Рабочая программа по родной(башкирской) литература
Оценка 4.6

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Оценка 4.6
Образовательные программы
docx
чтение
1 кл—4 кл
06.11.2018
Рабочая программа по родной(башкирской) литература
подробная рабочая программа для начального класса по родной литературе. По программе 1 час в неделю, всего 34 урока в год. Авторы рабочей программы: Муртазина Ф.Ф., Нафикова З.Г.. Используемые пособие: "Башкирский язык" для учащихся-башкир 1 -4 класса школ с русским языком обучения.
раб.программа род.лит.1-4 кл.docx
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башланғыс кластар өсөн туған әҙәбтәттән эш программаһы түбәндәге норматив һәм хоҡуҡи документтар нигеҙендә төҙөлдө: 1. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273­ФЗ; 2. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы 12 март 2014 йыл N 1807­I ( 24 июль 1998 й, 11 декабрь 2002 й. үҙгәртелгән) 3. Рәсәй Федерацияһы мәғариф Министрлығы тарафынан 06.10.2009 й. раҫланған “Рәсәй Федерацияһының   башланғыс   дөйөм   белем   биреү   Федераль   дәүләт   белем   биреү стандарттары” (Приказ РФ №373 от 06.10. 2009); Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының “Рәсәй Федерацияһының башланғыс дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем   биреү   стандарттарына   үҙгәреш   индереү”   тураһындағы   бойороғо   (   26.11.2010   РФ бойороғо №1241, 22.09.2011й. № 2357) 4. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән 05.08.2013 № 661 " федераль дәүләт белем биреү стандартын раҫлау һәм үҙгәрештәр индереү тураһында эшләү ҡағиҙәләрен раҫлау "; 5. Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының 2016 йылдың 3 мартындағы № 08­334 “ Рәсәй мәғариф һәм фән Министрлығының 2015 йылдың 31 декабрендәге № 1576 бойроғо “ Башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт белем биреү стандарттарына үҙгәрештәр индереү тураһында , 2009 йылдың 6 октябрендә № 373 Рәсәй Федерацияһы мәғариф   Министрлығының   бойороғо   менән   раҫланған   (   Рәсәйҙең   Юстиция Министрлығында 2016 йылдың 2 февралендә № 40936 теркәлгән )”” хаты ; 6. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696­3; 7. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы 28 март 2014 йыл № 216­3; 8.  Башҡортостан   Республикаһында   Милли   мәғарифты   үҫтереү   концепцияһы   31.12.2009 йыл №УП­730; 9. Шөңгәккүл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уставы; 10. Дмитриевка ауылының төп  дөйөм белем биреү мәктәбенең муниципаль бюджет    төп дөйөм белем биреү учреждениеһының башланғыс  төп дөйөм белем биреү программаһы; 11.  Уҡытыу   рус   телендә   алып   барылған   дөйөм   белем   биреү   ойошмаларының  1­4­се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары (авт.төҙ. : З.Ғ. Нафиҡова). ­  Өфө: Китап, 2017 й. 12. Башҡорт теле : уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1­се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. / З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф. Мортазина. – Өфө: Китап, 2017 й. Башҡорт   теле   :   уҡытыу   рус   телендә   алып   барылған   дөйөм   белем   биреү ойошмаларының  2­се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. / З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф. Мортазина. – Өфө: Китап, 2017 й                     Башҡорт   теле   :   уҡытыу   рус   телендә   алып   барылған   дөйөм   белем   биреү ойошмаларының  3­сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. / З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф. Мортазина. – Өфө: Китап, 2017 й                     Башҡорт   теле   :   уҡытыу   рус   телендә   алып   барылған   дөйөм   белем   биреү ойошмаларының  4­се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы. / З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф. Мортазина. – Өфө: Китап, 2017 й I. Туған (башҡорт) тел предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре. Башланғыс мәктәптең беренсе класында тәү башлап башҡорт телмәрен тыңларға, ишетергә,һөйләргә һәм уҡырға, яҙырға өйрәтеү; башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау, әхлаҡи тәрбиә биреү уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.Башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге маҡсаттарҙы ҡуя: ­ тыңлау( ишетеү), һөйләү, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләренә эйә булыу; ­лексика,   фонетика,   грамматика,   синтаксис   өлкәһендә   башланғыс   тел   төшөнсәләрен, күренештәрен, ҡанундарын үҙләштереү; ­башҡорт телендә­республиканың дәүләт телендә­аралашырға, үҙ­ара мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү; ­башҡорт теле аша халыҡтың мәҙәниәтен (ғөрөф­ғәҙәттәрен, йолаларын, ауыҙ­тел ижадын) өйрәнеү һәм үҙләштереү; Яңы   быуын  стандарттарының   талаптарына   ярашлы,   бала,   башҡорт   теле   буйынса   белем алыу менән бер рәттән, уңышлы уҡыусы һәм социаль йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе   туплаған   эшмәкәр   кеше   сифаттарына   эйә   булған   шәхес   итеп   тәрбиәләнергә тейеш. 1­се класс Шәхси һөҙөмтәләр: ­уҡыу   процесында   белем   алыуға   яуаплы   ҡарарға;   тиҫтерҙәре,   уҡытыусыға   ҡарата ихтирамлы булырға; ­мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға; ­Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыуса булырға; ­Һау­сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә; ­туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белә башлауы; Предмет һөҙөмтәләр: ­уҡытыусыға, класташына, өлкәндәргә үтенес менән өндәшергә; ­уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырырға, анализларға һәм һығымта яһарға; ­аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға, яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә, үҙеңдекен — яҡларға; диалог, монолог ҡора белергә; ­мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға; ­мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға; ­парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә; эште планлаштырырға, уны тормошҡа ашырырға,үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау;  Метапредмет һөҙөмтәләре: ­уҡыу мәсьәһен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү; ­маҡсатына,   мәғәнәһенә   тап   килтереп,   аралашыуҙың   төрлө   ситуатив   шаррарын   һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү; ­аралашыу  өсөн тейешле  һүҙҙәрҙе табып,  уларҙы  һөйләм  итеп  төҙөй,  һорау  бирә,  үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү; ­үҙенең   уй­фекерен   әңгәмәсеһенә   тулыһынса   еткерә   белергә   тырышыу   һәләтенең формалаша башлауы 2­се класс  Шәхси һөҙөмтәләр: ­ бала үҙен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес итеп үҫергә тырыша; ­ телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә; ­ башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә; ­ тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға, ата­әсәһенә ҡарата ихтирамлы булырға өйрәнә; ­ Тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға икәнлеген аңлай; Предмет һөҙөмтәләр: ­ башҡорт телендә әйтелгәнде тыңлап аңлай; ­ телмәр этикетын һаҡлап һаулыҡ һораша, хушлаша, ғәфү итенә, рәхмәт әйтә белә; ­ тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә­эҙлекле үтәй. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәй; ­ башҡортсанан рус теленә йәки, киреһенсә, рус теленән башҡорт теленә тәржемә итә ала;  Метапредмет һөҙөмтәләре: ­ үҙ аллы уҡырға, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырырға: ­   белемде,   мәғлүмәтте   эҙләү   күнекмәләре   булдырырға   (һорау,   белешеү,   мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш һ. б.);  ­ тикшеренеү­эҙләнеү эшен планлаштырырға; ­  парлап, төркөмләп, команда менән эшләргә; ­ алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәргә; ­ билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ. б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәргә; ­ диалог ҡорорға, уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға; ­   мәҙәниле   аралашыу   этикетына   өйрәнергә:   әңгәмәсене   тыңлай,   хуплай   белергә, аңламағаныңды   итәғәтле   итеп   һорашырға,   яуап   алырға   һәм   рәхмәтеңде   белдерергә;   үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткерергә, уны яҡлай белергә. 3 –сө класс 1. Шәхси  һөҙөмтәләр: ­ бала үҙен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес итеп үҫергә тырыша; ­ телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә; ­ башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә; ­үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; ­тиҫтерҙәреңә,   уҡытыусыларыңа,   ата­әсәгә,   мәктәп   хеҙмәткәрҙәренә   ҡарата   ихтирамлы булырға; ­мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға; ­Тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға;һаулыҡты нығытырға; ­ҡунаҡта,   кинола   йәки   экскурсия   һәм   башҡа   йәмәғәт   урындарында   әҙәпле   булырға, файҙалы ял итергә; ­кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә; Предмет һөҙөмтәләре: ­ үҙ­ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү; ­ төрлө телмә эшмәкәрлегендә үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау; ­ тексты төрҙәре  айыра белә ­ тексҡа план төҙөү, план буйынса уның йөкмәткеһен һөйләй белә  ­сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә;  ­ башҡортсанан рус теленә йәки, киреһенсә, рус теленән башҡорт теленә тәржемә итә ала;  Метапредмет һөҙөмтәләре: ­ үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә; ­ дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес   һуҙымында   күҙ   уңында   тоторға   (   һәм   тормошҡа   ашырырға,   эште   дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға; ­ эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә; ­ тиҫтерҙәрең һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә; ­ эшләгән эшеңде дөрөҫ баһаларға, кәрәк икән, төҙәтмәләр индерергә. 4­се класс  Шәхси һөҙөмтәләр: ­ бала үҙен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес итеп үҫергә тырыша; ­ телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә; ­ башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә; ­үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарарға; ­мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға; ­һаулыҡты һаҡларға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға; ­Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белергә, уларҙы һаҡларға, халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнергә, таратырға. Предмет һөҙөмтәләр: ­   инша   ижад   итергә,   тирә­яҡтағы   күренештәрҙе   һүрәтләп,   хәл­ваҡиғалар   эҙмә­эҙ   бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белергә;  ­ үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә; ­ дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес   һуҙымында   күҙ   уңында   тоторға   (   һәм   тормошҡа   ашырырға,   эште   дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға; ­ эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә; ­ тиҫтерҙәрең һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә; ­ эшләгән эшеңде дөрөҫ баһаларға, кәрәк икән, төҙәтмәләр индерергә Метапредмет һөҙөмтәләр: ­уҡыу   процесына   яуаплы   ҡарарға,   маҡсат   ҡуя,   эште   планлаштыра   белергә,   уҡыу мәсьәләләрен сисә белергә; ­теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт тупларға, эҙләнеү эше альш барырға, уның буйынса презентация эшләй белергә; ­мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына әйә булырға, үҙ итергә, әңгәмәсенең уй­тойғоларын аңларға тырышырға, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белергә; ­билдәле   кимәлдә   башҡорт   теленең   лексик­фразеологик   минимумын   үҙләштерергә   һәм телмәрҙә ҡуллана белергә. II. Уҡытыу программаһының йөкмәткеһе Танышыу.(1 с.) Һаумыһығыҙ! Хәлдәр нисек?  Минең мәктәбем. (6 с.) Яңы уҡыу йылы менән!. Бөгөн кем дежур? Мәктәптә,  класта нимә бар?. Уҡыу   кәрәк­яраҡтары. Миңә нимә кәрәк?. Һанайыҡ әле?.   Һиңә нисә йәш?. Аҙна көндәре. Дәрестәр теҙмәһе. Дәрестә, тәнәфестә/ Минең республикам.  (3 с.)Мин Башҡортостанда йәшәйем. Мин ҡалала, ауылда йәшәйем Мин   һәм   минең   ғаиләм.   (9   с.)  Беҙҙең     ­   татыу   ғаилә.  Тән   өлөштәре.   Дауаханала. Дарыуханала. Таҙалыҡ – беҙҙең һаулыҡ. Аҙыҡ­түлек. Емеш­еләк, йәшелсәләр. Иртәнге, төшкө аш.Аҙыҡ­ түлек магазинында. Күлдәгең матур икән?. Магазинда нимәләр һатыла? Мин   һәм   минең   дуҫтарым.     (4   c.)Минең   дуҫым.   Йорт   хайуандары   һәм   ҡоштары. Байрамдар.  Инша. Әсәкәйем – матурым.   Мине уратып алған донъя. (9 с.)  Беҙҙең фатир. Минең бүлмәм. Светофор тора юлда. Ҡала урамында. Беҙҙең өй. Йорт алды. Һауа торошо. Көн ниндәй? Яратҡан миҙгелем – ҡыш.Яҙ килә. Баҡсалағы эштәр. Йәмле йәй. Урманда. Ялан үҫемлектәре. Ҡырағай ҡоштар һәм йәнлектәр. 3 класс                               Танышыу (2 сәғ.) Таныш булығыҙ! Хәлдәр нисек? Ҡайҙа йәшәйһең ?.  Һин ҡайҙан?   Минең мәктәбем (5 сәғ.)  Белем   байрамы.     Беҙҙең  класс.  Аҙнала   нисә   көн?     Мәктәп хәтирәләре. Башҡорт теле дәресендә. Хәйләкәр һандар. Кем физкультура ярата?  Ҡайсы йырлай. Рәсем төшөрәбеҙ. Музыка донъяһында   Минең республикам   Башҡортостаным – илем.  Гүзәл баш ҡалам. Өфөлә экскурсияла. Дуҫлыҡ   монументы.   Салауат   Юлаев   һәйкәле.   Тыуған   яҡты   өйрәнеү   музейы.   Өфөлә транспорт  төрҙәре.   Өфө урамдары буйлап.  Йәйәү йөрөү файҙалымы?. Сәйәхәт ниндәй була?  Инша. Башҡортостан – бай яҡ.  Мәскәү – Рәсәйҙең баш ҡалаһы. Диңгеҙҙә ял итеү хыялы.  Мин һәм минең ғаиләм ( 4сәғ) Олатайым, өләсәйем кәңәше. Олоно оло ит, кесене кесе ит. Минең шәжәрәм.  Ғаилә байрамы. Атайыма, әсәйемә ярҙам итәм. Спорт һәм мин. Ялым күңелле үтә. Мин һәм минең дуҫтарым (6 сәғ.) Тыуған көн. Байрамға әҙерлек. Үҙеңде нисек тоторға? Әҙәп ҡағиҙәләре.Минең дуҫтарым.  Дуҫым компьютер.  Ысын дуҫ ниндәй була?  Атайҙар, әсәйҙәр байрамы. Мине уратып алған донъя (7 сәғ.) Нимә ул тәбиғәт?  Тауҙар, йылғалар, күлдәр илендә Йәйге йәмле болонда. Йәшел аптека. Ат кешенең дуҫы. Ҡымыҙ – файҙалы эсемлек. Йәйге хәтирәләр. Көҙгө байлыҡ. Беҙҙең яҡта ҡыш. Яҙғы байрамдар. 4 класс                           Танышыу (2 сәғ.)  Хәйерле көн. Яҡшы һүҙ матурлай донъяны.    Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек.  Минең мәктәбем (5 сәғ.) Мәктәп – белем усағы. Китапханала. Мәктәп ашханаһы. Сәғәт нисә?.   Мәктәп алды майҙансығы.  Мәктәп баҡсаһы. Ялғанлыҡ алға алып бармай. Инша. Минең мәктәбем.  Минең республикам Нимә ул – Ватан?.  Беҙ үҙебеҙ башҡорттар. Башҡорт йыры, бейеүе, балы, ҡымыҙы. Моңло ҡурай, серле ҡурай.  Телең барҙа – илең бар. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Шүлгәнташ   мәмерйәһе.  Башҡортостан   күлдәре.  Гүзәл   Дим   йылғаһы.  Башҡортостан тауҙары. Башҡортостан ҡалалары. Мин һәм минең ғаиләм ( 4сәғ) Үҙем тураһында. Исемең матур. Кем ҡушҡан? Шәжәрәңде беләһеңме?.   Олотайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе. Спортты яратаһыңмы?  Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Мин һәм минең дуҫтарым (6 сәғ.)  Тыуған көнөң менән!  Батырҙар ниндәй була? Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә. Ниндәй музыка тыңлайһың? Ниндәй театрҙа булдың? Музейҙа булғаның бармы? «Минең дуҫтарым»  проект эше Мине уратып алған донъя (7 сәғ.)  Тәбиғәт – үҙ йортобоҙ. Алтын көҙҙө яратам.  Ҡарҙар шығырлай табанда.  Ҡарҙар ирей, һыу таша.  Ауылда   һабантуй. Ниндәй газета­журналдар уҡыйһың? Почтала. Поликлиникала Тематик планлаштырыу III.                                    Бүлек            Класс Телмәр үҫтереү. Телдән әҙерлек осоро Әлифба осоро. Уҡыу, телмәр үҫтереү Әлифба аҙағы осорою Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе комплекслы үҫтереү Бөтәһе:      1 15 9 6 30                    Бүлек                       Класс 2 3 4 Танышыу Минең мәктәбем Минең республикам   Мин һәм минең ғаиләм Мин һәм минең дуҫтарым Мине уратып алған донъя Бөтәһе: 1 6 3 9 4 9 32 2 5 8 4 6 7 32 2 5 8 4 6 7 32

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература

Рабочая программа по родной(башкирской) литература
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
06.11.2018