Разработка урока по башкирскому языку по теме: Д. Әхиәрова «Орджоникидзе районы».
Оценка 4.7

Разработка урока по башкирскому языку по теме: Д. Әхиәрова «Орджоникидзе районы».

Оценка 4.7
doc
04.10.2021
Разработка урока по башкирскому языку по теме: Д. Әхиәрова «Орджоникидзе районы».
Тема Д.Әхиәрова «Орджоникидзе районы»..doc

Класс: 8

Тема: Д.Әхиәрова «Орджоникидзе районы».

Дәрестең маҡсаттары: 1) Өфө ҡалаһының күренекле урындары менән танышыуҙы дауам итеү. Алмаш темаһын системалаштырыу; 2) һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү; 3) Башҡортостандағы күренекле урындарға һөйөү уятыу;

Йыһазландырыу: Видеофильм, слайдтар, таратма материалдар.

Дәрес барышы I.Ойоштороу мәле.

-       һаулыҡ һорашыу;

-       дежур уҡыусының отчеты;

II.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, өй эшен тикшереү.

136-сы күнегеү, 67-се бит. Бирелгән һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөп яҙырға.

-ҡайһы мәҡәлдә алмаштар ҡулланыла?

Фонетик күнегеү, (уҡып ишеттереү, уҡытыу,тәржемә)

Өфө, Өфө!

Мәңге ул йәш ҡала,

Башҡортостаныма - йондоҙ,

Нурлы баш ҡала.

(С. Әлибай)

Был шигыр юлдарында һүҙ нимә тураһында бара?

Өфө ниндәй ҡала ул?

III. Яңы тема:

1. Эйе, уҡыусылар беҙ бөгөн дә һеҙҙең менән Башҡортостаныбыҙҙың күренекле урындарына сәйәхәт итеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ.

Бөгөнгө дәрестә беҙ баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районына байҡау яһаясаҡбыҙ.

һүҙлек диктанты:

Баш ҡала, Өфө ҡалаһы, ҡала халҡы, ҡала баҡсаһы, “Ләлә” мәсете, Еңеү паркы, музей, нефть, химия, һәйкәл, Ағиҙел йылғаһы, театр.

-бер укыусы таҡтала, ә ҡалгандары урындарында эшләй;

-тәржемә итеү;

-һөйләмдәр төҙөү;

һүҙлек эше:

Ҡасаба - поселок

Ғорурлығыбыҙ - наша гордость

һуғыш яугирҙары - воинские герои

һомайғош - священная птица, приносящая счастье

Тыныслыҡ - мир, спокойствие

Вәғәҙә - клятва

Тарих - история

Баҫыу - поле

Иген - урожай

- һүҙҙәрҙе слайдта күрһәтеү, уҡыу тәржемә итеү, һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙҙыртыу.

121-се күнегеү, 61-се бит.

-Тексты уҡыу;

-сылбырлап уҡытыу;

-«Кем иғтибарлы» уйыны. (Уҡытыусы уҡый башлай, ә уҡыусылар текстан табып дауам итә)

-тәржемә итеү;

-текст буйынса һорауҙар төҙөү;

-һорауҙарға яуаптар биреү;

-тексттан алмаштарҙы табыу;

Ял минуты. Тиҙәйткес.

Бууәнд менән бүҙәнә

Бүрәнәгә баҫты бүҙәнә,

Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.

Ғ эйеп бүҙәнәлә лә бар,

Бүрәнәлә лә бар.

Өфө (111-се бит, методик ҡулланма)

-аудирование;

-һорауҙарға яуаптар;

Өфө.

Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы. Уның урамдары киң,оҙон һәм матур. Беҙҙең райондан Өфөгә поезд, самолет һәм пароход менән барып була. Күп ерҙәрҙән бында автобус менән киләләр. Өфөлә төрлө заводтар һәм фабрикалар күп. Бындағы кинотеатрҙарҙа халыҡ күп була. Өфөнө ике яҡлап уратып, Ағиҙел йылғаһы аға. Өфө эргәһендә Ағиҙелгә Ҡариҙел һәм Дим йылғалары ҡоя. Унда Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйылған.

V.      Дәресте нығытыу.

1.       Уҡыусыларҙың дәрестә алған белемдәрен анализлау. Үткән дәрестәрҙе йомғаҡлап һорауҙар биреү.

1. Өфө калаһы ниндәй йылга буйында урынлашҡан?

а)  Ағиҙел

б)  һаҡмар

в)   Дим

2.      Өфө ҡалаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалынган?

а)  1557

б)  1574

в)  1773

 

3.      Черниковск касабаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалына?

а)  1887

б)   1945

в)   1931

4.      Өфө менән Черниковскийҙы нисәнсе йылда бергә ҡушалар?

а)  1956

б)  1980

в)   1931

2. Видеофильм ҡарау.

VI.      Баһалау.

 

VII.         Өй эше биреү.

-         «3» - Яңы һүҙҙәрҙе ятларға

-         «4» - Өфө буйынса ҡыҫҡа ғына сығыш.

-         «5» - Презентация яһау



Скачано с www.znanio.ru

Класс: 8 Тема: Д. Ә хиәрова «Орджоникидзе районы»

Класс: 8 Тема: Д. Ә хиәрова «Орджоникидзе районы»

III. Яңы тема: 1. Эйе, уҡыусылар беҙ бөгөн дә һеҙҙең менән

III. Яңы тема: 1. Эйе, уҡыусылар беҙ бөгөн дә һеҙҙең менән

Тексты уҡыу; -сылбырлап уҡытыу; -«Кем иғтибарлы» уйыны

Тексты уҡыу; -сылбырлап уҡытыу; -«Кем иғтибарлы» уйыны

Дим йылғалары ҡоя. Унда Салауат

Дим йылғалары ҡоя. Унда Салауат

V. Өй эше биреү

V. Өй эше биреү
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
04.10.2021