Добавить материал
Войти
🕊️
Войти в кабинет
Медиатека
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Новости
Ваше членство
Добавить материал
и получить до 500 000 ₽.
свидетельство СМИ
и 10 документов
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Оценка
4.9
Бибакова Айсылу
Бибакова Айсылу
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Оценка
4.9
Лекции
docx
воспитательная работа
1 кл—4 кл
19.03.2018
Юғары Этҡол урта мәктәбе филиалы- Уразбай башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе Уҡытыусы: Бибакова Айһылыу Зинур ҡыҙы Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология ярҙамында телмәр үҫешен формалаштырыу. Хәҙерге заман уҡыусыһын заманса технологиялар һәм методтар (интернет, инновацион алымдар, электрон дәреслектәр) менән ҡыҙыҡһындырғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп булалыр.
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология ярҙамында телмәр үҫешен формалаштырыу.docx
Текстом
Картинками
Юғары Этҡол урта мәктәбе филиалы- Уразбай башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе Уҡытыусы: Бибакова Айһылыу Зинур ҡыҙы Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология ярҙамында телмәр үҫешен формалаштырыу. инновацион алымдар, Хәҙерге заман уҡыусыһын заманса технологиялар һәм методтар менән (интернет, ҡыҙыҡһындырғанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп булалыр. Баланың әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтмау өсөн һәр уҡытыусыға үҙ фантазияһынан сығып, яңы инновацион алымдар ҡулланып, һәр дәрескә ижади күҙлектән ҡарап әҙерләнергә, күп көс һалырға, заман менән атларға тура килә. электрон дәреслектәр) Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡытһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалылығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап, төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр биреү ҙә бик отшло. Ябай уйын кеүек тойолһа ла, был эш төрө телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, һөйләмдәрҙең йөкмәткеһендә халҡыбыҙ, илебеҙ тормошона бәйле, рухи хазиналарыбыҙ, күренекле шәхестәребеҙ тураһындағы мәғлүмәттәр аша ғорурлыҡ, милләт бәҫен күтәрерлек киләсәк быуын вәкилен формалаштырыуҙа мөһим сара булып тора. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереүҙә икенсе бер алым "Шиғриәт минуттары" уңышлы алымдарҙың береһе. Хәҙерге шарттарҙа ла белем биреүҙең иң актуаль бурысы булып телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу тора. Кешелектең үҫеше донъя закондарына ярашлы бара. Ә бөгөн Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, был үҫеш компьютер технологияһы менән туранантура бәйле. Хәҙерге заманда беҙ тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы файҙаланыу үҫеште. Нимә ул “Информацион технология”? Информацион технологиялар 1960сы йылдарҙан беренсе информацион системалар килеп сыҡҡас һәм үҫешә башлағас актив үҫешә башлай. Информацион технологияның бер тармағы – Интернет үҫеше, 1990сы йылдар аҙағында киң үҫеш ала. Информацион технология – ул компьютер һәм компьютерҙың бәйләнеш линиялары аша информацияны йыйыу, туплау, һаҡлау, эҙләү, тапшырыу, эшкәртеү, биреү ысулдары һәм методтар системаһы (Словарь методических терминов. Э.Г.Азимов, А.Н.Щукин). Информацион технология тип, ғәҙәттә, аудио, видео, компьютер, Интернет техник сараларын ҡулланыусы технологияларҙы әйтәләр. Информацион технологияларҙы ҡулланыу иң эффектив сараларҙың береһе, ул белем биреүҙе киңәйтә, телде белеүселәр араһында үҙара һәм мәҙәни аралашыуға әҙерлекте, мөмкинлекте күрһәтә. Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә. Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр культураһын, коммуникатив культураһын формалаштырыу булғанлыҡтан, уҡытыусының төп бурысы һәр бер балаға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыуҙа. Хәҙерге заман педагогик технологиялар, мәҫәлән, хеҙмәттәшлектә уҡытыу, проектлау методикаһы, яңы информацион технологияларҙы, Интернет ресурстарын файҙаланыу уҡыууҡытыу эшендә шәхесте формалаштырыуҙы бойомға ашырырға ярҙам итә, балаларҙың һәләттәрен, белем кимәлдәрен, ынтылыштарын иҫәпкә алып, уҡытыуҙы индивидуалләштереүҙе һәм дифференциациялауҙы тәьмин итә. Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр. Балаларҙа уҡытыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Тик компьютерҙы дөрөҫ һәм урынлы файҙалана белергә кәрәк. Дәрес буйына компьютер йәки интерактив таҡта ҡулланыу бик үк дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне сама белеп, комьютерҙың дәрестә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк. Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар. Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә. Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була: 1. Демонстратив планда (төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экранда бөтә класҡа күрһәтеү); 2. 3. Компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу; Интерактив таҡтаны файҙаланыу. Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған уҡыу программалары һәм әсбаптары бар. Дәрестәрҙә түбәндәге информацион технологияларҙың тармаҡтары ҡулланыла: интернет ресурстар, электрон китаптар, энциклопедиялар, онлайн порталдар, сайттар, мультимедиа технологиялары һ.б. Уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙүҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята. Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәрен файҙаланыу) , дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә (башҡорт теле дәреслектәренән, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу), орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу), грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында), эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү. Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлау, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектаклькинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу (компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың интенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн дәрестәрҙә түбәндәге эш төрҙәре ҡулланылды. Тиҙәйткестәр, фонетик күнегеүҙәр менән эшләү; Шиғырҙы анализлау, тасуири уҡыу, ятлау; Китап һәм эш дәфтәрҙәре менән эшләү (хәҙерге ваҡытта бик яҡшы дәреслектәр һәм уларға эш дәфтәрҙәре баҫтырып сығаралар, эшләүгә бик уңайлы. Ҙур рәхмәт дәреслек авторҙарына); Уҡыу тиҙлеген күҙәтеү; Текст һәм картиналар өҫтөндә эштәр; Проблемалы уҡытыу; Инша, изложение, шиғыр, хикәйә, әкиәттәр яҙҙырыу. Уҡыусылар был эш төрҙәрен эшләй алһын өсөн, уҡытыусы башҡарған эштәр емешле, аңлайышлы булһын өсөн иң ябайҙан, йәғни ябайҙан ҡатмарлыға принцибына таянып эшләнелә. Шуға ла төрлө фонетик күнегеүҙәрҙән башлар кәрәк. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың яҙылышына күнегеүҙәр эшләү. Мәҫәлән, ике өндө белдергән хәрефтәр, һәр береһенең яҙылыу, әйтелеү осрағына туҡталып үтеү. Яҙылышта бер, уҡылышта икенсе хәрефтәр (в[уы], һүҙ аҙағында и[эй]). Шиғырҙан йә текстан ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы табып аҫтына бер, ике һыҙыҡ һыҙырға. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп күсереп яҙыу, юлдан юлға күсереү осраҡтары. Һүҙҙәрҙең тәүге, икенсе һәм һуңғы хәрефтәрен алыштырып яңы һүҙҙәр яһау (таңсаң, тиң, тал, көн төн, күн, көл). Һандарҙы 110ға тиклем һәм, киреһенсә 101гә тиклем һанау. Һандарға ҡарап буш шаҡмаҡтарға дөрөҫ һуҙынҡы өн ҡуйыу. Ошо уҡ күнегеүҙе һүрәттәр буйынса танып буш шаҡмаҡтарҙы тултырырға мөмкин. Туған тел дәрестәрендә уҡыу күнекмәләрен, уҡыу тиҙлеген, телмәрҙе үҫтереү, хәтерҙе һәм иғтибарҙы яҡшыртыу, дикция өҫтөндә эшләү, телмәр аппаратын үҫтереү маҡсатында тиҙәйткестәр ҡулланыла. Уларҙы дәрестең инеш өлөшөндә лә, төп һәм йомғаҡлау өлөшөндә лә ҡулланырға мөмкин. Психологик комфорт булдырыу, иғтибарҙы туплау, артикуляцион аппаратты әҙреләү, эшкә кәйефте көйләү маҡсатында дәрес башында тиҙәйткестәр минутлығы үткәрелә. Уны төрлөсә үткәрергә мөмкин: А) Уҡытыусы тиҙәйткесте башлай, балалар бергәләп дауам итә. Б) Бер уҡыусы әйтә, балалар хор менән ҡабатлай. В) Бер үк тиҙәйткесте ҡысҡырып һәм түбән тауыш менән , төрлө интонация менән әйтергә: шатланып, ғәжәпләнеп, насар кәйеф менән. (Уҡытыусы төрлө мимикалар төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтә) Г) Төрлө хәрәкәттәр менән башҡарыу: 1) һал ын һыулы Һа марҙа һайрай һары һандуғас. йоморға һәм асырға) 2) Сәпәкәйсәпәкәй (сәпәкәй итеү) Минең устым бәләкәй. (сүкәйеү) Ҡ Сәпәкәй иткән була. (сәпәкәй итеү) (һәр һүҙ һайын усты ҡ улын күтәргән була (ҡулды күтәреү) ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ Ҡ ҡ ҡ ҡ ҡҡ ҡ ҡ Ҡ ҡ ҡ ҡ ҡ а килгән. (ҡулды ҡолаҡ итеп эшләү) ойроғо ыҫ а ғына олағы ергә тейгән. (ҡулдар менән өй күрһәтеү) (ҡул менән ҡойроҡ күрһәтеү) (ҡул менән ҡолаҡ эшләп сүкәйеү) 3) А уян, йомша уян, Беҙгә уна Ҡ Ҡ Д) Һүрәткә ҡарап тиҙәйткесте әйт. 1) Бөҙрә сәсле ыҙ һәм малай һүрәте: һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә. 2) Ҡарға һүрәте: ара арға арҙан бара, анаттарын аға аға. 3) Мейес башында ятҡан бесәйҙәр һүрәте: Мейес башында биш бесәй, Биш бесәйҙең биш башына Биш бесәйҙең биш башы. Емерелмәһен мейес башы. Е)Ҡарға, йылан, бал ҡорто, һыйыр һ.б. хайуан һүрәтен күрһәтеп һәм мульти проекторҙан тауышын ишеттереп, ниндәй тауыш сығара һорауына яуап биреү йәки киреһенсә. Ж) Тамағым ауырта, пианино ла уйнайым (ҙәҙәҙәәәә, ңөңөңөөөөө, ҫүҫү ҫүүүүү,һоһоһоооо ижектәрен һуҙып әйтеү)уйындарын уйнау. Тест. Һәр бүлекте йомғаҡлағанда тест эшләү үтелгәндәргә йомғаҡ, һығымта яһарға, уҡыусыларҙың белемен тиҙ тикшерергә мөмкинлек бирә. Һәр һөйләмгә бер нисә һүҙ өҫтәп, йә буш урынды тултырып хикәйә төҙөү. Мәҫәлән, ҡыш темаһы. 1) һәр һөйләмгә бер нисә һүҙ өҫтәп, тулы, матур текст төҙөү: ыш килде. ар яуҙы. Йылғалар туңды. Балалар уйнайҙар. Саңғы шыуалар. ыш бабай яһайҙар. Каникул етә. Беҙ әҙерләнәбеҙ. 2) буш урындарға кәрәкле һүҙҙәр ҡуйыу: Минең ярат ан йыл миҙгелем __ . Был миҙгелдең айҙары ___, ___, ___. ___көнө___, ___, ___, ___ байрамдары үткәрелә. Был миҙгел иң ___, ___, ___. Тирәя ___, ___ төҫтә була. ___һис шикһеҙ иң ___йыл миҙгеле. Дәрес ваҡытында әҙер диалогтарҙы таратып йә күрһәтеү, буш урындарҙы тултырыу, үҙ урынына ҡуйыу балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтерә, уйларға мәжбүр итә, һөйләшеүсе менән тере йәнле һөйләшеүгә ярҙам итә. Шиғыр өҫтөндә эш. Шиғырҙы тасуири уҡырға, ятларға өйрәтеү – баланың ижади һәләтен үҫтереүҙең төп ысулдарының береһе. Шиғырҙы өйрәнгәндә уҡытыусы түбәндәге бурыстарҙы ҡуя: Ҡ Ҡ ҡ ҡ Тасуири уҡыу; Дөрөҫ интонация менән уҡыу; Һөйләү темпына иғтибар итеү; Уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу; Һорауҙарға яуап биреү; Шиғырҙың темаһын әйтеү. Ә уҡыусы иғтибар менән тыңларға, һүҙлек эше (уҡытыусы менән берлектә тәржемә итергә), мәғәнәһен аңларға, яттан тасуири һөйләргә тейеш. Башланғыс синыфтарҙа шиғыр өҫтөндә эшләгәндә тыңлау, аңлау, ятлау беренсе урында тора. Уңышҡа өлгәшер өсөн тиҙ ятлау алымдары ҡулланыу мөһим. Тиҙ ятлау алымдары: хәрәкәт, ҡулдар, бармаҡтар ярҙамында, һүрәткә ҡарап, терәк предметтар менән. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙе өйрәнгәндә уларҙы һүрәттәрҙә күрһәтеү, йәнлектәр, ҡоштар, һандар һүрәттәрен ҡуйыу хәтерҙә ҡалдырыуға булышлыҡ итә. Миҫалдар: Белеү нур – белмәү хур; Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай; Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй; Байлыҡ бер айлыҡ, һаулыҡ ҙур байлыҡ. Видео ҡарау. Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, композиторҙарҙың әҫәрҙәрен, әкиәттәр, эпостар тыңлау, бергә йырҙар йырлау. Уҡыусылар дәрестә уҡытыусының ғына йәнле телмәрен ишетә, аралаша. Видео аша улар икенсе кешеләрҙең аралашыуын да ишетәсәк. Белем сифатын арттырыу, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү өсөн мультимедиа сараларын ҡулланыу бигерәк эффектлы. Донъяның теләһә ҡайһы мөйөшө менән элемтәгә инеү, аралаша алыу һәм мәғлүмәт алыу юғары техник саралар аша алып барыла. Заманса компьютерҙағы мәғлүмәт һәр кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп эшләнгән. Текст, графика, фото, видео, тауыш, анимация ярҙамында киң мәғлүмәт алыу кәрәкле материалды ҡабул итеүҙе һәм үҙләштереүҙе тиҙләтә, еңеләйтә. Уҡыусы, һәләтенә һәм ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, күңеленә оҡшаған программаны таба, тикшеренеү эше башҡара ала. Түбән кластарҙа тикшеренеү эше өсөн яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, текстар төҙөү өсөн ябай текст редакторы Microsoft Word, Microsoft Power Point (реферат, доклад, проект өсөн презентациялар эшләү) программаһын ҡулланыу отошло. Проект эше. Бүлекте йомғаҡлағанда проект эше (ижади прект: презентация, төрлө китапсыҡтар) башҡарыу. Киләһе дәрестә уны яҡлау, йәғни һөйләү. Проект эше уҡыусының интеллектуальүҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Ә баланың үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү һәр уҡытыусының төп маҡсаты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк. Шулай итеп, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереү хәҙерге ваҡытта иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Ә төрлө күнегеүҙәр эшләү шул маҡсатҡа ирешеүгә ярҙам итә. Информацион технология дәрестәрҙе тағы лы ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү, уны өйрәнеүгә теләкте арттырыу, телмәр үҫешен формалаштырыуҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ла информацион технологиялар ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ул уҡыусыларҙы ғилмипопуляр әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итә, фәннитикшеренеү эшенә йәлеп итә, һүҙлек байлыҡтарын арттыра, телмәрҙәрен байыта, ижади фекерләргә өйрәтә, фантазияһын үҫтерә, дөйөм аң даирәһен киңәйтә. Уҡытыусы үҙ дәрестәренең ижадсыһы булып ҡала. Яңы стандарттар белем биреүҙең һөҙөмтәләренә яңы талаптар ҡуйып, яңы идеялар, ижади асыштар өсөн юл аса. Уҡытыусыға элекке методтарҙың һәм эш алымдарына яңы шарттарҙа заман технологиялары менән бер рәттән ҡулланылыш табырға кәрәк.
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Башҡорт теле дәрестәрендә информацион технология
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете
сообщить о нарушении
.
Введите ваш email
Ваш email
*
Скачать материал
Скачать
Файл готов!
Скачать
Вверх
19.03.2018
Посмотрите также:
📁
Выступление агитбригады ЮИДД по ПДД
📁
Статья "Интеграция медиативного подхода в сопровождение детей с ЗПР".
📁
Проект центра родительской культуры .Семейный дискуссионный клуб " Мы вместе."
📁
Комплексное внеклассное мероприятие на тему «Дружба начинается с улыбки»
📁
Внеклассное мероприятие в рамках "Недели словесности" в начальной школе по теме "Семейное чтение".
📁
Технологическая карта внеклассного материала в начальной школе по теме "Семейные чтения"
📁
«Разговор о правильном питании»
📁
Сценарий выступления на фестивале Дружбы народов
Новости
Курсы
Членство
Еще
Войти
Новости
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Медиатека
Бонусы
Добавить материал
Добавить