Рус мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн
туған (башҡорт) телдән диагностика һорауҙары
1.Бирелгән исемдәрҙе килеш менән үҙгәртегеҙ:
Мәктәп, ҡәләм, малай.
2. Болоттарҙың һүҙендә ниндәй ялғау бар?
3. Емеш хатта әлеге урын-ер йыйылған һандыҡтың артына уҡ инеп тын да алмай шымып торҙо (3. Биишева). Билдәләнгән һүҙҙең килешен билдәләгеҙ.
4. Түбәндәге сифаттарҙы дәрәжәләр менән үҙгәрт: йылы, һары.
5. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлат:
- кәкре ҡайынға терәтеү
- түбәһе күккә тейгән
- балтаһы һыуға төшкән
6. Ятла, һөйлә ҡылымдарын берлек һәм күплек заттары менән үҙгәрт.
Туған (башҡорт) теленән яуаптар
1. дөрөҫ яуапҡа – 0,5 балл. (9 б.)
2. дөрөҫ яуапҡа – 0,5 балл. Күплек ялғауы һәм килеш ялғауы; (1 б.)
3. эйәлек килеш (1 б.)
4. Йылы – йылымса – йылыраҡ – ныҡ йылы
Һары – һарғылт – һарыраҡ – һап-һары
дөрөҫ яуапҡа – 0,5 балл ( 6б.)
5. Алдау, шатланыу, ҡайғырыу
дөрөҫ яуапҡа – 1 балл (3 б.)
6. дөрөҫ яуапҡа – 0,5 балл. ( 6 б.)
Барыһы 26 балл
Төҙөүсе: И.Х. Хужиахметов
Скачано с www.znanio.ru
Материалы на данной страницы взяты из открытых источников либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.