ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!
Оценка 4.9

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

Оценка 4.9
Культурные мероприятия +2
docx
воспитательная работа +1
3 кл—11 кл +1
30.05.2017
ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!
Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә, тыуған төйәккә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, уҡыусыларҙың ижади фекер, хисле телмәр ҡеүәһен үҫтереү, уҡыусы шәхесенең бар яҡлап гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән тәрбиәуи сара. Был сара ҡатнашыусыларҙың һәм килгән ҡунаҡтарҙың күңелендә һис шикһеҙ йылы тойғолар ҡалдырыр, тип ышанам.
кластан тыш сара_Akbulatova_L_T.docx
18.11.2016 йыл. Аҡбулатова Лилиә Тимерхан ҡыҙы ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ! (Дәрестән тыш тәрбиәүи сара) Маҡсаттар: 1. Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә, тыуған төйәккә һөйөү тойғоһо  тәрбиәләү. 2. Уҡыусыларҙың ижади фекер, хисле телмәр ҡеүәһен  үҫтереү. 3. Уҡыусы шәхесенең бар яҡлап гармониялы үҫешенә булышлыҡ итеү.  Йыһаз: музыкаль үҙәк, ҡурай, оригами ысулы менән яһалған ҡоштар, милли  кейемдәр САРА БАРЫШЫ:   1­се алып барыусы (ҡурайҙың яуаптары сәхнә артынан ишетелә):   “— Ҡурай!  — Әү.  — Ҡайҙа үҫтең?  — Урманда үҫтем.  — Кем ҡырҡты?  — Оҫта ҡырҡты.  — Ни эшләргә?  — Уйнарға”.  (Н. Мусин “Мәңгелек урман”) (Ҡурай моңо) 1­се уҡыусы “Ҡурай” әкиәтен һөйләй. 2­се уҡыусы: Ер шарының картаһына Ҡараһаң яҡшы ғына, ­ Башҡортостан шул картала Бер япраҡ саҡлы ғына. Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың Бер япрағы ни бары. Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй – Шундай йәшел, юғары.    2­се алып барыусы: Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң ҡуйынына һыйынып Зубов ауылы урынлашҡан. Борон­ борондан  Зубов ауылы ерендә үтә лә егәрле, сая  холоҡло, ғорур, аҡыллы, маһир халыҡ йәшәй. Башҡорт ҡаны уларға көс­ ҡеүәт бирә, рух өҫтәй, ырыҫтарын арттыра. Заманалар үҙгәрә тора, бер  быуынды икенсеһе  алыштыра. Тик  Зубов  халҡы ҡунаҡсыллығын һис  юғалтмай. Бөгөн дә бына беҙҙең мәктәбебеҙ хөрмәтле ҡунаҡтар килеүенә  һөйөнә. Ҡунаҡтар ҙа йола тота: буш ҡул менән килмәгәндәр! Әйҙәгеҙ,  Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы  факультеты студенттары алып килгән күстәнәсте “тәмләп ҡарайыҡ”! (Бейеү) 1­се алып барыусы:   Мәктәбебеҙҙә төрлө милләт балалары уҡый. Әммә  уларҙың барыһы ла дәүләт теле – башҡорт телен, мәҙәниәтен тырышып  үҙләштерә. 3­сө уҡыусы:  Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да йәмле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла беләм мин тел ҡәҙерен, Бер телдән дә телем кәм түгел. Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер тик уны кәм күңел. (йыр)  («Ҡульяулыҡтар менән бейеү») (Йыр) 4­се уҡыусы М. Кәримдең «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк һөйләй: ­ Таныш булайыҡ, мин­Айгөл! Айгөл! Тауҙар, урмандар, ишетәһегеҙме, мин  Айгөл! Мәңге торор таш ҡаялар! Уҙып ҡына барыусы мамыҡ болоттар!  Ишетәһегеҙме – мин яратам! Ерҙе, күкте, ҡояшты, һыуҙы… Йәнә … Кешене!  Егет кешене! ­ Оялмайынса нимә һөйләйем тағы. Әсәйем тыңлап торһа, ни әйтер ине. Был  ҡыҙ аҡылдан яҙғанмы тип аптырар ине. Әсәй, әсәйем! Әсәкәйем! Ун өс йыл  саҡырам бит инде мин һине, ниңә яуап ҡайтармайһың. Ниңә. Һин миңә бик  кәрәкһең, әсәкәйем. Миңә бит ун алты йәш! Ун алты! Мин һине эҙләп табырға, нисек кенә булһа ла табырға тейешмен… (Бейеү) Уҡытыусы: Ваҡ мәшәҡәт, ығы­зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона, Шуға күрә бөгөнтаңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар! Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар. Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –  Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар. (Балалар ҡоштар тарата ) 2­се алып барыусы:   Бөгөнгө сара  күңелендә  һис шикһеҙ йылы  тойғолар ҡалдырыр, тип ышанабыҙ. Атыр таңдар тыныс булһын!  Ҡояш көлөп торһон! Илебеҙ сәскә атһын! Телебеҙ мәңге йәшәһен! Һау булығыҙ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!

ЯРАТАМ ҺИНЕ, ИЛЕМ, ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТЕЛЕМ!
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
30.05.2017