Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра
Оценка 4.8

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Оценка 4.8
Игры
doc
администрации
4 кл
20.01.2017
Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра
Урок-игра предназначена для учащихся детей-башкир, обучающихся в русскоязычной школе. Его можно провести и в начальном звене, и в среднем звене. Этот урок можно провести для систематизации, закрепления, для выявления уровня знаний по башкирскому языку по темам "Имя существительное", "Фонетика", "Глагол", "Прилагательное", "Местоимение" и т.д.ДОКУМЕНТ
Көсһөҙ звено.doc
Тема: ”Көсһөҙ звено” дәрес-уйыны Маҡсат: фонетика, исем, ҡылым, сифат, алмаш темалары буйынса алған белемдәрҙе системаға һалыу, нығытыу, уҡыусыларҙың үҙләштереү кимәлен билдәләү. Йыһазландырыу: ҡағыҙ биттәре, маркерҙар. Уйында ҡатнашыу өсөн башҡорт телен һәйбәт белгән 8 уҡыусы һайлап алына.Үҙҙәре уйындан сығырға тейеш тип иҫәпләгән класташтарының исемдәрен яҙыр өсөн уҡыусыларға ҡағыҙ биттәре һәм маркер таратып бирелә. Парталар ярымтүңәрәк рәүешле урынлаштырылып, уртаға алып барыусының өҫтәле ҡуйыла. 1 тур һорауҙары ( 8 уҡыусы ҡатнаша ) 1. Башҡортостандың дәүләт теле. 2. Башҡортостандың баш ҡалаһы. 3. Башҡортостанда нисә кеше йәшәй ? (4 млн-дан ашыу) 4. Башҡорттарҙың милли эсемлеге. 5. Башҡортостанда нисә төрлө милләт кешеләре йәшәй ? (130- ҙан ашыу) 6. Башҡортостан Республикаһында нисә район бар ? (54) 7. Башҡортостан Республикаһында нисә ҡала бар ? (21) 8. Башҡортостанда тыуып үҫкән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. (М.Гәрәев ) 1 тур аҙағында уйында ҡатнашыусылар иң көсһөҙ сылбыр һайлай. Алып барыусы. Кем бөгөн елгә ҡаршы бара ? Уйын шарттарына кемдең теше үтмәй? Иң көсһөҙ сылбырҙы билдәләргә ваҡыт….Иң көсһөҙ сылбыр….Ни өсөн һеҙ … һайланығыҙ? Һеҙгә хушлашыу һүҙе бирелә. 2 тур һорауҙары ( 7 уҡыусы ҡатнаша) 1. Башҡорт алфавитында нисә хәреф ? 2. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәрен атағыҙ. 3. Ҡалын һуҙынҡылар. 4. Нәҙек һуҙынҡылар. 5. Күплек ялғауҙарын атағыҙ. 6. Башҡорт телендә нисә килеш бар? 7. Кемдең?Нимәнең? ниндәй килеш ялғауы? Алып барыусы. Бөгөн кемдең юлы уңманы? Кем бында килгәндә абынды? Көсһөҙ сылбырҙы билдәләргә ваҡыт. Статистика буйынса иң көслө сылбыр-…, иң көсһөҙө-…. 3 тур һорауҙары ( 6 уҡыусы ҡатнаша ) 1. Сифат дәрәжәләре.( Төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу) 2. Китабым, дәфтәрем һүҙҙәре нисәнсе затта ? 3. Исемдәр ниндәй һорауға яуап була ? 4. Зат алмаштарын атағыҙ. 5. Балыҡ, һыйыр, бесәй, эт һүҙҙәре ниндәй һорауға яуап бирәләр ? 6. Һинең, һеҙҙең алмаштары нисәнсе затта ? Алып барыусы. Бөгөн кем һул аяғы менән торҙо ? Кем балыҡҡа барам тип еләккә китте ? Әлеге ваҡытта иң көсһөҙ сылбыр кем ?... 4 тур һорауҙары ( 5 уҡыусы ҡатнаша ) 1. Килмәне, уҡыманы, һөйләмәй ҡылымдары барлыҡтамы, юҡлыҡтамы ? 2. Ҡылымдың ниндәй замандары бар ? 3. Мәктәп күплектә ниндәй ялғау ҡабул итә ? 4. Кем ул Мостай Кәрим ? 5. Барлыҡтағы ҡылымға миҫал килтер. Алып барыусы. Кемдең белеме мүкләнеп бөткән Һеҙҙең уйығыҙса кем иң көсһөҙ сылбыр ? Тауыш бирәйек. 5 тур һорауҙары ( 4 уҡыусы ҡатнашаша ) 1. Салауат ҡалаһынан аҡҡан йылға. 2. Башҡортостандағы иң ҙур күл. ( Асылыкүл ) 3. Исаак Левитандың картинаһы.(“Алтын көҙ”) 4. Сифаттың һорауы. Алып барыусы. Кемдең төштәре бөгөн боларып торҙо ? Кем был уйындың ниндәй фәндән барғанын онотто ? Иң көсһөҙ сылбырҙы билдәләргә ваҡыт. 6 тур һорауҙары ( 3 уҡыусы ҡатнаша ) 1. Мәктәптә, класта, дәфтәрҙә һүҙҙәре ниндәй килештә? 2. Ниндәй әкиәт беләһең ? 3. Яңғыҙлыҡ исемдәр нисек яҙыла ? Алып барыусы. эскәмйәһендә ? Кем иң көсһөҙ сылбыр ? Бөгөн кемдең урыны запас уйынсылар                                         Финал                                ( 2 уҡыусы ҡатнаша ) 1. Уҡы ҡылымын зат менән үҙгәрт. 2. Һөйлә ҡылымын зат менән үҙгәрт. Алып барыусы. Бына беҙ еңеүсебеҙҙе асыҡланыҡ. Афарин, уҡыусылар! Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ, башҡорт телен белеүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Һеҙгә артабан да уңыштар теләйем! -Уҡыусылар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән фонетика, исем, ҡылым, сифат, алмаш темалары буйынса алған белемдәребеҙҙе тикшереү маҡсатында ”Көсһөҙ звено” дәрес-уйынын үткәрәбеҙ. Уйын 6 турҙан торасаҡ, финалда 2 уҡыусы ҡатнашасаҡ. 2010 йыл Башҡортостаныбыҙҙа Республика йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә “Башҡортостан” темаһына ҡағылышлы һорауҙар ҙа бар. Шулай итеп, дәрес-уйынды хәйерле сәғәттә башлайбыҙ. Уңыштар һеҙгә!

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра

Көсһөҙ звено (Слабое звено)-урок-игра
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
20.01.2017