"Башҡорт теле - туған телем"
Оценка 4.9

"Башҡорт теле - туған телем"

Оценка 4.9
docx
07.04.2023
"Башҡорт теле - туған телем"
Сценарий _ Башҡорт теле - туған телем_.docx

Башҡорт теле көнөнә арналған кисә

« Башҡорт теле – туған телем »

 

 

-         Бейеү ЫРЫУ

 

1 А.Б. - Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем-

              Тәрәнһең , һин,

              Айға, көнгә тиңләмәйем-

              Гүзәлһең, һин,

              Мәңге йәшә, эй, һөйөклө, башҡорт теле-

              Атам теле, әсәм теле, минең телем.

2 А.Б.- “Башҡорт балаһы мин,

              Ер хәтерендә

              Мең йыл уйылып барған эҙем бар,

              Быуындарға ялғап быуындарҙы,

              Илде тотҡан телем, һүҙем бар!”

 

1 А.Б. -Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн Башҡорт теле көнөнә арналаған сараға йыйылдыҡ. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

2 А.Б.- Бар булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған был әҙип, ағастан-ағасҡа ҡунып һайраған һандуғас шикелле, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте, мәғрифәт яҡтылығы өләшеп, ауыр донъя йөгөн тартыусы хеҙмәтсән халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырышты. Халыҡ яҙмышын, халык киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнаған шағир ул.

М.Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Башкиры мои, нужно учение, нужно учение!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Меж нами много невежд, учение редко,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Как боятся глупого медведя на Урале,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Эй, братья, так надо бояться невежества!

 

ПЕСНЯ «Шайморатов генерал” 

1 А.Б.Билдәле булыуынса, Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Башҡорт теленең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙең ҡулда. Башҡорт теле көнө туған телебеҙҙе республиканан ситтә таратыу өсөн мөһим, ул яңы һулыш алырға, башҡортса һөйләшеү мәртәбә ҡаҙанырға тейеш.

 

2 А.Б.-  Башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле. Ул аралашыу һәм фекер алышыу хеҙмәтен үтәй.

1 А.Б.-Башҡортостандан тыш башҡорт телендә Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә һәм Көнбайыш Ҡаҙағыстандың ҡайһы бер аймаҡтарында  йәшәгән башҡорттар һөйләшәләр икән.

 

 

Зәйнәп Биишева.”Башҡорт тел” 

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

 

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

 

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,

Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,

Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

 

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,

Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,

Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,

Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

 

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем!

 

ТАНЕЦ  С ПОДНОСАМИ  3КЛ

2 А.Б.-Башҡорт теленең үҙенсәлегенә ғалимдар элек-электән иғтибар иткән. Уны өйрәнеүсе, тикшереүсе, хатта башҡортса һөйләшеүсе рус һәм сит ил ғалимдары, яҙыусылары ла булған.

 

1 А.Б.-Ундай ғалимдарҙан Василий Катаринский  1892 йылда «Башкорттар өсөн әлифба» төҙөй. Был иң тәүге әлифба була Әлифба ике өлөштән тора, беренсе өлөш башҡортса, икенсеһе рус телендә .

 

2 А.Б.-Унан һуң, ғалим Александр Бессонов «Башҡорттар өсөн әлифба» төҙөй. Ул йәйәүләп Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарына йөрөп  башҡорт халыҡ әкиәттәрен, легендаларын яҙып ала һәм башҡорт теленә һоҡланып, «яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы, бай тел» тигән фекер әйтә. Башҡорт теле буйынса тәүге һүҙлектәрҙе академиктар Иоганн Георги, Петер Паллас, аҙағыраҡ Мирсәлих Биксурин төҙөй.

 

1 А.Б.Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып  килгән. 

ТАНЕЦ БАШКИРСКИЙ  8 КЛ

       

2 А.Б. Хәҙер тел тураһында халҡыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Беҙ мәҡәлдәрҙең башын, ә һеҙ аҙағын әйтеп бөтөрөрһөгөҙ.

 

1.Һөйҙөргән дә тел, (биҙҙергән дә тел.)

 

2.Телен тыйған –( аҡыллы).

 

1.Терелткән дә тел, (үлтергән дә тел).

 

2.Аҙ һөйләһәң,   (күп ишетерһең).

 

1.Аҡылы ҡыҫҡаның   (теле оҙон.)

 

2.Татлы тел   (таш ярыр).

 

1.Теле барҙың    (иле бар.)

 

2.Теле ямандың( көнө яман.)

 

1.Теле оҫта, (ҡулы ҡыҫҡа)

 

2.Тел менән тирмән тарттырып,( онло булып булмай.)

1.Тел һөйләй, (ҡул эшләй).

 

2.Телеңдән килгән (ҡулыңдан килһен).

 

1.Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, (ҡулыңды эшкә ҡуш.)

 

2.Телеңә урын тапмаһаң,( тешеңә ҡыҫтыр)

 

1 А.Б.-Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе - халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Шағирҙар – халыҡ теленең иң матур өлгөләрен, байлығын, үҙҙәренең ижадында сағылдырып, халыҡ күңеленә ҡайтарыусылар.


2 А.Б. Башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла Әйҙәгеҙ, уларҙың  бер шәлкем шиғырҙарын тыңлап китәйек.

 

 

Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,

“Телһеҙ” башҡорт тиеп көлдөләр,

Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,

Йөрәгебеҙ булды яралы.

Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,

Ләкин ауыр яза татыныҡ.

Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,

Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.

Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар

Даръяларҙан тәрән, киң ине.

Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,

Ирек таңы тыуыр бер, тинек.

Рус туғаным менән бергәләп

Азат иттек изге еремде

Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ

Минең туған башҡорт телемде.

 

Ҡыҙҙар йырлай “Башҡорт телендә һөйләшәм                  

    

1 А.Б.- Әгәр милләттең теле ҡулланылмай башлаһа, ул юҡҡа сыға. Бының өсөн һуғыш та, ҡан ҡойоу ҙа кәрәкмәй. Телен бөтөрһәң, халыҡтың әҙәбиәте лә, мәҙәниәте лә, ғөрөф – ғәҙәттәре лә бөтә.

 

2 А.Б.- Башҡорт теле- беҙҙең әсә телебеҙ. Уның моңо, көсө һәм ҡеүәте, шиғри биҙәге һәм тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, күркәм яңғырашы  беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Башҡорт  телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы булыуы башҡорт халҡының - тәбиғәткә яҡынлығы хаҡында һөйләй.

 

Бейүе КУРАЙ  

 

1А.Б.- Күренекле академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың ошондай мәртәбәле һүҙҙәре бар: «Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге». Әҙиптең был һүҙҙәре киләсәк быуынға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡәҙерле аманатты һаҡлау – һәр кемдең бурысы.

 

2 А.Б.-Туған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уға тоғро булып, һүҙҙәрҙе боҙмайса, саф башҡорт телендә һөйләшергә тейешбеҙ. Быны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, халҡыбыҙ ҙа йәшәр, Башҡортостаныбыҙ  ҙа сәскә атыр.

 

1 А.Б. Ошоноң менән  Башҡорт теле көнөнә  арналған сарабыҙ тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

 

Йыр “Башҡортостан”

 

Башҡортостан

1.Иң ҡәҙерле ғәзиз данлыҡлы

Тыуған яғым

Бағышлайбыҙ һиңә наҙ тулы

Һөйөү йырын

Припев:

   Беҙ бәхетле һиндә генә

   Эй тыуған яҡ

   Һиндә үтте гөрләп баласаҡ

   Ҡояштай гел балҡы

   Нурҙарын һип алтын

   Беҙ ғорурбыҙ һинең менән

   Башҡортостан

2.Һоҡланып та ҡара туймаҫлыҡ

Урал тауы

Ағиҙелкәй буйы алырлыҡ

Күҙҙең яуын

Припев:

   Беҙ бәхетле һиндә генә

   Эй тыуған яҡ

   Һиндә үтте гөрләп баласаҡ

   Ҡояштай гел балҡы

   Нурҙарын һип алтын

   Беҙ ғорурбыҙ һинең менән

   Башҡортостан

 

 

 

 

М.Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Башкиры мои, нужно учение, нужно учение!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Меж нами много невежд, учение редко,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Как боятся глупого медведя на Урале,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Эй, братья, так надо бояться невежества!

 

Зәйнәп Биишева.”Башҡорт тел” 

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

 

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

 

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,

Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,

Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

 

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,

Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,

Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,

Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

 

 

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем!

 

 

Әсәм теле – башҡорт теле, 
Минең өсөн изге тел. 
Туған телемдә hөйләшәм, 
Һөйөнә шуға күңел. 
Әсә теле белгәндең 
Теле матур, бай булыр. 
Белмәгәндең белеме 
Һәм күңеле һай булыр. 

 

Йәшен булып ялтлар тел. 
Дары булып шартлар тел. 
Ҡоштар булып һайрар тел. 
Бүре тешен ҡайрар тел. 
Ҡояш булып балҡыр тел. 
Ҡая булып ҡалҡыр тел. 
Йөрәктәргә үтер тел. 
Ваҡыттарҙы тетер тел. 
Аҡтамырҙай йәйелеп, 
Йөрәктәргә үрелер, 
Башҡорт тигән йәндәрҙә 
Ҡабат-ҡабат терелер! 

 

 

Тел илертә, тел тилертә, 
Телдән көслө сара юҡ. 
Тел аңлатмаҫ мөғжизә юҡ, 
Телдәр үтмәҫ ара юҡ. 
Шундай телем - башҡорт теле - 
Тиңгә тиң - дәүләт теле. 
Халҡым менән бергә тыуған 
Меңләгән йылдар элек. 
Тел тамыры - ил тамыры, 
Телем тамыры тәрән, 
Гүйә нескә гөл тамыры, 
Уны белеү ҙә кәрәк. 
Яҙмышыбыҙ - тел яҙмышы, 
Беләм уның хаҡында. 
Әгәр телем йәшәй икән, 
Йәшәйәсәк халҡым да. 

 

Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,

“Телһеҙ” башҡорт тиеп көлдөләр,

Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,

Йөрәгебеҙ булды яралы.

Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,

Ләкин ауыр яза татыныҡ.

Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,

Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.

Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар

Даръяларҙан тәрән, киң ине.

Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,

Ирек таңы тыуыр бер, тинек.

Рус туғаным менән бергәләп

Азат иттек изге еремде

Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ

Минең туған башҡорт телемде.

 


 

Башҡорт теле көнөнә арналған кисә «

Башҡорт теле көнөнә арналған кисә «

А.Б. Билдәле булыуынса, Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар

А.Б. Билдәле булыуынса, Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар

А.Б.- Башҡорт теленең үҙенсәлегенә ғалимдар элек-электән иғтибар иткән

А.Б.- Башҡорт теленең үҙенсәлегенә ғалимдар элек-электән иғтибар иткән

Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, (ҡулыңды эшкә ҡуш

Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, (ҡулыңды эшкә ҡуш

А.Б.- Туған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уға тоғро булып, һүҙҙәрҙе боҙмайса, саф башҡорт телендә һөйләшергә тейешбеҙ

А.Б.- Туған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уға тоғро булып, һүҙҙәрҙе боҙмайса, саф башҡорт телендә һөйләшергә тейешбеҙ

Беҙ ғорурбыҙ һинең менән

Беҙ ғорурбыҙ һинең менән

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Йөрәгебеҙ булды яралы. Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,

Йөрәгебеҙ булды яралы. Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
07.04.2023