Добавить материал
Войти
🕊️
Войти в кабинет
Медиатека
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Новости
Ваше членство
Добавить материал
и получить до 500 000 ₽.
свидетельство СМИ
и 10 документов
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
Оценка
4.9
Хайбуллина Мадина
Хайбуллина Мадина
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
Оценка
4.9
Мероприятия
+1
docx
воспитательная работа
2 кл—4 кл
22.12.2018
Публикация является частью публикации:
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
дөрҫ уҡыу доклад 17й..docx
Текстом
Картинками
Фонематик ишетеү һәм ҡабул итеү, артикуляция аппараты, күреп иҫтә ҡалдырыу һәм ҡабул итеү һәләттәре үҫешеп етмәгән уҡыусылар педагог тарафынан айырым мөнәсәбәткә мохтаж. Бындай категорияға ингән балалар менән эшләгәндә уларҙың уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ иткән педагогик алымдар ҡулланыла. Әгәр бала баҫма йә яҙма хәрефте күреп иҫтә ҡалдыра алмай икән, уның һиҙеү тойоу анализаторҙарын файҙаланып, хәрефтең образын хәтерҙә ҡалдырырға тырышыу мөһим. Бының өсөн тәүҙә балаларға көҙгө алдында хәрефтең өн артикуляцияһын күрһәтеү отошло. Хәрефте пластилин йә ҡамыр менән әүәләргә, еп, таяҡтар менән төҙөп күрһәтергә, йә өлгө буйынса балаларҙың үҙҙәренән төҙөтөргә була. Хәрефте баланың ҡул һыртына йә арҡаһына бер нисә тапҡыр яҙып, тойоуҙо мейегә илтеүсе нервы остарын ҡуҙғытыу ҙа файҙалы. Наждак ҡағыҙҙан киҫелгән хәрефте ҡапшап уҡығанда ла бармаҡ остарындағы тойоу анализаторҙары мейелә тәрән эҙҙәр ҡалдыра. Улар ярҙамында бала әкренләп хәрефтәрҙең образдарын хәтергә һала. Шулай итеп, күреп ҡабул итеү һәләте үҫешмәгән балалар менән башҡа анализаторҙарға таянып эш ителә. Баланың хәрефтәрҙе ижекләп уҡырға өйрәнә алмауында уның күҙ күреме бәләкәй, йәғни тар булыуы сәбәпсе. Шуға күрә уның күҙ ҡырыйы (боковое зрение) менән уҡыу һәләтен үҫтереү мөһим. Бала хәрефтәрҙе танып та уларҙы ҡушып уҡый алмаһа, ябыҡ ижектәргә (һуҙынҡы+ тартынҡы) таблица төҙөлә. Артабан таблицалағы һәр һуҙынҡыны тартынҡы өндө күргәнсе һуҙып, ике хәреф ҡушып уҡыла: ааас. Әгәр баланың күреп иҫтә ҡалдырыу һәләте лә, күреү майҙаны ла тар икән, эш түбәндәге тәртиптә ойошторола: 1) тәүҙә бөтә һуҙынҡылар ҙа өйрәнелә; 2) артабан һуҙынҡылар һәр дәрестә өйрәнелгән тартынҡыға ҡушып уҡытыла бара. Мәҫәлән, беренсе этап: А Л О Л Ө Л У АМ ОМ ӨМ УМ Л ҮЛ Ы Л Э Л ӘЛ ҮМ Ы М ЭМ ӘМ Икенсе этапта ябыҡ ижектәрҙе йырлап уҡырға өйрәнгәс, асыҡ ижектәргә күсергә була: Л А Л О Л Ө Л У ЛҮ Л Ы Л Э ЛӘ МА МО МӨ УМ МҮ М Ы МЭ МӘ Өсөнсө этапта асыҡ ижектәрҙән торған ике, унан һуң өс ижекле һүҙҙәр йырлап уҡытыла: БА ЛА БО ЛА БУ ЛА БӘЛӘ БЕЛӘ АҠ ЛА ОҠ ЛА ЫҠ ЛА АРАҠ ОРАҠ УРАҠ ЫҠ РА БИ ЛӘ БҮЛӘ БӨ ЛӘ Дүртенсе этапта ябыҡ һәм асыҡ ижектәрҙән торған һүҙҙәр таблицаһы төҙөлә: АРБА ӨРКӘ ӘСМӘ АТЛА УТ ЛА АЛ АҠ Бишенсе этапта өсдүрт хәрефтән торған төрлө ижекле һүҙҙәр алына: АТЛЫ Ҡ БАШЛЫ АРТ А ЛАНҠ Ҡ ЛАС ОС ОРҠ БАРМАҠ БОРМА БАШ ОРТҠ Ә һуңғы этапта һөйләмдәр уҡыла. Һәр этапта һүҙҙәрҙәге һуҙынҡыларҙы һуҙып йырлап уҡыу талап ителә. Уның маҡсаты – баланы хатаһыҙ, дөрөҫ һәм талғын уҡырға өйрәтеү. Шулай итеп, дөрөҫ уҡырға өйрәтеү «ябайҙан – ҡатмарлыға» принцибына таянып ойошторола. II, III, IV класс уҡыусыларын таблицаһыҙ бәләкәй текст өҫтөндә уҡырға өйрәтергә лә була. Текстарҙы иҫке китаптарҙан һайлап алырға була. Ундағы бөтә һуҙынҡылар ҙа ҡыҙыл ручка менән айырыла (һуҙынҡы һәм тартын ҡыларҙы бутаған уҡыусылар өсөн). Уҡығанда баланың бөтә иғтибары ҡыҙыл төҫтәге һуҙынҡыларға йүнәлтелә. Бала һуҙынҡыны һуҙып әйткән арала күҙ ҡырыйы менән киләһе хәрефте танып өлгөрөргә тырыша. Һуҙынҡыларҙы танырға өйрәнгәс, шул уҡ алым менән, йәғни дәреслектәге текстарҙы, хәрефтәрҙең аҫтына һыҙмай ғына, уҡыуға күселә. Тәүге осорҙа балаға текстан бер генә өҙөк (абзац) уҡырға бирелһә, бигерәк яҡшы. Бала өҙөктө ҡатҡат уҡыуҙан үҙе лә һиҙмәҫтән талғын һәм етеҙ уҡый башлай. Шулай итеп, һуҙынҡыларҙы, тартынҡыларға иғтибар итмәй генә, йырлап уҡыу баланың күреү майҙанын (зрительное поле) киңәйтә. Был алым уҡыу сыны уҡыу мәлендә төрлө кәрәкмәгән ҡабатлауҙарҙан, паузаларҙан арындыра, график яҡтан оҡшаш хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтергә, һүҙҙәрҙә хәрефтәрҙе төшөрөп ҡалдырмаҫҡа күнектерә. Ҡайһы бала тексты уҡып сыҡһа ла эстәлеген аңламай. Хатта һөйләмдәрҙә кем йә нимә тураһында һүҙ барғанын да әйтә алмай. Бындай уҡыу бер ниндәй ҙә нормаға һыймай. Баланы аңлы уҡыуға өйрәтеү маҡсатында ябай йөкмәткеле текстан бер генә абзац йә 45 һөйләмдән торған бәләкәй текст алына. Мәҫәлән: Турғай Көн һыуыҡ ине. Тәҙрә төбөнә турғай ҡунды. Марат тәҙрәне асып уны индерҙе. Турғай өйгә осоп инде. Марат уны ашатты. Туйғас, ул осоп китте. Бала беренсе һөйләмде уҡып сыҡҡас, уға йөкмәтке буйынса (бала һәр һөйләмде аңларға тейеш) һорауҙар бирелә: «Көн ниндәй ине?», «Көн һыуыҡ ине», «Нимә һыуыҡ ине?», «Көн һыуыҡ ине». Ә икенсе һөйләм уҡылғас («Тәҙрә төбөнә турғай ҡунды»), уның йөкмәткеһе буйынса: «Тәҙрә төбөнә нимә ҡунды?», «Турғай ҡайҙа ҡунды?» кеүек һорауҙар бирелә. Әгәр бала был һорауҙарға яуап бирә алмаһа, һөйләм ҡабатлап уҡытыла. Унан һуң ике һөйләмде лә, бербер артлы һорауҙар биреп, һөйләтергә була. Бала һөйләй алмай туҡтап ҡалһа, әйтеп ебәрергә түгел, киреһенсә, уйлап яуап бирерлек һорауҙар ҡуйырға кәрәк. Һөйләм буйынса эш тамамланғас, уны баштан башлап һөйләп биреү һорала. Был алым уҡыусының хәтерен, иғтибарын үҫтерә, аңлы уҡырға, уҡығанды һөйләргә өйрәтә. Ҡайһы бала, күҙ күреме тар булыу сәбәпле, һүҙҙең беренсе ижеген уҡый ҙа аҙағын тоҫмаллап әйтеп бөтөрә (чтение по догадке). Шунлыҡтан һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең мәғәнәһе юғала, текстың йөкмәткеһе аңлашылмай. Бындай осраҡта баланы тәүҙә дөрөҫ уҡырға өйрәтеү мөһим. Шулай итеп, балаларҙы дөрөҫ һәм аңлы уҡыуға өйрәтеү өсөн башланғыс класс уҡытыусыларынан, логопедтарҙан һәм атаәсәләрҙән ҙур түҙемлек һәм эҙмә эҙлекле эш талап ителә.
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете
сообщить о нарушении
.
Введите ваш email
Ваш email
*
Скачать материал
Скачать
Файл готов!
Скачать
Вверх
22.12.2018
Посмотрите также:
📁
КВН для 2-4 кл. Башҡорт әҙәбиәтенән кластан тыш сара КВН: Башҡортостан – тыуған ерем!
📁
Башҡорт теленән «БӘХЕТЛЕ ОСРАҠ “ УЙЫНЫ.
📁
Сценарий конкурса для детей с ОВЗ "Звезды нового века" начальные классы
📁
Я приглашаю вас в свой мир
📁
Классный час: "Служу России"
📁
Внеклассное мероприятие для обучающихся начальных классов "Поле чудес"
📁
Разработка внеклассного мероприятия "Поле чудес"
📁
Внеклассное мероприятие по сказу П.П. Бажова "Малахитовая шкатулка"
Новости
Курсы
Членство
Еще
Войти
Новости
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Медиатека
Бонусы