КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН) 9 класс
Оценка 4.9

КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН) 9 класс

Оценка 4.9
doc
14.10.2021
КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ (ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН) 9 класс
КИМ баш гос ОВЗ 9 кл.doc

 

 

 

 

 

КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

ДЛЯ УЧАЩИХСЯ С ОВЗ

(ПРИЛОЖЕНИЕ К РАБОЧЕЙ ПРОГРАММЕ ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ КАК ГОСУДАРСТВЕННОМУ ЯЗЫКУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН)

 

 

УРОВЕНЬ – ОСНОВНОЕ ОБЩЕЕ ОБРАЗОВАНИЕ

КЛАСС - 9

 

 

 

 

 

 

9 класс

Контроль күсереү

Көн исемдәре

Билдәле булыуынса, көн исемдәрен башҡортса дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе тип атайҙар. Башҡорт теленә улар фарсы теленән ингән. Был һүҙҙәр нимә аңлата һуң? Бына уларҙың мәғәнәләре: йәк, дү, ши, шар, ҡушымталары – бер, ике, өс, дүрт һандарының исемдәре. Ә шәмбе – «көн» тигәнде аңлата икән. Фарсылар шул һандарға шәмбе һүҙен ҡушып, аҙна көндәре исемдәрен яһаған. Шулай итеп, йәкшәмбе – беренсе көн, дүшәмбе – икенсе көн, шишәмбе – өсөнсө көн, шаршамбы – дүртенсе көн. Кесаҙна һүҙенә фарсылар дини мәғәнә һалған. Уны кесе йома тип тә әйтәләр. Ул намаҙға йыйылыу көнө тигәнде аңлата. Йома һүҙе аҙна мәғәнәһен бирә. Аҙна һүҙе фарсы телендә етене белдерә.

(Башҡортостан календарынын)

 

Баһалау критерийҙары.

 

Барыһы 10 балл

Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл

«5» 7 – 10 балл

«4» 5 – 6,5 балл

«3» 3 – 4,5 балл

«2» 0 – 2,5 балл

 

Контроль диктант

Октябрь

Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта «батҡаҡ айы» тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китеп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Тәлмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә. (93 һүҙ)

(«Йәншишмә» гәзитенән)

 

Баһалау критерийҙары.

 

Барыһы 10 балл

Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл

«5» 7 – 10 балл

«4» 5 – 6,5 балл

«3» 3 – 4,5 балл

«2» 0 – 2,5 балл

 

Изложение

 Айыу менән бабай

Шалҡандар үҫеп еткәс, айыу: «Быларҙы нисек бүлеп алайыҡ икән?» - тип аптырап ҡалған. Бабай айыуға: «Шалҡандарҙың япраҡтарын һин ал, ә миңә тупраҡҡа бысранған тамырҙары ла ярар», - тигән булған.

Икенсе йылды айыу: «Мин былтыр ҙа отолдом, быйыл тамырҙарын алам!» - тип үкергән. Бабай ҡаршы килмәгән: «Ярай инде, һинеңсә булһын. Мин был бойҙайҙың башаҡтарын ғына алырмын инде», - тигән.

 

Баһалау критерийҙары

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлеклек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата киткән.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

«4»

1. Эш теманан ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Эҙмә-эҙлеклек бик һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ  8 грамматик хата булыуы мөмкин.

«3»

1. Эш теманы бик асмай.

2. Фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә – 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата.

«2»

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә – 30, телмәрендә 30-нән күберәк хата ебәрелгән.

16-20 орфографик, 15 пунктуацион, 12 грамматик хата.

 

Контроль диктант

Аттарҙа сабып ҡына

XVIII – XIX быутта, хатта XX быуат башында төп транспорт төрө булып атлы ылау һаналған. Байҙарҙың үҙ аттары, көймәләре булған, хәллерәктәр ылаусы яллаған, ярлылар күберәк йәйәү йөрөгән.

Ҡала менән кала араһынды ла ат егеп йөрөгәндәр. Өфөнән Ырымбурға сәфәр 10 көнгә, Мәскәүгә – бер айҙан ашыуға һуҙылған. Бөтә хәбәрҙәрҙе лә ат ярҙамында ғына еткерә алғандар. Мәҫәлән, 1812 йылда Наполеондың Мәскәүгә инеүе тураһындағы хәбәр аттар ярҙамында был ваҡиғанан һуң 40 көн үткәс кенә килеп еткән.

1913 йылда Өфөлә 395 ылаусы теркәлгән булған. Улар йылына яҡынса бер миллион пассажир йөрөткән. Багажы менән бергә пассажирҙы илтеп ҡуйыу 40-60 тин торған. Үҙ заманына күрә ҡиммәт булған. (103 һүҙ)

(Башҡортостан календарынан)

Баһалау критерийҙары.

Барыһы 10 балл

Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл

«5» 7 – 10 балл

«4» 5 – 6,5 балл

«3» 3 – 4,5 балл

«2» 0 – 2,5 балл

 

 


КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

КОНТРОЛЬНО – ИЗМЕРИТЕЛЬНЫЕ МАТЕРИАЛЫ

Контроль күсереү Көн исемдәре

Контроль күсереү Көн исемдәре

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә

Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар)

Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар)

Баһалау критерийҙары. Барыһы 10 балл Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл «5» 7 – 10 балл «4» 5 – 6,5 балл «3»…

Баһалау критерийҙары. Барыһы 10 балл Һәр грамматик, орфографик һәм пунктуацион хата өсөн 0,5 балл «5» 7 – 10 балл «4» 5 – 6,5 балл «3»…
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
14.10.2021