АДМИНИСТРАТИВНЫЕ КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ
(ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО ЛИТЕРАТУРНОМУ ЧТЕНИЮ НА РОДНОМ (БАШКИРСКОМ) ЯЗЫКЕ)
УРОВЕНЬ – НАЧАЛЬНОЕ ОБЩЕЕ ОБРАЗОВАНИЕ
КЛАССЫ – 2-4
2020-2021 уҡыу йылына уҡыу техникаһын тикшереү өсөн текстар
2-се класс
Яҙ
Яҙ бөтә донъя йәнләнә. Ҡояш иртә сыға һәм ерҙе ныҡ йылыта. Ҡар һыуҙары шаулап ағалар. Боҙҙар китә. Баҫыуҙар өҫтөнән томан күтәрелә. Беҙгә ҡоштар ҡайталар. Балалар сыйырсыҡ оялары яһайҙар. Көндәр йылына. Урмандар, ҡырҙар йәшәрә. Колхозсылар сәсеүгә төшәләр. (37 һүҙ)
Критерии оценивания по технике чтения
Во 2 классе скорость чтения учащихся определяется 30-40 слов, 100-120 знаков.
Отметка “5” ставится за 35,5 и более слов
Отметка “4” ставится за 27-35 слов
Отметка “3” ставится за 18,5-26,5 слов
Отметка “2” ставится за 0-18 слов
3-сө класс
Иртән
Һоҡланғыс йәйге иртә. Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояш нурҙарында, һарғылт йәшел төҫкә инеп, әкрен генә томан күтәрелде. Күҙ яуын алып, үлән баштарында ысыҡ емелдәй, әйтерһең дә, аяҡ аҫтына һанһыҙ ынйы бөртөктәре һипкәндәр. Тәбиғәт әкренләп йоҡонан уяна. Ҡайҙалыр алыҫта һайыҫҡан шыҡырлағаны ишетелде. Уға яуап ҡайтарғандай, ике тапҡыр кәкүк тә саҡырып ҡуйҙы.
Туғайҙан һандуғас йыры ишетелде. Шуны ғына көткәндәй, таллыҡта турғайҙар сутырлаша башланы. Бар тереклеккә ҡыуаныс һәм өмөт биреп, яңы яҡты көн тыуҙы.
Критерии оценивания по технике чтения
В 3 классе скорость чтения учащихся определяется 40-50 слов, 120-150 знаков.
Отметка “5” ставится за 44 и более слов
Отметка “4” ставится за 33,5-43,5 слов
Отметка “3” ставится за 23-33 слов
Отметка “2” ставится за 0-22,5 слов
4-се класс
Яҙғы тантана
Яҙғы көндөң иртәнге йылы ҡояшы дымлы ер өҫтөнә күтәрелгән быуҙарҙан үтә төштө, уларҙы йәшелле-күкле, юлаҡ-юлаҡ төрлө төҫтәге матур нурҙарға әүерелдерҙе.
Шоңҡар ауылының тирә-яҡ тигеҙлегенән һөҙәкләнә барып бейегәйеп киткән ҡырлас тауҙар унар саҡрымдарға һуҙылып алыҫаялар ҙа Ирәмәлдең нәҙек һыҙыҡтар унар шикелле күренгән ҡаяларына барып тоташалар. Унан да уҙғас, Ирәмәл түбәһенең ҡайһы бер урындарында ала ҡармы, әллә бейек тауҙың биттәренән һыйпап үткән болоттармы икәне лә айырылмай торған, ҡайһылары аҡ, ҡайһылары ҡара нөктәләр генә булып күренәләр.
Аҡҡондоҙ йылғаһының аръяғында сусаҡ тауҙың итәген ҡаплап үҫкән шыршы, ҡарағайҙар, йәшел ботаҡтарын ҡар һыуына мансып алған һымаҡ, тағы ла матур, тағы ла йәшелерәк булып асылғандар. Улар менән аралаш йәш ҡайын сауҡалары ла ваҡ ҡына булып шытып килгән бөрөләренең морондарын яҙғы елгә елберләтеп ултыралар. Яҙғы тәбиғәт ана шулай тантана итә. (Һәҙиә Дәүләтшина)
Критерии оценивания по технике чтения
В 4 классе скорость чтения учащихся определяется 55-65 слов, 150-200 знаков.
Отметка “5” ставится за 57 и более слов
Отметка “4” ставится за 43,5-56,5 слов
Отметка “3” ставится за 30-43 слов
Отметка “2” ставится за 0-29,5 слов
Материалы на данной страницы взяты из открытых источников либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.