АДМИНИСТРАТИВНЫЕ КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО РОДНОМУ (БАШКИРСКОМУ) ЯЗЫКУ) 5-9 классы

  • doc
  • 14.10.2021
Публикация на сайте для учителей

Публикация педагогических разработок

Бесплатное участие. Свидетельство автора сразу.
Мгновенные 10 документов в портфолио.

Иконка файла материала Админ КИМы 5-9 кл род башк яз.doc

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

АДМИНИСТРАТИВНЫЕ КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

(ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО РОДНОМУ (БАШКИРСКОМУ) ЯЗЫКУ)

 

 

УРОВЕНЬ – ОСНОВНОЕ ОБЩЕЕ ОБРАЗОВАНИЕ

КЛАССЫ –  5-9

 

 

 

 

 

5 класс

Административная письменная контрольная работа

 

1.     Перепишите текст подставляя нужные буквы.

 

Алдар батыр.

 

Башҡ...рт халҡы борон-борондан, үҙ ерен, т...уған төйәген һаҡлап, я...ҙарға күтәрелгән. Ул ғы...а ла түгел, башҡорт яугирҙ...ры Рәсәйҙе яҡлап та һуғыш...ан. Һәр яуҙа башҡорт атл...лары менән үҙ батыры етәкселек иткән.

Батырҙы бат...р халыҡ ҡына тыуҙыра ала, тиҙәр. Шун...ай батырҙарҙың береһе – Алдар Иҫәкәев б...лған.

 

2.     Грамматические задания:

Фонетический анализ слова “башҡорт”

 

Критерии оценивания

 

Текст:

Максимально 10 балла, при условии, если текст записан без ошибок. За каждую орфографическую и пунктуационную ошибку, неверный ответ – 0,5 балла.

 

«5» -  10 баллов

«4» -  8-9 баллов

«3» -  5-7 баллов

«2» -  0-4 баллов

 

Грамматическое задание:

Максимально 10,5 баллов. За каждую орфографическую и пунктуационную ошибку, неверный ответ – 0,5 балла.

 

«5» -  10-10,5 баллов

«4» -  8-9,5 баллов

«3» -  5,5-7,5 баллов

«2» -  0-5 баллов

 

Максимально за 2 работы 20.5 баллов. За каждую орфографическую и пунктуационную ошибку, неверный ответ – 0,5 балла.

«5» -  19 -20,5 баллов

«4» -  15-18.99 баллов

«3» -  10 -14,99 баллов

«2» -  0-9,99 баллов

 

 

 

Ключ

Текст:

Максимально 10 баллов

Алдар батыр.

 

Башҡорт халҡы борон-борондан, үҙ ерен, тыуған төйәген һаҡлап, яуҙарға күтәрелгән. Ул ғына ла түгел, башҡорт яугирҙары Рәсәйҙе яҡлап та һуғышҡан. Һәр яуҙа башҡорт атлылары менән үҙ батыры етәкселек иткән.

Батырҙы батыр халыҡ ҡына тыуҙыра ала, тиҙәр. Шундай батырҙарҙың береһе – Алдар Иҫәкәев булған. (10 баллов)

 

Грамматическое задание:

Максимально 10,5 баллов

 

Башҡорт – баш-ҡо́рт- 2 ижек (0,5+0,5+0,5=1,5 балла)

б-[б]-тартынҡы, яңғырау (0,5+0,5=1 балл)

а-[а]-һуҙынҡы, ҡалын, баҫымһыҙ (0,5+0,5+0,5=1,5 балла)

ш-[ш]-тарттынҡы, һаңғырау (0,5+0,5=1 балл)

ҡ-[ҡ]-тартынҡы, һаңғырау (0,5+0,5=1 балл)

о-[о]-һуҙынҡы, ҡалын, баҫымлы (0,5+0,5+0,5=1,5 балла)

р-[р]-тартынҡы, яңғырау (0,5+0,5=1 балл)

т-[т]-тартынҡы, һаңғырау (0,5+0,5=1 балл)

7 хәреф, 7 өн (0,5+0,5=1 балл)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

6 класс

Административная письменная контрольная работа

1.     Перепишите текст подставляя нужные буквы.

Алда йәй.

Йәй көнө һеҙ, балалар, һис шикһеҙ урманда булмай ҡалмайһығыҙ. Урман һеҙҙе саф һауа…ы, ҡоштар һайра…ы менән ҡаршы алыр, тәмле еләктә…е менән һыйлар, рәхәтлә…еп ял итергә мөмкинл…к бирер. Һеҙ ҙә урмандың дуҫы булығыҙ.

Тәбиғәткә бер ҡасан да зыян килтермәгеҙ. Сәскәл…рҙе өҙмәгеҙ, бөжәкт…рҙе тотмағыҙ, ҡош ояларын, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырмағыҙ, шишмә, ҡоҙоҡт…рҙы бысратмағыҙ. Был турала башҡаларға ла әйтегеҙ.

 

Грамматические задания:

2.     Просклоняйте по лицам и числам слова: әйт, тот.

3.     Просклоняйте по падежам слова: тәбиғәт, урман.

 

Критерии оценивания

При выполнении задания № 1

 «5» ставится за работу без ошибок

«4» ставится за работу с 1-2 ошибками

«3» ставится за работу с 3-5 ошибками

«2» ставится за работу с 6-8 ошибками

Не учитываются 1-2 исправления или 1 пунктуационная ошибка.

3 исправления или 2 пунктуационные ошибки на 1 правило соответствует одной орфографической ошибке.

 

При выполнении грамматического задания: № 2 и № 3

«5» ставится за работу без ошибок

«4» ставится за работу с 1-2 ошибками

«3» ставится за работу с 3-5 ошибками

«2» - нет заданий

Ключ

 

№ 1. Алда йәй.

 

Йәй көнө һеҙ, балалар, һис шикһеҙ урманда булмай ҡалмайһығыҙ. Урман һеҙҙе саф һауаһы, ҡоштар һайрауы менән ҡаршы алыр, тәмле еләктәре менән һыйлар, рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бирер. Һеҙ ҙә урмандың дуҫы булығыҙ.

Тәбиғәткә бер ҡасан да зыян килтермәгеҙ. Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ, бөжәктәрҙе тотмағыҙ, ҡош ояларын, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырмағыҙ, шишмә, ҡоҙоҡтарҙы бысратмағыҙ. Был турала башҡаларға ла әйтегеҙ.

 

№ 2. Берлек

1.     Мин тотам, әйтәм

2. Һин тотаһың, әйтәһең

3. Ул тота, әйтә

Күплек

1. Беҙ тотабыҙ, әйтәбеҙ

2. Һеҙ тотаһығыҙ, әйтәһегеҙ

3. Улар тоталар, әйтәләр

 

№ 3.

 

Төп килеш тәбиғәт, урман.

Эйәлек килеш тәбиғәттең, урмандың.

Төбәү килеш тәбиғәткә, урманға.

Төшөм килеш тәбиғәтте, урманды.

Сығанаҡ килеш тәбиғәттән, урмандан.

Урын-ваҡыт килеш тәбиғәттә, урманда.

 

 

 

7 класс

Административная письменная контрольная работа

Халыҡтар дуҫлығы.

(1)             Башҡортостанда төрлө милләт халҡы йәшәй һәм эшләй.

(2)             Бәләбәй районы Старо-Семенкино ауылында йәшәүе Федор Васильевичтың ҡатыны - милләте менән татар. (3) Уларҙың ун балаһы бар. (4) Өлкән улы - мордва ҡыҙына, икенсе улы Гурьян – украин ҡыҙына, өсөнсө улы Виктор татар ҡыҙына өйләнгән. (5) Ҡыҙҙары Раиса һәм Ольга рус егеттәренә кейәүгә сыҡҡан. (6) Моисей һәм Ефстафий исемле улдары сыуаш ҡыҙҙарын алған. (7) Шулай бер ғаиләлә биш милләт вәкиле йыйылған. (8) Беҙҙә ундай ғаиләләр аҙ түгел.

 (Ғ. Рамазановтан)

 

№ 1. Федор Васильевичтың ғаиләһендә нисә бала?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 2. Өлкән улы ниндәй милләт кешеһенә өйләнгән?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 3. Рус егеттәренә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарының исемдәре нисек?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 4. Беренсе һөйләмде күсереп ал, һәм эйә менән хәбәрҙең аҫтна һыҙ.

Яуап:______

 

№ 5. Кемдәр сыуаш ҡыҙҙарын алған?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 6. Өсөнсө улы ниндәй милләт кешеһенә өйләнгән?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 7. Шулай итеп бер ғаиләлә нисә милләт вәкиле йыйылған?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 8. Икенсе улы ниндәй милләт кешеһенә өйләнгән?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 9. Икене һөйләмде ижектәргә бүлеп яҙ.

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

№ 10. Тәбиғәт, урман һүҙҙәрен килеш менән үҙгәрт.

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

Критерии оценивания

 «5» ставится за работу без ошибок

«4» ставится за работу с 1-2 ошибками

«3» ставится за работу с 3-5 ошибками

«2» ставится за работу с 6-8 ошибками

Не учитываются 1-2 исправления или 1 пунктуационная ошибка.

3 исправления или 2 пунктуационные ошибки на 1 правило соответствует одной орфографической ошибке.

 

 

Ключ

№ 1. 3, ун

№ 2. 4, мордва

№ 3. 5, Раиса һәм Ольга

№ 4. (1)      Башҡортостанда төрлө милләт халҡы йәшәй һәм эшләй.

№ 5. 6,  Моисей һәм Ефстафий

№ 6. 4, татар

№ 7. 7, биш

№ 8. 4,  украин

№ 9. (2) Бә+лә+бәй ра+йо+ны Ста+ро-Се+мен+ки+но а+уы+лын+да йә+шә+үе Фе+дор Ва+силь+е+вич+тың ҡа+ты+ны – мил+лә+те ме+нән та+тар.

№ 10.

Төп килеш тәбиғәт, урман.

Эйәлек килеш тәбиғәттең, урмандың.

Төбәү килеш тәбиғәткә, урманға.

Төшөм килеш тәбиғәтте, урманды.

Урын-ваҡыт килеш тәбиғәттә, урманда.

Сығанаҡ килеш тәбиғәттән, урмандан.

 

 

 

 

 

 

 

8 класс

Административная письменная контрольная работа

Прочитать и ответить на вопросы

Һалдат тора киләсәкте тотоп.

 

(1) Берлин ҡалаһының Трептов паркында совет һалдатына һәйкәл ҡуйылған. (2) Уны 1946 йылда төҙөргә ҡарар итәләр һәм 1949 йылдың 8 майында асалар. (3) Һуғыштың һуңғы көндәрендә Берлинда һәләк булған егерме мең совет һалдаты ошонда ерләнгән.

(4) Паркка килеп ингәс тә, әсә һыны ҡаршылай. (5) Әсә янында ҡайындар үҫә һәм ике яҡтан ике һалдат баш эйгән. (6) Ҡайындар ҙа, һалдаттар ҙа әсәнең ҡайғыһын уртаҡлаша кеүек.

(7) Парк уртаһында- совет һалдаты һыны. (8) Уның бейеклеге- 12 метр. (9) Һалдат һуғыш ваҡытында ҡотҡарған немец ҡыҙын күтәргән.

(10) Был һәйкәл-ҡәберлектең авторҙары- скульптор Е.В.Вучетич һәм архитектор Я.В.Белопольский.

 

1)                Ҡайҙа совет һалдатына һәйкәл ҡуйылған?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

2)                Парк уртаһында нимә бар?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

3)                Совет һалдаты һынының бейеклеге нисә?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:______

 

4)                Һалдат кемде күтәргән?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:_____

 

5)                Һәйкәлдең авторы кем?

Бирелгән һорауға яуапты табығыҙ. Ул һөйләмдең номерын яҙығыҙ.

Яуап:_____

 

6)                1-се һөйләмдә ҡалын шрифт менән бирелгән һүҙ ниндәй  һөйләм киҫәге булып килгән?

Яуап:_______

 

7) “Берлин ҡалаһының Трептов паркында” һүҙбәйләнешенең тәржемәһен күрһәтегеҙ.

а)город Берлин парк Трептов

б)парк Трептов  города Берлин

в)в парке Трептов города Берлин

Яуап:______

 

7)                Кем? Нимә? һорауына яуап биргән һүҙҙәр ниндәй һөйләм киҫәге булып килә?

Яуап:_____

 

8)                3-сө һөйләмдә ҡалын шрифт менән бирелгән һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килә?

Яуап:_____

 

10) 3-сө һөйләмдең тәржемәһен яҙығыҙ.

Яуап:_____

 

 

 

 

 

 

Критерии оценивания

 

«5» - при выполнении всех заданий без ошибок.(№№1-10)

«4» - при выполнении без ошибок  8-9 заданий

«3» - при выполнении без ошибок 6-7 заданий

«2» - при выполнении без ошибок 4-5 заданий

 

 

Ключ

 

1)    1

2)    7

3)    8

4)    9

5)    10

6)    хәбәр

7)    в

8)    эйә

9)    хәл

10)    Здесь захоронены 20 тысяч советских солдат, погибших в последние дни войны в Берлине.

 

 

 

 

 

 

9 класс

Административный контрольный диктант

Ш. Бабич – мандолинасы

 

Ш. Бабич тураһындағы иҫтәлектәрҙә уның йор һүҙлелеге, сәсәнлеге, мандолинала оҫта уйнауы тураһында әйтелә. «Ул йырҙы, шиғырҙы бик тиҙ сығара. Үҙе мандолинала уйнап бара, шуның артынса үҙенән-үҙе йыр ағылып бара ине. Был йәһәттән ул башҡорттоң ысын сәсәне, ҡаҙаҡтың аҡыны», - тип хәтерләй, мәҫәлән, Төхфәт Сенәкәй.

Бер көндө шулай уйнап, йырлап ултырғанда, шағир, ҡапыл мандолинаһын ҡуйып, иҙән уртаһына ултыра ла ботинкаларын һалырға тотона. Бабич, уң аяҡ бармаҡтары араһында медиаторын ҡыҫтырып, һул ҡулы менән мандолинаның грифынын алып, аяҡ менән мандолина уйнап, йырлай башлай. Беҙ һыныбыҙ ҡатып көлөштөк. Ә үҙе көлмәй, һаман уйнауын ғына белә. Беҙ «Бабич, һиңә циркка кереп, клоун булаһы ҡалған»,- тип көләбеҙ. Ә ул беҙҙең һүҙҙе бар тип тә белмәй, үҙе уйнай, үҙе йырлай...

Критерии оценивания

 

Всего 10 баллов

За каждую грамматическую, орфографическую и пунктуационную ошибку - 0,5 балл

«5» 9 – 10 баллов

«4» 7 – 8,5 баллов

«3» 5 – 6,5 баллов

«2» 0 – 4,5 баллов

 

 

 

 

 

 


Скачано с www.znanio.ru