

18. Исҡужина Ф.С., Вәлиева Г.Д.    башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы. –Өфө: Китап, 2011.-168 бит.

19. Ҡолмөхәмәтова М.М., Шарапов И.Ә. Туған әҙәбиәт. 5,6 кластар. Методик күрһәтмәләр.-Өфө:Китап, 2009.-184 бит.

20. Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993

21. Ниғмәтуллин Ә.З. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыу һәм үҙ аллы эш. (Башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре уҡытыуслары өсөн теоретик-методик ҡулланма.)- Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982.-176 бит.

22. Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004

23. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

24. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.-Өфө:-Башҡортостан китап нәшриәте, 1984.-128 бит.

 25. Хөсәйенов Ғ.Б., М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 бит

26.  Хөсәйенов Ғ.Б., Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994 168 бит.

27. Шарапов И.Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү.-Өфө:Китап, 2008.-96 бит.

28. Шарапов И.Ә.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. –Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2000.-208 бит.

29. Шәрипова З.Я. Башҡорт әҙәбиәтендә һүрәтләү саралары.-Өфө, Башҡорт дәүләт университеты баҫмаһы, 2003.-123 бит.

30. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

    31. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәте дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә  уҡытыу. –Өфө:Китап, 2008.-104 бит.

Электрон ресурстар

tel.bashqort.com

https://vk.com/club31352255

https://ru.wiktionary.org/wiki/

www.bashforum.net

pedportal.net/starshie-klassy/rodnoy-yazyk-i.../bash-ort-tele-tu-an-telem-909655

bashkir.jimdo.com

https://vk.com/topic-22263905_23818090?offset=14

www.uchbash.ru/attachments/

nsportal.ru/.../bashkort-mktptre-oson-bashkort-telenn-esh

nsportal.ru/shkola/rodnoy...i.../rabochaya-programma-po-bashkirskomu-yazyku-i

www.irorb.ru/.../Ilmuhametov_AG_proekt_sovr_uroka.pdf

nafikova.jimdo.com/методик-ҡумта/

bashsmart.ucoz.ru/

lcph.bashedu.ru/publications/azangolov.pdf

Материаль-техник ҡулланмалар

1.Мультимедия компьютеры (техник талаптар: график операция системаһы, компакт-дискыларҙы уҡыу һәм яҙыу өсөн ҡоролма, видео, Интернетҡа сығыу мөмкинлеге, акустик колонкалар, микрофон, наушниктар, прикладной программалар пакеты (текст менән, график һәм презентация);

2.Мультимедиапроектор;

3.Телекоммуникация саралары (электрон почта, мәктәптең локаль селтәре, Интертенҡа сығыу)