Добавить материал
Войти
🕊️
Войти в кабинет
Медиатека
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Новости
Ваше членство
Добавить материал
и получить до 500 000 ₽.
свидетельство СМИ
и 10 документов
"Инәһе көслөнөң иләүе көслө" темаһына ата-әсәләр йыйылышы
Оценка
5
Абдуллина Савуя
Абдуллина Савуя
"Инәһе көслөнөң иләүе көслө" темаһына ата-әсәләр йыйылышы
Оценка
5
Работа с родителями
docx
воспитательная работа
Детсад—4 кл
09.01.2018
Материалды башланғыс класс уҡыусыларының ата-әсәләре йыйылышында ҡулланырға мөмкин. Бәхетле әсәнән генә бәхетле балалар үҫә. Баланың сәләмәтлеге, рух көсө тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарға бәйле. Һәр әсә үҙ балаһын аҫыл зат итеп үҫтерергә теләй. фарыз. Ояһында ни – осҡанында ла шул. Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер. Ата-бабаларыбыҙҙың тәрбиә ысулдары ла бала тәрбиәләүҙә ҡулланылып килә.Родительское собрание на башкирском языке для 1-4 классов.
Родительское собрание.docx
Текстом
Картинками
(башланғыс класс уҡыусыларының атаәсәләре йыйылышындағы Инәһе көслөнөң иләүе көслө сығыш) Бәхетле әсәнән генә бәхетле балалар үҫә, тиҙәр. Моғайын, шулайҙыр. Юғиһә, үҙеңдә юҡ даланды, ҡыуанысшатлыҡты сабыйыңа ҡайҙан алып бирәһең. Баланың сәләмәтлеге, рух көсө тәү сиратта беҙгә, ҡатынҡыҙҙарға, бәйле. Инәһе көслөнөң иләүе көслө мәҡәле ошоға дәлил. Ә хәҙер уны тәрәнерәк байҡап ҡарайыҡ. Бер аҡыл эйәһенән, баламдың 1 йәше тулды, уны нисек тәрбиәләргә, тип һорағас, ул уйлап та тормай: ”Һеҙ бер йыл да 9 айға һуңлағанһығыҙ”, тип яуаплаған тиҙәр. Боронғолар ошо хаҡта яҡшы белгән һәм “баланы бишектә өйрәт” тигәндәр. Әсәнең бишек йырҙары, бишек һамағы ҡыҙ балаларға ла, ир балаларға ла йырлана. Һине тирбәп, һине ҡарап Тала беләгем, йоҡо күрмәй Һине бағып үтә төндәрем. Изге теләгем, күкрәк һөтөм Булһын таяныс, яҙмышыңда Һис булмаһын хәлдәр аяныс... Был бишек йырында изге күкрәк һөтө бәләҡазаларҙан һаҡлаһын, баланы бәлиғ итер өсөн әсәгә күпме ихтыяр көсө кәрәклеге тураһындағы мәғәнә һалынған. Инә һөтө халҡыбыҙҙа тән һәм йән сәләмәтлеген тәьмин итеүсе зиннәт тип һанала. Имгән быҙау имгәкһеҙ, хәләл һөт ейгән холоҡло булыр. Шуға күрә лә әсә балаһын мөмкин тиклем оҙағыраҡ имеҙергә тырышҡан. Кеше белгең киһә, ҡылығына ҡара, баланы белгең килһә, уйынына ҡара. Был киҫәтеү. Сөнки уйындар ҙа баланы тормошҡа әҙерләргә, һөнәргә өйрәтергә, күркәм сифаттар тәрбиәләргә тейеш. Балаһын аҫыл зат итеп үҫтерергә теләүсе әсә иң тәүҙә үҙе лә шул сифаттарға эйә булыуы фарыз. Ояһында ни – осҡанында ла шул. Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер. Шәхесте шәхес иткән – уның ҡылған ғәмәлдәре. Сәскәләй кейенеп, аҡыллы һүҙ һөйләү генә етмәй, һөнәр эйәһе булыу, уңғанлыҡ – кешене биҙәп торған сифат ул. Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен. Ғаиләне наҙанлыҡҡа, мохтажлыҡҡа тартып торған иң насар ғәҙәт – ялҡаулыҡ. Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа тигәнде иҫтән сығарырға ярамай әсәләргә. Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла, мохтажлы булмай. Ә мохтажлы булмаған кеше сирсорға бирешеп тә бармай. Башланған эште ахырына еткереп ҡуйыу, ныҡышмалылыҡ кеүек күркәм ғәҙәт тәрбиәләү ҙә һәйбәт. Ниәтләгәнеңде үҙ ваҡытынан кисектереп эшләү йәки башлап та аҙаҡҡа ҡалдырыу – насар ғәҙәт икәнен балаларға төшөндөрөү яҡшы. Бер көн артта ҡалһаң, биш көн артынан йүгерерһең. Йәки боронғолар әйтмешләй, иртәгә ҡалған эшең һынып төшкән тешең. Аҡыл эйәләребеҙ балаларҙы маҡтарға кәңәш итә. Был уларҙы яҡшы эштәргә дәртләндерә, үҙүҙәренә ышаныс уята. Әммә әсәләрҙең балалар араһынан береһен генә артыҡ ныҡ маҡтап, уға ҡарата дошманлыҡ, көнсөллөк уятыуҙан һаҡланыу зарур. Баланың алдынан алып тороу дөрөҫ һаналмай. Улды – утыҙ ерҙән, ҡыҙҙы – ҡырҡ ерҙән тыйыу тигән мәҡәл атаның да, әсәнең дә бала тәрбиәләүҙән ситтә торорға тейеш түгеллеген күрһәтә, сөнки күршеңдең тәүфиҡһыҙ балаһы һинең тәүфиҡлы балаңды боҙор. Сабыр төбө – һары алтын мәҡәлен белмәгән кеше юҡтыр. Саҡ ҡына ауырлыҡ күреүгә сыҙамаусы балаларҙан “себен теймәҫ сер итер, туҡмаҡ теймәҫтән туп итер” тип көлгәндәр. Күреүебеҙсә, һис тә һоҡланырлыҡ ғәҙәт түгел. Донъяның рәхәтенән михнәте күп. Бәхет – шатлыҡҡа, ҡайғыхәсрәткә лә түҙә белеү. Ҡайғы менән шатлыҡ бер туған. Шатлыҡҡа ла сабыр итә белеү зарур. Был донъяның рәхәте сабый саҡта тиелһә лә, тормош кешене кесе йәштән төрлөсә һынай, ул бөткөһөҙ имтихан. Бер әсеһен күрмәйсә, бер сөсөһөн күрмәҫһең. Кешене нәфсе, көнсөллөк юлдан яҙырыр. Шундай саҡтарҙа ла балаларға сабыр итә белеү хәйерле. Быны әсәләргә сабыйҙарына төшөндөрөү кәрәк. Кеше бәхете кешегә булмай. Күпте теләгән – берҙән ҡоро ҡалған. Асыуланышҡанда ла сабырлыҡ күрһәтеп, ғәфү итмәҫлек һүҙҙәр әйтеүҙән дә тыйылырға кәрәк. Ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә, боҙо китмәй, тип аңлатыу ҙа етәлер, моғайын. Нәфсене тыйыу, булғанына ризалыҡ, шөкөр итә белеү юғары баһалана. Әлбиттә, был иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан тип йәшәүҙе аңлатмай, ә ҡулынан килгәнен эшләп, балаларын эшкә өйрәтеп, яҡшы йәшәргә ижтиһад иткән, хәләл мал тапҡан кешенең тормошона ҡәнәғәт була белеүе күҙҙә тотола. Ундай әсәләрҙең балалары тапҡанына ҡәнәғәт була, мохтаждарға ярҙам итә, тәкәбберләнмәй. Әҙәм балаһы өсөн үҙенең ун бармағынан яҡын дуҫы юҡ. Үҙ тырышлығы менән мал тапҡан кешенең күңеле күтәрелә, холҡо яҡшылана, донъя көтөргө дәрте арта, ғәйрәте үҫә. Иң мөһиме беҙҙән булмай ул тигән ышанысһыҙлыҡты күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк. Сөнки ижтиһад иткән, мораҙына еткән. Ни тиклем бай, ғәйрәтле, көслө булмаһын, бер кем дә бер үҙе генә йәшәй алмай. Ул да башҡаларҙың ярҙамына мохтаж. Әҙәм көнө – әҙәмдән. Ярҙамсыллыҡ, йомартлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ – халыҡтың иң яҡшы сифаттары. Йылы ҡарашыңды, йылы һүҙеңде йәлләмә тип өйрәтә әсә кеше балаһына. Хатта сәләм биреү – хәйер, бүләк. Шул рәүешле кеше яҡшы кәйеф тыуҙыра. Ә яҡшы кәйеф – сәләмәтлек сығанағы. Йомартлыҡ менән артыҡ исраф итеүҙе бутарға ярамай. Бала күҙе төшкән кейемде алдырып, аҙаҡ кеймәһә, көҫәгән бер ризыҡты алдырып, ашамай әрәмшәрәм итһә, ата әсәһенең малмөлкәтен исрафлай. Бар сағында малдың ҡәҙерен белеү тураһында балаға аңлатыу кәрәк. Халыҡта кеше һүҙенән ҡурҡыу тәрбиә сараһы булып тора. Был осраҡта көнсөллөк менән һүҙ таратыусылар, ғәйбәтселәр тураһында һүҙ бармай, ә ауылдың абруйлы кешеләренең, өлкән быуындың фекере яҙа баҫыуҙан, насар ҡылыҡтар артыуҙан һаҡлап тора. Шуның өсөн дә изге күңелле кеше хатаңды күрһәтә икән, шатланырға, рәхмәт әйтергә кәрәк. Инсафлының теле саф, ул һине яҡшылыҡҡа өндәр. Ә аҡыллы әсә яман уйсыларҙың ғәйбәтенә иғтибар итмәҫ, әммә дөрөҫ һүҙгә ҡолаҡ һалыр, балаһына ла шуны өйрәтер. Тилегә тиле тиһәң, дегәнәк буйы һикереп үпкә тотмаҫ. Ямандан яҡшы тыуһа – тиңе табылмаҫ, яҡшынан яман тыуһа – име табылмаҫ тигән шикелле, тәрбиәгә бирелмәҫ, киҫекһеҙ балалар ҙа була, атаәсәләр ҙә осрай. Ундайҙарҙы “бүре бәйләүгә күнмәҫ, дуңғыҙ өндәүгә күнмәҫ” тип оялтырға, уйландырырға тырышҡандар. Атабабаларыбыҙҙың тәрбиә ысулдарынан ситләшеү язаһыҙ ҡалмай – арабыҙға заман сирҙәре килеп инде. Эскелек, наркотик, бәйелһеҙлек, отош уйындары, үлтереш күбәйә. Аҡҡа ҡара тиҙ йоға тигәндәй, сафлыҡта тәрбиәләнгән халҡыбыҙ насар тәьҫиргә тиҙ бирешеп бара. Эсеү аҡса таптыра, ғәзиз башты олаҡтыра, йәғни иҫерек килеш уғрылыҡ ҡылыныла, енәйәт эшләнелә, ғәиләлә балалар эскән атаәсәне көтөп утыра. Ә эскән кешенең йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә абруйы юҡ. Әсәйҙәрҙе лә был сифат биҙәмәй. Эскесе – өй эсендәге дошман, ти халыҡ. Ундай ғаиләлә бала бәхетһеҙ, ул йыш ҡына дөрөҫ тәрбиә, тейешенсә белем алыуҙан мәхрүм, тиңдәштәре араһында кәмһетелә, ҡыйыш юлға баҫа, сәләмәтлеге ҡаҡшай. Шуның өсөн дә өй эсендә бер дошманың булыуҙан, тышта мең дошманың булыу артыҡ. Әгәр ҙә һеҙҙең балағыҙ етешһеҙлектәргә, тормоштоң ауыр шарттарына зарланмай, ҡәнәғәт, шат йәшәй икән, тимәк, әсә үҙ балаһын тормошҡа яҡшы әҙерләгән. Балаларға әсәйҙең иртәнсәк арҡанан һөйөп уятҡан йомшаҡ ҡулдары, балам, тор инде тип әйткән наҙлы һүҙҙәре, һәр ваҡыт ғаилә өҫтәлен биҙәгән аштары, нурлы күҙҙәре, ҡояштай балҡып йылмайыуы, матур күңеле икһеҙсикһеҙ ҡәҙерле. Әсәйҙәр, балаларығыҙ һеҙҙе ярата, һеҙҙең матурлығығыҙға һоҡлана. Әйҙәгеҙ, йылмайығыҙ, ауыр тормош хәстәренән арынып ихлас йылмайығыҙ, әсәләр! Өйҙә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ. Ике көнөн бер тигеҙ үткәреүсе кеше үҙенә зарар яһай. Шуға күрә иң яратҡан шөғөлөгөҙгә: сигеү булһынмы, китап уҡыумы – ваҡыт бүлергә форсат табығыҙ, балалар менән бергә булығыҙ, мөхит алмаштырығыҙ. Һис юғында балағыҙ уҡыған мәктәпкә килеп, балаларығыҙҙың нисек уҡыуын ҡарап, нимә менән шөғөлләнеүен күреп, өй мәшәҡәттәрен онотоп тороғоҙ, хистойғолорығыҙҙы байытығыҙ. Абдуллина Сәүиә Зөфәр ҡыҙы, Сәғит башланғыс белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы
"Инәһе көслөнөң иләүе көслө" темаһына ата-әсәләр йыйылышы
"Инәһе көслөнөң иләүе көслө" темаһына ата-әсәләр йыйылышы
"Инәһе көслөнөң иләүе көслө" темаһына ата-әсәләр йыйылышы
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете
сообщить о нарушении
.
Введите ваш email
Ваш email
*
Скачать материал
Скачать
Файл готов!
Скачать
Вверх
09.01.2018
Посмотрите также:
📁
Праздник "Хлеб- всему голова"
📁
Я и мои интересы
📁
Здоровый образ жизни
📁
Сценарий выпускного в 4 классе
📁
«Основы религиозных культур и светской этики» Модуль «Основы светской этики» 4 класс Урок 14 Тема:
...
📁
Классный час на тему: « Шәфкатьлелек бизи кешене »
📁
Сотрудничество Церкви и образовательного учреждения в духовно – нравственном воспитании учащихся
📁
Интеллектуальная игра "Удивительные палидромы"
Новости
Курсы
Членство
Еще
Войти
Новости
Курсы
Сертификация
Мероприятия
Конкурсы
Собрания
Классные часы
Медиатека
Бонусы
Добавить материал
Добавить