Йәшәү көсө
Оценка 4.6

Йәшәү көсө

Оценка 4.6
docx
19.04.2024
Йәшәү көсө
Галлямова З.Р. Йәшәү көсө.docx

Әбйәлил районы Асҡар ауылы

Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы 89625194870

Йәшәү көсө

 

Тыуған яҡтың тау итәгендә

Устарыма еләк йыйғанда,

Хуш еҫле еләкте тәмләй-көлә,

Бала сағым йөрөй янымда.

Хәтеремдә:әсәй менән еләк йыябыҙ

Тәбиғәттең  муллығына һоҡланып.

Силәктәребеҙҙе лә тиҙ арала беҙ,

Өйәмәләй итеп ҡуйҙыҡ тултырып.

Күктә ҡояш көләс йылмая,

Һандуғастар уҙышып һайраша.

Тәбиғәттең матурлығынан,

Әйтерһең дә күҙҙәр ҡамаша.

Һуҡмаҡ менән тауҙан

Әкрен генә барғанда,

Күҙ ҡарашым төштө мөғжизәгә

Ташты ярып үҫкән сейәгә!

Иғтибар итмәй генә ығы-зығыға

Күмелгән ул шау сейәгә.

Уратып үҫкән шыршы,ҡарағайға

Көнләшмәй генә донъяға баға.

Сая ла,түҙемле лә сейә

Әйтерһең дә әсә күңеле.

Ташты ярып үҫеп емеш бирә

Киләсәк тимәк,өмөтлө!

Тормош ул-үҙе бер һынау

Йәшәй белгәндәр өсөн.

Бөгөлдөм тигән ерҙән

Турайып баҫҡандар өсөн.

Шул ваҡытта,ҡыйын минуттарҙа

Сабырлыҡтар һындым тигәндә,

Әсәй һүҙе иҫемә төшөрә

Таш ярып үҫә икән сейә лә!

 


 

Асҡар ауылы Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы 89625194870

Асҡар ауылы Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы 89625194870
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
19.04.2024