Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"
Оценка 4.9

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Оценка 4.9
Работа в классе
docx
воспитательная работа
4 кл
18.04.2019
Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"
Сценарий внеклассного мероприятия "Прощай начальная школа" проводилась для 4 класса и их родителей.Праздник прививает любовь к одноклассникам,школе,воспитывает дружелюбие.Дети исполняют песни и стихи,танцуют вальс.В презентации представлены их школьная жизнь с 1 по 4 класс.Надеюсь этот праздник запомнится им на всю жизнь.
Внеклассное мероприятие 4 кл.docx
4 класс өсөн  сығарылыш кисәһе. Зал байрамса биҙәлгән.Уҡыусыларҙың конкурс эштәре,һүрәттәре,иң яҡшы  дәфтәрҙәре,портфолиолары күргәҙмәләре.Музыка уйнай. 1­се алып барыусы. Ниндәй матур көн бөгөн! Йүгереп урамға сыҡтыҡ. Күңелле уйҙар менән Беҙ мәктәпкә ашыҡтыҡ. 2­се алып барыусы. Йәмле май иртәһен күреп Күңелдәр ҡанатланды. Бөгөн беҙҙә байрам дуҫтар Уҡыуҙар тамамланды. 1­се алып барыусы. Оло байрам бөгөн беҙҙә, Ҙурҙар инде үҙебеҙ. Башланғыс класс менән       Хушлашабыҙ бөгөн беҙ. 2­се алып барыусы. Байрам менән барығыҙҙы Ҡотлайбыҙ,дуҫтар! Беҙҙе ҡотлап алыҫтарҙан Ҡайтҡандар ҡоштар. 1­се алып барыусы. Был байрамды ҡотлап яңғыраһын Ашҡыныулы шатлыҡ йырҙарыбыҙ.      Күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ булһын Гөрләп үткән кескәй саҡтарыбыҙ! 4 класты тамамлаусыларҙың   сығарылыш кисәһенә йыйылдыҡ.Бына улар:  1. Класыбыҙҙың  спортсмены Аккужин Мөхәмәт 2. Уҡыу отличнигы,төрлө конкурстарҙа иң әүҙем ҡатнашыусы Иҫәнбаева  Камила Айбулат ҡыҙы 3. Математик, спортсмен,уҡыу алдынғыһы Солтанов Мәжит 4. Класыбыҙҙың уңған ҡыҙы,уҡыу алдынғыһы Иҫәнбаева Камила Миршат  ҡыҙы 5. Быйыл  класыбыҙға кире әйләнеп килгән тырыш,яҡшы билдәләргә  өлгәшкән ҡыҙыбыҙ Солтанова Алтынай  6. Уҡыу алдынғыһы,конкурстарҙа  әүҙем ҡатнашыусы Иҫәнбаев Илназ 7. Уҡыу алдынғыһы,һүрәт төшөрөү оҫтаһы Таһирова Уралиә 8. Инглиз теленән олимпиадала урын алыусы,мөләйем,тәртипле ҡыҙыбыҙ  Шәһиева Азалия 9.Кластың барлыҡ сараларында ла актив ҡатнашыусы Ғәниев Илһам 10.Тырыш,иғтибарлы,тәрбиәле ҡыҙыбыҙ Байназарова Ләйсән 11.Ҡул эштәренә оҫта,тырыш,эшлекле егетебеҙ Исламғолов Рәмил         Уҡытыусы:Ҡәҙерле уҡыусыларым!Хәтерләйһегеҙме,әле ҡасан ғына 1  класҡа килгән инегеҙ.. Дүрт йыл буйына улар бер ғаилә ағзалары кеүек йәшәне:шатлыҡтарын  да,борсолоуҙарын да бергә үткәрҙе.Уларҙың әйтер һүҙҙәре лә бар. Һүҙ һеҙгә  ,уҡыусылар. 1.  Беҙ 9 уҡыусы              Килдек 1 класҡа              Тиктормаҫтар,шуҡтар инек,              Һикерҙек тә,уйнаныҡ та,             Ҡайһы саҡта иланыҡ та.             Яратҡан Әнисә апайыбыҙ             Түҙҙе хатта шул саҡта. 2.         Яҙа белмәй аптырашып,            Танауҙы тартып мыш­мыш,            Телде тешләп арҡырыға            Ултырыр инек бик йыш 5.   Уҡытыусы апайыбыҙ       Өйрәтте күп нәмәгә.      Рус теленең серҙәрен дә      Асты һәр беребеҙгә.      Рус телендә уҡыйбыҙ Төрлө­төрлө китаптар.      Шиғырҙар ҙа ятлайбыҙ,      Әкиәттәр һөйләйбеҙ.       Бик күп мәҡәл,әйтемдәр,       Йомаҡтар ҙа беләбеҙ! 6.Математика бик шәп,       Ҡыҙыҡлы дәрес икән.       Унда өйрәндек һанарға,       Мәсьәләләр сисергә.       Миҫалдар ауыр ғына,       Түҙемлек кәрәк бында       Ултыраһың баш ватып,       Сисеү юлдарын табып.                                        Бергә: Беҙ ҙур инде хәҙер                                                    Дүртенсене бөтөрҙөк                                                      Бишенсегә барабыҙ                                                      Йәйҙе генә үткәрһәк 1. Кескәй булыу ҡыҙыҡ та      Ваҡыт бик тормай көтөп.     Ҡасан ғына еңмеш инек     Үҫеп тә хәҙер еттек. 2. Ҙурайғанбыҙ икән шул, Партаға булмай һыйып Аптырағас аяҡтарҙы Ҡуябыҙ арҡыры һуҙып. 3. Былай булғас,дуҫтарым, Кәрәк ниҙер ҡылырға. Гелән генә башланғыста Яраймы ни ҡалырға?  4. Кем дә кем, күсәм,ти Бишенсегә барам,ти Шулар ҡулын күтәреп, Ризалығын бирәм,ти  (Уҡыусылар ҡулдарын күтәрә) 1­се уҡыусы: Тура ултыр! 2­се уҡыусы:Көндәлегеңде тултыр! 3­сө уҡыусы :Матур яҙ хәрефеңде! 4­се уҡыусы:Әҙерләп йөрө дәресеңде! 5­се уҡыусы: Һәр аҙымды күҙәтеп,  Һәр яңылышты төҙәтеп,  Өлкәндәрҙән яҡлашып,  Илағанда йыуатып, Етәкләп барған апай 5. БЕРГӘ; Бөгөн беҙҙе оҙата                      Йыр “Уҡытыусыма” Бөгөн Йомағужа мәктәбенең 4­се класында имтихан. Имтихандарҙы  тапшырғандан һуң уҡыусылар башланғыс класты тамамлау тураһында  дипломдар  аласаҡ.  Һеҙҙең алда дүртенселәр һәм уҡытыусылары Гөлназ  Ишмырҙа ҡыҙы 1.Уҡытыусы:  ­Йә, Илназ, мәсьәләне систеңме? Залда нисә кеше ултырған?  ­Систем, залда 33,5  кеше 2.Уҡытыусы: ­Азалия, доктор һүҙенең синонимы нисек була? ­Айболит. 3.Уҡытыусы: ­Мөхәмәт, ф хәрефе менән берәй һүҙ әйт. ­Фил. ­Дөрөҫ. ­Алтынай, ә һин нимә әйтерһең? ­Тағы бер фил. Уҡытыусы: ­ Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ниндәй заман була? ­Әлбиттә, тәнәфес ваҡыты 1­се уҡыусы Дүртенселәр бөтә һорауҙарҙы ла еңеп сыҡтылар. Ә хәҙер уларға  диплом тапшырыу тантанаһы. Уҡытыусы. Өлгөргәнлек аттестаты  Бирелә …… Уҡытыусы.  Уҡыу ваҡытында төрлө номинациялар буйынса конкурстар ҙа  барған ине. Хәҙер шул ярыштарҙа айырыуса  яҡшы нәтижәләргә  ирешкәндәре өсөн бүләкләп китәбеҙ. Иң өлгөр уҡыусы­…. Иң оҫта яҙыусы­ …  Иң уңған уҡыусы­ … Иң оҫта артист­ ….  Иң яҡшы һүрәт төшөрөүсе­… Иң оҫта спортсмен­ ….. Иң тырыш уҡыусы­…. Иң тәртипле уҡыусы­… Иң                 уҡыусы­…. Иң ҡыйыу уҡыусы­….. Иң              уҡыусы­….. …  Уҡытыусы. Улар был сифаттарҙы киләсәктә лә юғалтмаҫтар тип ышанаһы килә. Уҡытыусы.  Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе ысын күңелемдән ошо иҫтәлекле ,  шатлыҡлы  көн менән ҡотлайым. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек,   шоморт сәскәһеләй аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ­төкәнмәҫ шатлыҡтар теләйем.  Алдағы юлдарығыҙ таң нурылай яҡты, Салауат күпереләй нурлы  булһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!  Атай­әсәй ғәзиздәрем                                                       Ғүмер бирҙегеҙ беҙгә                                                        Изге итеп үҫтерҙегеҙ                                                    Мең рәхмәтлебеҙ һеҙгә – Ҡәҙерле атайҙар, әсәйҙәр, өләсәй, олатайҙар был йырыбыҙ һеҙҙең  өсөн. Йыр  Мин яратам һеҙҙе Вальс ҡ У ыусыларҙың ант биреүҙәре. 1­се уҡыусы­Класс теҙелдек!Тигеҙлән! Хөрмәтле уҡытысылар, ата­әсәләр!һеҙҙең алда тантаналы рәүештә ант бирергә рөхсәт итегеҙ. Һүҙ бирәбеҙ  һеҙгә  Уҡырбыҙ дүрткә бишкә  Ең һыҙғанып өйрәнербеҙ  Өйрәткән һәр бер эшкә Ошоноң менән беҙгә бүленгән ваҡыт аҙағына ла  яҡынлашты,  һеҙҙең менән хушлашабыҙ,һау булығыҙ. Йыр”Бәхет өсөн” Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районының              “Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”                   муниципаль мәғариф автономлы учреждениеһы 4­се класс өсөн сығарылыш кисәһе                                 “Һау бул башланғыс мәктәп” Үткәрҙе:Таһирова Гөлназ Ишмырҙа ҡыҙы  башланғыс кластар уҡытыусыһы

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"

Внеклассное мероприятие "Прощай начальная школа"
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
18.04.2019