Предмет булараҡ, башҡорт теле – уҡыусыға туған теленең һүҙ сәнғәтен аңларға, яҙма һәм һөйләү телмәрен, ижади мөмкинселектәрен үҫтереүгә ярҙам итеүсе фән ул. Уҡытыусыларҙың бурысы, яңы технологияны һайлап заман менән бергә атлау. Хәҙерге заман шарттарында телдәрҙе өйрәнеү мөмкинселектәре көндән- көн киңәйә бара. Бөгөн мәктәптә уҡыусыға бер генә түгел, ике һәм унан күберәк телде үҙләштереү мөмкинлеге бирелгән. Рәсәй һәм Башҡортостан мәғарифын модернизациялау барған ваҡытта тыуған телдәрҙе уҡытыу буйынса хәл итеүсе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел.
Бөгөнгө башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу республикала юлға һалынған тик хәл итәһе проблемалар ҙа бар әле.
Беренсе проблема яңартылған уҡыу программалары һәм шуға ярашлы заманса тулыландырып, камиллаштырылып әҙерләнгән, темалары һәм күнегеүҙәре мауыҡтырғыс эстәлекле итеп төҙөлгән дәреслектәр баҫтырыу.
Икенсе проблема заманға ярашлы яңартылған башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың маҡсаты, бурыыстары, уҡытыусыныың эшмәкәрлелеге һүҙ һәм һүҙ сәнғәте ярҙамында мәҙәниәтле шәхес формалаштырыуға йүнәлтелеүе менән билдәләнә.
Өсөнсө проблема бөгөнгө көндә башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусы: яңы стандарттарҙы ҡулланып эшләү, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү маҡсаттарына ирешеүҙе бурыс итеп ҡуя. Йәмғиәт үҙгәрештәр менән ҡайнаған осорҙа уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү, аҡыл үҫешен әүҙемләштереү бурысын тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыу процесына яңы технологиялар индерергә кәрәк. Башҡорт телен ҡайһы бер милләт балалары сит телде өйрәнгән кеүек итеп ҡабул итә, дәрестә килеп тыуған психологик ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн башҡорт теле донъяһына алып ингәндә коммуникатив- психологик шарттар, ыңғай атмосфера тыуҙырыу мотлаҡ.
Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уның телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтлелеген формалаштырыу мөһим. Шуға күрә лә дәресте уҡытыусыға мауыҡтырғыс, ҡыҙығыраҡ итеп үткәрергә, төрлө эш төрҙәрен киң файҙаланып эшләргә тура килә.
Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәтеү. Башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү һәм уға дәүләт теле булараҡ ҡыҙыҡһыныу уятыу, төрлө алымдар ҡулланыу, башҡорт теле уҡытыусыһына нисек кенә эшләргә ауыр булмаһын үҙ телеңде өйрәтеү уҡытыусыға бурыс итеп ҡуйылған.
Уҡытыусы эше- илһамлы ижад, эҙләнеүсе, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн һәр саҡ заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ең һыҙғанып эшләргә,ижади эҙләнергә, белемеңде үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн күп төрлө эштәр башҡарыла: махсус курстар, һөнәри бәйгеләр, ғилми- ғәмәли конференциялар, фәнни- тикшеренеү эштәре, семинар кәңәшмәләр үткәрелә.
Ғилми дәрәжәгә эйә булыу- уҡытыусыныңижади эҙләнеүен, үҙаллылығын, белемен камиллаштырыуын, үҙенә талапсан булыуын күрһәтеүсе баһа ул. Тыуған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһына түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:
Һәр балала айырым шәхесте күрә белеү;
Балала үҙ-үҙенә, үҙ көсөнә ышаныс тәрбиәләү;
Балаҙа туған телде, милләте, уның тарихы менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;
Телде һаҡлау, үҫтереү, байытыу өсөн һәр уҡыусының һәләтен асыу;
Уҡытыусы менән уҡыусы араһында тығыз бәйләнеш булырға тейеш, шул осраҡта ғына эштең һөҙөмтәһе юғары була. Балаларҙың тырышып уҡыуында ҡыҙыҡһыныу төп урында тора. Әлбиттә быға тәбиғи һәләт тә сәбәпсе. Телде өйрәнеүгә булған һәләтлелеген, иғтибарын, логик фекерләүен, хәтерен үҫтереүен, (уҡыған, ишеткән) текстан кәрәкле мәғлүмәтте айырыуын, уҡыған әҫәргә план төҙөй, уға һығымта яһай алыуын, яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү уҡыусының төп маҡсаты булып тора.
Әлбиттә, уҡыусылар дәрескә теләк менән йөрөһөн өсөн төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, традицион алым менән уҡытыуҙы, уртаса һөҙәмтәләргә ҡәнәғәт булып эшен дауам итеүсе уҡытыусылар бар. Ижади эшләгән уҡытыусы ғына эҙләнә, яҡшы һөҙүмтәләргә ирешеүсе юлдар таба.
© ООО «Знанио»
С вами с 2009 года.