Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)
Оценка 4.7

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Оценка 4.7
Работа в классе
docx
воспитательная работа
7 кл
08.03.2017
Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)
Конспект мероприятия по башкирскому языку. Обучающиеся любят участвовать в разнообразных мероприятиях по башкирскому языку. Данное мероприятие можно проводить после прохождения отдельной главы, так же с целью проверки знаний обучающихся в конце семестра. Такой вид работы развивает активность обучающихся, прививает интерес к предметуКонспект мероприятия по башкирскому языку
Мөғжизәләр яланы (1).docx
Уйын «Мөғжизәләр яланы» (Синыфтан тыш сара) Тема: Баш ортостан­тыуган илем, гөл­ ҡ ба салар иле ҡ 1 Маҡсат: уҡыусыларҙы Башҡортостан байлығы, тәбиғәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт халҡының ғөрөф­ғәҙәттәре, милли ашамлыҡтары менән  тәрәнерәк танышыу, белемдәрен арттырыу; бәйләнешле телмәр, фекерләү һәләтен, хәтерҙәрен, иғтибарлылыҡ үҫтереү, тыуған  Башҡортостанға һөйөү, уның менән ғорурланыу, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Йыһазландырыу: барабан, киҫмә һандар, хәрефтәр, музыкаль үҙәк, баян, ҡурай,  ҡумыҙ, шәл, сәк­сәк, бал, китаптар, фотоаппарат, БР картаһы, «ҡара йәшник», ике  шкатулка, һыҙғыртҡыс, бүләктәр. Уйын барышы. Класс таҡтаһы, кабинет байрамса биҙәлгән. Күңелле музыка уйнай. Музыка  аҫтында уйынды алып барыусы инә. Бөтәһе лә алҡыштар менән ҡаршылайҙар. Алып барыусы:­ һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Сәләм һеҙгә! Хәйерле көн, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн йома...Мөғжизәләр яланына Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар! ­Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, беренсе турҙағы уйнаусыларҙы саҡырайыҡ (музыка уйнай,  уйнаусылар инә). Жюри менән таныштырыу. ­Хәйерле көн! Бөгөн беҙҙең  ҡатнашыусылар Башҡортостандан һәм Куйбышев әлкәһенән килгәндәр. Бөгөнгө уйындың темаһы «Башҡортостан», һеҙҙең алда табло, һүҙ 7 хәрефтән  тора. Хәҙер һорауҙы иғтибар менән тыңлағыҙ. «Башҡорт халҡының киң  билдәле Урал батыр эпосын уҡып беләһегеҙҙер. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле­ ошо өҙөктә һүҙ нимә тураһында бара? Донъяла мәңге ҡалыр эш­ Донъяла матур төҙөгән, Бағты мәңге бнҙәгән­ Ул да булһа­....нимә ул? Күккә лә осор­... Утҡа ла янмаҫ­... Телдән дә төшмәҫ­ Бары эшкә баш булыр, Үҙеңә лә, кешегә лә Мәңге йәшәр аш булыр.(Яҡшылыҡ). ­Әйҙәгеҙ, беренсе булып Рәил, барабанды әйләндерегеҙ һәм үҙегеҙ менән  таныштырып үтегеҙ. 1­се номерлы ҡатнашыусы (Рәил). ­Мин Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ­көнсығышындагы гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районынан килдем, һеҙгә күстәнәскә (атайым биреп ебәрҙе) данлыҡлы Бөрйән балын алып килдем. (Бирә, ҡул 2 сабыуҙар). Үҙем дэ умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. Райондаштарыма ҡайнар  сәләм! Хәреф әйтә. Уйын дауам итә. һәр ҡатнашыусы үҙе тураһында һөйләй, бүләк­ күстәнәстәр бирә, сәләмдәр тапшыра, турҙар араһында көй яңғырап тора. 2­ се ҡатнашыусы: Мин Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы  Өфөнән килдем. Ҡалабыҙ йылдан­йыл үҫә, матурлана, төҙөкләнә. Күберәк  мәғлүмәтте ошо открыткалар аша белерһегеҙ, музейығыҙға тапшырам һәм  шағир А. Иғебаевтың ошо шиғырын һөйләп күрһәтәм. Өфө. Ҡыҫҡа бер һүҙ­өс хәрефтән ғенә, Өфө­беҙҙең тыуған ҡалабыҙ. Ошо һүҙгә бөтмәҫ һөйөү, һағыныу, Күпме иркә тойғо һалабыҙ. Өфө беҙҙе тау, диңгеҙҙәр аша Тыны менән ала тарттырып. Шиғыр башындағы өс йондоҙҙай Өс хәрефе менән яҡтырып. 3­ сө ҡатнашыусы: Мин башҡорт халҡының данлы улы, легендар геройы  Салауат Юлаевтың тыуған яғы Салауат районынан килдем. һеҙҙең музейығыҙға батырыбыҙҙы һынландырған сувенир тапшырам. 11 турҙың һорауы: Башҡорт халҡының элекке төп кәсептәренең береһе.  (Солоҡсолоҡ). 1­се ҡатнашыусы: Мин Башҡортостандың төньяҡ­көнбайышында урынлашҡан  йәмле Нефтекама ҡалаһынан килдем. Быйыл ҡалабыҙға 45 йәш тулды, ә ул  күптән инде тирә­яҡҡа үҙенең автобустары (НефАз), “Искож”ы менән киң  билдәле. Ҡалабыҙҙа төрлө милләт халҡы татыу йәшәй. Спортҡа, сәнғәткә ҙур  иғтибар бирелә. Бына минең ҡустым да баян класына йөрөй. Ул һеҙгә хәҙер  баянда башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап күрһәтә. 4­ се ҡатнашыусы: Мин бында Куйбышев әлкәһе Диңгеҙбай ауылынан  килдем. Беҙҙең ауылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ниғмәти тыуған. Киләһе 2009 йылда Р. Ниғмәтиҙең тыуыуына 100 йыл буласаҡ, был сара  үткәреүгә ҙур әҙерлек эштәре алып барыла. Куйбышев әлкәһе Хәсән  ауылында тағы ла билдәле шәхес, яҙыусы һ. Дәүләтшина тыуған. Мин һеҙгә иҫтәлеккә ошо китаптарҙы бүләк итәм. (Р. Ниғмәти “Шиғырҙар,  поэмалар”, һ. Дәүләтшина”һайланма әҫәрҙәр”). 5­ сө ҡатнашыусы. Беҙҙең уйындарҙа ҡатнашыуыма бик шатмын. Мин әсәйем  менән бергә сәк­сәк бешерҙем һәм һеҙгә алып килдем, һәр саҡ шулай татлы телле, якты йөҙлө, сәләмәт булығыҙ. 3 111 тур. һорау. Иҫке йылды оҙатыу, Яңы йылды ҡаршылауға бәйле халыҡ  байрамы. Нефтекама ҡалаһында шул исемде фольклор ансамбле лә  йөрөтә. 8 хәрефтән, нисеҡ атала? (Нардуған). 1­ се ҡатнашыусы: Мин Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан  Хәйбулла районынан килдем. Минең өләсәйем менән олатайым бик күп  кәзәләр аҫырай һәм кәзә мамығынан өләсәйем матур­матур шәлдәр бәйләй. Бына был шәлде өләсәйем һеҙгә бүләк итеп ебәрҙе. 2­ се ҡатнашыусы: Быйылғы йыл “Ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү йылы”.  Мин ошо уйында ҡатнашыу ым дан файҙаланып үҙебеҙҙең ғаиләбеҙгә  әсәйемә, атайыма, өләсәйемә, ағайыма, ике апайыма күп сәләмдәр  тапшырам, уларға һаулыҡ, бәхет теләйем. Ә бында мин һеңлем менән  килдем. Ул шиғыр һөйләп күрһәтә. (Ф. Рәхимғолова “Мин Башҡортостандан”). 3­ сө ҡатнашыусы: Мин уҡыу менән бер рәттән музыка мәктәбенә йөрөйөм,  һеҙҙең музейға башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары ҡурай менән ҡумыҙ алып килдем. Ҡумыҙҙа уйнап та күрһәтәм. Финал.һорау. 2008 йылдың декабрь айында Башҡортостандың халыҡ  шағиры үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Кем ул? (Рауил Бикбаев). Уйын барышында барабанда «приз» (бүлэк) сыҡһа­ҡара йәшник менән, өс  хәрефте бер­бер артлы дөрөҫ әйтһәләр, ике шкатулка менән уйын шанс сыҡһа,  берәй хәрефте асыу мөмкинлеге, әңгәмә, диалог, реклама ойошторола. 4

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)

Мөғжизалар яланы (синыфтан тыш сара)
Материалы на данной страницы взяты из открытых истончиков либо размещены пользователем в соответствии с договором-офертой сайта. Вы можете сообщить о нарушении.
08.03.2017