КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ
(ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН)
УРОВЕНЬ – ОСНОВНОЕ ОБЩЕЕ ОБРАЗОВАНИЕ
КЛАСС – 5
Контроль күсереү
5 класс
Көҙгө урман
Көҙгө урманда йөрөргә яратам. Уның иң матур сағы сентябрь бөткәндә булыр. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Тәрән тынлыҡ. Әкрен генә йылы ел иҫә. Ағастарҙан һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғаны ишетелеп ҡуя. Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡ иркәләй. (43 һүҙ)
Баһалау критерийҙары.
Барыһы 10 балл
Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл
«5» 9 – 10 балл
«4» 7 – 8,5 балл
«3» 5 – 6,5 балл
«2» 0 – 4,5 балл
Һүҙлек диктанты
Тәбиғәт
Ҡояш, һауа, күк йөҙө, яҙ, ҡыш, ел, йәй, көҙ, тәбиғәт, ямғыр, ҡар, яҙғы, ҡышҡы.
Баһалау критерийҙары.
Барыһы 14 балл
Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл
«5» 13 – 14 балл
«4» 10 – 12,5 балл
«3» 7 – 9,5 балл
«2» 0 – 6,5 балл
Контроль диктант
Ҡурай моңо
Ҡайҙандыр ҡурай моңо ишетелә. Моң йөрәктәргә үтеп инә. Ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә, йылғалар ҙа тынған. Ағастар әкрен генә тирбәлеп ойоп ултыра. Урман сәскәләре лә ошо тәьҫиргә бирелгән. Улар хатта тын алыуҙан да туҡтаған кеүек.
Ә һеҙ, балалар, ҡурай моңон тыңлағанығыҙ бармы? (41 һүҙ)
Баһалау критерийҙары.
Барыһы 10 балл
Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл
«5» 9 – 10 балл
«4» 7 – 8,5 балл
«3» 5 – 6,5 балл
«2» 0 – 4,5 балл
© ООО «Знанио»
С вами с 2009 года.