ТЕЛМӘР ҮҪТЕРЕҮҘӘ УЙЫН ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ
Уйындар – кешелектең бай мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Бала донъяға килеү менән уны әүрәтеү, тәрбиәләү, зиһенен үҫтереү, сыныҡтырыу, йәшәгән мөхитенә күнектереү маҡсатында уға уйынсыҡтар һәм уйындар тәҡдим ителә. Һәр халыҡ ҡабатланмаҫ хазина булған кеүек, уның милли ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүсе, донъяны ҡабул итеүгә булышлыҡ итеүсе, йолаларға һәм көнитмешкә бәйле уйындары ла үҙенсәлекле.
Һәр милләттә балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын алып тора. Уйын балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Күмәкләп уйнағанда балалар уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, күңелдәрендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.
Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын кешенең күңел асыу, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә. Баланы рухи донъяны ҡәнәғәтләндереү, күңелен күреү, эске көсөргәнешлекте сисеү, һәм шулай уҡ оҫталыҡты һәм етеҙлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек ул уйын.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары бик ҙур урын алып тора. Был проблеманың актуаллеге шунда: беренсенән, нисек тә булһа мәктәпкәсә йәштәге балаларға телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы кәметмәү, икенсенән, уның телмәрен тейешле кимәлдә үҫтереү. Милли халыҡ уйындары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең һәләтен, уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра. Икенсенән, милли халыҡ балалар уйындарын мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ғына уйнала, сөнки, хәҙер балалар күберәк интернетта, компьютерҙа уйындар уйнайҙар. Ә был үҙ сиратында баланың яңғыҙ ҡалыуы, үҙ-үҙенә бикләнеүе, кеше менән аралашып бармаусан булып үҫеүе мөмкин.
Уйын – йәнле телмәрҙе, туған телде өйрeтеүҙе камиллаштырыуҙың иң үтемле hәм әheмиәтле сараhы. Бигерeк тә, йөнле телмәргә бай уйындар туған телендә иркен hөйләшә алмаған башҡорт балаларын әсә теленә өйрәтеүҙә яҡшы hөҙөмтә бирә.
Уҡыусы йәнле телмәрле уйындар менән ни тиклем иртәрәк танышhа, уның hүҙ байлығы тиҙерәк арта, бәйләнешле телмәр күнекмәләре үҫә, әсә телендә hөйләшеү, аралашыу даирәhе киңәйә. Уйын ваҡытында мәҡәл-әйтемдәр, тиҙәйткестәр, hынамыштар, табышмаҡтар ҙа әүҙем ҡулланыла. Был иhә йәнле hөйләү телен үҫтерә, баланың фекерләү hәләтен әүҙемләштерә.
Йәнле hөйләү теленә бай уйындар тәрбиә сараhы булараҡ та отошло, сөнки был уйындар барышында күмәклек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, бер-береңә ярҙамлашыу, шәфҡәтлелек кеүек матур сифаттар ҙа шулай уҡ уҡыусы күңелендә туған телде, халҡыбыҙҙың үткәнен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итеү тәрбиәләнә.
Балалар баҡсаһында халыҡ уйындары өлгөләрен ҡулланыу үрҙә аталған проблемаларҙы хәл итеүҙә бик уңышлы аҙым ул. Балалар уйындарындағы эштәргә мөрәжәғәт итеү тәрбиәсегә бик ныҡ ярҙам итә, сөнки улар бөтә төркөм балаларын да йәнле телмәр эшмәкәрлегенә йәлеп итә һәм улар дөйөм тәрбиә эшендә ҡатнаша.
Балаларҙың телмәрен тәрбиәләүҙә башҡорт халыҡ уйындарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Милли халыҡ уйындары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки уйын аша бала үҙенең һәләтен, уйлау һәләтен, аралашыу мөмкинлеген камиллаштыра. Икенсенән, милли халыҡ балалар уйындарын мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ғына уйнала, сөнки хәҙер балалар күберәк интернетта, компьютерҙа уйындар уйнайҙар. Ә был үҙ сиратында баланың яңғыҙ ҡалыуы, үҙ-үҙенә бикләнеүе, кеше менән аралашып бармаусан булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Өсөнсөнән, донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тархын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың
быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популярлаштырыуҙан башланып китергә тейеш.
Башҡорт халыҡ уйындары педагогика, дидактика фәндәре менән дә тығыҙ бәйле. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың аң-даирәләрен киңәйтеп, телгә һөйөү, уны өйрәнергә ынтылыш тәрбиәләү,һөйләгән саҡта һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекере аңлайышлы, күңелдәге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, ижади эшләү барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – һәр тәрбиәсе алдында торған бурыстар. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе –уйындар. Тәрбиә эшендә һайлап алынған уйындар балалар менән эшмәкәрлекте мауыҡтырғыс, отошло итә, уларҙың телмәрен яҡшыртып, шәхес булараҡ үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, телмәрҙәрен нығыталар. Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.
Халыҡ уйындары балаларҙың уйлау, фекерләү, эҙләнеү һәләттәрен асырға ҙур мөмкинлек бирә. Тик был эштәрҙе системалы эшләгәндә генә, тәрбәсе оло маҡсаттарға ирешә ала.
Халыҡ ижадының уйын жанры төрлө таҡмаҡ, таҡмаза, әйтешмәк кеүек йыр жанрҙары шулай уҡ һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы материалдарҙан тора. Уйындарҙа таҡмаҡтарҙың һәм башҡа йыр жанрҙарының ритмик төҙөлөшө, интонацияһы балаларға телмәрҙе биҙәү мөмкинселектәрен аса, телдең лексик-грамматик үҙенсәлектәре асыҡлана бара. Уҡыусыларҙың фонематик ишетеү һәләте лә үҫешә, улар телмәр мелодикаһын үҙләштерә. Баланың тыуған телен тәүҙә һиҙемләү унан ритмик-
интонацион яҡтан төҙөк һөйләмдәр ярҙамында үҙ уй-кисерештәрен әйтеп биреү оҫталығы формалаша.
Балалар баҡсаһында төрлө халыҡ уйындары ярҙамында балаларҙың телмәрен нығытырға мөмкин.
1. Һүҙ байлығын үҫтереү уйындары.
Мәҫәлән, “Төҫтәр” уйыны. Уйындыа төҫтәрҙе айыра белергә өйрәтеү, бәйләнешле телмәр күнекмәләре булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Уйын барышында балаларға ашъяулыҡ, алъяпҡыс, ҡулъяулыҡ һәм башҡа предметтар һүрәтләнгән ҡапсыҡлар таратыла. Тәрбиәсе уларҙы алдан әҙерләнгән төрлө төҫтәге сәскә һүрәттәре менән биҙәй, һәр бала үҙенә оҡшаған сәскәнең төҫөн әйтә (ҡыҙыл, һары һ.б.).
Ҡулъяулыҡ сиктем, сиктем
Сәскәләрҙең төрлөһөн
Ҡайһылары оҡшай һиңә
Әйт шул сәскәнең төҫөн.
(Шиғырҙарҙы тәрбиәсе менән бергә ҡабатлайҙар. Тәрбиәсе шиғырҙы башта тәржемә итә).
Шулай уҡ ошо маҡсатта "Ямғыр — йәшен", "Осто-осто" уйындарын ҡулланырға мөмкин.
Телмәр уйындары иҫәбенә "Баҡсала" уйынын тәҡдим итергә була. (Төрлө йәшелсә, емеш исемдәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы айырым кәрзинкәләргә тултырыу) һ.б.
«Баҫҡыс» уйыны уҡыусының һүҙ байлығын арттырыуҙа ныҡ ярҙам итә. Әйтәйек, беренсе хәрефе «У» булған һүҙҙәр уйлап әйтергә кәрәк. Ҡабатланмаған, яңы һүҙҙәр әйтеүсе уҡыусы еңеүсе була.
У – ….
Бурыстарҙы үтәп яуаптың дөрөҫлөгө тикшерелә һәм һөҙөмтә бәйләнешле генә уйын маҡсатҡа ярашлы була.
“Кем күберәк һүҙ белә?” уйыны. Уйнаусыларҙың береһе күберәк хәрефтән торған бер һүҙ әйтә (мәҫәлән, ҡулъяулыҡ). Бөтә уйынсылар ҙа, ошо
һүҙҙә булған хәрефтәрҙе файҙаланып, мөмкин тиклем күберәк яңы исемдәр уйлап яҙалар (мәҫәлән, ҡул, яулыҡ, ул, яу һ. б.). Билдәле ваҡыт эсендә кем күберәк һүҙ әйтеп өлгөрә, шул еңеүсе була.
Һөйләү телмәрен үҫтереү уйындары балаларҙың һөйләшеү һәләтен тәрбиәләй.
1. “Уҙаматашыу” (Уҙаҡлашыу). Күмәк уйында уйнаусылар мотлаҡ рәүештә ике тигеҙ төркөмгә бүленеп уйнаған уйындар киң таралған. Ә нисек тигеҙ бүленергә? Уйындарҙа бер тәртип булдырылған, ул «уҙаманлашыу» тип ата ла.
Уйнаусылар араһынан иң һәләтле, иң ихтирам ителгән ике етеҙ кеше ҡушлашып, уҙаман булып: торалар. Парлашып уйынға ҡатнашыусылар килә, килер алдынан шым ғына бер-береһенә исем ҡушалар (кемгә исем нисек ҡушылыуын уҙамандар белмәй).
— Әссәләмәғәләйкүм, уҙамандар кем?
— Беҙ.
— Һеҙ булһағыҙ һайлағыҙ: ай кәрәкме, ҡояшмы?
— Ҡояш (айы икенсе, һорамаған уҙаманға ҡала).
Шул рәүешсә артабан дауам итә: «Шөшлөмә, сөймә?», «Алмамы, хөрмәме?», «Өймө, ҡыуышмы?»
Уҙаманлашып икегә айырылғас, уйынды башлаусылар, йәғни «бәхетле төркөм»дө асыҡлау моменты башлана. Уны асыҡлағанда «бау тотоу», «таяҡ тотоу», «таш сөйөү» тәртиптәре башҡарыла. Мәҫәлән, «таш сөйөү» тәртибе — таштың бер яғына төкөрөп:
— Май кәрәкме, таш кәрәкме? — тип һорай.
— Май (төкөргән яғы була инде). Туры әйткән уҙамандың командаһы уйынды башлай.
2. Әйтеш уйыны. Балалар ҡара-ҡаршы әйтешеп уйнай:
— Һике аҫтында май ҡайҙа?
— Сысҡан ашаған.
— Сысҡан ҡайҙа?
– Һалам: аҫтында.
— Һалам ҡайҙа?
— Үгеҙ ашаған.
— Үгеҙ ҡайҙа?
— Һаҙға батҡан.
3. «Бер хәреф уйыны». Һәр бала үҙенә бер хәреф һайлап ала, шул хәрефтән торған һүҙҙәр менән һорауҙар әҙерләй. Беренсе бала икенсеһенә һорауҙар бирә.
Балалар баҡсаһында ролле уйындар бик ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, “Күрәҙә” тигән халыҡ уйыны һөйләү телмәре үҫтереү күнегеүе булараҡ файҙаланылырға мөмкин. Балалар түңәрәккә теҙелә. Тәрбиәсе был осраҡта күрәҙәсе ролендә. Ул балаларға түбәндәге мәҡәлдәрҙе тәҡдим итә. Балалар мәҡәлдәрҙәге төп һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә ярашлы телмәр әйтеп ишеттерергә тейеш:
1) Буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур (матур, һылыу, гүзәл, сибәр);
2) Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй (ҡыйыу, тәүәккәл, ҡуш йөрәкле, ғәйрәтле);
3) Ҡурҡаҡ менән юлдаш булма,
Ғалимә Розалия Солтангәрәева яҙыуынса, « уйындарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө – йыр, таҡмаҡ, әйтеш, мифик нигеҙҙә тыуған кңренештәрҙең сәнғәти ҡоршауы ул” [4, 9]. Ысынлап та, боронғо уйындарҙың төп нигеҙен тотороҡло булған бейеүҙәр, көйҙәр, йырҙар тәшкил итә. Тәбиғәт ҡосағында үткәрелгән төрлө йолаларҙа, айырыуса, йола байрамдарында көй-йыр, таҡмаҡтар уларҙың булмышын билдәләп, күңелле кәйеф ойоштороуҙа төп нигеҙ булған.
Башҡорт халыҡ уйындарына хас бындай үҙенсәлектәрҙе балалар менән тәрбиә эше алып барғанда уңышлы файҙаланып була тигән фекергә килдем. Балалар менән ял сәғәттәрендә йыр-моң, көйгә нигеҙләнгән уйындар уларҙың физик активлығы менән бергә телмәрҙәрен үҫтереү һәм байытыуға эмоциональ рәүештә этәргес көс бирә. Был маҡсатта түбәндәге уйындарҙы үткәреп була.
Халыҡ ижадының уйын жанры төрлө таҡмаҡ, таҡмаза, әйтешмәк кеүек йыр жанрҙары шулай уҡ һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы материалдарҙан тора. Уйындарҙа таҡмаҡтарҙың һәм башҡа йыр жанрҙарының ритмик төҙөлөшө, интонацияһы балаларға телмәрҙе биҙәү мөмкинселектәрен аса, телдең лексик-грамматик үҙенсәлектәре асыҡлана бара. Балаларҙың ишетеү һәләте лә үҫешә, улар телмәр мелодикаһын үҙләштерә. Баланың тыуған телен тәүҙә һиҙемләү унан ритмик-интонацион яҡтан төҙөк һөйләмдәр ярҙамында үҙ уй-кисерештәрен әйтеп биреү оҫталығы формалаша.
“Бәхет ташы” уйыны. Балаларға таштар таратыла, улар был таштарҙы устарына йыйып, түңәрәккә теҙелешеп ултыра. Бер бала был таштарҙы тиҫтерҙәренең ҡулдарын астыртып, ҡарай. Балалар көй аҫтында бер усын әйләндереп, һанашмаҡ әйтәләр:
Аҡ таш! Йәшел таш”
Минең өлөш – аҫыл таш!
Кемдә аҡ таш булып сыға, шул тәрбиәсе өйрәткән таҡмаҡты көй аҫтында матур итеп әйтеп бирергә тейеш. Ул таҡмаҡ былай булыуы мөмкин:
Ҡайҙа минең өлөшөм,
Ҡайҙа уның өлөшө?
Аҡ таш, йәшел таш
Шулдыр уның өлөшө.
Уйын һәр бер бала аҡ таш менән һамаҡ әйткәнсе дауам итә.
Йыр-музыка аҫтында үткәрелгән халыҡ уйындары балаларҙың башҡортса телмәр мелодикаһын, матур итеп таҙа һөйләшеүен тәьмин итә, уны үҫтерергә ярҙамлаша. Был маҡсатт шаян халыҡ йырҙарына нигеҙләнгән түбәндәге уйын үткәреп була:
“Аҡ ҡалас”.
Уйынды алып барыусы тәрбиәсе:
–Әйҙәгеҙ, “Аҡ ҡалас” уйнайбыҙ! – ти. Балалар тотоношоп, йәһәи кенә түңәрәккә баҫа һала. Берәң уртала тора. Күмәкләшеп көйләп:
Яҙғы матур байрамға
Бешерҙек беҙ аҡ ҡалас.
Бына шулай йәйелгән! – тип көй аҫтында һамаҡлай-һамаҡлай, бер-береһенең ҡулдарын мөмкин тиклем һуҙып, түңәрәкте йәйеп ебәрә.
Ошо мәл, уртала торған кешегә бөтәһе лә килеп беркешә, ҡулдары менән еңелсә төртөп, унан таҡмаҡ әйттерәләр:
Аҫты шәкәр, өҫтө бал да,
Икенсене һайлап ал!
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Теләгәнеңде алып ҡас! – тиҙәр.
Шулай итеп, халыҡ уйындар балаларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын, бәйләнешле телмәр төҙөклөгөн үҫтереү барышында ҡулланыла ала. Хәҙер халыҡ уйындарын уйнау һирәгәйҙе. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә тәрбиәсе, уҡытыусылар тарафынан ғына уйнатыла. Һуңғы ваҡыттарҙа интернетта ултырыу, компьютерҙа виртуаль уйындар уйнау, халыҡ уйындарын онотоуға, милләтте юғалтыуға, быуындар бәйләнешен өҙөүгә килтермәҫме икән, тигән хәүеф бар. Башҡорт халыҡ уйындары балаларҙың аңын уятыу, телмәрен байытыу һәм шәхес булараҡ үҫешә барыуын тәьмин итеүсе мөһим этнопедагогик ҡоралға әйләнә. Халыҡтың уйын фольклоры телмәр үҫтереүҙең бай сығанағы булып хеҙмәт итә. Уйын фольклоры балаларҙы тапҡырлыҡҡа өйрәтә, уҡыусылар һүҙҙең көсөнә төшөнә, улар уйын ваҡытында уйланыу процесында предметтарҙың мөһим сифаттарын сағылдырыусы һүҙҙәрҙе үҙләштерә һәм артабан телмәр процесында уларҙы файҙалана. Бәйләнешле телмәрҙе нығытыу, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн күнегеүҙәр башҡарыла.
ӘҘӘБИӘТ
1. Башҡорт халыҡ уйындары. Төҙ. Г.Р. Хөсәйенова. – Өфө: Ғилем, 2006. – 374 бит.
2. Аслаев Т. Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы. — Өфө, 1991. – 214 бит.
3. Аслаева Ғ.Ғ. Телмәр һәм зиһен. - Өфө, 2005. – 96 бит.
4. Солтангәрәева Р. Башҡорт халыҡ йола уйындары. – Өфө: Китап, 1997. – 271 бит.
© ООО «Знанио»
С вами с 2009 года.