Рус мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәттән диагностика һорауҙары
1. Шиғырҙың исемен, авторын билдәлә.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…
2. Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһең?
3. 3 сәсәндең исемен яҙығыҙ.
4. Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?
5. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:
…”Әсәй, иртәгә атайымды эҙләргә китәм, миңә юл кәрәк-яраҡтарын әҙерлә. Бик күп бит инде сығып киткәненә, һаман юҡ”, - тигән һүҙҙәрен ишеткән.
6. Беҙҙең республикала балалар өсөн ниндәй гәзит-журналдар баҫыла?
Туған әҙәбиәттән яуаптар
1. дөрөҫ яуапҡа – 1 балл. (З. Биишева “Башҡорт теле”) (2 б.)
2. дөрөҫ яуапҡа – 1 балл. “Урал батыр”, “Алдар менән Шайтан”, “Ҡамыр батыр” ( 3 б.)
3. дөрөҫ яуапҡа – 1 балл. Һабрау, Ҡобағош сәсән, Байыҡ сәсән (3 б.)
4. дөрөҫ яуапҡа – 1 балл. Р. Бикбаев “Салауат ҡылысы”,Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”, С. Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”, М. Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (4 б.)
5. Башҡорт халыҡ әкиәте “Яҡшы һүҙ-йән аҙығы”(1 б.)
6. дөрөҫ яуапҡа – 1 балл. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите (3 б.)
Барыһы 16 балл
Дөйөм балалар 42 балл туплай алалар.
«5» - 35 балл һәм юғары
«4» - 25 – 34 балл
«3» - 15 – 24 балл
«2» - 14 – 0 балл
Төҙөүсе: И.Х. Хужиахметов
Материалы на данной страницы взяты из открытых источников либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.